Jump to content

Барыһы ла яҡшы булыр

From Wikisource
Барыһы ла яҡшы булыр (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л.Эстафета: Шиғырҙар, поэма.– Өфө:Китап, 2006.– 176 бит.(139-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


БАРЫҺЫ ЛА ЯҠШЫ БУЛЫР


Шундай сағым, эй, дуҫҡайым,
Башым сатнай ауыр уйҙан,
Йыуатырға теләй буғай –
Тәҙрә сиртә шаян турғай.

Эй, дуҫҡайым, һайра шулай,
Уйҙарымды таратайым…
Турғай түгел, инде үҙем
Эстән генә ҡабатлайым:
«Барыһы ла яҡшы булыр,
Төндө еңеп, ҡояш тыуыр,
Күңелемә йырҙар тулыр,
Барыһы ла яҡшы булыр!»

Икеләнеү, борослоуҙар,
Бошоноуҙар бушҡа ғына.
Шөкөр, тиеп, биргәненә
Йыр йырлайым дуҫтарыма:
«Барыһы ла яҡшы булыр,
Төндө еңеп, ҡояш тыуыр,
Күңелемә йырҙар тулыр,
Барыһы ла яҡшы булыр!»

Гел дә шулай ауыр саҡта,
Киләсәккә өмөт бағлап,
Арынамын һоро зарҙан.
Аҡ донъяны ҡарайтмайым,
Күҙ-йәш аша ҡабатлайым:
«Барыһы ла яҡшы булыр!
Барыһы ла яҡшы булыр!»



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.