Jump to content

Башҡорт мифологияһы. Аҡ

From Wikisource
Башҡорт мифологияһы
автор Фирҙәүес Хисамитдинова
.Нәшер ителгән: 2002. Сығанаҡ: Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек.

- Өфө: Ғилем, 2002. - 126 б. ISBN 5-7501-0299-8


АҠ. Башҡорт мифологияһында аҡ изгелек, сафлыҡ, яҡтылыҡ символы.

Башҡорт телендә ҡулланылған аҡһаҡал (хөрмәт ҡаҙанған оло кеше), аҡ уй (изге уй), аҡ өй (ҡунаҡ өйө), аҡ донъя (рәхәт донья), аҡ йылан (йыландар батшаһы), аҡ бабай (ололау һүҙе), аҡбәйел (яҡшы күңелле кеше), аҡпәпәй итеү (баланы иркәләү, һөйөү) һ.б. һүҙбәйләнештәр күрһәтеүенсә, аҡ һүҙе ысынлап та, ыңғай, яҡшы тойғолар менән бәйле. Мифологияла ғәҙәттә, аҡ һүҙе булған заттар изге, кешегә бәхет килтереүсе, уны ҡурсалаусы итеп һүрәтләнә. Мәҫәлән, аҡ йылан алдына яулыҡ һалһаң, йылан уға мөгөҙөн һала. Шул мөгөҙҙө күргән, алған кеше бәхетле була тигән ышаныу әле лә йәшәй. Аҡ менән бәйле бик күп тыйыуҙар ҙа бар. Мәҫәлән, аҡты, йәғни һөт-ҡатыҡты түгергә, сәсергә, тапарға; аҡ йыланды, аҡҡошто үлтерергә ярамай. Төш юрауҙарында аҡ тун кейһәң - һөйөнәһең, аҡ әйбер алһаң - ҡыуанаһың, тигән ышаныуҙар бар.

Шул уҡ ваҡытта башҡорт ышаныуҙарында аҡ менән бәйле шик-шөбһәләр ҙә бар. Мәҫәлән, төштә аҡ тауарға төрөнөп, тәҙрә аша осһаң - үләһең; яныңа аҡ күгәрсендәр осоп килһә - ауырыйһың; аҡ тоҙ күрһәң - гөнаһҡа дусар булаһың; аҡ йылан күрһәң - мосолман дошманың була, - тигән ышаныуҙар бар. Был ышаныуҙар башҡорт мифологияһында аҡ төҫөнөң ҡатмарлы семантикаға эйә булыуына, уның яҡшылыҡ, изгелек символы ғына түгел икәнлегенә ишара яһай. Ахыры, был ышаныуҙар аҡ төҫөнөң үлеләр кейеме булыуы менән бәйлелер һәм башҡортҡа ислам динен ҡабул иткәс кенә килеп ингәндер.

Килеп сығышы яғынан аҡ боронғо ҡомартҡыларҙағы төрки aq һүҙе менән бәйле.