Jump to content

Бөртөкләп йыйыла алтын. Яныбай Хамматов

From Wikisource
Бөртөкләп йыйыла алтын (Роман)
автор Яңыбай Хамматов
.Нәшер ителгән: -Өфө, Китап. 1976.


Беренсе киҫәк

1

[edit]

Бигерәк тә йәмле шул был тирә! Ҡарайһың - күреп танһығың ҡанмай. Тыңлайһың - тыңлап туя алмайһың. Ниҙәр генә юҡ был яҡтарҙа! Йәшел шәлгә бөркәнгән ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша. Саҡ ҡына ят тауыш сыҡтымы, ҡоштар шунда уҡ пыр туҙышып урындарын алмаштыралар ҙа һәр ҡайһыһы үҙ йырын дауам итә. Ҡара башлы тумыртҡа ҡыйҡылдап ағастан-ағасҡа осто, ботаҡтан-ботаҡҡа һикерҙе, үҙенә кәрәкле аҙыҡ таба алмағас, осоп барып, ялан уртаһында торған ҡыу ҡарағайға аҫылынды. Тырнағы аҫтындағы ҡайыр киҫәктәре ергә ҡойолдо. Тумыртҡа башын бороп ергә ҡараны. Ҡурҡырлыҡ нәмә һиҙелмәгәс, ҡыйҡ-ҡыйҡ тип, оҙон суҡышы менән ағас ботағына ары-бире туҡылдатты ла ҡыйҡылдап һайыҫҡандар көтөүе яғына осто.


Ер өҫтө байрамса биҙәлгән. Ҡуйы йәшел япраҡлы ағас ботаҡтары араһынан саҡ беленер-беленмәҫ үткән яҡтыға үлән өҫтөндәге ысыҡ тамсылары ялтырай. Сәскәләр еҫе аңҡый. Иңкеш, бал ҡорттары һәм тағы ла әллә нисәмә төрлө бөжәктәр геүләшә. Аҙыҡ эҙләп сәскәнән-сәскәгә күсәләр. Үтәнән-үтә күренгән күм-күк һауа тағы ла юғарыраҡ күтәрелгәндәй тойола.

Тәбиғәттең ошо күренешенә мауығып, быҙауҙар көтөүе артынан улын эйәртеп килгән Хәйретдин ҡапыл туҡтаны. Кәпәсен сисеп, тирле таҡыр башын ең осо менән һыпырҙы ла алда йәшел бәрхәт һымаҡ йәйелеп ятҡан киң яланға күрһәтте:

- Һин, улым, быҙауҙарҙы ошонда көт. Бик аулаҡ урын. Мин кисә башлаған тырансамды ярып бөтөрөп ҡуяйым. Үҙ иректәренә ҡуйылған быҙауҙар юлдан ҡайырылды. Улар кемуҙарҙан йәшел мул үләнде ялмай-ялмай ағас араһында таралышты.

Атаһынан айырым ҡалып өйрәнмәгән Ғәйзулла, күңелһеҙләнеп:

- Тыранса ярған урын алыҫмы? -тип һораны.

- Юҡ. Балта тауышы һиңә ишетелеп торор. Төшкө сәйгә килерһең.

- Быҙауҙарҙы унда көтөргә ярамаймы ни?

- Унда малға ярамаған аҫҡорһаҡ, ҡаҙаяҡ үләне күп шул. Һыуға ла алыҫыраҡ. Бында йылға эргәһендә. Эсермәй көтһәң, Хажисолтан бай быҙауҙары өсөн, әрләп, теңкәгә тейәсәк. Аңдып ҡына йөрөй.

- Атай, төшкө сәйҙән һуң быҙауҙарҙы эсерһәм ярамаймы ни?

- Ярауын ярай ҙа ул, улым. Мин эшләгән урында малға ярарлыҡ үлән юҡ, тинем бит инде. Шыр урман. Әллә ҡурҡаһыңмы?

- Эйе. - Эй алйот, кем тейһен һиңә? - Хәйретдин иркәләп, улының башынан һыйпап, ҡабырғаһынан һөйҙө. - Мин эргәңдә генә бит. Ҡурҡма. Иптәшкә быҙауҙарың бар.

Билбау аҫтына балтаһын ҡыҫтырып, урман араһына инеп киткән атаһы күҙҙән юғалғас та, Ғәйзулла алға киткән быҙауҙарын йылға буйына ҡайырҙы, һәшкелдәп, һалабаштан ишкән оҙон сыбыртҡыһын шартлатты. Быҙауҙар һыу эскән саҡта, ул ҡулын ҡумырыҡ аҫтына тығып, балыҡ эҙләне. Бәләкәй генә бер сурағайҙан башҡа балыҡ тота алмағас, быҙауҙарын ярға ҡыуып сығарҙы. Үҙе, буш ваҡытын нисек үткәрергә белмәйенсә, йылға буйына кире төштө. Ҡырсындан һайлап алған йоҡа таштарҙы шаршынан түбәнерәк тоноҡ һыу өҫтөнән кәйелтте. Йәйелгән түңәрәктәр ни тиклем һыуҙа күберәк күренһә, Ғәйзулла нығыраҡ ҡыуанды. Таш ырғытыуҙан барлыҡҡа килгән түңәрәктәрҙе һанап:

- Әһә, өс кәләш! - тип үҙалдына ҡысҡырҙы һәм, мауығып, таш артынан таш ырғытты. - Быныһында дүрт! Хәҙер нисә кәләш алырмын икән? Табайым әле яҫыраҡ ташты! Алты кәләшкә еткереп ҡуяйым.

Үҙенә кәрәкле таш эҙләп йөрөгәндә, Ғәйзулланың күҙҙәре ҡырсын өҫтөндә ятҡан йоҙроҡ ҙурлығындай ялтырауыҡлы һары ташҡа төбәлде. Уны ҡулына алды. Бик ауыр һәм мауыҡтырғыс күренде был таш. Усында өйрөлттө. Ныҡлабыраҡ ҡарай торғас, уны мөгөҙлө кәзә тәкәһенә оҡшатты. Юрамал берәйһе эшләп ташлап киткәнме ни! Бер яғы мөгөҙ һымағыраҡ ослайған, аҡ таш ҡатнашҡан урыны һаҡалға оҡшаған. Ҡойроҡ һымаҡ күтәрелгән киҫәген онтарға теләп, таш менән һуғып ҡараны. Онталманы. Таш тейгән урыны еңел генә йәмшәйеп яп-ялтыр булып ҡалды. Быға ғәжәпләнгән Ғәйзулла уны тешләп ҡараны. Был юлы ла онталманы. Теш тейгән урыны еҙ самауыр һымаҡ ялтыраны. Нимә булырға мөмкин? Әллә самородок тигәндәре ошоноң һымаҡ буламы икән? Улай тиһәң, уны шахтанан ҡаҙып сығаралар тиҙәр. Был турала алтын приискыһында эшләгән Хисмәтулланың үҙенән әллә нисәмә ишеткәне бар. Алтындың тутыҡмауы һәм йәмшәйеүен дә ул әйткәйне. Бәлки, был ҙур самородоктыр? Шулай булһа, ниңә эшләмәйҙәр һуң бында? Ниңә алтын йыумайҙар? Әллә Юрғашты йылғаһының өҫ яғында алтын барын берәү ҙә белмәйме икән? Моғайын, шулайҙыр. Әгәр ҙә ҡулындағы киҫәк алтын булһа, ни эшләр ине икән? Әсәһенә - күлдәк, атаһына - күлдәк, апайҙарына - кәзәкей, үҙенә Хажисолтан бай малайыныҡы һымаҡ бумазый ыштан алыр ҙа ҡалғанын кәнфиткә алыштырыр ине. Ул баш бармаҡ ҙурлығындай алтынға һыйыр һатып алып була, имеш, тигән һүҙҙе иҫенә төшөрҙө. Әгәр ҙә шул дөрөҫ булһа, был - ысын-ысындан байлыҡ бит. Әҙәм ишетмәгән, зат-ырыуына теймәгән байлыҡ! Ошо самородок булһа, алтын приискыһының хужаһы Ғәлиәхмәт һәм Хажисолтан бай ни эшләрҙәр ине икән?

Оҙаҡ хыяллана торғас, Ғәйзулла самородок табыуы тураһында үҙен-үҙе нисек ышандырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, һәм уйланыуҙан тирләне, хәле бөттө. Уйҙары тарҡалды. Асығыуы һәм арыуы һиҙелмәне. Биҙгәк тотҡан кеше һымаҡ, ҡалтыранды. Йөрәге дөпөлдәп типте. Төҫө ҡасты. Ҡулындағы һәлмәк металды күкрәгенә ҡыҫҡан һайын, шатланырға ла, ҡысҡырып көлөргә лә белмәне. Ҡайһы саҡта был күренеш төш һымаҡ күренде. Уяу икәнлегенә ышанмай үҙен-үҙе семтеп ҡараны. Семтелгән беләге күгәреп сыҡты. Унда ла ышанманы.

- Ғәй-зул-ла-а-ау! Әйҙә, сәй эсергә-ә!

Ғәйзулла тертләне. Атаһы ҡысҡырған яҡҡа ҡараны. Төш етеүен дә һиҙмәй ҡалған. Таралышҡан быҙауҙарына иғтибар итмәйенсә, эләгә-йығыла төтөн сыҡҡан яҡҡа йүгерҙе. Күлдәге һәм ыштанының балаҡтары ағас ботаҡтарына эләгеп йыртылды. Яланғас аяҡтары түңгәктәргә төкөлдөләр. Ағастан-ағасҡа һуҙылған үрмәксе ауы әленән-әле көнгә янған битенә бәрелеп өҙөлдө. Ә ул, һаман хәл йыймайынса, йүгерҙе лә йүгерҙе. Ҡарттарҙың һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, аҙым һайын:

- Лоҡәтә, лоҡәтә... хазина, ха-хазина... таптым, хазина, - тип бышылданы.

Төтөнгә сирылып, сәйнүктә сәй бешереп маташҡан Хәйретдин, тыш та мыш килгән улына ҡарамайынса:

- Ниңә шул тиклем йүгерәң? Йөрәгеңә ҡыйын була лаһаң. Быҙауҙарыңды әпкилмәнеңме? - тип һораны. Ғәйзулла яуап ҡайтарманы. Сабышҡан ат һымаҡ, көскә тын алып, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, ҡулындағы ташты атаһына һондо.

- Нимә ул?

- Алтын шикелле. Ҡара әле, атый!

Хәйретдин ҡапыл тертләне. Ҡулынан төшөп киткән сәйнүктәге сәйе түгелде. Йәшел сәйнүк эргәһендәге үлән араһынан боҫ күтәрелде.

Үҙен ҡулға алырға өлгөргән Хәйретдин, улы алдында тыныс күренергә тырышып, һорауын ҡабатланы:

- Нимә ул?-?аптыранған тауышы хәйләһен белдертте. - Баҡыр ҙаһа. Ҡайҙан таптың?

- Йылға буйынан. Уйнап йөрөй инем. Һыу ағып ятҡан ҡырсында...

Ағас шытырҙаны. Хәйретдин, тиҙ генә улының ҡулындағы нәмәне тартып алып, уны буш туҙ тырызға тығып ҡапҡасын япты ла, бер ни ҙә булмағандай, тоҡтомалға ҡарағай ҡабығын әрсергә тотондо.

- Әссәләмәғәләйкүм!

- Вәғәләйкүмәссәләм!

- Йә, һаумы, иҫәнме, ағай? Эш шәп барамы, ағай?

- Ырамай. - Хәйретдин, уң ҡулының усын маңлайына ҡуйып, һаулыҡ һорашыусы кешегә ҡараны: - Кем тип әйтәйем, йөҙөң таныш кеүек.

- Ниғмәтулла ағайым даһа, - тине Ғәйзулла.

- Вәт күҙеңде! Танымай ҙа торам. Үҙең һау ғына йөрөйһөңмө, ҡустым? - Хәйретдин, ике ҡулын биреп, Ниғмәтулла менән күреште лә сал төшкән түңәрәк һаҡалын һыпырҙы.- Аллаһыәкбәр. Ҡайһылай үҫкәнһең. Күҙ-башҡа күренмәгәс ни... йәштәр үҫә, беҙ сүгәбеҙ.

