Аҡман-тоҡман быуҙы юлды,
Бутаны ул уңды, һулды.
Һинең менән ике күҙем,
Ике күҙем
Тулды,
Тулды.
Асманғаса ашты буран,
Ахмалғаса ташты сыҙам.
Алдамы, тим,
Арттамы, тим,
Аҡман-тоҡман юйған ыҙан?
Ер менән күк тоташты ла
Мөхәббәттән ҡапланды күҙ.
Аҡман-тоҡман алды ҡамап:
“Аҡылыңа кил, — тине, — түҙ!”
Аҡылыңа кил, — тине, — түҙ!