Jump to content

Аслыҡ йәки һатлыҡ ҡыҙ

From Wikisource
Аслыҡ йәки һатлыҡ ҡыҙ
автор Мәжит Ғафури
Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


Ғәйшә абыстай бынан биш йыл әүәл бик яҡшы көн итә торған бер ғаиләнең мөрәббиәсеһе ине. Мәрйәм ул ваҡытта ун йәшендә булып, ауыл муллаһының өйөнә барып һабаҡ уҡый ине.

Уҡытыусы ни ҡәҙәр тәртипһеҙ уҡытһа ла, Мәрйәм өс йылда яҙыу таныны, әҙәпле бер бала булып, һис ваҡытта ярамаџ эш ҡылманы. Нескә ҡәлебле улмаҡла бәрәбәр зирәк булып, күргән кешенең диҡҡәтен йәлеп итер, һәр кеше: минең балам да буйлә улһа, нә ҡәҙәр сәғәҙәтле булыр инем, тип уйлар ине. Әсғәт быйыл биш йәшендә булып, бик йәш көйөнсә, бының кеүек ҡара йылдарға тура килде.

Бынан ике йыл мөҡәддәм Рәхмәтулла ағай вафат булып, был өс кеше ҡарауһыҙ ҡалғандар ине. Һәм, ни ҡәҙәр, Рәхмәтулла ағайҙың яҡындары булһа ла, таш күңелле, рәхимһеҙ кешеләр булып, үлергә ятҡанда ағыҙға һыу һалыр ҡәҙәре шәфҡәттәре юҡ ине.

Рәхмәтулла ағай вафат булғанда Ғәйшә абыстай илә Мәрйәмгә шул ҡәҙәр тәьџир итте, быларҙың күҙ йәштәре туҡтауһыҙ ағыр, быларҙы күреп, Әсғәт бала ла йығлар ине. Рәхмәтулла үлгән көндө булмаһа ла, күп тормай, Хөснөтдин ағай мал дәғүә ҡыла башлаған ине. Бер сәнә дәғүә һуңында күп малдар бөттө. Ғәйшә абыстайҙар ҙа көндән-көн фәҡирлеккә ҡала башланылар. Быларҙың ҡараусыһы булмаған кеүек, башҡа йәһәттән һис бер химая итеүселәре юҡ ине. Ғүмерҙәрендә тәрбиә күрмәгән ауыл ағаларыбыҙ быларҙың хәлдәрен күреп, зәррә ҡәҙәре булһын, ярҙам итмәй, бәлки быларҙың фәҡирлектәренә шатланалар ине. Рәхмәтулла ағайҙан яҡшы ғына мал ҡалһа ла, ике сәнә эсендә тамам булды. Әҙәм балаһы, тәбиғи, залимдарға ярҙамсы улдығынан, Хөснөтдин ағаларға тел илә ярҙам биреп, бисара Ғәйшә абыстайҙарҙың мазлумдар икәнен белә тороп та, шәфҡәт күҙҙәре илә күҙ һалманылар.

Бәғзе ваҡытта, бәхет-дәүләт кире китһә, уйламаған урындарҙан бәлә-ҡазалар килеп, инсанды зилләтә дусар итәлер. Шуның кеүек, мотлаҡан Ғәйшә абыстайҙарҙың бәхетһеҙлеге сәбәп булған кеүек, былар сәнә аслыҡ булды. Ҡайғы өџтөнә ҡайғыларҙың ямалыуы, нә ҡәҙәр ағыр идеке, һәр бер кешегә мәғлүм булһа кәрәк. Шуның кеүек был өс кешенең башына буйлә ағыр йылдарҙың килеүе үткән ҡайғыларҙы онотторҙо. «Кашки атағыҙ улһа ине, был йыл йәннәт кеүек рәхәт илә кисер ине» тип, үткән мәғишәттәрҙе иџкә төшөрҙө. Бының кеүек ағыр йылдар, дәгел етем ҡалған ҡатындарҙы, бәлки ҙур байҙарҙы ҡайғыға төшөрә. Бөтә мәмләкәткә зарар килтереп, аџтын өџкә килтерәләр. Нисә сәнәләрҙә бер килгән был ҙур бәлә үтеп киткәс тә, ҡурҡынысы нисә сәнәләр күңелдән китмәйҙер. Ярабби, буйлә бәләләрҙе икенсе күрһәтмә!— тип доға итергә мәжбүр итәлер. Һәр нә ҡәҙәр тәхәмелле улһа ла, инсан аслыҡ кеүек ҙур эштәргә тәхәмел итә алмай, алтындан ҡәҙерле йөҙ һыуҙарын бер һыныҡ күмәскә алыштырырға рази улыр. Бер көнлөк ризыҡ өсөн ғүмер буйы күрәсәк сәғәҙәттәренән мәхрүм ҡалырға сәбәп булыр, киләсәк көндәре нисек булһа булһын, бөгөн ашаған бер киџәк күмәсте ғәнимәт белеп, йәнен фида итер. Ни ҡәҙәр яҡын күргән мөхәббәтле дуџтар был көндө берәр-берәр айырылып бөтөр. Һәр береһе башлы-башына эш күрер.

Бөтә донъяға тәьџир итә торған был аслыҡ Ғәйшә абыстайҙарға ла тәьџир итте. Һәр кем үҙ ҡайғыһында булған кеүек, былар ҙа тамаҡ туйҙырырға сара эҙләй башланылар. Һатылғандан тороп ҡалған кескенә өйгә яғырға утын кәрәк. Һатып алырға аҡса юҡ, урмандан барып алырға ат юҡ, Хөснөтдин ағай, әлбиттә, ярҙам итмәй. Ашарға икмәк кәрәк, эсергә — сәй, быларға аҡса юҡ инде, ни эшләргә?

Оҙон төндө һалҡын өйҙә ас уҙҙырырға кәрәк. Яндырырға май юҡ. Ғәйшә абыстай, үҙенән бигерәк, Мәрйәм илә Әсғәтте ҡыҙғанып, күҙенән йәштәрен туҡтамай ағыҙа. Әсғәт йығлап-йығлап йоҡоға китә ине. Мәрйәм, бисара иң йәш сәскә кеүек, ғүмерҙәренең ас, рәхәтһеҙ үтеүеи иџкә төшөрөп, тынын киџеп-киџеп, ыуынып йығлай ине. Ғәйшә абыстай ҙа быны күреп, дәһа хафа була. Мәрйәм әсәһенә ҡарап:

— Әсәй, иртән нисек итербеҙ икән, был көн уҙҙы, Әсғәт йоҡланы, иртән тороп икмәк һораһа, ни тип әйтербеҙ? Әйгә яғырға утын юҡ, уны ҡайҙан алырбыҙ?