- Шулай инде. - Ниғмәтулла кейеҙ ҡалпағын башына батырыбыраҡ кейҙе. Ураған тәмәкеһен тоҡандырып һурҙы, һары тештәре араһынан сыҡҡан ҡуйы төтөндө борҡотоп өрөп, бөйөрөнә таянған көйө, Хәйретдиндең эшен күҙәтте. Өс урындан шына ҡағылған йыуан ҡарағай бүрәнәһен бармағы менән ҡарышлап үлсәне.

- Елде ағас. Нисә аршын?

- Һигеҙ.

- Бер түмәрҙән нисә тыранса яраһың?

- Төрлөсә. Түмәренә ҡарап.

- Ошо түмәрҙән?

- Шутлап ҡара. Шул түмәр биш йөҙ илле йәшлек ҡарағайҙыҡы.

- Йәшен ҡайҙан беләһең?

- Ҡарағай төбөнән. Бер түңәрәге бер йыл. Үҙәгенән шутлаһаң. Нисәмә балдаҡ, шунса йәш. - Хәйретдин балдаҡтарҙы һананы. - Берәү, икәү, өс... йөҙ... өс йөҙ... биш йөҙ алтмыш. Әйттем бит, шул сама булыр тип.

- Йөҙөн ни саҡлыға яраң?

- Нисек килешәһең бит. Бәғзе ота, бәғзеһе үҙе отола. Баҙарҙағы шикелле, һатыулашмай булмай. Хәҙер хаҡы төштө. Юҡҡа аҡса әрәм итмәйҙәр. Өй башын япҡаны яба, япмағаны тора. Тормошо шулайыраҡ булып китте бит. Һүҙһеҙ торҙолар.

- Һине, ҡустым, бай яҡтарҙа йөрөп ҡайтҡан, имеш, тип ишеткәйнем. Ул яҡта ашам-эсем яғы нисек?

- Ялан яғын әйтәһеңме?

- Эйе. Унда иген сәсәләр бит. Икмәк күптер инде.

- Әҙерләгәндәр. Үҙҙәре ҡырылалар. - Ниғмәтулла, һары тештәрен күрһәтеп, кеткелдәп көлдө. - Кәжән буйында алтынды асмаһалар, һеҙ ҙә һоздар инегеҙ. Алтынды яманлаһағыҙ ҙа, файҙаһы тейә.

Хәйретдин ҡарағай олононоң осон тумырып өҙҙө. Ботаҡтарын өйөп яндырҙы ла яра башлаған бүрәнәләге шыналарға алмашлап балта төйҙәһе менән һуҡҡылап сыҡты. Улар эргәһенә эрерәк шына ҡуйып ҡаҡты. Бүрәнә шытырҙаны, сарсылды һәм урталай ярылды. Уларын да, ун ике өлөшкә ваҡлап, муртыҡ үҙәгенән айырҙы. Шунан бүленгән киҫәктең осона балтаһын саба һәм айырылған ярыҡҡа бармаҡтарын тығып тартҡас та, тыранса һыҙырылып сыға. Нәҡ һалабаш йүкәһен һыҙырғандағы һымаҡ, һыҙырылған тырансаны етеҙ, өйрәнгән ҡулдары менән ырғыта ла икенсеһенә йәбешә. Урманда сайыр еҫе аңҡый. Ярты сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә, хәтһеҙ эш эшләнде. Хәйретдиндең һәр хәрәкәтен күҙәтеп торған Ниғмәтулла:

- Ауыр эш. Юҡҡа мәшәҡәтләнәһең икән, - тине.

- Алыусыһы булһа, мәшәҡәте һиҙелмәҫ ине лә ул, алыусыһы юҡ, - Хәйретдин сайырға буялып, тир һеңгән йыртыҡ күлдәге итәгенә ҡыҙарынған битен һөрттө. Кәпәсен сисеп кейҙе. - Был кәсеп булғас та, аллаға шөкөр, һәйбәтен ҡайҙан алаһың.

- Һе. Теләһәң, була ул. Теләгең генә булһын. Теләйһеңме, беҙҙең менән, әйҙә! Хур булмаҫһың, һиңә ауырлыҡ һалмабыҙ. Ауырлыҡты үҙебеҙ күтәрәбеҙ, һинең ярҙамың ғына кәрәк. - Ниғмәтулла серле итеп күҙҙәрен ҡыҫты. Аңлайһыңмы? Байығылһа, үҙеңә, кейәү ҙә булып ҡуйырмын, һинең ҡыҙың бар. Мин буйҙаҡ. Килешер инек әле. Быныһы аҙаҡ. - Ул, күҙен аҡшайтып, Ғәйзуллаға ҡараны. - Бар кит әле һин. Атайың менән генә һөйләшәһе һүҙ бар. - Малайҙы күҙе менән оҙатып һораны: - йә, ризамы? Үкенмәҫһең.

Ниғмәтулланың нимәгә төрттөргәнен ҡарт шунда уҡ һиҙҙе. Хәйер, унан рәтле һүҙҙе көтөүе мөмкин дә түгел ине. Ул еңел "кәсеп" итә. Ең һыҙғанып эшләүҙән кеше талауҙы һәм урлауҙы артығыраҡ һанай. Бынан дүрт йыл элек, ата-әсәһенең берҙән-бер һыйырын урлап һатып киткәс, оҙаҡ юғалып йөрөнә. Унан әйләнеп ҡайтҡас та, үҙе һымаҡ япа-яңғыҙ Ҡолсобай менән иҫке өй урынын ҡаҙып, ниндәйҙер көршәктәге алтынды эҙләнеләр. Хәҙер, ас бүре кеүек, ҡайҙа етте шунда үҙенә яңы табыш эҙләй.

- Юҡ, улым, ҡарт көнөмдә гонаһлы булырға теләмәйем. - Хәйретдин, уң ҡулынан балтаһын төшөрмәйенсә, һул ҡулы менән һирәкләнгән түңәрәк һаҡалын тартҡыланы. - Хәләл малға ни етә...

- Үҙең миңә ҡатнашмаһаң, улайһа, атыңды биреп тор. Мин күрше ауылдан берәй нәмә осортайым. Хаҡын түләрмен.

- Юҡ инде, улым, һин мине харамға тартма...

- Үкенерһең...

Ниғмәтулла тәмәке төпсөгөн ырғытты ла, елһеҙ урман эсенә һаҫыҡ тәмәке еҫен ҡалдырып, йәшел ағастар араһында юғалды. Уның китеүен түҙемһеҙлек менән көткән Ғәйзулла, уҡмашҡан ләпәкәйҙәрҙе сәпелдәтеп һуға-һуға, ҡайын башынан төшөргә өс аршын ҡалғанда, ергә һикерҙе, һикергәндә, ҡайын ботағына эләгеп, ыштанының балағы йыртылды.

- Алйот, ыштаныңды ни эшләтәһең! Ғүмере ҡыланмағанды ҡыланаһың! Анауы һуйыл бөткәнсе һыҙырыуҙы көтәһеңме?

Үҙенә тырнаҡ та тейҙермәйәсәген аңлаған Ғәйзулла атаһының һүҙенә ҡолаҡ та һалманы. Аяҡ аҫтында тәгәрәп ятҡан туҙ тырызды ҡулына алды ла, утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ, түҙемһеҙлек менән урынында тыпырсынды. Тик шунда ғына Хәйретдин, улының яңыраҡ әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, тырыздан билдәһеҙ нәмәне сығарҙы. Ләкин ата шатланманы. Ағарынды. Кәзә мөгөҙөнә оҡшаған ерҙе тешләп ҡараны ла, уны сылғауға урап, улына һуҙҙы. Ғәйзулла, аптырап, атаһының күҙенә ҡараны.

- Әллә алтын түгелме?

- Алтын.

- Шулай булғас, нимә көтәбеҙ һуң? Әйҙә, тиҙерәк китәйек. Мин, мин беләм...

- Сеү, - Хәйретдиндең ҡобараһы осто, яҡ-яғына әйләнеп ҡараны ла, тауышын түбәнәйтеберәк, - ҡысҡырма, - тине.

Ул менән ата һүҙһеҙ ҡалдылар.

Хәйретдин ҡарт ярылып бөтмәгән тырансанан күҙҙәрен улына күсерҙе. Ғәйзулла, атаһына тура ҡарарға баҙнат итмәйенсә, ҙур ғәйепле кеше һымаҡ, ситкә ҡараны. Атаға балаһы ҡыҙғаныс күренде. Ул ярылып бөткән ҡулы менән малайының башын күкрәгенә ҡыҫты. Яғымлы күренергә тырышты.

- Яңылышмағанһың, һин тапҡан - алтын. - Баланың күҙенән шатлыҡ осҡондары яңынан ҡалҡып сыҡтылар. Уның "үҙ алдына бөтөргөһөҙ байлыҡтар күренде, ниҙер әйтергә теләп, ауыҙын асты. Ләкин ата уны тыйҙы.- Беҙгә ул хазина өсөн шатланырға ярамай. Хазина байҙарға ғына килешә. Беҙҙең кеүек ярлы барыбер мандымай ул. Тау эйәһенең асыуланыуы ихтимал. Тау эйәһен асыуландырһаң, ҡаза артынан ҡаза килә. Ана Галасауҙы ни эшләтте...

Гольцов менән булған хәл күптәрҙе ҡалтыратты. Гольцов һуңғы йылдарҙа яҙғы ташҡын һыу ярҙамында йыуылып ташланған иҫке отвалдарҙы бутар итте, йәй, һыу ҡороған саҡта, кәҫ ҡатыш отвал урынын йыуҙы. Бындай алтын йыуыу юлы эште еңеләйтте. Бер старателға ун йыл буйы йыуа торған отвалды көслө һыу ярҙамында егерме-егерме биш көн эсендә ағыҙырға була. Эре-эре таштар аҡҡан саҡта ла алтын аҡмай, ҡомдарҙы үтеп, кәрҫ ҡатыш ҡара ер ҡатламына ултыра. Гольцов та шундай эш ысулын ҡулланды һәм, халыҡ әйтмешләй, алтынды көрәп алды. Тапҡан байлығы артҡандан-артты. Кәжән аръяғына күсеп килеп, яңғыҙы һәйбәт йорт һалдырҙы, бер көтөү һыйыр һәм ваҡ мал һатып алды. Ләкин уның бәхете оҙаҡҡа барманы. Яҙғы һалҡын һыуыҡтан тейгән ауырыу уны аяҡтан йыҡты һәм ул оҙаҡ йәшәй алманы. Үҙе үлгәндән һуң, бөтә тапҡан малы ҡороно. Ире артынан ҡатыны, улы үлде, ә яңғыҙ ҡалған килене өйө менән бергә янды. Был ваҡиғаны халыҡ үҙенсә юраны. Улар байлыҡҡа туймаған Гольцовты ҡоротҡан - тау эйәһенең эше, тип һананылар. Имеш, кемдәр Гольцов иҫән саҡта уҡ асыулы тау эйәһе уның бутары өҫтөндә, өй кәртәһе эсендә ут булыуын күргән. Аҙаҡ килеп, уның зат-ырыуын ҡоротҡан да хужаһыҙ ҡалған алтынды алып киткән. Бынан һуң халыҡ күп ваҡыттар буйы Гольцовтың янған өйө эргәһенән үтергә лә баҙнат итмәне, һуңғы йылдарҙа ғына онотола башланы был хәл.

Төрөлгән алтын сылғау аша Ғәйзулланың ҡулдарын яндырған һымаҡ тойолдо. Хыялы урынына яуыз тау эйәһе килеп баҫты. Самородокты ерҙән ҡуҙғатҡан өсөн ул рәхмәт әйтмәйәсәк. Ул ергә халыҡ бара башлаһа, зат-ырыуың ҡороясаҡ.

- Быны нимә эшләтәйем? - тип һораны Ғәйзулла.

- Ҡайҙан тапҡанһың, шунда апарып ташла, улым. Үҙеңдән башҡа берәү ҙә белмәһен. Алтын ярлыға бәхет алып килгәне юҡ. Мин, ишетә-күрә йөрөгәс, беләм.

- Шулай булғас, ниңә уны эҙләйҙәр һуң?

- Нәпсе эҙләтә. Күҙ туймай.

- Алтын барын белһәләр, бында ла ерҙе ҡаҙырҙар инеме икән?

