Jump to content

Беренсе табығ. Мәжит Ғафури

From Wikisource
Беренсе табығ
автор Мәжит Ғафури
Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.



«Мөхтәрәм әфәнде!

«Ҡарлуғастар» намендәге әҫәрегеҙҙең беренсе табығынан һис бер нөсхә ҡалмай һатылып бөткәнгә күрә, мәсьүл әҫәрҙең яңынан табығ ҡылунырға лазым икәнен хәбәр биреү илә кәсби шәрәфтә вә бының хаҡында һөйләшер өсөн, күрешергә китапханабыҙға килеү зәхмәтен ихтыяр итеүегеҙҙе рижа итергә йөрьәт итерем, әфәндем.

Нашир Массул».

Үткән көн мәшаһир мөхәррирҙәренән Һанри юғарылағы мәктүбте беҙгә күрһәтеп, ошо рәүештә һүҙ башланы:

— Был мәктүбте алған ваҡытымда шатлыҡ һәм аптырауымдан үлеү дәрәжәһенә килгән инем. Ләкин һәр хәлдә аптырауым шатлығыма ғалиб ине.

«Ҡарлуғастар» исемендәге беренсе әҫәрем булған мәжмуғаи әшғәремдең беренсе мәртәбә табығы ҡылынған нөсхәләре һатылып бөткән, имеш!.. Аһ, ни ҡәҙәр сәғәҙәт!..

Мин был ваҡытта фәҡәт егерме ике йәшемдә инем. Парижда таныштарым аҙ ине. Газеталарҙа һис береһе мәскүр беренсе әҫәрем хаҡында һүҙ ҡуҙғатып, тәнҡит йәки тәҡриз ҡылып бер һүҙ булһын яҙмағандар ине. Бәғзе бер газеталарҙың дүртенсе битендә «Ҡарлуғастар» хаҡында баҫылған иғландан башҡа һис бер һүҙ ҡуҙғатылманы. Шулай була тороп та, был дәрәжәлә өмөт ителмәгән, аҡылға һыймаҫлыҡ булған нәтижә күпме ваҡытта булды, беләһегеҙме? Яңғыҙ бер ай эсендә... Тимәк ки, был бер муафәҡиәт түгелме?.. Тимәк, хәҡиҡи ғәжәп булған бер муафәҡиәт түгелме?.. Тимәк, миндә бер талант, фәүҡылғадә бер истиғдад бар икән! Шуның арҡаһында бөтә уҡыусыларҙың илтифаттарын үҙемә ҡаратҡанмын.

Инде был беренсе әҫәремдең муафәҡиәт табыуынан һуң яҙыуҙан туҡталасаҡ түгел инем. Тағы башҡа әҫәрҙәрҙе майҙанға килтерәсәк инем. Инде бөтә уйым, фекерем яҙыу-һыҙыу тирәһендә әйләнә ине. Бара торғас, театр китаптары, пьесалар яҙмаҡсы инем. Ул өлкәлә бик тиҙлек менән исем һәм шөһрәт табасаҡ инем. Шуның өсөн төрлө маузуғта хикәйәләр тасфир итеп, һис бер буш тормай, тырыша инем.

Китапсының хатын тәкрар уҡыным. Бүлмәмдә бер арҡыры, бер буй йөрөп, бер минут та туҡтап тора алмай инем.

– Балам, ни бар? Һиңә ни булды?— тип ишектән һөйкөмлө һыны, көләс йөҙө менән олатайым килеп инде. Башын яңы ғына тараған, кейемдәрен матурлап кейгән, миңә йылмайып ҡына ҡарай ине.

– Бына нәмә бар! Олатай, ал, шул мәктүбте бер тапҡыр уҡы!— тип наширҙан килгән мәктүбте бирҙем.

Мәктүбте уҡып:

– Шулай булыуы тәбиғи түгелме ине?.. Минең фекеремсә, шиғырҙарың ғәйәт мөәссир һәм гүзәл ине...

– Ләкин, олатай, уйлап ҡара, был өмөт ителгәндән артыҡ — бер муафәҡиәт, был көндә Париж халҡы шиғыр менән артыҡ мәшғүл түгел, ысын манзумдарҙы ла артыҡ уҡымайҙар.

