Беҙ, өлкәндәр, нигеҙҙә тормош мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәйбеҙ. Шулай ҙа бала саҡтың “ҡайнар сәләме” күңелдәрҙе елкендереп ҡуя. Иҫкә алырлыҡ, һағынып хәтерләрлек хәлдәр байтаҡ булды шул. Һәр күләүектең тәрәнлеген «үлсәүҙәр», күршеләрҙең ҡыяр-кишер түтәлдәренә «һунарҙар» (бик булмаһа, үҙ баҡсаңды булһа ла «утау»), көндәр буйы Әй буйлауҙар, ҡыштарын өйгә ҡайтыуҙы, ашау-эсеүҙе лә онотоп сана, саңғы шыуыуҙар.
Йылдың һәр миҙгеле, айҙың һәр көнө ҡәҙерле булды. Ә инде яҙ йырғанаҡтарҙан караптар ағыҙыу менән бер рәттән, беҙҙе “Һауа шары” уйыны ла (урыҫтың “Лапта”һы ла, американдарҙың бейсболы ла түгел) көтә ине. Уны балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бер тигеҙ ярата торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был уйын бөтөнләй онотолдо. Бала-саға ауылда ла компьютер, ноутбук, планшет йәки смартфондар менән мәшғүл. Шундай уйынсыҡтар булғанда кем ялан буйлап шар һуғып йөрөһөн! Ә минең бала сағымда булған етеҙлек, күңелгә һыя алмаҫ ҡомар менән рә-әхә-әтлә-әнеп, ысын шар таяғы алып, һауаға сөйөлгән ысын шарға йән көсөм менән һуҡҡым килә. Нәҡ шул минуттар өсөн генә малай сағыма ҡайтыр инем.
Әлбиттә, башҡа яҡтарҙа был уйынды икенсерәк уйнағандарҙыр, хатта беҙҙең ауыл эсендә лә айырмалыҡтар бар ине. Әле үҙебеҙҙең урамдағы тәртипте яҙырға уйланым. “Һауа шары” – төркөмдәргә бүленеп, нәҡ малайҙар уйнай торған уйын. Уҙған быуаттың 70-се йылдарына тиклем Мәсетле районының башҡорт ауылдарында киң таралған ине ул. Беҙҙең Ләмәҙтамаҡ ауылында (ул саҡта ауылда 600-гә яҡын кеше йәшәгән) балалар был уйынды 5 урында уйнайны. Тау битләүҙәре ҡарҙан әрселеп, 10-20 сутый тирәһе ер майҙаны барлыҡҡа килеү менән ҡомарлы уйын башлана. Беҙҙең урамдыҡылар иркенләп уйнау өсөн Ләмәҙ йылғаһы буйындағы ҙур тигеҙ яланды үҙ итте. Уйын башланһа, оло ағайҙар килеп шар һуғып китә, ә бабайҙар йыраҡтан ғына күҙәтә һәм, уйын шарттарын боҙоу осраҡтары булһа, ипле генә шелтә яһайҙар.
