Jump to content

Асыҡ дәрес. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Асыҡ дәрес. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
.Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Ҡояшты һуңғы ҡат күргәндәй,
Ситлеккә януарға ингәндәй,
Мәкегә баштүбән сумғандай,
Ялҡында ярҙамһыҙ ҡалғандай,
Даръяла бер үҙең йөҙгәндәй,
Донъяның яҡтыһы һүнгәндәй,
Йәшәүҙән мәңгегә биҙгәндәй,
Бер тыуып, мең ҡабат үлгәндәй
Асыҡ дәрес…

Дәрестән сығаһың шатланып,
Әйтерһең, толпарға атланып,
Ҡурҡыуҙар, шөбһәләр төш кеүек,
Минең эш – иң яҡшы эш кеүек.
Әгәр ҙә берәйһе маҡтаһа,
Ҡанаттар үҫәләр арҡаға,
Яңы көс, яңы дәрт биргәндәй,
Күңелгә ышаныс өргәндәй
Асыҡ дәрес…