Ғәйшә абыстай:

— Балам, нисек итәйем һуң? Иртәгә намаҙ ваҡытында, мин урманға барып, еп илә күтәреп, бер-ике яғырлыҡ утын алып килермен. Урман яҡын — ике генә саҡрым, Әсғәт уянғансы ҡайтырмын. Һин Хөснөтдин ағайҙарыңа барып, берәр ярты күмәс һорап ҡара, шайәт, рәхим итһәләр, бирерҙәр. Әгәр ҙә бирмәһәләр, ҡайтҡас, алабута онон ҡамыр итеп баџып тор. Әсғәт уянғансы, күмәс бешереп торорбоҙ.

Мәрйәм:

— Ғәзиз әсәйем, шул кеүек һалҡын көндө урмандан нисек итеп утын күтәреп ҡайтырһың? Бик ағыр булыр бит, был ғәзиз йәнең нисек сыҙар!

Ғәйшә:

— Нисек итәйем? Балам, беҙгә кем шәфҡәт итеп утын килтереп бирер? Әйҙә балаларым илә туңып вафат булғансы, яңғыҙым һеҙҙең өсөн вафат булһам, шайәт хоҙай ҡаршыһында һауаплы булырмын. Атайың вафат булғас, һеҙҙең тәрбиәгеҙ өсөн мин бурыслымын, һеҙҙең тәрбиәгеҙ өсөн йәнемде фида итһәм, һис бер ғәжәп түгел, сабыр ит, балам.

Мәрйәм яуап бирергә хәле килмәй, йығлай башлап йоҡлап китә. Ғәйшә абыстай төн буйынса ике ғәзиз балаһын ике яғына алып, өшөтмәџ өсөн, ҡосаҡлап таң аттыра. Намаҙ ваҡытында Мәрйәмде уятып, балтаһын алып, күҙе йәшле хәлдә, сығып китә. Мәрйәм дә, Әсғәтте уятмаџ өсөн, аҡрын ғына тороп, Хөснөтдин ағайҙарға китә. Оҙаҡ та үтмәй, Әсғәт уянып, йығлай башлай. Был бисараларҙың. буйлә ҡыҙғаныслы хәлдә, көн иткәнен кем күрһә лә, ошо шиғырҙарҙы әйтергә мәжбүр булыр ине:

Әйҙәре насар ғына,

Ишектәре тар ғына,

Бер бала йығлап ята.

Биш-алты йәштәр генә.

Ишектән һалҡын керә,

Әйҙөң нурын бөтөрә,

Аслыҡ илә һалҡындан

Меџкен бала үкерә.

Был сәнә булды аслыҡ,

Џџмәне бер ҙә ашлыҡ.

Быларҙы күргән кеше

Йығлауҙан туҡтамаџлыҡ.

Балаһының тамағы ас,

Кейеме юҡ — яланғас,

Һис булмаһа мейестәренә —

Яғырға юҡтыр ағас.

Туҡтың күңеле хикмәттә,

Астың күңеле икмәктә,

Икмәк аулап, ниндәй матур

Ҡыҙҙар сығып китмәктә.

Ашарлыҡ юҡ ашарға,

Он юҡ икмәк яһарға,

Былай насар көн иткәс,

Нисек күңел асырға.

Был донъяның яфаһы,

Һис тә бөтмәй хафаһы.

Нисә төрлө михнәттәргә ,

Ҡатышҡандыр сафаһы.

Мәрйәм Хөснөтдин ағайҙарҙың өйөнә барып керә. Хөснөтдин ағайҙың ҡатыны, Мәрйәмде күргәс, бер нәмә һорарға килгәнен белеп, асыулы йөҙ илә ҡаршы ала. Бисара Мәрйәм, һәр ни ҡәҙәр үҙенең яратылмаған ҡунаҡ икәнен белһә лә, ғәйәт күңелһеҙләнеп тора, ниңә килдең? — тип һораусы булмағас, һүҙ башларға бата алмай. Бының кеүек мөләйем, саф ҡәлебле мазлумәнең хәлен күреп тә, зәррә ҡәҙәре улһын, илтифат вә шәфҡәт итмәй, Хөснөтдин ағайҙың тәрбиәһеҙ ҡатыны, үлгән ваҡытта ла, бер эсем һыу бирмәџ. Таш ҡәлебле инсан ни ҡәҙәр ҡыҙғаныс нәмәләрҙе күрһә лә, ғибрәт алмаџ, ярҙам кәрәк икәнлеген хис итмәџ. Мәрйәм бер аҙ торғандан һуң, Хөснөтдин ағай күреп: «Ниңә килдең?!»— тип асыуланып һораған кеүек һорай. Мәрйәм дә, ике күҙенән йәш ағыҙып: «Әсәйем утынға китте, Әсғәткә ашарға бер һыныҡ та күмәсебеҙ юҡ, шулай булһа ла, күмәс һорап йығлай, шуға аҙыраҡ күмәс бирмәџһегеҙме икән тип, һорарға килгән инем»,— тип, һөйләп бөтөр-бөтмәџтән Хөснөтдин:

— Һеҙҙең кәрәк нәмәгеҙ бөтмәџ, бында ҡаҙна бар тип беләһегеҙме әллә? Әйбер һорап килә-килә хәлебеҙҙе бөтөрҙөгөҙ инде. Былай булһа, көн итер хәлебеҙ ҡалманы. Ҡатын, бир шул Мәрйәмгә аҙыраҡ икмәк,— тип, тышҡа сығып китә.

Ҡатын бер-ике киџәк ҡатып бөткән арыш икмәге һыныҡтарын килтереп биреп: «Бар, алып ҡайт, беҙҙән өмөт итмәгеҙ, бында кеше өсөн бешереп ҡуйған икмәк юҡ»,— тип, ике киџәк икмәкте ике киџәк алтын биргән кеүек күреп бирә, бисара Мәрйәм бының был ҡәҙәр асы һүҙен ишетһә лә, туғаны Әсғәттең йығлауҙан туҡтауын уйлап, шатланып сығып китә. Был донъяның шул кеүек золомдарын күреп йөрөүсе Мәрйәм кеүек хисапһыҙ бисаралар барҙыр. Фекер итһәң, был донъяла бер сәғәт тороу мөмкин дәгел кеүек күренә. Мәрйәм кеүек ун биш йәшлек ҡыҙҙарҙың ни ҡәҙәре сәғәҙәтле торғандары бар. Улар бейек гүзәл биналар эсендә, гөлдәр араһында сәскәләр кеүек ғүмер итәләр. Бер көн кейгән күлдәктәрен икенсе көн кеймәй. Бер сәғәт мөҡәддәм бешкән ләззәтле аштарҙы: «Был һалҡын, йәиһә насар бешкән»,— тип, ашамайҙар. Тәрбиәле, тәртипле мәктәптәрҙә тәхсил иткәндәре булып, мал арҡаһында ни ҡәҙәр сәғәҙәттәргә ирешәләр. Саф-саф булып гимназияларға йөрөйҙәр. Былар Мәрйәм кеүек бер инсан балаһы, әммә аҡса арҡаһында нисек булалар. Рәхәт ғүмер итәләр, камәләткә ирешеп, донъя-әхирәт сәғәҙәткә юл әҙерләйҙәр.

