“ Алма ла ашамайбыҙ,
Хөрмә лә ашамайбыҙ,
Баш китерлек эш булһа ла
Беҙ туған ташламайбыҙ”.
(Йырҙан).
Алма ла ашайбыҙ хәҙер,
Хөрмәне лә ашайбыҙ,
Сит-яттарҙы яҡын итеп
Туғанды ла ташлайбыҙ.
Ғәйеп була ике башлы –
Тәртәлә лә, атта ла,
Туғаныңа кисермәҫлек
Юҡтыр ғәйеп-хата ла.
Олоғайған һайын аҡыл
Әллә кирегә китә?
Йәш ваҡыттар бергә үтте –
Ҡартлыҡ айырым үтә.
Үҙ туҡһаны ғына туҡһан,
Хаҡлыбыҙ һәр беребеҙ,
Эстән генә һағынышып
Үтерме ғүмеребеҙ?
Баш китерлек эш булһа ла
Инек туған ташламай, -
Аҡыл ултырмаҫтыр инде
Баштар китә башламай…