– Һин яҙғанды уҡығандар бит, шул һиңә етмәйме? Әлбиттә, улай булғас, һин бәхетлеһең, шулай?

– Был да һүҙме, олатай?

– Затән, лазым булғаны ла — был ине.

Олатайым әнфиә һауытын алып әкрен-әкрен асып, бер аҙ әнфиә алды. Күҙҙәрендә миңә ҡаршы шатлыҡ әҫәре ялтыраған хәлдә әнфиәһен тартты.

Бер сирек сәғәттән һуңра китап наширы Массулдың дөкәнендә инем. Был китапсыны Париждағы бөтә мәшһүр ҡәләм әһелдәре булған мөхәррирҙәр беләләр. Магазиндың дүрт яғына теҙелгән, кәмал әһәмиәт менән тәртипкә ҡуйылған аҡлы, һарылы, ҡыҙыллы, маи тышлы китаптар магазинға матурлыҡ биреп торалар. Магазин эсе матурҙар, алыусылар һәм башҡа йомош кешеләре менән тулы. Магазин һәр ваҡытта шулай килеп-китеүселәр менән тулы була.

Бик ашығып юғары ҡатҡа сыҡтым. Массулдың махсус эш күрә торған бүлмәһе ошо ҡатта ине. Мин кергәндә, бүлмә ябыулы тора, эсендә һөйләшкән тауыштар ишетелә ине. Тимәк, Массул әфәнде береһе менән ултырыша икән. Үҙемдең нәүбәтемде көтөр өсөн, бер ултырғысҡа ултырҙым. Был ваҡытта был урынға беренсе мәртәбә килгән көндө үҙемдә хис иткән ҡаушау, ҡалтырауымды хәтергә килтерҙем. Яҙған шиғырҙарым ҡултығымда көйөнсә, баҫҡысты ни рәүешле йөрәк тетрәүе менән менгәнемде беләм. Ул ваҡытта Массулдың бүлмәһенә кергәндә ниндәй ҡалтырай инем. Массул мине нәзәкәт менән, фәҡәт бер аҙ һыуығыраҡ ҡабул иткән ине. Нисек тә әҫәремде бәғзе шарттар менән табығ ҡылмаҡ булып алған ине. Шул ваҡыттан бирле ни саҡлы тәшүиштәргә төштөм. Ҡағыҙҙарға яңы баҫылған мәсүдәләрҙе төҙәтергә килтергән ваҡыттарында бик һөйөнә инем. Меңдәрсә хаталар менән тулған был мәсүәддәләрҙе ғәйәт диҡҡәт менән уҡып, яңылыштарына тәхсир итә инем. Һуңынан бәғзе сарыф (грамматика) ҡағиҙәләре хаҡында шөбһәгә төшөп, ғажиз ҡала инем. Бигерәк тә нөктә һәм ишарәләр ҡуйыу мине ғажиз ҡалдыра ине. Иң һуңынан тәғриз менән «хата — дөрөҫ» йәдүәлен (таблицаһын) яһаным. Ниһайәт, был беренсе әҫәрем китапханаларҙың тәҙрә төптәрендә, бульварҙарҙа, пассаждарҙа күренде.

Ниһайәт, Массулдың бүлмә ишеге асылды, бүлмәнән академия ағзаларынан берәү сыҡты... Нашир ергә ҡәҙәр эйелеп, уны оҙатып ҡалды. Был кеше китапсы өсөн бик файҙалы кеше, күрәһең... Ғәжабә. Мин дә шул дәрәжәгә ирешә алырмынмы?..

Массул мине асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, бүлмәһенә инергә ишара итте. Үҙенә махсус урынына ултырып, миңә лә бер урын күрһәтте, ултырҙым.

– Хатты алдығыҙ түгелме?

– Алдым, мосье Массул.

— Бер ай эсендә бер мәжмүғәнең һатылып бөтөүе бик ғәжәп, китабығыҙҙың һатылып бөтөүе бик ҡыҙыҡ... Һатыла, ләкин унан һис кем бәхәс итмәй. Бик ҡыҙыҡ!.. Бик!.. Инде һатылыуына кәмселек килмәһен өсөн, яңынан биш йөҙ нөсхә табығ итергә ҡарар бирҙек,— тине.