Мәрйәм өшөп өйгә ҡайтып керә, шул саҡ Әсғәт ҡалтырап йығлап ултыра ине. Мәрйәм дә алып күмәстең яртыһын Һындырып, Әсғәткә бирә, Әсғәт йығлауҙан туҡтап, ашай башлай. Мәрйәм дә әсәһенең был кеүек һалҡын көндә урманға утын алырға киткәнен иџкә алып, ғайәт ҡайғы итә. «Иџән ҡайтһа ярар ине»,— тип, ҡайғырып йығлай башлай, нисек итергә белмәйенсә, урманға табан ҡарай. Шул урман юлы илә бик аҡрын бер кеше килгәнде күреп ҡаршы алырға бара. Буран булыу сәбәпле, юлдар ҡар илә өрөтөлгән, сабата тишегенән ҡар тула, тиҙ атлап булмай ине. Мәрйәм әсәһе янына барып, утынды күтәреп алып килергә хәле бөткәнде күреп, әсәһенән күтәреп алып ҡайта башланы. Ғәйшә абыстай хәлһеҙ ҡалып, саҡ-саҡ Мәрйәм артынан эйәреп ҡайтты. Мәрйәм өйгә алып ҡайтҡас та мейескә яҡты. Ғәйшә лә ҡайтыу илә ауырый башланы. Ғәйшә абыстай ауырый башлағас, быларҙың, эштәре дәхи ағырлашты. Бөтә ғаиләне тәрбиә итмәк яңғыҙ Мәрйәм өџтөнә тороп ҡалды. Бер һыныҡ икмәктән мәхрүм ҡалған өс йән башҡа нәмәләрҙе ҡайҙан тапһындар? Был ағыр хәлдәрен кемгә барып шикәйәт итһендәр? Быларҙы ҡыҙғаныр һис кеше юҡ.

Ғәйшә абыстайҙың хәле көндән-көн ағырлашты, тышҡа сығырға хәле ҡалманы. Мәрйәм, бисара, аслыҡ сәбәпле, ҡайғы-хәсрәт илә һарғая башланы. Бының кеүек ҡурҡыныслы мәғишәттәрҙе йәнәбе хаҡ дошмандарға ла күрһәтмәһен!..

Бер көн, яғырға утын бөттө, Мәрйәм утын һорап Хөснөтдин ағайҙарға барырға мәжбүр булды. Улар ҙа бер-ике яғырлыҡ утынды нисә төрлө зәһәрле һүҙҙәр илә ҡатыштырып бирҙеләр. Икенсе мәртәбә бирмәүҙәре мәғлүм ине. Мәрйәм утынды урам буйынса саҡ күтәреп алып ҡайтты. Шул ваҡытта Ғәйшә абыстайҙың хәле насарланған ине. Ауыл ерендә табиб-фәлән юҡ, ҡайҙан дәрткә дарман өџтәргә. Аллаһы тәғәләнән башҡа һис ярҙамсыһы булмаған был бисара янында яңғыҙ ун биш йәшлек ҡыҙы илә биш йәшлек улы Әсғәттән башҡа кеше булмағас, үҙенең насарланғанлығын белдермәџ, бәлки ҡурҡыр ине, ни ҡәҙәр сабыр итһә лә, бер ваҡыт белдереү тейеш идекен белеп, Мәрйәмде саҡырып шул һүҙҙәрҙе әйтте:

— Күҙем нуры, балам, бәнем бөгөн хәлем бик насар. Зинһар, күрше ҡатыны Хәсбиҙе саҡырып кил, аҙыраҡ һөйләшеп ултырайым, бер аҙ сирем таралһын, бик тарыҡтым, йәндәрем бик рәхәтһеҙ була башланы.

Мәрйәм дә ғәйәт зирәк булдығынан, әсәһенең был ағыр хәлдәрен күреп ҡыҙғанып, күҙҙәрендә бөртөк-бөртөк йәш улдығы хәлдә:

— Ярар, әсәй, барайым, саҡырайым,— тип сығып китә.

Был донъя ғәйәт сәриғ хәрәкәт иткән бер машина кеүектер. Бик тиҙ хәле алмашыныр, рәхәте артынан зәхмәте нәүбәт илә килеп етер. Бынан бер-ике йыл мөҡәддәм ни ҡәҙәре рәхәт йәшәмеш, бөтөн бер ғаиләне идара итмеш Ғәйшә абыстай, бөгөн сараһыҙ ас үлем түшәгендә ята. Был донъяның рәхәттәре даим булмаған кеүек, зәхмәт вә мәшәҡәттәре лә, әлбиттә, даим булмайҙыр. Шулай булһа ла, бәғзе кешеләрҙең аҡтыҡ һулыуҙары михнәт вә мәшәҡәт эсендә булғаны хәлдә, был донъянан айырылалыр. Мәрйәмдең киләсәктә нисек ғүмер итәсәген белеп булмаһа ла, Ғәйшә абыстайҙың был ауырыуҙан сәләмәтләнеп, рәхәт ғүмер итмәк ғәйәт бәғид күреләлер. Кешеләрҙең асыл фитраттарында бер-береһенә ярҙам-шәфҡәт итмәк булһа ла, был фитрат тәрбиә вә тәғлим арҡаһында арталыр. Был ауылда быларҙың ағыр хәлдәрен, бер мәртәбә булһын, килеп һорарлыҡ ҡәҙәр, инсаниәт наменә лайыҡ бер кеше табылманы. Урамда аҙашып йөрөгән эт, бесәй балаһына шәфҡәт итмәк бик ҙур эш булған хәлдә, быларҙы шул дәрәжә ҡыҙғаныусы табылманы. Тәрбиәнән мәхрүм ҡалып, вәхши тәбиғәтле булып ҡалмыш таш ҡәлебтәргә быларҙың был аяныслы хәле, әлбиттә, тәьџир итмәйәсәктер.

