Jump to content

Беҙҙең нәмәләрҙе һатҡанда. Мәжит Ғафури

From Wikisource
Беҙҙең нәмәләрҙе һатҡанда
автор Мәжит Ғафури
Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


Атайымдың: «Йыйыу аҡсаһы түләйһе, недоимка бирәһе бар»,— тип зарланыуҙары әле лә күҙ алдымда тора. Ул ике һүҙҙең береһендә:

— Һатырға нәмә лә юҡ, исмаһам! Байҙар түләнеләр ҙә бөттөләр. Уларҙың ерҙәре күп, малдары бар. Шулай булһалар ҙа, йыйыу аҡсаһын беҙҙең менән бер тигеҙ түләйҙәр. Уларға еңел ул, бына беҙгә ауыр!— тип хәсрәтләнә ине.

Мин йыйыу аҡсаһының, недоимканың нәмә икәнен белмәгәнгә күрә: «Беҙҙән нәмә өсөн аҡса һорайҙар икән? Беҙҙең атайҙың бер тин дә аҡсаһы юҡ бит!.. Ул меҫкенде ниңә былай интектерәләр икән?»— тип уйлай торғайным.

Беҙҙең өйҙә былай ҙа әллә ниндәй артыҡ нәмәләр юҡ. Мин белгәндән бирле бер төҫлө торған аласа тышлы түшәк менән йөндәре ҡойолоп торған бер яҫтыҡ, ике иҫке бәләкәй мендәр, иҫке сепрәктән һуҡҡан бер балаҫ һәм бер ике иҫке һандыҡ менән әллә нисә еренән ямалған бер самауыр бар. Өй эсендә шуларҙан тыш күҙгә күренерлек башҡа рәтле бер нәмә лә юҡ.

Әгәр ҙә атайымдың аҡсаһы булһа, ул беҙҙе ҡаҡ һикелә ятҡырмаҫ, берәй кейеҙ алған булыр ине. Бына беҙҙең күлдәк йөҙ еренән ямаулы, әсәйем һәр көн тип әйтерлек беҙҙе мейес башына мендереп ултырта ла, күлдәктәребеҙҙе систереп алып, йыртыҡ-һүтектәрен ямарға тотона, үҙе һөйләнеп:

— Ямаулыҡ та юҡ, исмаһам!— тип, теге иҫке һандыҡты асып, ундағы иҫке-моҫҡо сепрәктәрҙе аҡтара, унан берәр ямаулыҡ табып эшкә тотона. Һуңынан тағы зарланып: — — Күлдәктәре иҙелеп бөткән... еп тоторлоҡ ерҙәре лә ҡалмаған!— тип әрней. — Әгәр ҙә атайымдың аҡсаһы булһа, ул беҙҙе бындай ямаулы һәм төрлө төҫкә әйләнгән иҫке күлдәктәр менән йөрөтмәҫ ине.

Әсәйемдең үҙ өҫтөндә лә һаман бер төҫлө иҫке күлдәк. Ул меҫкен үҙенең күлдәген йыуған ваҡытта атайымдың сәкмәнен кейеп йыуа, сөнки алмаштырып торорға башҡа күлдәге юҡ. Үҙе: «Кеше ҡара, килеп инмәһен»,— тип беҙгә ҡарап торорға ҡуша. Сит кеше килеп ингәндә, тиҙ генә мейес артына инеп, шунда йәшеренеп тора.

Әгәр ҙә атайымдың һатыр нәмәһе булһа, шуны һатып яңы күлдәк алыр ине.

Күршеләге иркен тормошло кешеләр күп ваҡытта итле аш бешерәләр. Ит һалып бешергән аштың тәмле еҫтәре танауға бәрелгәндә беҙ нәмә эшләргә белмәйбеҙ. Ит һәм һурпа эске килә. Әсәйем:

— Бер ай булды инде, итле һурпа эскәнебеҙ юҡ,— тип зарланып ҡуя.

Әгәр ҙә атайымдың аҡсаһы булһа, ул беҙгә ит алып бешертеп тәмле һурпа эсерер ине.

Атайымдың аҫҡа йәйергә кейеҙ алыуҙа ла, беҙгә яңы күлдәктәр алыуҙа ла һәм ит алып һурпа эсереүҙә лә ҡайғыһы юҡ. Ул һаман:

— Йыйыу аҡсаһы, недоимка түләйһе бар... Нәмәләрҙе һатырҙар инде...— тип яфа сигә, ни эшләргә белмәй хәсрәтләнә.