Уйын урыны. Ярым түңәрәкте хәтерләткән майҙандың бер урынында (тулы түңәрәктең үҙәге) шар өсөн «оя» яһала. Уның ҙурлығы шарҙан әҙерәк кенә киңерәк. Оя тирәләй һиҙелерлек итеп һыҙыҡ һыҙыла, был – «йорт». Йорттоң радиусы итеп иң ҡыҫҡа шар таяғының оҙонлоғо алына. Йорттоң ҙурлығы уйынсыларҙың ни тиклем тәжрибәле һәм өлкән булыуын күрһәтә. Уйын ҡоралы. Уйын өсөн шар һәм шар таяғы кәрәк. Шар ҙур түгел, уны ҡаҡланған ҡайын тамырынан йәки ҡайын ороһонан юнып эшләйҙәр. Был эш буй еткән егеттәрҙең бурысы. Яҡшы итеп ҡаҡланған, дөрөҫ юнылған шар оҙаҡ ярылмай. Шәрипов Артур ағай юнған шарҙар бик оҙаҡҡа етә торғайны. Шар таяғын иһә һәр кеше үҙе хәстәрләй. Уны ла ҡаҡланған ҡайындан яһайҙар. Ботаҡһыҙыраҡ, шыма олондан алырға кәрәк. Һуҡҡан урынын йыуаныраҡ итәһең, ә тотҡан ерен, ҡулға уңайлы булһын өсөн, шымартып, уҡлауға хас итеп йоморайтып ҡуяһың. Таяҡтың оҙонлоғо һәм йыуанлығы һәр уйынсының оҫталығын, таҫыллығын, көсөн күрһәтеп тора. Бәләкәстәрҙең таяғы ҡыҫҡараҡ һәм йыуаныраҡ, өлкәндәрҙеке оҙон һәм нәҙек. Ҡыҫҡа-йыуан шар таяғы тотоп килгән өлкән малайҙы, ғәрләндереп, уйынға алмайҙар, шуға күрә, һәр бер уйынсы тиҫтерҙәренән ҡалышмаҫҡа тырыша. Уйынсының йәше менән бергә шар таяғының оҙонлоғо 40 сантиметрҙан бер метрға табан үҫһә, йыуанлығы, киреһенсә, 10-дан 5 сантиметрға ҡарай кәмей.
Уйын тәртибе. Уйын өсөн малайҙар ике төркөмгә бүленә. Тәүҙә капитандар һайлана. Улар үҙәренең шар таяҡтарын һап яғынан тотоп, икеһе бер ваҡытта таяҡты һауаға сөйөп, һуғыусымы, көтөүсеме икәнен билдәләйҙәр. Ҡайһы башлыҡтың таяғы һап яғы менән ергә төшә, шул төркөм – һуғыусы. Әгәр таяҡтар бер төрлө ятһа, улар яңынан сөйөргә бурыслы. Ике тапҡыр бер үк ятһа, таяҡтарын аяҡ осона терәп һауаға сөйөргә тейештәр. Кемдең таяғы йырағыраҡ оса, шул башлыҡтың төркөмө һуғыусы була. Ҡалған малайҙар үҙҙәренең йәшенә, көсөнә, оҫталығына ҡарап иптәш һайлай һәм башлыҡтар ҡаршыһына баҫа. Капитандар сиратлап малайҙарҙың береһен үҙенә ала, икенсеһен ҡаршы төркөмгә бирә. Кемгәлер иш етмәһә, ул, уйынсылар һанына ҡарамаҫтан, сираты еткән төркөмгә күсә. Малайҙар көн һайын шулай бүленергә тейеш, был уйындың ғәҙел һәм тиң үтеүенә булышлыҡ итә. Башлыҡтар үҙ-ара килешеп уйынсылар менән алышыуы ла мөмкин, был уйын кимәлен тигеҙләү өсөн бик дөрөҫ ысул. Төркөмдәгеләрҙең йәше төрлө булыуы ла мөмкин. Беҙ 12 малай уйнай торғайныҡ: өлкәне – 1959, бәләкәйе 1968 йылғы ине. Уйынды башлау өсөн өлкән көтөүсе йорт янына баҫа, ҡалған көтөүселәр майҙан буйынса тарала. Сираттағы һуғыусының көсөнә ҡарап, улар йә йортҡа яҡыныраҡ килә, йә йырағыраҡ китә. Бик яҡын тороу тыйыла, баштарына шар таяғы төшөү ҡурҡынысы бар.