Быларҙың был хәлдәренә шәфҡәт итәсәк кешеләр яңғыҙ был китапты уҡыған камил мосолмандар, инсаниәт шәрәфенә малик булған хөрмәтле заттар уласаҡтыр. Ләкин һәйһат... Ул ваҡытта Мәрйәм, Ғәйшә абыстайҙар был өйҙә, хатта был донъяла булырҙармы, юҡмы?

Ләкин улар булмаһа ла, Русиә мосолмандары араһында аслыҡ, яланғаслыҡ илә мөбтәлә булған, рәхәттән мәхрүм ҡалып йөрөгән нисә йөҙләп Мәрйәмдәр, Ғәйшәләр табылыр, шуларға ярҙам итерһегеҙ. Исламиәт наменә ярҙам иткән булып табылырһығыҙ.

Бер аҙ ваҡыттан һуң Мәрйәм илә Хәсби килеп керәләр ҙә һикегә ултыралар. Бер аҙ бер-береһенә ҡарашып торғандан һуң, Хәсби шулай һүҙ башланы:

— Нихәл, Ғәйшә? Ауырып ҡалған икәнһегеҙ. Мин әле былай насар бер хәлдәлер тип белмәй инем, тамам бөткәнһегеҙ икән.

— Бөгөн хәлем бигерәк насар. Џҙем ауырыу булдым. Утын юҡ, ашарға икмәк, эсергә сәй, кейергә кейем юҡ. Бер яҡтан — аслыҡ, икенсе яҡтан — ауырыу тамам хәлемде бөтөрҙө. Џҙем асҡа үлһәм дә, һис бер ҡайғырмаџ инем. Бары Мәрйәм бисара илә Әсғәтте ҡыҙғанам. Бигерәк тә Әсғәт, икмәк һорап, маҙамды алды. Алабута, имән әкәләһе илә ҡатышҡан ондан икмәк бешергән инек, һис ашар хәл юҡ. Кешенән һорап алыр инек, быйыл кем бирһен! Аһ, хәлем бөттө. Ҡаҙнанан бирелгән арышты алып ҡайтыр кеше юҡ, инде тамам ғажиз булдыҡ. Бының кеүек ағыр көндәрҙе күрермен тип уйлағаным юҡ ине. Мин сабыр иттем, тәҡдиргә иман килтерҙем,— тип күҙҙәренән йәш ағыҙып, йығлай башланы. Уны күреп Мәрйәм дә ынйы-ынйы йәштәрҙе яулыҡ илә һөртөп, мөләйем тауыш илә: «Әсәй, һүҙҙәрең бигерәк йәнемә үтте, уф»,— тип кире йығлай башланы.

Хәсби, йығлаған тауыш илә, ҡуйынынан бер аҙ икмәк сығарып өскә бүлеп, бер киџәген Мәрйәмгә, береһен Әсғәткә, береһен Ғәйшә абыстайға бирә. Был икмәктәрҙең һәр бер киџәге бер алтын кеүек күренеүендә шөбһә юҡтыр. Бәндәнең бай, сихәт вә сәләмәт ваҡытындағы нә ҡәҙәре малы, дәүләте булһа ла, бер тинлек ҡәҙере булмайҙыр. Әммә тамам ғажиз улһа, ҡәлеб вә күңел башҡа була, бер лоҡма нәмә йәндән артыҡ ҡәҙерле-ҡәҙерле күренә, һәм шуның өсөн йәнде фида итергә әҙер тора. Минең күңелемә был урында сараһыҙ шул шиғырҙар килде:

Нан кеүек ҡиммәт нәмә бармы икән был донъяла?

Йән кеүек ҡиммәтле нәмә нан өсөн булыр фида.

Бәғзеләр мәрйәнә һәм мохтаж дәгел һәм алтынға,

Бәғзеләрҙе бер күмәскә мохтаж итмеш хоҙа.

Ҡалмаһа яныңда малың, дуџ-ишең һинән биҙер,

Ни ата ҡалмаџ, ни ағай, ни ҡоҙағый, ни ҡоҙа...

Мәрйәм мейес янына барып ултырып рәхәтләнеп, шатланып ашай, нисә көндәр ас тороу сәбәпле, ни ҡәҙәр ҡайғы булһа ла, ашамай тороп булмай, имеш...

Шул ваҡытта Әсғәтте күрһәгеҙ ине. Ул икмәктең бер ул яғын, бер теге яғын әйләндерел ҡарап, әллә ни ҡәҙәре нәмәгә малик булған кеше кеүек шатлана. Ғәйшә лә ғәйәт ас булыу сәбәпле бер-ике рәт ҡаба ла: «Мә, Мәрйәм, алып ҡуй, кискә ҡаршы Әсғәткә бирерһең!»— тип алдырып ҡуйҙыра.

Хәсби:

– Һуң инде хәлегеҙ бик насар, ярҙам итер кешегеҙ юҡ,нисек итерһегеҙ икән инде? Бөтә ауылда шәфҡәт итерлек бер кеше күренмәй, күп халыҡ аслыҡтан үҙҙәре һәләк блыу дәрәжәһенә килделәр.

Ғәйшә:

Уф алла! Инде аллаға тапшырҙым, бер ярҙам итер кеше ҡалманы. (Шул ваҡыт Мәрйәм мейескә яғырға китә) – Хәсби күршем! Инде бән ахыр хәлгә еттем. Ғүмер итеүемдән бөгөн өмөт өҙҙөм. Хатта, тиҙ үлмәһәм ярар ине тип, ҡурҡа башланым. Бар хәсрәтем шул — ике бала... Улар хәҙер хәлемде белмәйҙәр. Әгәр белһәләр, сыҙай алмаџтар тип, белеп әйтмәйем.

Хәсби:

— Инша аллаһы рахман, терелерһегеҙ әле, өмөт өҙмәй тороғоҙ. Мин иремә әйтермен, арышығыҙҙы алып килер. Ул барыбер үҙе лә шул ауылға барасаҡ.

Ғәйшә:

— Зинһар, әйтә күрегеҙ, алып килә күрһен! Уф, хәлем бөттө, һүҙҙе көс-хәл илә әйтәм.

Хәсби:

— Хуш, һау булып тороғоҙ әле, мин дәхи килеп китермен, — тип, сығып китә.

Ул арала көн кис була. Шәм яндырырға кәрәсин юҡ. Ҡараңғыла ултыралар. Ҡояш батҡан, ҡараңғы төшкән, өйҙөң манзараһы ни ҡәҙәр йәмһеҙ.