Мин:

— Беҙҙең нәмәне ниңә һатһындар? Самауыр һәр көн үҙебеҙгә кәрәк. Иҫке түшәк менән мендәрҙәрҙе һалып ятабыҙ. Уларҙы һатһалар, беҙ нисек торорбоҙ?— тип уйланым.— Унан һуң был нәмәләрҙе кем алһын?— тим. Ләкин атайым һаман ҡайғыра ла ҡайғыра:

— Нәмәләрҙе һатырҙар инде!..— Ләкин мин был нәмәләрҙе кемдәр һаталар, ҡайҙа алып китәләр, шуны һис бер күҙ алдыма килтерә алмайым.

— Булмаҫ, һатмаҫтар әле...— тим.

Атайымдың ҡурҡып йөрөүе һәм:

— Нәмәләрҙе һатырҙар инде...— тигән һүҙе дөрөҫ булып сыҡты. Бер көндө беҙҙең урамда, ут сыҡҡан кеүек, ашығыс ҡуҙғалыш башланды. Һатыр нәмәләре булмаған һәм башҡа урындан аҡса таба алмай, йыйыуҙарын, недоимкаларың түләй алмаған ярлылар самауыр, ҡаҙан, түшәк, яҫтыҡ кеүек күҙ өҫтөндә ҡаш кеүек күргән нәмәләрен йәшерергә керештеләр. Был эштәр башта беҙгә, малайҙарға, ҡыҙыҡ кеүек күренде. Беҙ башлаған уйындарыбыҙҙы ташлап, нәмәләрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, йән тирҙәре сығып аптырап йөрөгән кешеләрҙе ҡарап торҙоҡ. Бер аҙҙан һуң мин үҙебеҙҙең өйгә ҡайтып индем. Күп тә үтмәй, атайым да ҡайтты һәм: — — Беҙгә лә килеп етерҙәр инде, ни эшләргә?— тип башын тотоп һикегә ултырҙы. Эштең был дәрәжәгә еткәнен күргәс, әсәйем дә ҡурҡып китте. Атайымдың эргәһенә килеп, бик ҙур сер әйткән кеүек әкрен генә: — — Һин, әллә түшәк менән яҫтыҡты йәшерәбеҙме? Алып китерҙәр бит!..— тине. Быға ҡаршы атайым: — — Быға тиклем алдашҡаным юҡ. Бынан һуң да алдашмам, үҙ нәмәмде үҙем йәшермәм инде. Алһалар, алырҙар ҙа китерҙәр. Шуның менән сәсрәп китһендәр, уларға ҡәберең яҡын булмаһын!.. Улар йөрәк ҡаныңды һығып алырҙар!— тип нәмәләрҙе йәшермәҫкә булды. — Мин ҡурҡыу ҡатыш ҡыҙыҡ менән тағы урамға сыҡтым. Беҙҙән өс-дүрт өй аша бер нисә егеүле ат һәм ул аттар янында күп кешеләр торалар ине. Беҙ, бер нисә малай, ул арбалар эргәһенә барҙыҡ. Был арбаларға тыштары ҡарайып, кәпрәндәре күренеп, йөндәре сығып торған түшәк-яҫтыҡтар, урталары һарғылт булып икенсе төҫкә ингән бер нисә кейеҙ, кирбес менән ағартылғанға шымарып бөткән һәм төптәренә ҡарай бер нисә урындан ҡара ҡурғаш менән ямалған самауырҙар, төрлө ҙурлыҡтағы ҡаҙандар нисек тура килде, шулай һалынғайнылар.

Күренешкә ҡыҙғаныс булған был нәмәләрҙең эйәләре үҙҙәре ул нәмәләргә ҡарап тилмереп торалар һәм ҡайғырып зарланышалар ине.

Беҙ барып аҙ ғына торғас та, Хәбир ағайҙарҙың самауыры менән яңы ғына ҡуптарып алған ҡаҙандарын алып сыҡтылар ҙа теге нәмәләр өҫтөнә ырғыттылар. Был нәмәләрҙе алып сығыусылар — күкрәгенә миҙал таҡҡан Сәләхи староста менән бер ҡылыслы кеше һәм бер нисә дисәтский ине.