- Аҫтын өҫкә килтереп аҡтарасаҡтар. Был урмандың әҫәре лә ҡалмаясаҡ. Сабындыҡ бөтәсәк. Анһыҙ ҙа күпме ерҙе, яландарҙы әрәм иттеләр. Ата-олатайҙар, был ерҙәрҙе һаҡлау өсөн, күпме йылдар көрәште, ҡан түкте... Күбеһе ҡорбан булды. Ә беҙ һаҡлап алып ҡала алманыҡ...

Улар икеһе лә тынысландылар. Ут эргәһендәге үлән өҫтөнә иҫке сәкмән йәйеп, сәй эстеләр ҙә Хәйретдин улын ашыҡтырҙы:

- Бар, тиҙерәк бул. Быҙауҙарың сәскәктәп таралмаһын. Көн эҫе. Ҡулыңдағын ырғыт, онотма. Бергә ҡайтырбыҙ.

- Һин бында оҙаҡ булаһыңмы?

- Юҡ. Солоҡто ҡарап киләйем тигәйнем. Ҡорт ҡунмағанмы икән? Оҙаҡлаһам-нитһәм, һин әкренләп ҡайта тор. Ғәйзулла быҙауҙары эргәһенә юрамал туранан-тура барманы. Әрәмәлеккә төшөп, яртылаш бешкән ҡарағат ашаны. Шунан һуң ғына йылға ситенән һуҙылған һуҡмаҡтан аҫҡа ҡарай йүгерҙе.

Тирә-яҡ тыныс. Юлды ҡыҫҡартыу теләге менән ул уңға киткән һуҡмаҡҡа боролдо. Ҡыштырҙап, юл арҡыры туҙбаш йылан үтте. Иҫке ғөрөф-ғәҙәткә ышанып, Ғәйзулла, юлын ҡыйҙырмаҫ өсөн, һуҡмаҡ юл ситенән йыландың алдына сыҡты. Ләкин йылан әллә ҡайҙа юғалды. Ерек ағасы төбөндәге кеҫәртке генә башын бороп ҡараны ла, ул да, үләндәрҙе ҡыштырҙатып, ҡайҙалыр инеп китте. Юл ҡыйған йылан күңелен ҡырҙы. Аҙымын йышайта башлаһа, уның йыртыҡ балағы буйлап ниндәйҙер һалҡын нәмә шыуып йөрөгән кеүек була, туҡтаһа - баҫыла. Ыштанын сисеп ҡараны. Бер ни ҙә күренмәй. Тора-бара балаҡ эсендә үрмәләгән нәмә йылан һүрәтенә әйләнгән тау эйәһелер тип борсола башланы. Ҡулындағы төргәкте ағас төбөнә һалды. Тау эйәһенең асыуын баҫтырыу өсөн, уҡынып, бер нисә аҙым атланы ла ыштанындағы ямауға ҡыҫылып торған үләнде "үреп тынысланды. Балаҡтың йыртығынан инеп ҡалған шул үлән балтырҙы ҡытыҡлаған икән.

Ғәйзулла урынынан тороп, инде китәм генә тигәндә, ярға аяҡтарын һалындырып ултырған кешене күреп, ҡурҡты. Артҡа сигенде.

- Эй, малай, ҡайҙа ҡасаһың, туҡта әле. Шунда һаҡаллы кеше күренмәнеме? Йөҙөн ағас япраҡтары ҡаплаған кешенең тауышынан Ниғмәтулла икәнен танып, Ғәйзулла тынысланды.

- Юҡ.

- Ҡайҙа барып ултыраһың?

- Быҙауҙар көтөүе ҡашына.

- Һин көтәһеңме? - Ниғмәтулла урынынан тороп өҫтөн ҡаҡты. - Кем быҙауҙары?

- Хажисолтан байҙыҡы.

- Берәүһен һуйып ашаныҡмы?

- Юҡ.

- Ниңә?

- Буш.

- Мин дә аҡсаға тимәйем, буш тим. - Ниғмәтулланың сәтәкәй бармағында алтын балдаҡ ялтыраны. Тешен ыржайтып көлдө. - Һуябыҙмы?

- Хажисолтан байҙан һора.

Ғәйзуллаға был кеше ниңәлер Ниғмәтулла төҫөнә ингән тау эйәһе һымаҡ тойолдо. Гольцов тигән урыҫтың өйө тирәһендә лә кешегә әүерелеп йөрөгән тау эйәһен күреүселәрҙән дә ошондайыраҡ хәбәрҙәр ишеткәне бар ине уның. Ниғмәтулланың һорғолт күҙҙәре ҡапыл ғына, сысҡан тоторға әҙерләнгән бесәйҙеке һымаҡ, ялтыраны.

- Әһә, һин шулай итеп бай быҙауҙарын ташлап йөрөйһөң икән әле. Ҡайтҡас та ошаҡлайым. Кәрәгеңде бирҙерәм. - Ниғмәтулла көлгәндәй итте лә, малайҙың ысынлап та ҡурҡыуын белеп, һүҙен йомшартты: - Юрамал әйтәм. Мин бәләкәйҙәрҙе йәлләйем. Мә, ҡағыҙ кәнфит аша. - Ул кеҫәһенән сығарған кәнфиттең береһен ауыҙына ҡапты, икенсеһен малайға һондо - Ал.

Ғәйзулла урынынан да ҡыймылдаманы. Ниғмәтулла уның ҡулына кәнфитте көсләп тотторҙо.

- Ал, ал. Мин һиңә еҙнә була торған кеше. Оялма. Әҙерәк байыҡҡас та Нәфисә апайыңды алам.

- Һиңә апайымды бирмәйбеҙ.

- Ниңә?

- Һин бур малайы. Үҙең дә бур. Ҡараҡ...

- Ни-мә? Нимә тинең әле, һин, аламағолош? Ҡабатла! - Ниғмәтулла малайҙың, иҙеүенән тотоп үңәсен һыҡты - Ҡабатла! Үлтерәм, эт балаһы!

Ғәйзулла ғыжылданы. Йөҙө күгәрҙе. Ауыртыуға сыҙамайынса, ҡысҡырҙы. Ләкин тауыш урынына мәғәнәһеҙ һүҙҙәр сыҡты.

- А-ааай...

- Һин һөрән һалмаҡ булаһыңмы? Атайыңды саҡыраһыңмы? - Ниғмәтулла усы менән малайҙың ауыҙын ҡапланы. Ғәйзулла тештәре менән уның баш бармағын эләктереп алды. - Һин тешләшәһеңме әле! Мә, мә! Ниғмәтулла малайҙы тәгәрәтә һуҡты. Уның ҡулындағы тырызы ситкә тәгәрәне.

- Атый! Ат-ы-ый!

Уны үсекләп "ат-ы-ый" тип шандау ғына яуап ҡайтарҙы. Ниғмәтулла йоҙроҡтарын төйнәп малайға яҡынлашты. Ерҙән йылға буйына шыуышҡан Ғәйзулла тороп йүгерәм генә тигәндә беләгенән эләктереп алды, тәгәрәтә һуҡты ла үсе ҡанғансы типкеләне.

- Ни эшләйһең һин!

Ниғмәтулла ситкә һикерҙе. Ҡысҡырыусы иптәше икәнен аңлап, юлға кире сыҡты.

- Һиңә баланың ни зыяны тейгән? Үлтергәнһең бит, ахмаҡ! - тине ҡара һаҡаллы ят кеше.

- Бер маңҡа үлгәндән ни булыр тиһең. - Ниғмәтулла тышылдай-тышылдай кеткелдәп көлдө - Ҡолсобай ағай, мин һине көтәм ниңә оҙакланың?

Ҡолсобай, уның һорауына яуап ҡайтармайынса, малайға эйелде.

- Әйҙә, бында бик мыжмырҙамайыҡ. - Ниғмәтулла Ҡолсобайҙың еңенән тартты. - Ана, әллә кемдәрҙең тауыштары сыға.

Ысынлап та, ағас шытырҙаған һәм кешеләр һөйләшкән тауыштар ишетелде:

- Ҡайҙа китте һуң ул?

- Ошо тирәләлер. Быҙауҙарын да йыймаған. Ғәй-зул-ла-а-а! Ниғмәтулла малайҙың атаһы тауышын таныны.

- Ғәй-зул-ла!

- Ғәйзулла!

Ниғмәтулла менән Ҡолсобай әрәмәлеккә йәшеренгәс тә, Ғәйзулла ҡалған яланға өс кешене эйәртеп килгән Хәйретдин күренде. Хәйретдин һыу буйлап аҫҡа китте. Яланда тороп ҡалған кешеләрҙең береһе, һушһыҙ ятҡан малайҙы күреп, ҡысҡырып ебәрҙе:

- Килегеҙ әле, килегеҙ! Йәһәтерәк, кем балаһы был? Ирҙәр ҡанға буялған, шеш битле, күлдәге һәм ыштаны өҙгөләнгән малайҙы, танымайынса, уратып алдылар.

- Кем балаһы был?

- Танымайһыңмы?

- Юҡ. Ә һин?

- Мин дә юҡ.

Малай борғоланды. Ниҙер һөйләнеп күҙен асты һәм ят кешеләрҙе күреп:

- Атый, атый! Үлтермә! Алтынды тау эйәһе таланы, - тине.

Ирҙәр, аптырашып, бер-береһенә ҡараштылар.

- Нимә һөйләй был бала?

- Тилергәндер.

- Тилергән атаң башын! Саҡыр әле Хәйретдинде. Әллә ҡайҙа йөрөй.

- Әллә шуның улымы икән?

- Әй, Хәйретдин ағай, кил әле.

Тауышҡа ах та ох итеп килгән Хәйретдин, яҡынлашҡан һайын, аҙымын аҡрынайтты. Малай тәңгәленә еткәс, бөтөнләй хәлһеҙләнде. Ҡурҡынды. Ҡалтыранды. Быуындары үҙҙәренән-үҙҙәре бушанылар. Аяҡтары ергә тартылды, һаҡалы буйлап аҡҡан күҙ йәштәре бала өҫтөнә тамдылар. Усы менән малайҙың битендәге ҡанды һөрттө. Сәкмәнен улының башы аҫтына һалды, теткеләнгән күлдәк һәм ыштанын рәтләне.

- Ул кем малайы икән, танымайһыңмы?

- Минең малай. - Хәйретдиндең тауышы ҡалтыранды.

- Һинеке?

Тауыш-тынһыҙ торған ирҙәр бөтәһе лә бер юлы һүҙгә ҡушылдылар:

- Яраббым! Ғәйзулла икән дәһа!

- Баланың ни ғәйебе бар инде. Шул тиклем туҡмамаһалар...

- Егеттәр, бына сепрәккә төрөлгән ауыр нәмә таптым...

Хәйретдин, серемгә киткән кешеләй, һиҫкәнде. Ирҙәр тауыш сыҡҡан яҡҡа боролоп ҡаранылар. Оҙон буйлы кеше тағата башлаған сылғауҙы ҡапыл ғына кире ураны ла ерҙән һикереп торҙо. Көтмәгәндә өйөнә ҡайтырға ашыҡты.

- Мин ҡайта торам.

- Бергә ҡайтырбыҙ. Ғәйзулланы алып ҡайтырға ярҙамлашайыҡ,- тинеләр иптәштәре.

- Һин ниңә ҡасырға булдың? Төргәгеңдә нимә ул?

- Таш ине, ырғыттым инде.

- Алдашма, күрһәт!

- Ырғыттым тим бит, һеҙгә нимә кәрәк тағы? Ниңә бәйләндегеҙ һары һағыҙаҡ кеүек. Һүҙ барышына ҡыҫылмай сүкәйеп ултырған Хәйретдин тауышын саҡ ишетелер-ишетелмәҫ кенә:

- Юҡҡа ғауға күтәрмәгеҙ. Быраҡтырығыҙ. Тыңлағыҙ һүҙемде, зинһар. Баламдың башына етеүе лә етер, - тине.

- Нимә һуң ул?

- Хазина.

- Хазина-а?

- Хазина-а-а?

Әйтелгән һүҙҙең мәғәнәһенә әле булһа ла төшөнөп етмәгән ирҙәр ҡасып барған оҙон буйлы кешене баҫтырып тоттолар. Ситлек эсендәге йыртҡыс һымаҡ, иптәштәренең уртаһында ҡалған старатель борғоланды. Ваҡытында телен тыя алмауына үкенеп, екеренде. Аҡырҙы.

- Китегеҙ! Башығыҙҙы яра һуғам! Ҡарауыл! Талайҙар! Ҡарауыл!