Һуғыусылар төркөмөндәге малайҙар майҙандан ситтә, өлкән көтөүсе артында булырға тейештәр. Улар сиратлап йорт янына килә. Ғәҙәттә, тәүҙә шарҙы бәләкәйерәк малайҙар һуға, оҫтараҡ уйынсылар һуңыраҡ уйнай. Өлкән көтөүсе шарҙы оя өҫтөнән туралап һауаға сөйә. Сөйөү көсө һуғыусының йәшенә ҡарата самаланырға тейеш. Бәләкәй малайҙар өсөн көслө итеп сөйөү тыйыла, был тәртипте боҙған өлкән көтөүсене яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ла ихтимал. Һауаға сөйөлгән шар кире төшөп килгәндә уйынсы таяғын шарға табан сөйөп уға тейҙерергә тейеш. Ҡулдан ысҡынмаған таяҡ менән һуғырға ярамай, был «ҡул терәү» тип атала, уның язаһы – “ҡытыр”. Әгәр таяҡ тейеп, шар майҙанға табан осоп китһә, көтөүселәр уны тиҙерәк кире йортҡа ҡайтарыу хәстәрен күрә. Һауала осоп килгән шарҙы тотоп алһалар, төркөмдәр урыны менән алмашына. Бындай осраҡ бик һирәк була. Төркөмдәрҙең алдан килешеүе буйынса, бәләкәй малайҙар уйнағанда һауала тотолған шар ерҙән алынған булып иҫәпләнә. Майҙандағы көтөүселәр шарҙы алып өлкән көтөүсегә ташлай, ул уны тиҙерәк ояға һалырға тейеш йәки ҡулында тотҡан килеш аяҡ үксәһе менән ояға баҫа. Шар ояға ятһа, йорт «ябыҡ» тип иҫәпләнә.
Таяҡ тейеп, шар осоп китә һәм ояға кире килеп йорт ябылғансы, һуғыусылар майҙанда ятып ҡалған шар таяҡтарын алып өлгөрөргә тырыша. Сират буйынса һуғып шарға тейҙерә алмаған, йәки тейҙереп тә алып килеп өлгөрмәгән таяҡтар майҙанда һәр ваҡыт етерлек була. Йорт ябылғансы уйынсы шар таяғын алып килеп ояға һуғырға тейеш – «төкөй» тип әйтә торғайныҡ. Әгәр уйынсы килеп өлгөрмәй икән, уға ғына түгел, тотош төркөмгә яза бирелә. Уйынсы таяғын кире урынына һала, өлкән көтөүсе йортҡа баҫа һәм шул таяҡҡа табан төкөрә. Артабан төкөрөк төшкән урынға барып баҫа һәм күҙен йомоп шарҙы таяҡҡа ташлай. Шар таяҡҡа тейһә, төркөмдәр урындары менән алмаша. Шар теймәһә, уйынсы таяғын алып ашыҡмайса ояға төкөй. Язалы таяҡтар бер нисәү булһа, өлкән көтөүсе йортҡа яҡыныраҡ ятҡан таяҡты һайлай. Ҡағиҙә булараҡ, өлкән көтөүсе был алымдың уңышлы буласағына ныҡлы ышанһа ғына яза бирә. Әгәр икеләнә икән, уйын дауам итә.
Бындай яза биреү тәртибе йәнә бер осраҡта һәм мотлаҡ ҡулланыла. Әгәр уйынсы шарға тейҙерә алмаһа һәм шар йорт биләмәһенә төшһә, өлкән көтөүсе был уйынсыға ҡарата шул уҡ язаны бирә. Өлкән көтөүсе күҙен йомған килеш шар менән таяҡҡа тейҙерә алмаһа, ул таяҡты йорттан йырағыраҡ ырғыта. Әгәр уйынсы шарға тейҙерә алмаһа һәм шар ояға тура төшһә лә төркөмдәр урындары менән алмаша. Шуға күрә, өлкән көтөүсе шарҙы ояның нәҡ өҫтөнән һауаға тура сөйөргә тейеш. Бындай осраҡ бик һирәк булһа ла тәртибен белә торғайныҡ.