Хәбир ағай нәмәләре артынан сығып, теге ҡылыслы кешегә һәм Сәләхи старостаға ҡарап:

— Мин нисек түләйем? Мин ярты душ ер көтәм. Ә ана... кешеләр өсәр-дүртәр душ ер биләйҙәр... Минең бер кәзә менән шул самауырҙан, ҡаҙанымдан башҡа нәмәм бар?.. Ҡыш алған бурыс өсөн йәй буйы кешегә эшләп ғүмер үтә...— тип ҡыҙыулана башлағайны, уны староста бик ҡыҫҡа тотто һәм асыуланып: — — Әле йыйыуыңды түләмәгән етмәгән, ишшу әллә нәмәләр һөйләп, яуаплашып торған булаһың! Башҡаларҙы йыйыу түләмәҫкә ҡотортаһың... May баш!..— тип екерҙе лә, теге ҡылыслы кешегә ҡарап, урыҫса тел менән әллә нәмәләр һөйләргә кереште. — Был ваҡытта шунда йыйылып торған кешеләр, ҡурҡышып киткән кеүек булып, ситкәрәк сигенеп, ауыҙ эстәренән генә мығырлашып ҡуйҙылар. Теге ҡылыслы кеше Хәбир ағайға ҡарап бер нисә һүҙ әйтте. Хәбир ағай ҙа уға ҡаршы урыҫсалай яуап бирҙе. Мин уның: «Я — һалдат... землә нет»,— тигән һүҙҙәрен генә иҫкә алып ҡалдым. Шулай аҙ ғына яуаплашҡас та, теге ҡылыслы кеше дисәтскийҙәрҙе саҡырып бер нисә һүҙ әйткәйне, улар шунда уҡ Хәбир ағайҙы ҡайҙалыр алып китергә теләй башланылар. Хәбир ағай уларға ҡарышып артҡа тартыла башланы. Шунда теге ҡылыслы кеше ҡылысын ҡулына алып, нәмәлер әйтеп аҡырҙы. Шунан һуң ғына Хәбир ағай ҡарышмайынса тегеләрҙең уртаһында китте. Хәбир ағайҙың ҡатыны менән балалары бер Хәбир ағайға, бер самауыр менән ҡаҙандарына ҡарап илашып ҡалдылар.

Беҙ, малайҙар, Хәбир ағайҙың шундай ҙур кешенән лә ҡурҡмай ҡаршы һөйләшеүенә ғәжәпкә ҡалдыҡ. Бер ҙурыраҡ малай: «Ул бит һалдатта йөрөп, донъя күреп ҡайтҡан, шуның өсөн ҡурҡмай...»— тине.

Хәбир ағайҙарҙың нәмәләрен алғандан һуң, бер йорт ташлап, беҙгә ике йорт ҡына аша булған Сәрби әбейҙәр тапҡырына туҡтап, Сәрби әбейҙәргә инеп киттеләр. Унда оҙаҡ та тормай, уның яҫтығы менән кейеҙен алып сыҡтылар. Сәрби әбей үҙенең самауырын йәшереп өлгөргән, күрәһең, старостаның һүҙенән шулай аңлашылды.

Сәрби әбей староста артынан сығып:

— Сәләхи балам, кейеҙем менән яҫтығымды ҡалдырып китегеҙ инде. Бер-ике көндән һуң кәзәмде һатып йыйыу аҡсаһын түләрмен...— тип ҡарағайны, уның һүҙен тыңламанылар. — — Был нәмәләр баҙар етмәй һатылмайҙар. Шунда кәзәңде һатырһың да нәмәләреңде түләп алырһың,— тип ҡуҙғалып киттеләр. — Беҙгә бер генә йорт аша булған Морат бабайҙарға туҡтап та торманылар. Морат бабай бик бай булғанға күрә, ул йыйыу аҡсаһын күптән түләп бөтөргән, күрәһең. Ул үҙе ҡулдарын бишмәт кеҫәһенә тығып ҡапҡа төбөндә тора ине. Уның эргәһенән үткәндә Сәләхи староста ла, теге ҡылыслы кеше лә уның эргәһендә туҡтап, күрешеп, көлә-көлә һөйләшеп, тағы күрешеп киттеләр.