Кешеләр араһында һуғыш сыҡты. Улар талаштылар, бер-береһенең үңәсен һыҡтылар, танауҙарын һәм бармаҡтарын сәйнәнеләр, баштарын ярҙылар. Өҫ-баштарын өҙгөләнеләр. Самородок ҡулдан-ҡулға күсте. Һуғышсыларға ҡатнашмай улын ҡосаҡлап ултырған Хәйретдин ике һүҙҙең береһендә:

- Ҡайҙан сыҡты шул бәлә. Юҡ өсөн талашмағыҙ, - тине.

Ләкин Хәйретдиндең һүҙенә улар ҡолаҡ та һалманылар, һуғышыуҙы дауам иттеләр. Барыһы ла хәлһеҙләнделәр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, аҡтыҡ көстәрен йыйып, бер-береһен ысҡындырманылар. Ауырыу кеше һымак, Хәйретдин йонсоған, арыған һәм интеккән йөҙөн тәүге тапҡыр ҡалҡытып:

- Китегеҙ! Һуғышып, шул нәмә өсөн гонаһ шомло булмағыҙ. Алтынды барыбер Ғәлиәхмәт байға бирәм, - тигәс кенә һуғышыусылар ҡапыл хәрәкәтләнеүҙән туҡталдылар. Байҙың исемен телгә алыу уларҙы иҫкә индерҙе булһа кәрәк. Яңыраҡ ҡына бер киҫәк алтын өсөн үлешергә әҙер торған кешеләр, бер яҡлы булып, улы эргәһендә бөксәйеп ултырған Хәйретдингә яҡынлаштылар.

- Һин ошондай байлыҡты биреп, әллә аҡылыңдан яҙҙыңмы? - тип һораны Хәйретдиндән шаҙра битле, эйәге эскә батҡан ябыҡ ҡына кеше.

- Хазина - байҙыҡы. Мосолманға, ярлы кешегә, андай мал хәләл түгел. Тир, көс түгеп тапҡан малмы ни ул? - тине Хәйретдин. Уның эскә батҡан күҙҙәре бөтөнләй һүнеп барған шәмде хәтерләттеләр.

Тегеләр геү килеп тауыш сығара ғына башлағанда, һүҙгә оло ғына йәштәге кеше ҡушылып, бөтә нәмәне ул хәл итте:

- Егеттәр, егеттәр! Ҡарт дөрөҫ әйтә. Уны тыңлағыҙ. Күрмәйһегеҙме малайын. Исмаһам, шуның хаҡынан "алтынды бирәм" тигәс, бирһен инде. Бер файҙаһын күрһен. Әйҙә, беҙҙең беребеҙгә лә булмағас булмаһын. Былай барыбер бүлешә алмаясаҡбыҙ.

- Байыған байҙы байыҡтырғың киләме?

- Әллә бай яллап ҡуйҙымы?

- Аҡылың нисәү?

Шулай ҙа улар әкренләп баҫылды. Шаулашҡан тауышты ишетеп килгән кешеләр һаны артҡандан-артты. Улар сылғауға төрөлгән алтынды тотҡан Хәйретдиндән көнсөллөктәре килеп, үҙ-ара ғәйбәт һаттылар.

Иҫһеҙ ятҡан малайын күтәргән Хәйретдин артынан, халыҡ эйәрҙе. Эңер төштө. Ҡош тауыштары баҫылды. Ярғанаттар оса. Урман сиңерткәләре серелдәшә. Серәкәйҙәр тезелдәшеп оса. Ҡайҙалыр, әрәмәлектә, балаһын зҙләп яңғыҙ ҡалған ҡуян дызҡылдай.

Һәр ҡайһыһы үҙ уйҙарына сумған кешеләр һүҙһеҙ барҙылар. Хәйретдин аҙым һайын тиерлек һөрөндө. Улын ипләберәк ҡосаҡланы ла ары атланы.


II

[edit]

