Jump to content

Бурыслымын. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Бурыслымын. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2005.. Нәшер ителгән: 08.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Бурысым күп: ғүмер биргән,
Юҡтан мине бар яһаған
Төн йоҡламай, мине баҡҡан,
Мине көтөп, уттар яҡҡан,
Балам, тиеп, йәнен атҡан,
Хәҙер инде гүрҙә ятҡан
Әсәйемә бурыслымын.

       Бурысым күп: исем биргән,
       Һөйләшергә тыуған телдә,
       Иман, намыҫ, әхлаҡ менән
       Көн итергә тыуған илдә
       Аҡыл биргән, кәңәш иткән
       Фани донъяларҙан киткән
       Атайыма бурыслымын.

Бурысым күп: бәләкәйҙән
Абынғанда ҡулдан тотҡан,
Илағанда йәшем һөрткән,
Ғүмерем буйы ярҙам иткән,
Хаталарҙы ғәфү иткән
Ағайҙарым, апайҙарым,
Һеҙҙең алда бурыслымын.

        Бурысым күп: ғүмер биргәс,
        Тәрбиә һәм белем биреп,
        Кәңәшсе һәм терәк булып
        Таянысы, йыуанысы
        Уңыштарға ҡыуаныусы-
        Әсәй булғас, балаларым,
        Һеҙҙең алда бурыслымын.

Бурысым күп- зарланмайым.
Йәлләү һорап наҙланмайым.
Еңеллектәр теләмәйем,
Аҡланыуҙар эҙләмәйем,
Бары ошо бурыстарҙан
Ҡотҡарыуҙы теләмәйем.