Унан уҙып беҙҙең менән күрше булған Ғиниәт бабайҙарға ингәйнеләр, ул өйөн бикләп, үҙе әллә ҡайҙа киткән дә барған икән. Шуның өсөн уның ҡапҡаһынан бик асыуланып сыҡтылар. Йоҙаҡ ватып кеше йортона инергә ярамай икән; һүҙҙәренән шулай беленде.

Нәүбәт беҙгә етте.

Атайым бик ҙур ғәйепле кеше кеүек булып, ҡурҡып ҡына, йөҙҙәре ағарынып, уларға ҡаршы сыҡты. Уның шулай ҡурҡып, ҡунаҡ ҡаршы алған кеүек хөрмәтләп ҡаршы алыуына ҡарамайынса Сәләхи староста сәләм дә бирмәй асыулы рәүештә:

— Йә, Хисмәт, аҡса әҙерләнеңме? Тиҙерәк биреп ебәр, эш бик тығыҙ!— тип һүҙ башланы.

Атайым, меҫкен, нәмә урлап тотолған кеше кеүек ҡурҡып ыҡ-мыҡ итте. Нәмә әйтергә белмәй, улай-былай һелкенде. Һаҡалын һыйпап алды, һуңынан ҡалтырауыҡлы тауыш менән:

— Әҙерләй алманым шул, Сәләхи ағай... Ошо арала булыр ҙа бит. Әле берәрһенән берәр дисәтинә ураҡ алмаҡсы булып торам. Ҡайҙа, үҙең бирмәйһеңме?.. Иң элек һиңә урып бирер инем...— тип һүҙ башлағайны ла, Сәләхи староста уның һүҙҙәре бөткәнен дә көтмәй, яман рәүештә асыуланып китте:

— Йыйыуҙы ваҡытында түләмәйһегеҙ ҙә, ишшу үҙең биреп тор әле, тип, аҡса һорап кешегә һалынаһығыҙ! Әллә миндә әндрәй ҡаҙнаһы бар тип беләһегеҙме?— тип атайҙы яндырып тиргәй башланы.

Атай тағы ла ҡурҡа төшөп, ғәфү үтенгән һымаҡ:

— Юҡлыҡ, Сәләхи ағай, юҡлыҡ. Ошо арала табып бирермен. Зинһар, нәмәләремде һаттырмай торһағыҙ ғына яҡшы булыр ине!..— тип саҡ-саҡ әйтә алды. Ләкин атайымдың тилмереп әйткән был һүҙҙәре уның асыуын ғына килтерҙе булһа кәрәк, ул:

— Аҡса табырһың да нәмәләреңде түләп алырһың, элегерәк хәстәрен күрәләр уның!— тип әйтте лә ҡылыслы кешене эйәртеп беҙҙең өйгә инеп китте. Беҙ, малайҙар, тәҙрәнән ҡарап торҙоҡ. Улар өйгә инеп арлы-бирле ҡарандылар ҙа, башҡа рәтле нәмәләр күренмәгәс, түшәк менән самауырҙы алып сыҡтылар. Бер-ике минут эсендә беҙҙең түшәк менән самауыр ҙа арбалағы башҡа нәмәләр өҫтөнә ырғытылдылар. Миңә был нәмәләр бик ҡыҙғаныс булып күренделәр. Улар йәнһеҙ булһалар ҙа, беҙҙән киткәнгә ҡайғырған һымаҡ булып торалар ине. Нәмәләр артынан ҡарап ҡалған атайымдың күҙенән йәш күренмәһә лә, әсәйемдең күҙендә йәш бөрсөктәре ялтырай ине.

Йыйыу аҡсаһы йыйыусылар беҙҙең остан китеп, урамда тауыш-тын баҫылғас, өйгә индем. Өйҙә түшәк менән самауыр юҡлығы әллә ҡайҙан күҙгә бәрелеп тора. Өйҙөң бер яғы китек булып ҡалған кеүек күренә ине.

Атайым һүҙһеҙ генә иҙәнгә ҡарап елкәһен тырнай. Әсәйем үҙенән-үҙе:

— Үҙем менән бергә килгән түшәгем ине... Әсәйем мәрхүмдең төҫө итеп кенә тота инем, аҡса табып түләп алып булһа ғына ярар ине!— тип һөйләнә, үҙе ҡалған яҫтыҡты ҡабартып рәтләп ҡуйған булып, түшәктең буш ҡалған урынын ҡапламаҡсы була ине.