Кешеләрҙән әрәмәгә ҡасҡан Ниғмәтулла менән Ҡолсобай тауыш-тын баҫылыуын көтөп оҙаҡ ултырҙылар. Ниғмәтулла һағаланды. - Кемдәрҙер һуғыша. Әйҙә, яҡыныраҡ барып ҡарайыҡ. Кемдәр икән? - Бала туҡмап, әле булһа ла танһығың ҡанманымы? Бар, үлмәһә, үлтереп кил, - тине Ҡолсобай. - Әй, шул малай ҙа булдымы кеше. Таптың һүҙ! - Беләһеңме һин, Ниғмәт, малайҙы еңеү батырлыҡ түгел шул. - Күккә ҡарап салҡан ятҡан Ҡолсобай терһәгенә таянды. - Мәйтәм, үҙеңдең балаңды шулай итһәләр. Нимә эшләр инең? Малай ҡалған урында тауыш яңынан ҡабатланды. Был юлы халыҡ тауышы күберәк ишетелде. - Нимәлер бүлешәләр. Мин барып киләйем әле. Һин Ҡолсобай ағай, алыҫ китмә. Мин хәҙер кире килермен. Нимә икәнен белешәм дә әйләнәм. Ниғмәтулла оҙаҡ йөрөп килде. Аяғы аҫтындағы ағастарҙы шатыр-шотор һындыра баҫып, Әхмәдин Ҡолсобайҙың эргәһенә килеп тәгәрәне. Ҡабаланып килеүҙән, тыны ҡыҫылған. Ул өҫтән-мөҫтән малай эргәһендәге вакиғаларҙы һөйләп сыҡҡандан һуң: - Әрәм иткәнбеҙ. Тырыз эсендәге самородокты белмәгәнбеҙ, - тине. - Һиңә кем әйтте? - Юлдан килгән урыҫтан һораштым. - Ә ул малай алтынды ҡайҙан тапҡан? - Берәү ҙә белмәй, ти. - Эх, ауыҙға төшкән нәмәне ысҡындырғанбыҙ бит! Юҡҡа әүрәтеп һорамағанһың. - Мин ҡайҙан белгән, ти, алтын барын. Улар оҙаҡ бәхәсләштеләр. Тик һуңынан ғына, ярашыу теләге менән: - Ярар, юҡҡа талашып, ваҡыт әрәм итмәйек,- тине Ҡолсобай. Ниғмәтулла ла ярашыу яғын ҡараны. - Дөрөҫ. - Теге, алтын алып киткән кешеләр алыҫмы икән? - тип Ҡолсобай, һағайып, ниҙер тыңланы. - Ишетелмәй. - Ниңә? - Мәйтәм, әллә алтынды талап алабыҙмы? - Алырһың! Унда кешеләр күп. - Ниғмәтулла, бармағын имеп, ҡулын ҡултығы аҫтына тыҡты. - Шул йүнһеҙ малай тешләгән баш бармағым ауырта. Эх, алтын барын белмәгәнмен шул! - Ярар, ул турала етте! - Нисек етһен? Ҡулға эләккән ерҙән ыскындырҙым бит. Бигерәк үкенесле шул. Күктә йөҙгән ҡап-ҡара болоттар араһында буталған тулы йөҙлө ай юғалғас, донъя бөтөнләйгә ҡараңғыланды. Ҡара болоттар ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Офоҡтоң бер яҡ ситендәге йымылдап торған берҙән-бер яңғыҙ йондоҙ ҙа ҡайҙалыр юғалды. Бик алыҫта, бейек-бейек тауҙарҙың аръяғында, йәшен уты балҡыны. - Беҙгә берәй әмәлен табырға кәрәк. - Ниндәй әмәлен? Таптыҡ бит инде! Ҡулға эләккән, ауыҙға төшкән алтынды ысҡындырҙыҡ! - Ниғмәтулла насар һүҙҙәр әйтеп һүгенде. Тештәрен шығырҙатты. - Э-э-эх! Хәлемдән килһә, бөтәһен дә быуып ташлар инем! Беҙгә, алма беш, ауыҙыма төш, тип тынысланырға ярамай. Алтын табылған урынды эҙләргә кәрәк. - Мәйтәм, әллә алтын тапҡан малайҙың атайын әүрәтеп һорашабыҙмы? - тине ни тураһындалыр уйланған Ҡолсобай. - Моғайын, анда самарудка берәү генә түгелдер әле. - Әйтәме ни ул тиҫкәре ҡарт. - Әйтер. Ипләп һорарға кәрәк, - тине лә Ҡолсобай һүҙҙе икенсегә борҙо. - Бик асыҡтырҙы әле. Атайыңдың берәй урлап һуйған ите барҙыр. Әйҙә һеҙгә. - Ҡуй. Миңә күренергә ярамай. Малайҙы туҡмағанды белһәләр... - Беҙгә, малайҙы тау эйәһе туҡмаған, тип хәбәр таратырға кәрәк. Был тәҡдим Ниғмәтуллаға ла оҡшаны. Ул рәхәтләнеп көлдө. - Уныһын булдырырбыҙ ҙа ул. Улар ауыл осондағы бәләкәй генә землянка эргәһендә ятҡан һарыҡ тәкәһен Кәжән йылғаһы буйына төшөрөп салдылар ҙа урманға күтәреп алып киттеләр. Унан-бынан ғына тиреһен тунанылар. - Эсен ярып, эс-ҡарынын берәй ергә күм. Мин ут яндырам, - тине Ҡолсобай. - Алыҫыраҡ китергә ине. Ауыл бик яҡын. Хәүефле урын. Төндә утты күреп килеүҙәре мөмкин. Беҙҙе былай ҙа бур, тиҙәр. - Һин, ҡустым, атайыңа ла, ағайыңа ла оҡшамағанһың. Улар кәрәк саҡта бер ҙә аптырамайҙар. Кемдең малы етте, шуны тыпылдаталар. Һыҙырылған һарыҡ түшкәһенән бысаҡ менән ике артҡы ботон ҡырҡып ҡалдырҙылар, ҡалғанын тирегә урап ергә күмделәр ҙә өҫтөнә ҡыҙыу ут яҡтылар. Тирегә урап һалған иттең ҡасан бешеүен көтөп сыҙамаған Ҡолсобай ослаған ике таяҡҡа тәкә башын сәнсеп өтә башланы. Сыртлап янған ут, осҡондарын сәсә-сәсә, ялҡындары менән итте яланы. Аяҡ аҫтында бер ни ҙә күренмәй. Ут ни тиклем ҡыҙыу янмаһын, ауылдан күрерлек түгел. Уны оҙон ҡарағай ағастары ҡаплайҙар. Шулай ҙа һаҡлыҡ кәрәк. Ниғмәтулла, уттан ситкәрәк китеп, тирә-яҡҡа ҡолаҡ һалды. Ҡайҙалыр һаман да йәшен йәшнәй. Уттан ситтә торғанда ағас һәм түңгәк шәүләләре асыҡ айырылалар, һауаны солғап алған тәмле ит еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Ауыҙҙан һеләгәйҙәр ҡойола. Әхмәдин ҡабаланмай ғына ут алдында маташа, һул ҡулы менән битен ялҡындан йәшерә. Таяҡ осондағы итте киҫеп ашап ҡарай ҙа өйөрөлтөп өтә лә өтә. Ҡолсобай бышылдап ҡына Ниғмәтулланы ут эргәһенә саҡырҙы: - Кил, ашайыҡ. Утта өтөлгән, ялҡын һеңгән ит тәмле була икән. Хатта тоҙһоҙ икәнлеге лә һиҙелмәне. Әхмәдин, һүрелә башлаған утты таратҡас, тирегә урап көлгә күмелгән итте сығарҙы. Әллә туйғанға, әллә сейерәк булғанға, тире эсендәге парланып бешкән ит өтөлгән иткә ҡарағанда сөсөрәк һәм тәмһеҙерәк тойолдо. Таратылған ут бөтөнләй һүнде. Айырым торонбашта ҡалған ҡуҙ ғына ҡайһы саҡта йымылдап ҡуйғылай. Йоҡларға үҙәк буйына төштөләр, һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ут яғылманы. Бәхеттәренән ямғыр яумай, ситләтеп үтте. Таң алдынан нығыраҡ һалҡынайтты, ысыҡ төштө. Ниғмәтулла, йылыраҡ бүлһын өсөн, арҡаһы менән ҡайын төбөнә һырыҡты. Йоҡо ҡасты. - Быйыл йәй ҡайһылай һыуыҡ булды әле, өшөтә. Ут яғайыҡмы әллә? - тине ул, ҡалтыранып. - Ярамай. Тиҙҙән халыҡ йөрөй башлар. - Беҙҙең һарыҡ һуйғанды белеп ҡалһалар... - Ҡурҡма. Бында яҙылмаған закон бар. Күрҙеңме - шым. Әйтһәң, үҙеңдең малың ҡорор. Бүре лә шулай, балаларын үлтерҙеңме - ҡаза артынан ҡаза көт тә тор... Иртәнсәк томан яй таралды. Аҫта аяҡ тауышы ишетелде. Ниғмәтулла менән Ҡолсобай икеһе бер юлы ағас артына йәшеренделәр. Томан араһынан ерән ат менгән кеше күренде. Кем икәнен айырыуы ҡыйын. Ул кеше яҡынайғандан-яҡыная. - Ағай, атма,-тип, Ниғмәтулла Ҡолсобайҙың ҡулына йәбеште. - Әгәр ҙә беҙҙе күрһә, дөпөлдәтәм генә. Хәҙер беҙгә барыбер ауылға тиҙ генә ҡайтып булмаҫ, - тине Әхмәдин. - Атайы-м бит ул, танымайһыңмы әллә? - Ысынлап та, Хажғәли ағай икән дәбаһа! Килһен беҙҙең эргәгә, саҡыр. - Ҡуй, саҡырмайыҡ. Белмәһен. Хажғәли уларҙы күрмәһә лә, атының ҡолаҡтары ҡарпайыуынан, алда кеше барлығын белде булһа кәрәк. Ул ашыға-ашыға атын кире борҙо. Эйәрҙең ике яғына аҫылған ике ауыр тоҡ атҡа атларға ҡамасаулай. Ат хатта һөрлөгөп йығыла яҙҙы. Хажғәли, асыуланып, тышау менән атының осаһына төшөрҙө һәм һөт һымаҡ аҡ томан эсенә инеп юғалды. - Атайым ни эшләп кире боролдо икән? Кисә, заводтағы бер белешебеҙгә тыранса ярам, тип киткәйне, шунан ҡайтып баралыр, ахыры. - Шулайҙыр шул. Һинең атайың ниндәй тыранса ярғанын белгән инде мин. Атайың йоҡламай ул. Уның тырансаһы тоҡта. - Әхмәдин хәйләле итеп башын һелкте.- Аңланыңмы? Аңларһың шул. Хажғәли ағай үс кешеләрҙең һауып эсә торған аҡтыҡ һыйырҙарын һуйып ашағанын да ишеткәнем бар. Бына шул, - тине Ҡолсобай уйланыбыраҡ, - Һин ни беләһең? Донъя күрмәгәнһең. Шулай һау-таҙа көйөңә, үҙ ҡәҙереңде үҙең китәреп, минең менән урлашырға йөрөйһөң, һинең кеүек егерме йәштә сағымда мин, кеше малына тейеү түгел, алдаша белмәй инем Әллә һин ошолай йөрөүемә үҙем шатлана тип беләһеңме? Мин ошо юлға ирекһеҙҙең көнөнән баҫтым. Минең ятып инергә өйөм, үлергә ятһам, ауыҙыма бер ҡалаҡ һыу һалырға яҡын кешем юҡ. Миңә утыҙ биш йәш. Төҫөмө ҡараһаң, илле йәш бирерлек. Ул рәхәт тормоштан түгел. Атайым менән әсәйем үлгәс, һигеҙ йәшемдә саҡта, мине заводтағы Ыстапан тигән дворянингә ялсылыҡҡа бирҙеләр. Ул кеше түгел - ҡан эскес. Егерме алты йыл ҡанымды эсте, эшем өсөн рәхмәт ишетмәнем. - Ниңә ҡасып ҡына китмәнең? - тип һораны Ниғмәтулла. - Ҡасырға үҙем теләмәнем. Ыстапандың Машка исемле ҡыҙы өсөн түҙҙем. Ул мине ярата ине. Мин уны. Башта бер-беребеҙгә һиҙҙермәй яратыштыҡ. Шунан - ныҡлап. - Нисек инде, ул - урыҫ, кафыр ҡыҙы, һин - мосолман, башҡорт. Иманың ҡасыуҙан ҡурҡманыңмы? - Йә, бүлдермә әле. Мәйтәм, мосолман, кафыр һүҙе юҡ нәмә. Улар ҙа, беҙ ҙә шул бер үк кеше. Уларҙа ла һәйбәт кеше бар, беҙҙә лә бар. Ана, Хажисолтан менән Ғәлиәхмәт байҙар үҙҙәрен мосолман тип йөрөйҙәр, ә кешене Ыстапандан кәм рәнйетмәйҙәр. Мин дә элек шулай тип уйлай инем. Урыҫтар араһында ла һәйбәт кешеләр бик күп икән. Ыстапандың ялсылары мине бер туғандай яҡын күрҙеләр. Шулар араһында Михаил тигән кеше була торғайны. Үҙе бик уҡымышлы ине. Аҙаҡ, кешеләр араһында ҡотҡо тарата тип, Себергә оҙаттылар. - Ҡолсобай Әхмәдин ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы. Башын күтәреп ҡараны. Томан таралған. Көн аяҙ. Төндәге болоттарҙың эҙе лә ҡалмаған. Ҡуйы, бейек ағас араларынан үтеп саҡ ҡына ҡояш йылытты. Әкрен генә иҫкән ел йомшаҡ ҡанаты менән уларҙың бысранып бөткән биттәрен һыйпай. Йоҡоһонан уянған ҡоштар сутылдаша. - Йәй көнө нисек йәшәһәң дә була, - тине Ҡолсобай, һүҙҙе икенсегә бороп. - Бына ҡышын ҡыйын. - Ағай, һинең теге урыҫ ҡыҙы менән эшең нисек бөткәнен һөйләп бөтөрмәнең бит әле. Һөйлә инде. - Ул ҡыҙ менән минең эш бөткәне билдәле инде. Ул - бай ҡыҙы. Мин - ярлы. Аталары ҡыҙҙы көсләп үҙҙәре кеүек бай урыҫтың улына бирергә булдылар. Туй яһанылар. Улар ҡушыла торған көндө Машка тышҡа сығып килә ине. "Әйҙә ҡасайыҡ", - тинем. Ул яҡ-яғына ҡараны ла "Белмәйем", - тине. Миңә шул етә ҡалды. Мин, берәр һылтау табып, буласаҡ кейәүе менән урамға сығырға ҡуштым. Кискә табан тегеләр, кырандасҡа ярыш ултырып, гулять итергә сыҡтылар. Мин: "Ятып ҡалғансы атып ҡал", - тинем дә, Ыстапан байҙың юрға айғырын менеп, арттарынан төштөм. Улар Ыстапандың урманына барып, ингәс тә, йөрәгем түҙмәне. Ат саптырып алдарына сыҡтым. "Барин, мәйтәм, ҡыҙҙы ебәр, һин үҙеңә икенсеһен табырһың". Ә теге ажарланып: "Юлдан кит, басурман морда", - ти. Мәйтәм, һин үҙең морда. Теге сыбыртҡыһы менән минең биткә тартмаҫмы! Мин түҙмәнем... ҡыҙыулыҡ менән бай малайын атып үлтерҙем дә, Машканы үҙем менән атҡа менгәштереп, урманға шылдым. Көҙгә тиклем кеше күҙенә күренмәнек. Ҡышҡа табан бер татар ауылына барҙыҡ. Муллалар, ауыл ҡарттары, мосолман менән кафырға йәшәүе харам тип, Машкама иман килтерттеләр, Мөслимә исеме бирҙеләр, никах уҡыттылар. Беҙ барыһына ла риза булдыҡ. Татыу ғына тора башланыҡ. Тик беҙгә мәңге бергә йәшәргә хоҙай насип итмәне. Кемдер беҙҙең турала Ыстапанға, минең ҡатынымдың атаһына, еткергән. Берҙән-бер төн йоҡомдан, минең аяҡ-ҡулымды арҡан менән сырмап, типкеләп уяттылар. Мин уянғанда, ҡатыным юҡ ине. Алып киткәндәр, суҡынғырҙар. Үҙемде ҡанға батырғансы туҡманылар. Шунда танауымдың һеңерен онтап, йәмшәйтә һуҡтылар. Хәҙер саҡ ҡына тейһәң дә, ауырта. Аҙаҡтан Себергә, каторгаға оҙаттылар. Юлда саҡта ҡастым. Машкамды эҙләнем. Эҙенә төшә алманым. Ыстапан уны ҡайҙалыр оҙатҡан, ти. Буйға ҡалғайны, ни эшләгәндер инде, бахырҡай. Бер кеше белә ти ҙә, әйтмәй, әгәр ҙә күп аҡса бирһәм, әйтмәй булдыра алмаҫ ине. Аҡса ҡайҙан табаһың. - Ҡурҡытып әйттереп ҡараманыңмы? - Самалап ҡарағайным, әйтмәй. Мин уға алтын йәки аҡса табып алып килергә вәғәҙә иттем. Эт кеше күренә. Үҙемде әллә ҡасан Ыстапанға тотоп биргән булыр ине лә, аҡса бирәм тигәнгә генә тыйылып тора. - Булмаһа, үлтерергә кәрәк уны. - Бик шәпһең. Мин үҙем дә беләм. Уны үлтереүҙән миңә ни файҙа? Йәшәһен. Бәлки бер ваҡыт файҙаһы тейеп ҡуйыуы ла бар. Машканың ҡайҙа йәшәгәнен белә бит. Үҙе белмәмешкә һалынһа ла. Миңә аҡса, алтын табыу яғын ҡарарға кәрәк. Машкам өсөн ошолай итеп йөрөйөм дә. Ҡалайтып ҡына Машкамды табырға инде. Аҡса кәрәк, аҡса!.. Ҡолсобай тынды. Улар, бер-береһенә өндәшмәйенсә, оҙаҡ уйланып ултырҙылар ҙа, урындарынан тороп, әкрен генә аҫҡа ҡарап атланылар. Ҙур таш аҫтынан зөмбөрҙәп ағып ятҡан ҡоҙоҡта ҡулдарын һәм биттәрен йыуып алғас, төндән ҡалған тәкә итен ашарға ултырғанда, Ҡолсобай тағы ла һүҙ башланы. - Ошо итте көсләп ашайым. Күңелгә ярлы кешенең малы кеүек тойола. Байҙыҡы булһа хәжәт түгел. Ищо, мәйтәм, уның байлығы барыбер кеше елкәһенән. Был турала миңә Михайло белеш әйткәйне. - Байҙың малын һуйырға типме? - Юҡ та. Мәйтәм, байҙыҡын. Әллә һин Ыстапан бай үҙе зшләп бай булған тиһеңме? Беҙҙең кеүек сабаталылар эшләп байыҡтырғандар инде уны. Шуға мин бай малы хәләл тимәксе булғайным. - Ул, ҡулына тотҡан итен ауыҙына ҡапмайынса, ҡапҡанын сәйнәмәй туҡтап торғас, бойоғоп һүҙен дауам итте: - Хәйретдиндең малайын юҡҡа рәнйеттең. Шуға эсем боша. - Ул үҙе минауат. Тиҫкәреләнмәһен. Маңҡа башы менән, бур, тип, мине хурламаҡ булып маташа. Атайы өйрәткәндер, бүтән берәү ҙә түгел. Быны онотмам, ҡыуазымды аласаҡмын. Ниғмәтулланың малайға яуызлыҡ эшләргә теләгәнен белеп, Ҡолсобай асыуланды: - Ҡыуазды ул алырға тейеш ине, имгәткәнең өсөн. Баланан ҡыуаз ҡайтарыу егетлек түгел. Мәйтәм, һин дә атайың кеүек... - Минең атай һиңә ни зыян иткән? - Ниғмәтулла ашауҙан туҡтаны. Төндә тымау төшкән танауын мыш-мыш тартты. Күҙҙәрен аҡайтты. - Етәр, теңкәгә теймә! - Ниңә кәперәйҙең әле шул тиклем? Артыҡ нимә әйттем әле һиңә? Ҡыуаз ҡайтарам тип, кешенең аҡтыҡ малынан яҙҙырыу егетлекме? - Ә үҙең кисә нимә тинең? Самородокты һалдырып алам, тигәйнең, был бурлыҡ түгелме? - Уныһы хәләл. Хәйретдин алтынды байға биреп кинәндерәсәк. Ғәлиәхмәт байҙың байлығы анһыҙ ҙа етерлек. Машкамды һатып алырға булмаһа, алтынды көсләп бирһә лә, алмаҫ инем. Ирекһеҙлектән шулай йөрөйөм. Мин күреремде күрҙем, ашарымды ашаным. Ә һин нимә күрҙең? Ниңә үҙ ҡәҙереңде үҙең китәрәһең? Ҡолсобайҙың һүҙе бик ныҡ тәьҫир яһаһа ла, был юлы Ниғмәтулла тыйылды. Өндәшмәне. Күңелендә ауыр төйөн мәңгегә һаҡланып ҡалды. Урлашыуҙан ҡотолоу еңел түгел шул. Ул үҙенә-үҙе күп тапҡырҙар, урлашмаҫҡа, тоғро булырға тип, һүҙ ҙә биргеләне. Барып сыҡманы. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Саҡ ҡына урлашмайынса торҙомо - эсе боша. Еңелерәк ятҡан нәмәгә уның ҡулдары үҙҙәре һуҙылалар. Бала ваҡыттан уҡ атаһының үҙҙәренә үс кешеләрҙең малдарын урлап һуйыуы эҙһеҙ юғалманы. Ул үҙе лә һиҙмәҫтән атаһының юлына баҫты. Бер ул ғынамы ни? Ниғмәтулланың ағалары ла шул холоҡ менән тәрбиәләнделәр. Данлыҡлы бур исемен алдылар. Ләкин халыҡ уларға бур тип әйтмәй. Ҡурҡалар. Кем үҙенең аҡтыҡ малынан яҙырға баҙнат итер тиң. Бур тип әйткән кешенең малын атаһы менән Ниғмәтулла үҙе лә аҙ һуйманы бит! Ул үҙен хаҡлы һанай. Ҡолсобайҙың әйткән һүҙҙәре энә менән сәнскән һымаҡ тойолһа ла сыҙаны. Ҡолсобай уға иғтибар итмәне. Аяҡтарын салып, ипләп ултырҙы. Итте бәкеһе менән турап, оҙаҡ итеп сәйнәне. Уның күҙ төптәре күгәргән, битен һаҡал ҡаплаған, йәлпәш танауы һыҙырылған. Төпкә ултырған күҙҙәре ситкә, яңы ғына үҫеп барған ҡарағай ағасына, төбәлгәндәр. Әленән-әле алама ғына кәзәкейенең салғыйы осо менән йыртыҡ ыштаны аша күренгән тубығын ҡаплай. Август айы булһа ла, иртәле-кисле һалҡын. Тиҙҙән был һуңғы ай, матур йәй айы ла үтеп китер. Көҙҙө ҡыш алмаштырыр. Тик китек күңеле генә, Машкаһын тапмайынса, тынысланмаясаҡ. Уның менән бергә булыу өсөн ҡулынан килгән нәмәнең бөтәһен дә эшләйәсәк. - Миңә ҡышлауҙа ла оҙаҡ ҡалырға ярамай, - тине ул, бик ауыр көрһөнөп, - күргәндән күрә алмағандар күп. Ҡасан да булһа тотоп бирәсәктәр. Табылмаған алтын табылмаҫ инде, китәм. Урыҫтар араһына сығып китәм. Бәлки, Машканың эҙенә төшәрмен. Тамағымды, урлашмаһам да, туйҙырырмын әле. "Урлап алғансы алдап ал", - ти торғайны бер ҡарт. Кәрәк булһа, һоранып булһа ла йәшәрмен. Ул баструкта йәшәгәндән артығыраҡ булыр, һин дә, ҡустым, бар ҡайт. Үҙ ҡәҙереңде үҙең китәреп йөрөмә. Ниғмәтулла риза булманы. Ҡояш хәтһеҙ ҡыҙҙыра башланы. Ҡолсобай юлға әҙерләнде. Сабатаһын рәтләп, билбау менән билен ҡыҫып быуҙы. Китер алдынан Ниғмәтуллаға үҙенең кәңәшен ҡабатланы. - Ҡустым, күңелеңә ауыр алма: шул ярлыларҙы рәнйетмә. Хәйретдиндең улына ярҙам итергә тырыш. Бәлки, алтынға бай урынды әйтер. - Һин ҡайҙа китәһең? - Үҙем дә белмәйем. - Улай булһа, мә, ошоно кеҫәңә һалып ал. Файҙаһы тейер, - Ниғмәтулланың йөҙө бер аҙ асыла төштө. Ул терегөмөш ялатҡан ике киҫәк баҡырҙың береһен Ҡолсобайға һуҙҙы. - Нимә һуң ул? - Терегөмөш ялатҡан баҡыр. Теге кешеңә бир. Ул нимә белә, тиһең. Әхмәдин, бер яғы терегөмөшкә буялған һары алтын кеүек ялтырап торған еҙ тимерҙе ҡулына алып, әйләндереп ҡараны ла кире бирҙе. - Ярамай, - тине ул, бойороҡло тон менән. - Хуш!