Риза булып сығып киттем.

Ысындан да, бер аҙ көндән һуң китапханаларҙың тәҙрә төптәрендә әҫәремдең тышында эре хәрефтәр менән «икенсе табығ» тип яҙылған һүҙҙәрҙең ялтырап торғанын күрҙем.

Инде шөбһә юҡ, мин исем һәм шөһрәт тапҡан инем. Шулай булһа ла, Массулдың: «Китабығыҙҙың һатылыуы бик ҡыҙыҡ, һатыла, ләкин һис кем унан бәхәс ҡылмай»,— тигән һүҙҙәре хаҡында бер аҙ уйҙа йөрөй инем... Ысынлап та, һис кем минең әҫәремдән бәхәс ҡылмай, китабымдың берәр нөсхәһен һәдиә итеп биргән кешеләрҙән башҡа һис кем уны уҡыған кеүек күренмәй. Хатта улар ҙа минең әҫәремдән артыҡ бәхәс итмәйҙәр, китабымдың муафәҡиәтле сығыуы хаҡында һис бер һүҙ һөйләмәйҙәр. Фәҡәт үҙ-үҙемә, — былай уйларға тейеш түгел икәнен юҡ ҡына урында, тейешһеҙгә үҙемде бөтөрөүемде уйлай инем.

Ваҡиған, мин бушҡа ҡайғырам. Мәдәмки «Ҡарлуғастар» һатыла, шулай булғас, уны һатып алыусылар булырға кәрәк, мин шунан артыҡ нимә өмөт итәм?..

Был беренсе муафәҡиәттән йәсәрәт алып, бик дәрт менән ижтиһад ҡылырға керештем. «Бөйөк вәлидә» исемендә бер театр китабы яҙҙым. Беләһегеҙме?.. Был пьесам «Удеур» театрында ҡуйылды. Шунан һуң «Жемнас» театрында башҡа бер әҫәрем ҡуйылды. Тағы бер аҙ һуңыраҡ «Комеди француз» театрында муафәҡ булды. Әлхасил, аранан йылдар үтте. Инде беренсе әҫәрем «Ҡарлуғастар»ҙы һис бер уйламай инем. Был беренсе әҫәремде тамам онотҡан инем.

Ошо арала олатайым вафат булды. Бисара, ҡулдарым араһында булған хәлдә донъяны ҡуйҙы.

Вафатынан бер ай һуң, бүлмәһенә кергән ваҡытымда, хис иткән нәмәләрҙе, аҙапланыуымды һис бер онотмайым. Бүлмәләге һәр бер нәмә ул мөхтәрәм ҡартты иҫкә төшөрә ине.

Уның махсус бүлмәһенә кергән ваҡытта, үҙе булмаһа ла, аяҡтарыбыҙҙың осо менән генә баҫып йөрөп, әкрен генә һөйләшә инек. Беҙгә ул мөхтәрәм олатай һаман шул бүлмәлә, үҙенең пәрҙәләре ҡаплаулы булған карауатында йәки үҙенең ултырғысында газета уҡыған хәлдә, йәки диҡҡәт менән иҫәп-хисап менән мәшғүл булған кеүек тойола ине.

Беҙгә яңыраҡ кергән бер хеҙмәткәр, беҙҙең ҡыланыштарыбыҙҙан бер нәмә лә аңламай, дәрхал тәҙрәнең пәрҙәләрен күтәрҙе. Шунда уҡ тыштағы яҡтылыҡ бөтә бүлмәгә керҙе. Иҫкән ел, урам тауыштарын үҙе менән бергә килтереп, эскә һөжүм итте.

Мәрхүмдең бүлмәһен ижарәгә бирмәксе инек. Шуның өсөн шунда булған нәмәләрҙе алып, йыйыштырып, таҙартырға кәрәк ине. Бүлмәләге нәмәләрҙе күсерә башланыҡ. Мин был эштән бик әҫәрләнгән инем. Миңә олатайымдан ҡалған һәр бер нәмә аҡрын-аҡрын бөтөнләй бөтөр кеүек һиҙелә ине. Һәр бер нәмәне ҡуҙғатҡанда, күңелемдә иҫке бер хәтирә ҡуҙғалып, мәрхүмде иҫкә төшөрә инем. Ошо ваҡытта арабыҙҙан берәү:

— Һанри! Кил әле бында, ҡара!— тине.