Атайым бик оҙаҡ уйлап торғас:

– Һин юҡҡа ҡайғырма инде. Баҙарға тиклем берәрһенән ураҡ урырға аҡса алып түләрбеҙ. Аҡса түләгәс, түшәкте лә, самауырҙы ла бирерҙәр,— тигән булһа ла, ул был эштең барып сығыуына үҙе лә ышанмаған кеүек тора ине.

Самауыр юҡлыҡтың ауырлығы бик тиҙ беленде. Төшкө сәйҙе эсер ваҡыт еткәс, күрше Морат бабайҙарҙан самауыр һорап ҡарағайныҡ та, улар:

— Самауырҙар үҙәбеҙҙән бушамайҙар. Хәҙер утауға киткән көнлөксөләр ҡайталар,— тип кенә яуап бирҙеләр.

Әсәйем самауыр юҡлыҡҡа аптырап торманы:

— Уларға көнөң төшһә, шулай булыр инде. Өс самауырҙары бар, шуларҙың берәүһен сәй эскәнсе биреп торһалар, ашалыр тип ҡурҡҡандарҙыр,— тип һөйләнгәндән һуң, ҡаҙан аҫтына ут яғып ебәрҙе һәм мәтрүшкә һалып ҡайнатты ла беҙгә сәй эсерә башланы.

Алда шыжлап торған самауыр булмағас, сәй эсеү күңелһеҙерәк булһа ла, беҙгә артыҡ һиҙелмәне. Тик атайым ғына:

— Самауыр менән сәй әсеүгә етмәй шул. Ҡаҙан тәме— тимер тәме сыҡҡан!— тип ҡаҙандан сәй эсеүгә ризаһыҙлығын белдерҙе.

Шул ваҡытта беҙгә Сәрби әбей инеп, үҙенең хәленән зарлана башланы:

— Мине ҡарар өсөн льгота алып ҡалған Сәлихем заводҡа эшкә киткән еренән юғалды. Бер йылдан бирле хәбәр-хәтере юҡ. Фәттахты һалдатҡа алдылар, исмаһам, уны ла ҡайтармайҙар. Унан да һигеҙ айҙан бирле хат юҡ. Әллә үле, әллә тере,— тип зарланып илап алды. Һуңынан атайыма ҡарап:

— Хисмәт балам, минең бер кешем дә юҡ бит, һин баҙар көндө минең кәзәмде һатып ҡына бир инде. Әллә өс һумға алырҙар. Түшәгем менән кейеҙем юҡ хаҡҡа китмәһендәр инде. Ҡарт көнөмдә ҡаҡ һикелә ятыр хәлем юҡ,— тине.

Сәрби әбейҙең тамаҡ туйҙырып торған берҙән-бер кәзәһен һатыуына атайымдар ҙа ҡайғырыштылар. Уның башҡа табыр ере һәм байҙарҙан ураҡ урырға алырға көсө булмағанға күрә, кәзәһен һатмай әмәле лә юҡ ине.

Шулай итеп, беҙҙең урамдағы ярлы кешеләр бөгөн бик ҙур хәсрәткә төштөләр. Һәр кем үҙенә иң кәрәк булған нәмәләре киткәнгә ҡайғырып, нисек булһа ла йыйыу аҡсаһын түләп, нәмәләрен ҡайтарып алырға аҡса табыу юлын ҡайғыртырға керештеләр.

Минең атайым да бер нисә кешегә барып, аҡса эҙләп ҡайтты. Ләкин ул аҡса һорап барған кешеләрҙең ҡайһы береһе өйҙә булмағанға, ҡайһы берәүҙәре муллаларҙы ашҡа йыйып аш үткәреүҙән бушамағанға, ҡайһы берҙәре урҙыра торған ерҙәрен әллә ҡасан биреп бөткәнгә күрә, бер тин дә аҡса таба алмай ҡайтты. Ул меҫкен бер ергә барып ҡайтып, бер аҙ уйланып ултыра ла тағы сығып китә, тағы ҡайта, тағы сығып китә ине.

Беҙ шулай самауырһыҙ, түшәкһеҙ беренсе көндө үткәрҙек.

Бөгөн беҙҙең өйҙә бик күңелһеҙ. Бөгөн кис бешерелгән балтырған өйрәһе лә көндәге кеүек тәмле булып күренмәне.

