Jump to content

Ауылыма

From Wikisource
Ауылыма (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (85-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Ауылыма


Күрәһеңме, ана, минең ауылым,
Иркәләнеп кенә көлә лә,
Таң елдәре иҫһә, бала кеүек,
Тауҙар бишегендә тирбәлә.

Бишек йырын йырлай аҡ ҡайындар,
Гүйә теҙелешкән кеүек әсәләр,
Ә төн еткәс, йондоҙ-уйынсыҡтар
Шаян осҡон-нурын сәсәләр.

Ауылымдың йөҙөн күрәйем, тип,
Болот араһынан һуҙылып,
Көләс Ҡояш менән нурлы Ай ҙа
Алмаш-тилмәш ҡарап уҙалар.

Тау башынан шулай күҙәтәм дә
Ауылымды килә ҡосаһым,
Бишегендә уның тирбәләм дә
Хыял күктәренә осамын.

Хыял офоҡтары киң булһа ла
Ике юлға һыя яҙыуым:
Ер шарында барлыҡ ауылдарҙан
Иң матуры минең ауылым!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.