Бизарур шул шиғырҙарҙы уҡырлыҡ:

Ҡояш батып, тамам бөтмөш өйҙөң нуры,

Ҡәбер кеүек, был урындың юҡ хозуры.

Һәр кемдең был донъяла һүрәте бер,

Бер-береһенә ҡарағанда юҡ ҡысуры.

Быларҙың көнкүреше ниңә насар?

Әйҙәренә кергән кеше ҡурҡып ҡасыр.

Мәхрүм ҡалмыш бисаралар һәр нәмәнән,

Быларға ярҙам итер ҡайҙа дуџтар?

Һалҡындан тәҙрәгә ҡаталыр боҙ,

Фәҡирлектән өйҙәр насар һәм дә тығыҙ.

Ни ҡәҙәре ҡыҙғаныслы бер һүрәттә:

Ауырыуҙар, бала-саға, ҡатын һәм ҡыҙ.

Ҡайғы һәм хәсрәт илә үтмеш аҡшам.

Яндырырға кәрәсин юҡ һәм дәхи шәм.

Ауырыу илә аслыҡ ҡаты тәьџир итеп,

Ағыҙҙа зәррә ҡәҙәр ҡалмаған тәм.

Ҡайғынан ултыралар ағыҙып йәш,

Эсергә сәй, ашарға юҡ быларҙа аш.

Былар ҙа һеҙҙең кеүек берәр инсан,

Вә ләкин беҙ татарҙа күкрәк таш.

Быларға һис урында юҡ иғанә

Фекер итһәк, әфәнделәр, йөрәк яна.

Мосолманға, уртаҡ ҡылып, ашау кәрәк,

Бер тән кеүек булыу кәрәк һәр замана.

Бисаралар бер киџәктер үҙебеҙҙән,

Ярҙамлы өмөт итә былар һеҙҙән.

Малыбыҙҙы тәҡсим ҡылып бирмәһәк тә,

Бирәйек артҡандарын үҙебеҙҙән,

Илтифат юҡ. Ҡайҙа беҙҙә инсаниәт?

Беҙҙә юҡ меџкендәргә изге ниәт.

Күҙ алдында аш табалмай асҡа үлһә,

Һис кемде ҡыҙғанырлыҡ юҡ хәмийәт.

Кистең бер аҙы уҙғас, Мәрйәм илә Әсғәт йоҡларға яталар.

Төн урталарында Ғәйшә абыстай, үҙенең аҡтыҡ сиккә еткәнен белеп, Мәрйәмде көс-хәл илә уята. Хәлде йыйып алып, сыра яндырырға ҡуша. Сыраны яндырғас, Мәрйәмдн янына саҡырып, шул һүҙҙәрҙе әйтә:

– Күҙем нуры, балам! Бәнем хәлем ғәйәт ағырланды. Тыным бөттө. Зинһар, ҡурҡмай ғына Хәсбиҙе саҡырып килә күр!

Мәрйәм, бисара, әсәһен был хәлдә күреп: «Ярар, әсә йем, ярар»,– тип сығып китә. Ун биш йәштәге ҡыҙ төн уртаһында, ҡаты буранда урамға сығып китә лә Хәсбиҙе саҡыра. Ни өсөн бер ҙә ҡурҡмайынса төнө илә йөрөй? Әлбиттә, кешенең ҡурҡаҡ һәм ялҡау булыуы рәхәт ваҡытында ғына булалыр. Ҙур эштәр, ҙур ҡайғылар башҡа төшһә, кеше һис нәмәнән хәүеф итмәџ.

Хәсби илә Мәрйәм килеп кергәс, Ғәйшә абыстай Мәрйәмде ишара илә саҡырып ала ла, ҡыџып-ҡыџып һөйөп: «Инде ике күҙем нуры – балаларымды яңғыҙ аллаһы үҙенә тапшырҙым. Башҡа һис тапшырыр кешем юҡ»,— тип күҙҙәренән йәш ағыҙып, һуҙылып ята. Мәрйәм, был хәлде күреп, сыҙай алмай, йығлай башлай. Хәсби быны күреп ҡурҡып: «Бар, Мәрйәм, беҙҙең өйҙәге ағайыңды саҡырып кил. Беҙҙең лампаны (сиражды) ла алып кил. Төн оҙаҡ, бер аҙ һөйләшеп ултырырбыҙ»,— тип әйтә. Мәрйәм дә тиҙ генә сығып китеп, бергә алып та килә. Ул арала Ғәйшә абыстай, күҙен әйләндереп-әйләндереп, гүйә шул шиғырҙарҙы хәл теле илә әйтә:

Йәнем кеүек күҙем нуры, ғәзиз балам,

Һеҙҙең өсөн был ваҡытта утҡа янам.

Йәш булһаң да, мин әсәңде ҡыҙғанаһың,

Китә, тип, был донъянан ғәзиз анам.

Етем булып тороп ҡалды бисара ҡыҙ,

Хисапһыҙ золом булды был вафаһыҙ.

Ҡыҙғанам Әсғәт илә Мәрйәмемде,

Ҡалдылар һәм атаһыҙ, һәм әсәһеҙ.

Һәр кемгә һеҙ бигерәк ҡыҙғанырлыҡ,

Ни өсөн һеҙ мине ҡыҙғанаһығыҙ?

Донъяла шәфҡәт итер кешегеҙ юҡ,

Ят кешеләрҙең ҡулына һеҙ ҡалаһығыҙ.

Бер ваҡытта йоҡлап ятҡан Әсғәткә башын әйләндереп ҡарарға тырыша ла ҡарай алмай — уф! — тип, түбә таҡтаһына ҡарап ята, оҙаҡ та тормай, был донъянан, бер-ике генә ҡарай ҙа, китә. Мәрйәм быны күреү илә һикегә йығылып һушһыҙ кеүек булып ята. Нә ҡәҙәр ҡыҙғаныслы бер манзара, бөтә донъя халҡы рәхәт-рәхәт йомшаҡ түшәктәрҙә йоҡлап ятҡанда, быларҙың бөтә өмөттәре бағланған әсәләре үлеп, йығлай-йығлай ас, етем ҡалалар!