Баҙар көн етте.

Атайым һаман аҡса табып, самауыр менән түшәкте ҡайтарып ала алғаны юҡ ине. Беҙ һаман мәтрүшкә сәскәһен ҡаҙанда ҡайнатып, сәй урынына шуны эсеп килдек.

Баҙар көндө бик иртә торорға тура килде. Беҙ сәй эсеп ултырғанда, кәзәһен баҡырта-баҡырта етәкләп, Сәрби әбей килеп етте. Ул үҙе хәлдән тайған, үҙе:

— Көтөүҙән ҡалғанға, иптәштәренән айырылғанға күрә баҡыра меҫкен кәзәм. Кемгә генә тура килер инде, һетө бик ҡуйы ине. Ваҡ-төйәк һыйырға ла биргеһеҙ ине. Үҙемдең балам кеүек күреп аҫрай инем,— тип һөйләнә ине. Был ваҡытта уның үҙенең күҙендә лә, кәзәһенең күҙендә лә йәштәр мөлдөрәп торалар. Мин: «Ахыры, кәзәһе лә Сәрби әбейҙән айырылаһың белә торғандыр, шуға күрә баҡыралыр, шуның өсөн күҙҙәре йәшләнгән кеүек торалыр»,— тип уйланым.

Атайым унан-бынан ғына сәй эсте лә кәзәне етәкләп, миңә арттан ҡыуып барырға ҡушты.

Кәзәне алып китә башлағас, ул дүрт аяғың алға ҡарай терәп тартыша башланы. Мин уны һуғырға ла ҡыҙғана инем.

Кәзәнең шулай ҡарышыуын күргәс, Сәрби әбейҙең күңеле йомшап китте буғай, ул кәзәһен арҡаһынан ҡағып:

— Хайуанҡай, бар, бар. Бер ҙә һатмаҫ инем дә, һаттыралар бит. Меҫкенкәйемде үҙ балам кеүек күрә инем дә бит, китә инде. һау бул инде...— тип күҙҙәрендәге йәшен һөрттө.

Кәзә былай ғына барырлыҡ булмағас, минең ҡулға сыбыҡ биреп, шуның менән ныҡлап ҡыуырға ҡуштылар. Эш былайға киткәс, кәзә лә ҡарышмай алға китте. Ул уңға йәки һулға тартылып китергә итә, үҙе баҡыра, үҙе артҡа ҡарай һәм Сәрби әбейгә: «Ниңә мине былар ҡулына биреп ебәрәһең? Ниңә мине ҡыуаһың? Һин элек былай түгел инең бит...»— тигән кеүек була ине. Шулай итеп, беҙ баҙарға киттек. Сәрби әбей илай-илай кәзәһенең артынан ҡарап ҡалды.

Был баҙар ярлыларҙың йыйыу өсөн һатырға тип килтерелгән түшәк-яҫтыҡтары, самауыр, ҡаҙан һәм кейеҙ кеүек нәмәләре менән тулғайны. Кәзәләр ҙә бик күп. Беҙ ҙә Сәрби әбейҙең кәзәһен шундағы кәзәләр ҡатарына килтереп ҡуйып, алыусы көтөргә керештек. Ләкин алырға теләүселәр бер ҙә күренмәйҙәр. Кәзәләрҙең хаҡтары бик төшкән.

Был күп нәмәләр араһында беҙҙең самауыр ҙа меҫкен булып ултыра, түшәкте нисек тура килде, шулай ташлағандар, бер башы һүтелеп йөндәре сыҡҡан. Мин уларҙы күргәс, ҡыҙғанып киттем.

Әсәйем бит ул түшәкте һәр көн иртәнсәк ҡағып-ҡабартып яҡшылап ҡуя торғайны. Самауырҙы ла сәй эсеп бөткән һайын ҡағып, көлдәрен һөртөп ҡуя һәм бик йыш әсе ҡатыҡҡа кирбес саңдары һалып, шуның менән ағартып, ялт иттереп ҡуя торғайны.

Сәрби әбейҙең кәзәһенә кемдер берәү һум һикһән тин хаҡ биреп китте. Атайым:

— Кәзә бик шәп, үҙе быуаҙ, уның бит тиреһе лә бер һум тора,— тип һөйләнеп ҡалды.

