Jump to content

Аяҡлы өй(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Аяҡлы өй ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Аяҡлы өй


 Был өйҙөң дүрт аяғы бар,
 Баҡсаға китә илтеп.
 Ямғыр яуһа ла, өшөмәй,
 Кейгән резина итек.
 Тәҙрәләре, диваны бар,
 Иҙәне лә бар уның.
 Һаны ла бар. 12-се.
 Бик яҡшы белә юлын.
 Тауыҡ аяҡлы аласыҡ
 Түгел был, белгең килһә.
 Автобус йә троллейбус ул —
 Урамдар буйлап елә.

 


1993 йыл