Иртән торғас, Әсғәт, әсәһен был хәлдә күреп, әкрен генә тауыш илә апаһынан һорай: «Апай, әсәй ни эшләп ята, ни өсөн өџтөнә ябып ҡуйҙығыҙ?» Мәрйәм дә яуап биреп: «Ғәзиз туғаным, әсәйебеҙ инде беҙҙе ташланы, беҙ инде икебеҙ ҙә, ҡош балаһы кеүек, етем ҡалдыҡ!» Әсғәт йығлай башлағас, Мәрйәм: «Йығлама, туғаным, йығлама!»— тип туҡтата ла, Хәсби күршеләренең өйөнә алып барып ҡуя. Инде Ғәйшә абыстайҙы ҡәбергә оҙатырға кәрәк, кәфенгә вә башҡаларға аҡса кәрәк. Аҡса ҡайҙан алырға? Был ауылда йәмғиәти хәйриә бармы? Йәиһә иғанә ҡылып күмдерерлек һиммәт эйәһе бай бармы? Һәр береһе юҡ. Ғәйшә абыстайҙың вафат булыуы һәр кемгә ишетелһә лә, фәҡир булғас кем килһен?

Рәхмәтулла ағайҙың бер туған энеһе Лотфулла килһә лә, ағаһы Хөснөтдин, ни өсөндөр, килмәне. Инде ни эшләргә? Һатырға мал юҡ. Мәрйәм, ни эшләргә белмәй, һушһыҙ кеүек тора. Ғәйшә абыстай ун көн күмелмәй ятһа ла, ҡулынан килерлек эш юҡ. Уйлап-уйлап мамыҡ түшәкте һатмаҡсы булдылар, уны ла алыусы күренмәй. Ахырҙа нисек булһа ла ярты хаҡ илә шул түшәкте һаттылар. Тиҙ-тиҙ Ғәйшә абыстайҙы ҡара ҡәбергә оҙаттылар. Бисара Мәрйәм илә Әсғәт йығлап ҡарап, әсәйҙәрен оҙатып ҡалдылар. Бән дә был урында был етемдәрҙе ҡыҙғанып, ошо шиғырҙарымды әйтергә мәжбүр булдым:

Етемдәрҙең хәле мөшкөл дәгелме?

Ҡырау төшөп ҡырылған гөл дәгелме?

Быларҙың өйҙәрендә ҡалманы йәм,

Йығлап ҡалды шул Әсғәт илә Мәрйәм.

Йөрәктәр ут кеүек яндылар утһыҙ,

Был донъя күп яфа ҡылды ваҡытһыҙ.

Золом ҡылмаҡ һин, донъя, һәмишә,

Ҡылырһың һин ҡояшлы көндә — кисә.

Быларҙың нурына һин пәрҙә сиктең,

Гонаһһыҙ ынйыларға ник үсектең?

Был эштәрҙә , йә донъя, әйт, ни сер бар?

Ғәдәүәтең быларға ҡылдың иҙһар.

Ғәйшә абыстай донъяның михнәт вә мәшәҡәтенән ҡотолдо. Ләкин Мәрйәм илә Әсғәт дәхи ҙурыраҡ ағырлыҡҡа тотолдо. Инде быларҙы кем тәрбиә итәсәк? Инсан балаһы тәрбиәһеҙ камәләткә ирешмәџ. Бының кеүек аслыҡ йылда быларҙы кем ҡыш буйы туйҙырып аџырап сығарыр? Кем шәфҡәт итеп, таш ҡәлебтәрҙе иретеп, быларға күҙ һалыр? Был көндө Мәрйәмдең күҙенән йәш ағыу туҡтаманы. Әллә ниндәй уйҙар уйлап, үкһеп-үкһеп, хәсрәтен йәш илә йыуҙы. Иртә торғас Лотфулла илә Хөснөтдин ағай мөшәүәрә итеп, был ике етемде, ни өсөндөр, бик тиҙ, Лотфулла тәрбиә итмәксе булып, күсереп, үҙенең өйөнә алып барҙы. Лотфулланың ҡатыны Әсхәп йыуаш ҡатын ине, ул тәрбиә итергә риза булһа, ғәжәп түгел. Әммә таш ҡәлебле Лотфулла ағай бының кеүек ағыр йылда нисек итеп бик тиҙ ике кешене тәрбиә итмәксе булды?

Көндәр үтә... Мәрйәм илә Әсғәт етем булырға өйрәнә башланылар. Лотфулла бер көн Ҡазанға бесән һатырға китте. Бында ишетте, Кавказдан килгәндәр — ҡыҙ алыусылар бар, имеш. Артыҡ ҡыҙ булһа һатырға кәрәк. Бына уйламаған ерҙән аҡса килә! Йөҙәр һум, хатта матурыраҡ ҡыҙҙар йөҙ илле һумға етә, имеш. Беҙҙең халыҡҡа ҡыҙҙар һатып йөрөтөлөр өсөн яратылған ике аяҡлы хайуан кеүектер. Ауылда бирһә лә, теләһә кемгә көсләп бирәсәк. Был файҙалы сауҙа Лотфулла ағайға бик файҙалы кеүек күренде. Барыбер Мәрйәмде кейәүгә бирергә кәрәк. Ике йыл тәрбиә ҡылып мәшәҡәтләнгәнсе, хәҙер үк биреп ебәрергә кәрәк. Йылда-йылда ҡыҙ алыусылар тура килмәџ. Хосусан, Мәрйәм — йәш ҡыҙ, ундай-бындайҙы белмәџ, һатып ебәрһәң дә, һис дәғүә ҡылыусы юҡ. Әлбиттә, һатырға кәрәк! Шулай итеп, Ҡазанда ҡыҙ алыусыны тапты. Был ҡыҙ илә сауҙа итеүселәр ҡыҙҙы күрмәк булып, әгәр күңелдәренә оҡшаһа, йөҙ утыҙ һумға алмаҡ булдылар. Лотфулла тиҙ көндә Мәрйәмде килтермәк булып, Ҡаҙандан ҡайтты. Беҙгә ҡарағанда, Лотфулла ағайҙың бының кеүек инсаниәтһеҙлеге, сәскә кеүек матур ҡыҙҙы һыйыр кеүек вәхши кешеләргә һатыуы ни ҡәҙәр аяныслы хәл булып күренһәләр ҙә. Лотфулла ағай аллаға шөкөр итеп, йән биргәнгә йүн бирә бит, тип, маҡтанып ҡайтты! Мәрйәмде Ҡазандағы туғандары янына ҡунаҡ булыр өсөн алып барасағын һүҙләне. Мәрйәм быны ишеткәс, аптырап китеп, унда буйлә ҡунаҡ итерлек туған-ҡәрҙәштәре юҡ идекен әйткәс, Лотфулла ағай аҡырып: «Бында һине ашатып, эсереп тороуы бик еңел эш дәгел. Мин әйткәс, ни өсөн ҡаршы тораһың? Яҡшы булһаң, атайың-әсәйең вафат булмаџ ине!»— тип, ҡаты-ҡаты яуап биргәс, Мәрйәм сыҙай алмай, үкереп йығлап ебәрҙе.