III

[edit]

Тағы ла таң атты. йылы нурҙарын һибеп, күккә ҡояш күтәрелде. Яңыраҡ ҡына приискынан әйләнеп ҡайтҡан штейгер, Хәйретдин малайы Ғәйзулланың алтынға бай урын табыуы тураһындағы хәбәрҙе ишетеп, ни эшләргә белмәне. Өҫ кейемен алыштырып, Саҡмай ауылына барырға әҙерләнде. Ләкин өлгөрмәне, старателдарҙы эйәрткән Хәйретдин үҙе күренде. Ул Ғәлиәхмәт байҙың, таяғына таянып, управляющийҙың ҡапҡаһы төбөндә тороуын күргәс, аҙымын етеҙләтте. Иҫке француз яулығына төрөлгән нәмәне башы осона күтәрҙе. - Лоҡәтә, лоҡәтә! Хазина таптым, хазина! Хәйретдиндең һүҙен уға эйәреп килгән һары кейемдәге старателдар ҙә күтәреп алдылар: - Хазина! - Хазина... Старателдәрҙың тауыштарына балагандарҙан йүгерешеп сыҡҡан бала-сағалар, яулыҡ бөркәнгән ҡатындар һәм ирҙәр, эштең ниҙә торғанын төшөнөп етмәйенсә, ҡушылып ҡыскырышалар: - Хазина! Тауыш күтәреп, яҡынлашҡан халыҡҡа һыр бирмәҫкә тырышып, бай яһалма асыулы тауыш менән ҡысҡырҙы: - Нимәһенә ғауға күтәрәһегеҙ? Бер тәңкәлек алтынға йөҙ тәңкәлек тауыш! - Бай ысынлап ҡыҙа башланы: - Эш бөткәнме һеҙгә? Марш эшегеҙгә... Яртышар сынаяҡ булһа ла "зәм-зәм һыуын" өмөт итеп килгән старателдар, байға ун аҙым самаһы ҡалғас, шып туҡтанылар. Улар, һары балсыҡҡа буялған бүректәрен сисеп, биттәрен ыуалар. Байҙың екереүенән ҡурҡҡан бала-саға әсәләренең итәктәренә күҙҙәрен йәшерә... Иң алда, ике ҡулы менән күкрәгенә төргәк ҡыҫҡан Хәйретдин ҡарт эргәһендә, һөмһөрө ҡойолоп, башын аҫҡа эйеп, аяҡ аҫтына ҡараған ҡыҫҡа буйлы кеше, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, борғоланды. Ниңә шундай "хөрмәт!". Байҙың кәйефен боҙорлоҡ бер нимә лә эшләмәгәндәр ҙәбаһа улар! Алтын табыуҙары өсөн рәхмәт әйтәһе урынға, хужа эт кеүек ҡаршы алды. - Ошо малыңды әпкилгәйнек, - тип Хәйретдин яулыҡҡа уралған төргәкте һуҙҙы. Бай, сиркәнеп, ҡулын артҡа йәшерҙе. - Бай әфәндем, сепрәк үҙе бысраҡ булһа ла, эсе таҙа, ал. Алтындан ерәнмә! - Сис! - Бай таяғы менән төрөлгән сепрәккә төбәп күрһәтте. Хәйретдин, ашыҡмайынса, ергә теҙләнеп ултырҙы. Эштең нимәлә икәнен белмәй икеләнеп ҡатып ҡалған байға ҡарап: "Йүнһеҙ, ауыҙыңа һалған әҙер малды ла йота белмәйһең", - тигән һымаҡ, башын һелкте лә ергә һалған төргәкте систе. Бай, яулыҡ эсендәге еҙ самауырға оҡшаған металды күреү менән, сүкәйҙе. Ҡалтыранған ҡулдары менән йоҙроҡтан ҙурыраҡ металды өйөрөлттө. Тешенә тейгеҙеп ҡараны. Шунан һуң металды бысраҡ яулыҡҡа ураны ла, берәйһе тартып алмаһын тигән һымаҡ, ҡуйынына тыҡты. Ул сырайын һытҡан Хәйретдингә боролдо, һорғолт күҙҙәрен тағы ла нығыраҡ аҡайтты. Хәйретдингә ни тип әйтергә белмәйенсә, ҡуйынындағы металды ҡулдары менән ҡапшай-ҡапшай, һүҙһеҙ ҡалды. Әле генә бойоғоп торған старателдар батырая төштөләр. Ҡыҙыҡлы кәмит күрергә тырышҡандай, улар, бер-береһен төртөп, алға ынтылдылар. - Ҡайһылай йәтеш. Бай кеше лә алтынға үлеп барыр икән. - Шымыраҡ, ишетер. Бай тиҙ тынысланды. - Мин һеҙҙе үҙ балаларым кеүек яҡын күреп, орошоп әйтәм. Миңә барығыҙ ҙа тигеҙ. Мәрхәмәтле батшабыҙ ҙа һеҙҙе яҡын күрә. Бына биш бармаҡ. - Ул уң ҡулының бармаҡтарын йәйеп баш тәңгәленә күтәрҙе. - Ҡайһыһын тешләһәң дә һыҙлай, һеҙ ҙә миңә биш бармаҡ кеүек яҡын. Һеҙҙең ҡайғығыҙ - минең ҡайғы, һеҙ мине хөрмәт итегеҙ. Мин һеҙҙе лә хөрмәт итәсәкмен. Мин һаран түгел. Алтынға бай урын табылыу уңайынан барығыҙҙы ла ҡунаҡ итәм. Һә тигәнсе, бер мискә "зәм-зәм һыуы" килеп етеүен көтөгөҙ. Байҙың һүҙен хуплаған старателдар, умарта ҡорто кеүек, шатлыҡлы гөжләй башланылар. Бай бер ҡулы менән түшендәге алтынды ҡыҫып, икенсе ҡулындағы таяғы менән ергә туҡылдатып, һимерткән ҡаҙҙай айыш-тойош атлап, ҡапҡа эсенә инеп юғалды. Күп тә үтмәне, ул инеп киткән ҡапҡанан мискә тәгәрәтеп килгән ике ялсы күренде. Старателдар бөтә булған ҡайғыларын оноттолар. Ҡапҡа алдындағы мискәне ҡаманылар. Ялсыларҙың береһе имән ижауҙы башы осона күтәрҙе. - Ағай-эне, сиратҡа тороғоҙ! Барығыҙға ла етер. Һеҙҙе бай хөрмәте менән һыйлайым. - Ялсы Хәйретдингә боролдо: - Ә һине, ағай, бай үҙенә саҡыра. Үҙ сираттарын көтөп, мискәгә төбәлгән старателдарҙың күҙҙәре янды. Улар ижауҙағы араҡыны бер тында эсеп бөткәс, һоро балсыҡҡа ҡатҡан сәкмәндәренең йәки киндер күлдәктәренең ең осона ауыҙҙарын һөртәләр ҙә тамшана-тамшана сиратты икенсегә ҡалдыралар. Шау-шыу тағы ла көсәйә тештә. Бай һыйы етмәне. Ҡабаҡсыға барҙылар. Унда көтәсәк иҫәбенә һыйланыусылар һаны артты. Иҫеректәрҙең оҙон көйгә йырлауы, айырым тауыштар приискыны яңғыратты. - Һой, ағай, ағай, байҙы әйтәм әле! Нисек кенә ҡырыҫ булмаһын, мо-оло-дец! Беләһеңме, һин, Ғәйфулла ағай, бай - егет кеше! Бер мискә араҡыһын ҡыҙғанманы. - Ҡуйсы әле шуны, Хисмәтулла ҡустым. Ма-ма-аҡтама. Һин әле йәш, аңлап етмәйһең. Ул араҡы өсөн беҙҙең ҡанды биш мәртәбәнән дә артығыраҡ эсәсәк! Эйе, эйе! Һин маҡтама, ҡустым. Ул үрмәксең! Вәт. Минең һүҙҙе ишеткең килһә... - Туҡта! -Хисмәтулла, уң йоҙроғон төйнәп, сайҡала-сайҡала аяғына баҫты. - Һинең бай һыйына рәхмәтең шулмы? Ә-әйт, ҡәҙерһеҙ! Хәҙер яңағыңа тондорам! -- Хисмәтулла, ҡәйнешем, тим. Ғәйфулла юрамал, уйнатып ҡына әйтте ләбаһа! Ҡуйсы, ҡуй. Юҡҡа бәйләнмә. Әйҙә, ял ит. - Ә-ә... Гөльямал еңгәм! һаумы!? Бөттө, бөттө. Хәҙер ҡайтам. Һин ни эшләп килеп сыҡтың? Әйҙә, ҡайтайыҡ. Ә-ә, һин, - Хисмәтулла Ғәйфуллаға боролдо: - Икенселәй дошмандар һүҙен һө-һөйләп йөрөмә. Томшоғоңдо онтармын! Әйҙә киттек, еңгә... Хисмәтулла, аяҡтарына көскә баҫып, еңгәһе ярҙамында атланы. Ул, прииск ҡабағынан бер аҙ киткәс, ҡабаҡ эргәһендә ҡалған иптәштәренә боролоп ҡараны. Унда һаман да халыҡ гөж килә ине. Тауыштар араһынан айырылып, аҡрын, ләкин асыҡ ишетелгән боронғо башҡорт көйө йөрәкте елкендерә. Хисмәтулла көрһөнөп ҡаты тын алды. Күңеле тулды. Тоҡтомалға үкһеп иланы ла, ашыҡмайынса ғына, берҙән-бер яратҡан йырын һуҙҙы.

