Jump to content

Бесәй(шиғыр). Гөлфиә Юнысова

From Wikisource
Бесәй ( шиғыр )
автор Гөлфиә Юнысова
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Бесәй


 Сығарып бойҙай һиптем,
 Ҡоштар йыйылып китте.
 Ә бесәй бер ыңғайҙа
 Тотоп алды турғайҙы.
 Ҡарап тора инем аптырап,
 Килеп етте Аҡтырнаҡ.
 Асыуынан ырылдай,
 Бесәй ҡурҡып мырылдай.
 Ысҡынып китте ҡошсоҡ,
 Күҙҙән юғалды осоп.
 Бесәй ҡасты сарҙаҡҡа,
 Ҡарамай ҙа был яҡҡа.
 Тәтемәне ауыҙға —
 Шул кәрәк ул яуызға.
 


1988 йыл