Беҙҙең самауырға ике һум ғына бирәләр. Түшәкте ҡараусы ла юҡ. Нәмәләрҙең эйәләре, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, нәмәләренә ҡарап торалар.

Хәбир ағайҙы түрәләргә ҡаршы һүҙ әйткән өсөн ике көн ябып ятҡырғандан һуң, бөгөн сығарғандар икән, ул ҡайҙандыр аҡса табып йыйыуын шунда уҡ түләп, ҡаҙаны менән самауырын алып ҡайтып китте.

Ул киткән саҡта Сәләхи староста:

— Энем, бынан һуң телеңде ҡыҫҡа тот! Улай бик белемле булып китергә ярамай. Артыңды уйлап һөйләргә кәрәк. Ярай әле мин әйтеп сығарттым,— тип төрлө һүҙҙәр әйтеп ҡалды. Ләкин Хәбир ағай уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәне, ҡурҡты, күрәһең.

Шул уҡ нәмәләр тирәһендә беҙҙең ауылдың һәм күрше ауылдарҙың, бай һәм иген күп сәсә торған кешеләре бесән сабыу, ураҡ урҙырыу өсөн алдан аҡса бирергә һатыулашалар. Бесән сабырға көнлөк хаҡы 40 тин, ураҡ урырға дисәтинәһенә ике һум аҡса һәм бер бот арыш оно биреп ваҡлашалар ине.

Байтаҡ кешеләр ни эшләргә белмәй, шул хаҡҡа күнеп, аҡса алдылар ҙа йыйыуҙарын түләп, самауыр кеүек ҡайһы бер кәрәк нәмәләрен алып киттеләр. Йәйге оҙон көндөң төш ваҡыты етеп килеүгә ҡарамайынса, әле һаман беҙҙең түшәк менән самауырҙы ла һәм Сәрби әбейҙең кәзәһен дә килешеп алыусы булманы. Атайым көтөп-көтөп аптырағас, кәзәне минең ҡулға биреп, үҙе әллә ҡайҙа китеп бик оҙаҡ юғалып торҙо.

Кәзәләр ҙә бик уҫал бит. Тик торғанда береһе береһе менән һөҙөшөргә теләйҙәр, йәки арбаларҙағы йәшел ебәк кеүек яңы ғына сабылып килтерелгән бесәндәргә ынтылалар. Кәзәне тыйып торам тип, беләктәрем талып бөттө.

Атайым бик оҙаҡ йөрөгәндән һуң ғына минең янға килеп:

— Балам, һин көтөп тор, мин хәҙер түшәкте түләп алайым әле,— тип, теге Сәләхи старосталар эргәһенә барып әллә нәмәләр һөйләшкәндән һуң, түшәкте күтәреп алып килеп минең эргәмә ҡуйҙы. Күрәһең, уның самауырҙы ла түләп алырға аҡсаһы етмәгәндер.

Сәрби әбейҙең кәзәһенә ике һумдан артыҡ биреүсе булмағас, атайым мине Сәрби әбейҙән: «Ул хаҡҡа һатырға яраймы, юҡмы?»— тип белеп килергә ҡушып, өйгә ҡайтарып ебәрҙе. Билдәле, мин шунда уҡ өйгә ҡайтып Сәрби әбейҙән: «Шулай һатырға яраймы?»— тип һораным. Сәрби әбей бер аҙ уйланып торғандан һуң, бер ҙә арттырыусы булмаһа, йыйыу аҡсаһын түләп, һис булмаһа түшәкте генә булһа ла алып ҡайтырға ҡушты, үҙе:

— Күргәндәре-күрмәгәндәре шул булһын!— тип бик һуҡранып ҡалды.

Мин тиҙ генә кире баҙарға барып, Сәрби әбейҙең һүҙҙәрен атайыма әйттем. Атайым бик оҙаҡ һатыулашып, бик оҙаҡ ҡырҡышҡандан һуң ғына кәзәне ике һум егерме биш тин көмөшкә һатып ебәрҙе һәм ике һум аҡса түләп, Сәрби әбейҙең түшәген алды. Кейеҙҙе, етмәгән аҡсаһы өсөн тип, бирмәй ҡалдырҙылар.

