Jump to content

Билмән(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Билмән ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Билмән


 Билмәнде мин былай әҙерләйем:
 Ит турайым, уға һуған ҡушам.
 Тоҙ, йомортҡа, һарымһағын өҫтәп,
 Борос һалып оҙаҡ итеп баҫам.
 Ҡамырҙы мин йәймә итеп йәйәм.
 Йә шаҡмаҡлап, йә түңәрәк киҫәм.
 Шунан балғалаҡлап ҡамырыма
 Ит ҡыҫтырып, семәрләүгә күсәм.
 Билмәнде мин йә һурпаһы менән,
 Йә томатлап бирәм, йә ҡаймаҡлап.
 Тиҙерәк булһын тиһәң, ҡарап торма,
 Күңеллерәк эшләү ҡулалмашлап.

 


1993 йыл