Һуғыусы төркөм малайҙарының шарға һуғырға таяҡтары ҡалмаһа, төркөмдәр уйын урындары менән алмаша. Шулай итеп, был уйындың сиге юҡ. Ғәҙәттә, уйын ҡараңғы төшкәс кенә тамамлана торғайны. Уйынсыларҙың берәмләп уйындан иртәрәк китеүе ҡәтғи тыйылды, тәртип боҙоусыны яза – “ҡытыр” көтә.
“Ҡытыр” тәртибе былай: шар таяҡтарын ергә бер рәткә теҙеп һалалар, таяҡтар өҫтөнә язаланыусыны арҡаһы менән ятҡыралар, бик асыулы яза булһа, өҫтөнә берәй бәләкәй малай “атлана” һәм тәртип боҙоусыны алға-артҡа бер нисә мәртәбә һөйрәйҙәр. Шар таяҡтары төрлө йыуынлыҡта булыу сәбәпле, яза «тәме» бик әсе була. Шул тәмде бөтәһе лә белһен өсөндөр инде, яза алмаған бер генә малай ҙа булмағандыр ул. Әле уйлап ултырам, уйынға ғына түгел, ә тотош йәмғиәткә ҡарата ла ниндәй төплө тәрбиә биреүсе мәғәнәле уйын. Бәләкәй саҡта уҡ ярамаған ҡылыҡ өсөн яза бирелеүен аңлатҡан уйындар уйнап үҫкән беҙҙең урам малайҙарының береһе лә тәртип боҙоп йөрөмәне, киреһенсә, бөтәһе лә өлгөлө йәшәй.
Был уйынды яҙ көнө ике аҙна самаһы уйнай торғайныҡ. Ҡар иреп, ер кибә төшкәс, баҡсала эштәр башлана. Ә был ваҡытта уйын ҡайғыһы юҡ. Шуғалыр, атай-әсәйҙән, эштән ҡасып йөрөйһөгөҙ, тип ғәйепләмәнеләр. Саманан сыҡмаҫ өсөн көн дә: “Оҙаҡ йөрөмә!” – тип иҫкәртһәләр ҙә, төнөн ҡайтып инһәк тә әрләмәнеләр, йылы аш менән ҡаршы алдылар. Ауыл ерендә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәрҙең беҙгә тейгән өлөшөн барыбыр үҙебеҙ эшләгәнбеҙҙер инде.
Бик күп китаптар аҡтарҙым, Интернет селтәрен байҡап сыҡтым, «Һауа шары» уйыны тураһында мәғлүмәт тапманым. Тик Башҡорт Википедияһында ғына бар, шунда уҡ башҡорт халыҡ уйындары хаҡында биш баҫма китап исемлеге лә бирелгән. Йәғни был башҡорттарға хас уйын икәнен иҫбатлай түгелме? Әгәр шулай икән, уның рәсми рәүештә башҡорт уйыны икәнен билдәләү кәрәктер, тип уйлайым. Бәлки, был уйындың килеп сығышы һәм таралыу даирәһе хаҡында белеүселәр барҙыр. Уйынды һүрәтләгән фотолар табылһа, бик шәп булыр ине. Башҡорт халҡының мәғәнәле уйындарын бер урынға туплап, тулыландырып донъя кимәлендә танытыу өсөн Башҡорт Википедияһынан да уңай урын юҡтыр. Уйындарын ғына түгел, тотош Башҡорт мөхитен, Башҡорт халҡын, Башҡорт телен Википедия бүлектәре аша донъя халыҡтарына танытырға була. Иле, халҡы өсөн ниндәйҙер файҙалы эш атҡарырға теләгәндәрҙе шунда саҡырам.
The permission for use of this work has been archived in the Wikimedia Volunteer Response Team System; it is available for users with a VRTS account. To confirm the permission, please contact someone with a VRTS account.
|