Беҙҙең самауырҙы әллә ҡайһы ауылдың бер кешеһе өс һумға һатып алып китте. Уны күргәс, атайым бик күңелһеҙ генә:

— Әйҙә, балам, ҡайтайыҡ инде, самауырҙы алып булманы, ахыры, ул китте. Бына ураҡ урғас, яңы самауыр алырбыҙ әле,— тип ҡайтырға уйланы. Уның был һүҙҙәре миңә лә артыҡ күңелһеҙ булды. Атайым шунда уҡ түшәктәрҙе бер кешенең арбаһына һалып, үҙебеҙҙең өйгә ҡайтып киттек. Беҙҙең әллә ҡасандан бирле күҙебеҙ өйрәнеп бөткән самауырыбыҙ әллә ҡайһы ауыл кешеһенең ҡулында китте.

Әсәйем менән Сәрби әбей беҙ ҡайтҡанды көтөп торалар икән. Улар самауыр менән кейеҙ ҡалыуына ҡайғырһалар ҙа, түшәктәрҙең ҡайтыуына бер аҙ ғына шатланған һымаҡ булдылар. Бигерәк тә әсәйем үҙе менән бергә килгән, ҡарт әсәйҙең төҫө булған түшәктең ҡайтыуына шатланды. Шунда уҡ һүтелгән ерҙәрен тегеп, саңдарын ҡағып, көндә тора торған урынына илтеп ҡуйҙы.

Беҙ самауырһыҙ ҡалғас, бөтә эш ҡаҙанға терәлеп ҡалды. Әсәйем сәйҙе лә шунда ҡайната, кискә ҡарай ҡыҫыр ашты ла шунда бешерә, кер йыуғанда һыуҙы ла шунда йылыта, ҡыҫҡаһы, ҡаҙан менән бөтә эште башҡара башланы.

Беҙ бара торғас, самауырһыҙ торорға өйрәнеп киткән кеүек булдыҡ. Тик ҡайһы ваҡыт әсәйем генә самауырһыҙ тороуҙың уңайһыҙлығынан зарлана, уға ҡаршы атайым:

— Бына алдан алған ураҡтарҙы урып бөтөрһәк, тағы ла ялланып ураҡ урырбыҙ ҙа шунан һуң самауыр алырбыҙ,— тип уны йыуата торғайны. Бер аҙҙан һуң, самауыр алырбыҙ тигән уй менән, беҙ үҙебеҙҙең әллә нисә йыл бергә ғүмер иткән самауырыбыҙҙы иҫтән сығарҙыҡ. Ләкин Сәрби әбей үҙенең оҙоң һаҡаллы ала кәзәһен тиҙ генә иҫенән сығара алманы. Ул ике һүҙҙең береһендә һөтһөҙ сәй эсеп, йөрәге өҙөлөп бөтөүҙән зарлана һәм: «Кәзәм — кәзә генә түгел ине, ваҡ-төйәк һыйырға биргеһеҙ ине. Үҙем үлгәнсе онотмам!»— тип һәр ваҡыт һағына ине. Беҙ үҙебеҙҙең самауырыбыҙҙан бигерәк уның кәзәһен һәм Сәрби әбейҙең үҙен ҡыҙғана инек. Беҙ бәләкәй саҡтарҙа булып үткән был ҡыҙғаныс күренештәр иҫкә төшкәндә әле лә мин уларҙы ҡыҙғанып китәм.

Меҫкен Сәрби әбейҙең аҡтыҡ кәзәһен һатыуҙары, атайымдарҙың йыйыу аҡсаһын түләү өсөн шул тиклем ауырлыҡ күреүҙәре әле лә күҙ алдымда тора. Ул заманда ярлылар шулай ауыр торалар ине шул.

Ул ваҡытта кешеләрҙең ерҙәренә, килерҙәренә ҡарап налог һалмайҙар ине.

Ул ваҡытта ерҙәрҙе хәҙерге кеүек тигеҙләп бүлмәйҙәр ине. Ул саҡта байҙар кеҫәләренә ҡулдарын тығып, ярлыларҙың шулай ауырлыҡ күреүҙәренә көлөп ҡарап торалар ине.

Ул ваҡытта ярлыларға ла бер тигеҙ налог килә, улар уны түләй алмайҙар, шуның өсөн уларҙың аҡтыҡ кәзәләрен, һалып ята торған мендәрҙәрен, сәй эсә торған самауырҙарын, балтырған өйрәһе бешерә торған ҡаҙандарын ҡуптарып алып һата торғайнылар.

Сөнки ул ваҡытта Совет власы түгел ине.