Бөгөн өсөнсө көн инде мин эшкә бара алмай, бик ҡаты ауырып ятам. Ҡыштың бығаса булған һалҡындарына бирешмәй, түҙеп килгән ҡара бишмәтем, ғинуар һыуыҡтары башланыу менән, бер аҙ сер биреп ташланы булһа кәрәк, һалҡын тейҙерҙем. Башта биҙгәк һымаҡ бер нәмә яфалағайны, хәҙер бөтә тамаҡҡа күсте: ашап та, эсеп тә, ваҡыт-ваҡыт хатта төкөрөк йотоп та булмай, ауырта.
Бөтә донъя энергия менән эшкә, хеҙмәткә дәрт менән, мөхәббәт менән тулып торған бер ваҡытта ауырып ятыу харап икән ул: әйтерһең, уның көндәре көндәр генә түгел, бер нисә көн һәм айҙар бергә ҡушылып, бер йыл тәшкил итәләр. Ятып та ҡарайһың, тороп та, ултырып та ҡарайһың — береһе лә файҙа бирмәй, көн тыуһа, кис булмай, төнгә инһәң, таң аттыра алмай йәнең сыға.
Шундай ваҡыттарҙа иң файҙалы эш — уҡыу булыр ине. Ауырыу ваҡытта уҡып та булмай икән: күҙҙәрҙең хәле бөтә; бер нисә юл уҡыу менән алдағы хәрефтәр бөтәһе бергә ҡатнаша, бутҡа хасил була, бер хәреф биш булып, ун булып күренә башлай. Карауатҡа ятып тороуҙы уны һөйләргә лә ярамай инде, мин үҙем, покранимер, тәнем иң аҡтыҡ тапҡыр һыуына башлап, аяҡтарым мәңгегә хәрәкәттән туҡтамай тороп, ул эшкә риза булып ҡалыу ихтималым юҡ. Шулай булғас, ни эшләргә?
«Бына ошондай ваҡыттарҙа минең яҡшымы-яманмы электән үк ҡалған бер ғәҙәтем бар. Эргәмдә бала-саға булһа, ауырыу ҡулына инеп бөтмәй ҡалған бөтә хәлемде йыйып ҡулға алам да шулар менән шаярырға кере¬шәм. Ваҡиған, мин был «уйын»ды һау ваҡытта ла яратам, ләкин һуң ауырыу ваҡытта инде... Ауырыу ваҡытта уның биргән ләззәтен, рәхәтен мин һөйләп тә, яҙып та аңлата алмайым. (Ауырыу ваҡытта тигәс тә, һәр бер ауырыу ваҡытында тигән һүҙ түгел, әлбиттә, балаларға йоғоу ихтималы булмаған ауырыуҙар ваҡытында ғына шулай.)
Был юлы ла ауырыу тән эсендә ҡалып ярһыған йөрәкте асыр өсөн берҙән-бер сара итеп мин ошо эшемде ходҡа ебәрҙем. Бәхеткә ҡаршы, өй тулы бала. Үҙебеҙ беҙ бөтәбеҙ ҙә йәштәр булып, ҡайһыбыҙ бөтөнләй ҡатынһыҙ, балаһыҙ, ҡайһыбыҙ ҡатынлы-балалы булһаҡ та, балалар беҙҙең әле бик йәш булыуына ла ҡарамаҫтан, нәҫелебеҙҙә булған барлыҡ етем-елпе беҙҙең тирәгә йыйылғанға, өйҙәге «уйын»ға ҡатнашырлыҡ балаларҙың барыһын бергә ҡушҡанда, бер ундан артығыраҡ һан тәшкил итәлер. Ул яҡтан, йәғни бала юҡлыҡтан, әлхасил, эш ярты юлда туҡтап ҡалырлыҡ түгел ине.
Кисә шулар менән енләнеп сыҡтыҡ. «Уйын» ярты сәғәттәргә һуҙылғандыр, һуңға табан шул тиклем ҡыҙып китте, улар минең ауырыу икәнемде бөтөнләй оноттолар булһа кәрәк, бер нисә тапҡыр иҙәнгә йығып, сәстәремде тартҡыланылар. Улар түгел, хатта үҙем дә ауырыу икәнемде онотҡанмын, артабан аяҡҡа баҫып тора алмаҫлыҡ дәрәжәгә етеп, карауатҡа килеп йығылғас ҡына ауырыулығым иҫемә төштө. Тәндәрем тағы ҡыҙа, ҡайнар тәнемдән ниндәйҙер һалҡын тирҙәр бөркөлөп сыға башланы...
Балалар ҙа тынды; минең карауатымды әйләнеп, тауышһыҙ-тынһыҙ ғына миңә ҡарап тора башланылар.
Бер нисә минуттан һуң миңә тағы аҙыраҡ хәл ингән: төҫлө булды, башымды ҡалҡыта төшөп балаларға ҡараным:
— Нихәл, егеттәр, туташтар? Әле һеҙ һаман бындамы ни?
Балалар бер-береһенә ҡарап йылмайышып ҡуйҙылар...
Балалар араһында яңы ғына ауылдан килгән Әхкәметдин исемле бер етем бар ине. Өйҙә балалар ғына ҡалғанда уның һәр ваҡыт йырлап йөрөгәнен һөйләйҙәр ине. Хәҙер ҙә, әллә ни эшләп, минең башҡа шуны йырлатыу уйы килеп төштә.
— Хәҙер,— мин әйтәм, — Әхкәметдин туған, һин бер йырлап ебәр инде,— тинем.
Бала тартына, иптәштәренә ҡарап оят ҡатыш йылмая. Кемдер уның еңенән тартып, ҡолағына нәмәлер әйтә, аҙ ғына тынлыҡтан һуң бала ҡысҡырып йырлап та ебәрә.