Әсәһенең вафат булыуына ун биш көн юҡ, нә кеүек туҡтамай йығлап, бер яҡ ситкә ятты, Лотфулла ағайҙың һүҙен тыңламаһа, тәрбиә итеүсе юҡ, башҡа өмөт итер урын юҡ.

Иртән торғас, Лотфулла Ҡаҙанға китергә ат егә башланы, Мәрйәмгә кейенергә ҡушты. Мәрйәм йығлай-йығлай, кейемдәрен кейенде.

Апаһының был хәлен күреп, Әсғәт тә ҡыҙғанды. Нисек булһа ла санаға Мәрйәм йығлап барып ултырҙы. Шул урында Мәрйәм бисараны күрһәгеҙ, ошо шиғырҙарҙы әйтергә мәжбүр улыр инегеҙ:

Йәш көйөнсә йәшең ағыр, етем бала,

Бынан һуң инде һеҙҙе кем ҡыҙғана?

Һабаҡ уҡып рәхәт-рәхәт йөрөр ваҡыт,

Урынығыҙ булды һеҙҙең утын-сана.

Сәғәҙәткә ирешергә сәбәп булған,—

Вафа ҡылмай вафат булды ата-ана.

Мәрйәмдең ҡара көнөн ҡарап торған

Һәр бер нәмә хәл тел илә хайран ҡала.

Ваҡытһыҙ ватҡан өсөн өмөттәрҙе,

Сыҙай алмай эстә булған дәрт ҡуҙғала.

Ҡайғынан һуң ҡайғы килеп бисараға,

Ғәреҡ ҡылған һыуҙан алып утҡа һала.

Аслыҡ йыл вә етемлек бәләһе булараҡ, Мәрйәм ғәзиз туғанынан айырылды, сараһыҙ, санаға ултырып китте. Әсғәт быны күреп, сабый булһа ла, ни эшләргә белмәй, йығлап ҡалды. Быларҙың былай ҡайғы-хәсрәт сигеүҙәренә Лотфулла ағай, зәррә ҡәҙәре улһын, ҡәлебен йомшаҡ ҡылмай, бәлки күңеленән, ҡыҙҙар шулай йығлап ҡайғы-хәсрәт күрер өсөн яратылған, тип уйлаған кеүек тора ине. Йәш ҡаҙ бәпкәһен әсәһенән айырып алып киткән рәхимһеҙ ҡарға кеүек, Лотфулла ла Мәрйәмде һатырға алып китте. Мәрйәм йәш бер ҡыҙ булып, һис бер тәрбиә итеүсеһе булмағас, Лотфуллаға нисек ҡаршы тора алһын вә был залимдан кемгә шикәйәт итһен?

Лотфулла, Ҡаҙанға барып, фатирға төшәү илә Мәрйәмде ҡалдырып, ҡыҙ илә тижәрәт итеүсе кавказлыларҙы күреп, ҡыҙҙы алып килгәнде белдерҙе. Улар ҙа Мәрйәмде күрмәк булып барҙылар. Мәрйәмдең үҙенә белдермәйенсә күреп, яратып, йөҙ утыҙ һумға алмаҡсы булдылар. Мәрйәм бисара: «Беҙҙең ҡәрендәштәр ҡайҙа һуң?»— тип һорап торған ваҡытта, бының кеүек әллә ниндәй сит кешеләрҙең кереп-сығып йөрөгәнен күреп, ҡурҡа башланы.

Лотфулла, хәҙер яҡын ҡәрҙәштәрең килерҙәр, улар өйҙә юҡ ине, инде ҡайтырҙар, сабыр итә күр, тигән булып,алдарға тырышты.

Күңеленән, ҡыҙҙы нисек итеп поезға ултыртырға инде, тип, хәйлә эҙләй башланы. Фекер итә торғас, ике ҡатын табып, ун ете һумға яллап, Мәрйәм янына алып килде. Беҙҙең милләттә бының кеүек ҡыҙҙарҙың, йәш егеттәрҙең һәләк булыуына сәбәп була торған ҡарсыҡтар күптер. Ҡазанда вә, башҡа ерҙәрҙә, шуның кеүек эштәрҙә бик тиҙ эште булдырып, бер сәғәттә бер мәғсүмәнең сәғәҙәтен пракәнд ҡылырҙар. Инсаниәтле, хәмийәтле инсандар ҡаршында бер кешенең сәғәҙәтен бөтөрмәк, донъя ватылған кеүек, ағыр күренһә лә, быларҙың ҡаршында бик ҙур файҙалы эш күренәлер. Мәрйәм донъя күргән йәиһә тәрбиә итеүсеһе булған бер ҡыҙ булһа ине, әлбиттә, быларға алданмаџ ине. Ләкин Мәрйәмдең шул хәлдә булыуы алданырға мәжбүр итәлер. Был ике шайтан кеүек ҡатын Мәрйәмде бик тиҙ алданылар. Ғәйшә абыстай кеүек шәфҡәтле күҙ илә ҡараған булып, ҡыҙғанышып, төрлөсә мәрхәмәт күрһәттеләр. Бер-ике көндә тамам Мәрйәмдең әсәһе кеүек булып, Мәрйәм дә быларға ҡәрҙәш күҙе илә ҡарай башланы.

Әсөнсө көн, гүйә, былар Мәрйәмде ҡунаҡҡа алып бармаҡ өсөн алып сыҡтылар. Лотфулла ағай ул ваҡытта әллә ҡайҙа китмеш ине. Мәрйәмде һатып алған Кавказ кешеһе, бер сәғәт мәҡәддәм вокзалға барып, билет алып әҙерләп ҡуйған ине. Ҡунаҡҡа барғанда, былар вокзалда осрағас, Мәрйәмгә вокзалды тамаша иттермәк булған булып, вагондарға алып керҙеләр. Ул арала поездың китер өсөн өсөнсө звоногы ҡағылды ла ҡуҙғалып китә башланы. Был ике яуыз ҡатын да кавказлы кеше ултырған вагонға кермештәр икән. Кавказлы янына барып еткәс, ҡыҙға: «Бына инде һеҙҙе был матур егеткә бирәбеҙ»,— тигәс, Мәрйәм ҡысҡырып йығлай башланы. Кавказлы, ҡара йөҙ, Мәрйәм аңламаған бер төрлө һүҙ менән Мәрйәмде ҡурҡытып туҡтатты. Мәрйәм ҡурҡыуынан ҡалтырап, ергә йығылып китерҙәй булды. Мәрйәм был кеүек хәлдәргә осрағанды тамам белгәс, бүре тырнағына эләккән һарыҡ кеүек ҡалтырап, бер яҡ мөйөшкә ҡарап йығлап бара ине. Мәрйәмдән башҡа бүтән ҡазанлы кешенең булмауы, донъя хәлен белмәгән Мәрйәмгә, һис ҡайҙа барып, шикәйәт итергә урын юҡлығын белдерә ине. Шул ваҡытта Мәрйәмдең бөтә вөжүде, үҙенең бәхетһеҙлегенән, был аслыҡ йыл Мәрйәмдең һәләк булыуы өсөн генә килгәнлегенән, хәл теле илә шул шиғырҙарҙы әйтмәктәлер ине:

Күҙемдән ҡәтрә-ҡәтрә аға йәшем,

Хур булды йәш көйөнсә ғәзиз башым.