Урал тауҙарына менгән саҡта Ат бәйләнем умырзаяға. Иртә кипкән умырзая кеүек, Үтеп тә бара ғүмерем заяға.

Гөльямал нәҙек тауышы менән ҡәйнешенә ҡушылды: ...Үтеп кенә бара ғүмерем заяға. Ауылға яҡынлаша башлағас, Хисмәтулла шып туҡтаны. Айныған да һымаҡ булды. - Еңгә, бик тауышланма. Ауылға етәбеҙ. Мулла ишетеп ҡалмаһын. - Әллә ҡурҡаһыңмы? - Ҡурҡмай ҡара. Кисә үрге остағы Йәһүҙә ағайҙың малайын туҡмаған. Урамдан ҡысҡырып килгәне өсөн. Мулла тотоп алған да: "Ниңә һин шайтан саҡырып йөрөйһөң, әллә кафыр булдыңмы?" - тип таяғы менән һуҡҡан, ти. Ҡолағын ҡанатҡансы борған, ти. Тауыш ишетһә, күҫәк күтәреп баҫтыра, ти. Мин эсһәм дә, аҡылымды эсмәйем, еңгә. Күңел астым, бай һыйын эстем. Хәҙер етте. Приискыла яраған бында ярамай. Бында мәсет, мулла... Әсәйем белһә лә, асыуланыр. - Эй бахырҡай, нимәнән ҡурҡа! Кәпәс кейгән ир башың менән шул һүҙҙе әйтергә оялыр инең! - тип Гөльямал Хисмәтулланың биленән ике ҡулы менән ҡосаҡланы. Хисмәтулла һаҡлыҡ менән еңгәһенең ҡулдарын ысҡындырҙы. Шунан улар ауылға барып еткәнсе бер-береһенә һүҙ ҡушманылар.


IV

[edit]