Дәрхал шул ергә барҙым. Ни күрһәм яҡшы булыр? Аһ! Мөхтәрәм олатай! Шкафтың иң аҫҡы ҡатында бөтәһе лә бер-береһенә тамам илә оҡшаған, сәхифәләре һис бер киҫелмәгән ғәйәт күп китап күрҙем. Май тыштарынан таныным ки, былар — «Ҡарлуғастар», минең «Ҡарлуғастар» ине. Дөрөҫ, беренсе әҫәремдең беренсе баҫмаһының һәммәһе ошо ерҙә ине. Массулдың әйткәне кеүек, һатылып алынған, фәҡәт һис кем тарафынан бәхәс ителмәгән был китаптарҙың һәммәһе шкафтың ошо бүлмәһендә һаҡланған икән. Был китаптан һис бер ваҡытта бәхәс ҡылынмауҙың сәбәбен инде аңланым. Сөнки был китаптарҙың һәммәһен дә олатайым һатып алған икән, минең китабымды уҡыусы фәҡәт ул ғына икән. Ятаҡтарында дантлалы яҫтыҡтар араһында «Ҡарлуғастар»ҙы уҡыуҙарын фараз ҡылған ҡатындарҙың һәммәһе олатайымдан ғибарәт, имеш.

Шул ваҡытта уҡ теҙ сүктем. Ҡуйылған көйөнсә торған был китаптарҙы, ҡулдарым тетрәгән хәлдә, мөғәйән иттем . Бәғзеләренең өҫтөндә бик йыраҡтағы китапсыларҙың мөһөрҙәре бар. Быларҙы ҡарағанда мөхтәрәм пәдәремдең, зәғиф аяҡтарын һөйрәп, минең китабымды алыр өсөн. Париждың төрлө тарафында йөрөүе күҙ алдыма килде. Уның бер магазинға кереп, кәмал вәкар менән: «Һанриҙың «Ҡарлуғастар» исемендәге әҫәрен бирегеҙ»,— тип һорауы, китапсы шөбһәләнмәһен өсөн, һәр береһенән фәҡәт өсәр-дүртәр дана ғына алыуы, һуңынан уларҙы ҡултығына ҡыҫтырып, үҙенең хәйләһенән мәмнүн булып, өйөнә ҡайтыуы иҫемә төштө. Өйөнә ҡайтыу менән шкафы янына барып, унда үҙенең тапҡан ғәнимәттәрен һаҡлауы күҙемә күренгән кеүек булды. Ул ун биш йыл буйына был серҙе һаҡлаған, миңә һис бер белдермәгән ине. Бынан һуң Массулдың мәктүбен алған көндө, күҙлектәре үтә көлөп, миңә һөйләгән һүҙҙәрен хәтерләнем. Ул миңә:

— Һин мәсғүд түгелһеңме, балам?— тигән ине.

Дөрөҫ! Мин мәсғүд инем. Ул замандан бирле ирешкән муафәҡиәттәремдең һис береһе беренсе әҫәремдең беренсе табығының һатылып бөткәнен ишеткән ваҡыттағы ҡәҙәр шатландыра алманылар. Шул ваҡытта был муафәҡиәттәремдең ни сәбәптән килеп сыҡҡанлығын белдем. Олатайымдың хәйләһенә ваҡиф булдым. Инде үткән сәғәҙәт һәм шатлыҡтарҙы, был бәхтиәрлекте бирергә сәбәпсе булған олатайыма миннәтдәрмен. Саф булған ошо мөхәббәт ғаләмдә иң мөкәммәл нәмәнең яҡшылыҡ булыуын тағы ла бер ҡат иҫбат итте.

Һанри, был ергә еткәс, һүҙенән туҡтаны. Яңағында бер тамсы күҙ йәше бар ине. Беҙ һәммәбеҙ ҙә был хикәйәнән мөәссир булып, Һанриҙың янында сөкүт иткән инек...