Тәҡдиргә ни эшләһәң дә, сара юҡтыр,

Лайыҡмы миңә бөгөн был юлдашым?

Йәш көйөнсә бәнем хәлем булды ғәжәп,

Фәҡирлегем хур булырға булды сәбәп.

Был кешене яҡын күреп яратырлыҡ,

Хуш һүрәт юҡ был кешелә һәм дә әҙәп.

Бармы икән насар нәмә, заман кеүек,

Күренде һәр бер эше яман кеүек,

Яуыздар аҡса алып, мине биреп,

Һаттылар дүрт аяҡлы хайуан кеүек.

Уйлаһам, сыҙап булмай, килә асыу,

Асыуҙы нисек итеп инде баџыу.

Һатып алған шайтан кеүек был кешенән

Зәғиф ҡыҙға мөмкин дәгел инде ҡасыу.

Беҙҙәрҙе был золомдан һаҡлаусы юҡ.

Һыйәнәт итәм тип яҡлаусы юҡ.

Һатылды сәғәҙәтем бер аҡсаға.

Ни өсөндөр хаҡыбыҙҙы хаҡлаусы юҡ.

Сәскә кеүек зифа буйга төштө ҡырау,

Булманы, ризамы, тип беҙҙән һорау.

Африкала вәхши халыҡ балаһындай,

Ҡоллоҡтан беҙ бисара булманыҡ һау.

Илаһым, күп торғоҙма, ал йәнемде,

Оҙаҡ ҡылма әсир булған заманымды.

Ситлектә мәхбүс булған һандуғастай

Ҡайғы-хәсрәт эџтәрендә ҡалғанымды.

Тиҙ үлһәм дә, шуға саҡлы биргел сабыр.

Ҡылдылар ҡәрҙәштәрем беҙгә йәбер.

Был вәхшигә хеҙмәт итеп торғанымдан

Артыҡтыр нисә кәррә ҡара ҡәбер.

Ҡайҙа китте ун йәштәге йәш заманым?

Тороп ҡалды бик мөбәрәк ҙур Ҡазаным.

Бәнем илә тигеҙ ҡыҙҙар сәғәҙәттә,

Ни өсөндөр ҡайғы күрҙе ғәзиз йәнем?

Йә, ағастар, күрәһегеҙме бәнем хәлем,

Бер эткә насип булды хуп ямалым.

Яратмаған яман юлдаш ярың булһа,

Бер тин кеүек күренерме донъя малың?

Һарғайтты бәни быға ҡушылғанлыҡ,

Эсемдә бар был кешегә ҙур дошманлыҡ,

Һаттылар аҡса өсөн мин фәҡирҙе,

Был халыҡта ҡайҙа ҡалды һуң мосолманлыҡ?

Ҡәлебтәр ҡатып ҡалған таш көйөнсә.

Зарарлы ҙур залимдар баш көйөнсә,

Күҙ алдында утта янып көл булалар

Беҙҙең кеүек бисаралар йәш көйөнсә.

Йыраҡ ерҙә тороп ҡалды Әсғәт энем,

Хәсрәт илә һүҙ әйтергә бармай телем.

Беҙҙәрҙе был бәләнән ҡотҡарырлыҡ

Яҡын күргән туғандарҙа бармы белем?

Аслыҡ йылдың зарары, бер татарҙың инсаниәтһеҙлеге илә Мәрйәм шул тәриҡә Кавказға китте. Мәрйәмдең бынан һуңғы күргән ағыр хәсрәттәре, ҡан аралаш түккән ынйы кеүек бөртөк-бөртөк йәштәре вә ни һүрәттә моңайып барыуы миңә мәғлүм түгелдер. Мәрйәмдең бөтә вөжүде, күңеле үҙенә ҡарап Ҡазанға тартһа ла, ҡеүәт илә бар вагондар ихтыярһыҙ Мәрйәмде Ҡазандан йыраҡлатып алып баралыр. Ҡазан тарафынан киткән поездар, хатта саналар ҙа Мәрйәмгә йәннәткә киткән нәмәләй күрендеге кеүек. Уның ултырған поезы уның күҙенә йәһәннәмгә барған кеүек күренеүендә шик юҡтыр. Бының кеүек ихтыярһыҙ тартылып барған Мәрйәм тиҙ ваҡытта үҙен-үҙе һәләк итәсәге мәғлүмдер.

Бән дә Мәрйәмдең был күргән хәлдәрен яҙған ваҡытта ғәйәт ҡыҙғандым. Мәрйәм китте, инде барып алып ҡайтыр хәл юҡ. Әммә беҙҙең милләт араһында, хосусан, шуның кеүек аслыҡ йылда хисапһыҙ Мәрйәмдәр вә Әсғәттәр барҙыр. Џҙебеҙҙең бер киџәк итеп уйлаған ваҡытта, бер һыныҡ күмәстең яртыһын һындырып биреп, ярҙам итмәк тейешлелер. Әхүти исламиәне бының кеүек ағыр ваҡытта күрһәтмәһәк, ни ваҡытта күрһәтербеҙ?.. Милләттә, диндә бер ҡәрҙәш икәнебеҙҙе белдермәк, астарыбыҙға икмәк, яланғастарыбыҙға кейем бирмәк илә булыр. Бының кеүек Мәрйәмдәрҙе ҡыҙғанған кешеләр ярҙам итмәк теләһәләр, мәғлүм илә һәр ерҙә астар өсөн асылған комитеттарға аҡса күндерә белер. Дин ҡәрҙәштәрҙе үҙенән бер киџәк тип белһә, бер киџәк күмәсте лә бүлеп бирер. Ебәргән аҡсалар, шикһеҙ, Мәрйәм, Ғәйшә, Әсғәттәргә барасаҡ.