Jump to content

Азамат (йыр). Башҡорт халыҡ ижады

From Wikisource
Азамат (йыр)
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: Туған тел. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988.


Азамат


 Алыҫтарҙан, ай, күренгән
 Ирәндеккәй тауының аҡ ташы,
 Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй.
 Ир-егеткәй менән ат башы.
 Яуға ғына барып, яуҙы еңгәс,
 Ир-егеткәй менән ат ҡайтыр,
 Ир-егеткәй менән ат ҡайтмаһа,
 Мәңге һүнмәй торған дан ҡайтыр.