Jump to content

Башбит/Бөгөнгө анонстар/2015/03

From Wikisource

 -  2015 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Ҡышҡы эштәр |

Атайым иртән эшкә китергә йөрөгәндә:

— Бөгөн Торна баҫыуын һөрәсәкмен, — тине. — Унда ап-аҡ ҡар ята ла инде! — тинем мин, аптырап. — Бына шул ҡарҙы һөрәм дә инде... Ҡапыл иҫемә килеп төштө. Атайым былтыр ҙа шул ерҙең ҡарын һөргәйне бит әле. Шуны ла онотҡанмын. Көндөҙ саңғыларымды алдым да атайым янына — Торна баҫыуына киттем. Атайымдың ҡар һөргөс тағылған тракторы баҫыу буйлап йөрөй. Артынан өс рәт булып бураҙналар һыҙылып ятып ҡала. Хәҙер яуған ҡар ел-буран булғанда ла осоп китмәйәсәк. Уны ошо бураҙналар тотоп ҡаласаҡ. Атайым, минең тәңгәлгә килеп еткәс, тракторын туҡтатты. Кабинанан һикереп төштө лә яланға ҡарап алды. Яйлап ҡына эргәмә килде. — Бына шулай, улым, — тине ул, йылмайып, — игенсенең эше ҡышын да туҡталмай. Бөгөн ҡар һөрәбеҙ, унан баҫыуға тиреҫ сығарасаҡбыҙ, — Ул һүҙен дауам итте: — Ҡар көҙҙән сәскән игенде туңыуҙан һаҡлай. Унан баҫыуҙа ни тиклем оҙағыраҡ ятһа, ер дымға нығыраҡ туйына. Ә дымға бай, ашланған ерҙә игендәр йәһәт тә үҫә, көс тә йыйып ҡала. Уңыш та арта төшә. Тимәк, беҙҙең өҫтәлдәрҙә күпереп бешкән икмәк тә етерлек була. Шуға ла инде ҡарҙы һөрәбеҙ, улым.


1988 йыл

Р.Сабитов әҫәрҙәре