Хәйретдин ҡарт килеп ингәндә, Ғәлиәхмәт бай үҙ бүлмәһендә улравляющийға нимә тураһындалыр бойороҡ бирә ине. Бай, уны күргәс, управляющийға китергә ымланы ла ҡулы менән ултырғысҡа күрһәтте. Хәйретдин һарыға буялған таҙа иҙән буйлап үтергә ҡыйманы. Бысраҡ сабатаны сыпылдатып үтеүе әллә нисек тойолдо. Ҡолаҡсын бүркен ҡулына тотоп, ишек яҡтауына һөйәлде. Ул йомшаҡ күн менән ҡапланған креслолар, ултырғыстар, төрлө приборҙар торған өҫтәл һәм келәмдәр менән йыһазландырылған бүлмәне тәүге тапҡыр күрә. Һәр ваҡыт бысраҡтан башҡаны күрмәгән кешегә бәләкәй генә бүлмә ожмахҡа оҡшаған донъяны хәтерләтә. Ундай келәмдән үтеү түгел, ишек төбөндә баҫып тороуына ла үкенгән һымаҡ, Хәйретдин башын сайҡаны. - Миңә түрбашҡа үтергә ярамай, сабатам бысраҡ. - Үт, үт. Бысранһа, йыуырҙар әле. Ана, йомшаҡ креслоға ултыр. - Юҡ, мин китәйем инде. Балам ауырый. Әбей ҙә көтә торғандыр. Киткәнгә хәтһеҙ ваҡыт үтте. Йомошоңдо ғына әйт тә... - Мин һине оҙаҡ тотмам. - Бай мөмкин тиклем яғымлыраҡ булырға тырышты. - Әҙерәк ултырып ял ит. Мосолман кешегә аяғөҫтө тороп һөйләшеүе гонаһ. Сәй эсербеҙ, хәҙер самауыр килтерерҙәр. Мин дә сәй эсергә яратам. Хәйер, мосолмандарҙан кемдәр генә сәй яратмай. Хәйретдин, урынынан ҡуҙғалырға ла ҡурҡып, күҙҙәрен өҫтәлдәге ҡағыҙҙарға текләгән көйө, байҙың һүҙҙәрен ирекһеҙҙән тыңлап тороуын дауам итте. Бай ашыҡмайынса ғына өгөт һүҙен һөйләй. Ул урамда екеренгән кеүек тупаҫ ҡысҡырмай һәм ҡалтыранмай. Әйтерһең, өҫтәл артына икенсе кешене ултыртҡандар. Тик уның кәзә һаҡалы, хәйләкәр күҙҙәре, мискә кеүек йыуан ҡорһағы ғына үҙгәрмәгән. Ул әленән-әле алтын сынйырлы сәғәтте түш кеҫәһенән алып ҡарай. Башындағы кәпәсен төҙәткеләй, - Йә, рәхим итегеҙ. Ялындырмағыҙ, ултырығыҙ. Хәйретдин сабатаһының үксәләренә баҫа-баҫа өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа ҡыйыуһыҙ ғына йүнәлде. Иҙәнгә түшәлгән келәмгә баҫмаҫҡа тырышып, уның бер ситен ҡайырып һалды. Ултырғыстың да ситенә генә ултырҙы. Шул ваҡытта аҡ алъяпҡыс бәйләгән ҡатын батмус өстөндә ике рюмка, закускалар һәм ике шешә араҡы килтерҙе. Ҡатын, байға тура ҡарарға баҙнат итмәйенсә, ҡаш аҫтынан ғына күҙ һалды. Байҙың текләп ҡараған күҙе менән осрашып, ҡыҙарҙы. Яулығының осо менән ҡыҙарған йөҙөн ҡапланы. Уның күкрәгенә, нәфис һынына йотлоғоп ҡараған бай, эргәһендә ят кешенең ултырыуына иғтибар итмәйенсә, тамшана-тамшана, йоторҙай булып, күҙҙәре менән оҙатып ҡалды. Ҡатын сыҡҡас та, бай араҡыны рюмкаларға тултырҙы. - Йә, ағай, самауырҙы көтөргә теләмәһәң, ошоно төшөрөп алайыҡ. Байҙың яҡшы мөғәмәләлә булыуы, уның ярлылығына ҡарамайынса, үҙ кешеһендәй хөрмәтләргә әҙерләнгәнен күргәс, Хәйретдин ҡыймай ғына рюмканы күтәрҙе. Үҙе эстән генә: "Уймаҡ һымаҡ нәмәгә һалғансы, сынаяҡҡа һалып бирһә нимә булған", - тип уйланы. Ултыра торғас, Хәйретдиндең дә теле сиселде. Бай Менән үҙ тиңдәшенә мөрәжәғәт иткән кеүек һөйләште. Хатта графинға ҡапланған биҙәкле ҡырһыҙ стаканды алып араҡыны шунан эсергә булды. - Һин мине ғәйепкә алма. Уҡымаған кешенең шул инде. Берҙе ошоға ҡойоп бир ҙә, етте. Хөрмәтеңә ҙур рәхмәт! Мине, ярлы кешене, ошолай итеп ситкә типмәүеңә рәхмәт. Мин яңылышмайыммы? Яңылышмаһам, ярар. Ә алтын тураһында килгәндә, мин уға төкөрәм! Араҡы эсеүҙән күңеле йомшаған Хәйретдиндең күҙ йәштәре сал ингән һаҡалы буйлап өҫтәлгә тамдылар. Ул шул ваҡытта бик ҡарт кешегә оҡшаны. Әйтерһең, араҡы урынына ҡартайта торған дарыу эскән. Бәке менән таҙа итеп ҡырылған таҡыр башын алға һалындырҙы. Тиргә һеңгән майлы, һырлы ҡара кәпәсе киндер ыштан кейгән тубыҡтарына шыуып төштө. Тишек сабатаһының йүкә абуркалары сиселеп тағатылғандар, һары балсыҡҡа мансылған киндер сылғауы һүтелгән, иҙеүе асылған. Бысраҡ киндер күлдәге лә нығыраҡ туҙғандай тойолдо. Елгә, бысраҡ һалҡын һыуға ярылып, ҡатып бөткән ҡулдары ҡалтырайҙар. Ул ямау өҫтөнә ямау һалынған күлдәгенең итәгенә ҡабаланмай ғына тызылдатып, танауын һөрттө. Тубығынан иҙәнгә шыуып төшкән кәпәсен башына кейҙе лә байға күтәрелеп ҡараны. - Эйе, мин алтынға төкөрәм! Беҙҙең кеүек ярлы-ябағаға табылған ҙур алтын килешмәй. Күпме кешенең башына етмәне ул! Күпме әйтә килдем, тыңламаның, улым, улым. Үҙ башыңа үҙең еттең шул... Ҡарттың ҡыланышына бай көслөк менән түҙҙе. Шартлап сығырға әҙер торған асыуын көскә йәшереп, һораны: - Бер нәмә лә аңламайым, кемдең кем башына еткән? Бай, ишек төбөнә барып ситек кейгән аяҡтарынан галоштарын систе лә, әллә ни хәтлем эш эшләгән кешеләй, йыш-йыш тын алып, Хәйретдин ҡаршыһына килеп ултырҙы, һалынып торған ҡорһағы бүҫелеп төшмәһен тигән һымаҡ, камзулының төймәләрен ҡаптырҙы ла, терһәктәрен тырпайтып, устары менән тубыҡтарына таянды. - Әллә минең башҡа етергә йөрөүселәр бармы? Кемдәр улар? Хәйретдин, ауырыуҙан торған хәлһеҙ кеше һымаҡ, башын һелкте. - Бай, тағы бер сынаяҡ һал әле. Эх, йөрәгем яна! - Араҡыны ҡарт тын да алмайынса күтәреп эсте. Кәләпүше өҫтөнә ҡолаҡсын бүркен кейҙе лә тыңламаған аяҡтарына баҫты. - Һыйың өсөн рәхмәт. - Ҡайҙа китәһең? Алтынды ҡайҙан тапҡаныңды әйтмәнең бит әле. - Бай кеҫәһенән аҡса сығарып һуҙҙы. Хәйретдин уның ҡулын кире этте. - Аҙ аҡса түгел. Самородоктың ташы күп сыҡҡан. Өс ҡаҙаҡ ярым ғына тартты... - Кәрәкмәй. Мин һиңә ул алтынды һатырға әпкилмәнем. Улым һаулығынан. - Иҫке ғөрөф-ғәҙәткә ныҡ ышанған Хәйретдин аҡсаны аҙ биргән өсөн түгел, ә, аҡсаны алһа, алтын эйәһе үлем алдында ятҡан улын үлтереүҙән ҡурҡты. - Мин алтын һатманым. - Алтын эйәһе ишетһен өсөн ул һүҙен икенсе тапҡыр ҡабатланы - Алтын минеке түгел, байҙыҡы. Алтынды мин һатманым! Миңә аҡса кәрәкмәй. Таҙа иҙәнгә келәмгә иғтибар итмәйенсә, Хәйретдин тыңламаған аяҡтарын көслөк менән һөйрәп ишеккә йүнәлде. Бай уның алдына сыҡты. - Аҙ ғына туҡта әле. - Тағы һиңә нимә кәрәк? - Алтынды ҡайһы ерҙән таптың? Тәүҙә шуны әйт. - Ниндәй алтынды? - Миңә биргән алтынды. - Белмәйем..Уны мин тапманым. - Нисек "тапманың"? Үҙенән-үҙе миңә килмәгән дәһә... Һе-һе-һе. Ул тапмаған. Ул һүҙҙе балаға һөйлә. Кемде ышандырмаҡсы булаһың? Йыуырмын да байырмын, тип уйлайһыңдыр, һинеңсә булмаясаҡ! Байҙың был һүҙҙәренән Хәйретдин үҙен айныған кеүек һиҙҙе. Алтынды байға килтереп ҙур хата эшләүенә тәүге тапҡыр үкенде. Алтындың ҡайҙан табылыуы тураһында әйтһә, бәлә артынан бәләне көт тә тор инде. Тау эйәһе үҙенекен итәсәк. "Кисә төшөмә ут булып күренгән нәмә тау эйәһе асыу тотоуын белдерткән икән. Мин уны аңламаным. Ҙур алтынды ташлау урынына, байға әпкилдем. Хәҙер булғаны булған, алтынды улым табыуы тураһында әйтмәҫкә. Белмәгәндең беләге тыныс. Әйтһәм, тау эйәһе улымды ғына түгел, зат-ырыуымды ҡоротасаҡ", - тип уйланы ул. - Йә, һуҙма. Алтынға бай ер булһа, үҙеңде аҡсаға ҡойондорасаҡмын. Ат, һыйыр, лафка һатып алырһың... Хәйретдин ҡарт был байҙан еңел генә ҡотола алмаясағын аңлағас, ғүмерендә тәүге тапҡыр алдашты: - Әйтһәм әйтәйем инде. Уны мин Кәжән йылғаһы буйынан барғанда... Ҡондоҙ ятыуын беләһеңме? Ишеткәнең дә юҡмы? Юҡтыр шул. Ана, шул урындағы бер ағас төбөнән таптым. - Шул ҡарт башың менән оялмай алдашһаң... алла башыңа һуғасаҡ. - Бай, күҙҙәрен уйнатып, хәйләкәр йылмайҙы. - Дөрөҫөн әйтәһеңме икән? Яңылышмайһыңмы? Уйлабыраҡ ҡара әле. Яңылышһаң, ҡара аны, шәп булмаясаҡ. Үҙеңә үпкәләргә тура килмәһен: мин шаярырға яратмайым. Был, миңә биргән самородогың өсөн тулыһынса иҫәпләштек тип һанаһаң... - Нимәһен һанарға? Мин биргән аҡсаңды алманым даһаң! - Беренсенән, "һин" түгел, "һеҙ", икенсенән, мин һеҙгә тиңдәш түгел, һеҙгә мин - бай әфәнде. Өсөнсөнән, әйтәйек, йәғни мәҫәлән, алтынды һеҙҙән бушҡа алманым. Тейешле хаҡын бирҙем. Үҙегеҙҙе лә нимә өсөн һыйлаған тип беләһегеҙ? Мин кешене буштан-бушҡа эшләтергә яратмайым. Халыҡ әйтмешләй, буштың атаһы үлгән. Эшләгән - ашаған. Эшләнеңме, тейешлеһен ал. Аша, эс. Уйна, көл. Байҙың был һүҙҙәренән бөтөнләй айныған Хәйретдин, ҙур эш боҙған ғәйепле кеше һымаҡ, ни тип әйтергә белмәйенсә, асыҡ иҙеүе аша күренгән йөнтәҫ түшенә башын эйеп, оҙаҡ ҡуҙғалмай торҙо. - Бай әфәндем, мин уҡымаған, ҡара кеше. Күбеһен белеп тә еткермәй торғанмындыр. Шулай ҙа мин аҡса һинән алманым... - Ә зәм-зәм һыуы? Оноттоңмо? - Бай кеткелдәп көлдө. - Бер мискә араҡы... Бергә килгән иптәштәрең рәхәтләнеп эсте. Бар, аларҙан һора. Үҙеңә өҫтәп аҡса бирәйем тигәйнем дә, алманың, башҡаһын бирә алмайым. - Бай әфәндем, һиңә ул алтынды мин һатманым бит! Һинән түләтергә лә теләмәйем. Миңә байлыҡ, алтын кәрәкмәй. Шулай ҙа шутлаштыҡ, тимә. Беҙ шутлашманыҡ. - Хәйретдин тау эйәһе ишетһен өсөн һуңғы һүҙгә баҫым яһаны: - Шутлашманыҡ! Шутлашырға ла теләмәйем. Балам ғына һау булһын. Миңә аҡса кәрәкмәй. Аҡса ярлыға йоҡмай ул. Уның менән мандып булмаҫ . - Ярай, улайһа, ошо ҡағыҙға дамғаңды ҡуй, - бай еҫтәлдән алып бер бит ҡағыҙҙы һуҙҙы. - Минең күҙем танымай, нимә яҙылған? Уҡып күрһәт. - Унда: "Миңә байҙан бер нәмә лә кәрәкмәй", - тип яҙылған. Унан, шутлашманыҡ, тип әйтһәк тә була. Мин шу ҡағыҙҙы берәүһенә лә күрһәтмәм. Ҡағыҙ һинең ризалығыңды белдереп, бер-бер хәл сыҡһа, һин тауыш күтәрмәһен өсөн генә яҙылған. Ҡул ҡуй. Шутлашманыҡ, алтынды миңә бушлай бирелгән тип һанарбыҙ. Улының, зат-ырыуының һаулығы тураһында ғына борсолған, тау эйәһен асыуландырмаҫҡа, уның алдында үҙен ғәйепһеҙ күрһәтергә тырышҡан иҫерек Хәйретдин, бер аҙ икеләнеберәк торғандан һуң, байҙың тәҡдименә риза булды. - Ҡана, бир. Ҡайҙа ҡуяйым? Ҡара менән яҙылған һүҙҙәрҙең аҫтына бай төртөп күрһәтте, Хәйретдин, ҡатып бөткән бармаҡтарын тыңлата алмайынса, ҡәләмде төрлөсә борғолап, оҙаҡ мәшәҡәтләнде. Ҡәләм осон теле осона тейҙерҙе. Илһенмәгән ҡулын ҡағыҙ өҫтөндә тыныс тоторға тырышып, хәл йыйҙы. Шунан, яйын табып, ашыҡмайынса, көскә салҡатан ятҡан ярты айға оҡшаңҡыраған ай тамғаһын һыҙҙы. Ҡәләмен ҡағыҙ өҫтөнә ҡуйғас, әллә ниндәй эш башҡарған төҫлө, ауыр итеп көрһөндө. - Ҡаралыҡ ҡара инде. Ҡағыҙға ҡул ҡуйыуы көнө буйы таш ташығандан да ауырыраҡ. - Хәйретдин аҡ ҡағыҙға ҡулынан йәбешкән һары балсыҡ табын һөртөргә эйелде. Уны бай этеп ебәрҙе лә ҡағыҙҙы тартып алды. - Ни эшләттең һин?! - байҙың йөҙҙәре ағарҙы. Хәйретдин аптырап байға ҡараны. - Бысрағын һөртәйем тигәйнем. - Шулаймы ни... Ярар. Ғәйепкә алма. Үҙ кешеләр бит. - Ҡағыҙҙы, дүрткә бөкләп, түш кеҫәһенә тыҡты ла бай сәғәтенә ҡараны. - Ой, бик оҙаҡ ултырғанбыҙ икән. Берҙе һалып эс тә, хуш бул! - Бай үҙенә рюмкаға ҡыҙыл араҡы һалды. - Юлға берҙе күтәрәйек. - Мин һеҙҙән аҡса алманым, алтынды һатманым, шулаймы? - Эйе. - Бай, кеше тыңламаймы тип, ишекте асып ҡараны. - Эйе, һинән үҙемә тейешле булған алтынымды алдым. - Бай, тау эйәһенән ҡурҡмайһыңмы? - ҡарт үҙен борсоған һорауҙы бирҙе. - Ҡурҡам. Ләкин ул миңә ҡағылмай. Уның доғаһын беләм. - Бай хәйләкәр йылмайып, рюмкаһын күтәрҙе: - Һинең һаулыҡҡа, минең байлыҡҡа. - Ярай, мин дә ҡайтайым инде. - Хәйретдин ҡулын һуҙҙы. Бай, үҙенә һуҙылған ҡулды күрмәмешкә һалынып, өҫтәл өҫтөндәге китаптың биттәрен асҡылай башланы. - Һау бул, ғәйепләмәй кит. Ярҙам кәрәк булһа, тапҡыр үҙемә кил. Оялма. Әйткән ереңдән алтын һәйбәт сыҡһа, буш итмәм. Бүләкләрмен. Бик күп аҡса бирәсәкмен! Бай яҡшыны онотмай, - тине ул, бәхете артыуына ҡыуанып. Эйе, ҡыуанырлыҡ та шул. Бына ҡасан табылды бәхет асҡысы! Хәйретдин ҡарттан ишеткән һүҙ дөрөҫләнһә, ул тағы ла нығыраҡ байыясаҡ. Ғүмерендә күрмәгән, төшөнә лә инмәгән хазинаға бер үҙе генә хужа буласаҡ. Бынан һуң, бәлки, ваҡытлыса Ырымбур ҡалаһынан күсеп килергә лә кәрәктер. Юғиһә уны күптәр күреп белмәй. Приискыға онотҡанда бер, йәмле йәй аҙаҡтарында ғына килеп китеүе эшме ни? Уның исеменән приискыла етәкселек иткән управляющийға ла ышаныс аҙайҙы. Саҡмай ауылы түрәләре хаҡында әйтәһе лә юҡ. Уларҙы буйһондороу өсөн күпме аҡса, күпме көс түгергә тура килде Ғәлиәхмәт байға. Шулай ҙа теләгенә иреште. Хәҙер уға тиң кеше юҡ был яҡта. Бөтә нәмәгә баш һәм түш. Үҙҙәрен Саҡмай ауылында батша һымаҡ тотҡан Хажисолтан бай менән староста Мөхәррәм, Ғилман мулла, Ғәлиәхмәт байҙың хатта исеменән ҡурҡалар. Юрғашты алтын приискыһына Ғәлиәхмәт бай килгән саҡта уның алдында ялағайланып йөрөйҙәр. Уны саҡырып ҡунаҡ итәләр, хөрмәтләйҙәр. Дөрөҫ, ҡасандыр, борон заманда, Ғәлиәхмәт байҙың олатаһы Ғабдрахман бай менән ауыл халҡының ер өсөн зыҡ ҡубыуҙары тураһында легенда йәшәй. Юрғашты йылғаһы буйында бай алтын ятышын белгәс, ул Саҡмай ауылы түрәһенә килгән һайын ҡыйбатлы бүләктәр биргән, дуҫлашҡан. Тик шунан һуң ғына ун тәңкә аҡсаға Ғабдрахман байға үгеҙ тиреһендәй ер һатып алырға булған. Башта Саҡмай ауылы байы был кешене "останым" тип шатланған. Ләкин Ғабдрахман бай уға ҡарағанда ла хәйләкәрерәк булып сыҡҡан. Миңә артығы кәрәкмәй тигән дә, ул үгеҙ тиреһен бөткәнсе еп нәҙеклегендә телгеләгән, остарын бер-береһенә бәйләп һуҙғас, егерме саҡрым самаһы ерҙе уратып алырға еткән. Шул саҡта ғына Саҡмай ауылы байы тиренең һуҙылыуына ғәжәпләнгән һәм отолоуы өсөн үкенеп бөтә алмаған, имеш, тиҙәр. Ике бай араһындағы килешеүҙе ишетеп ҡалған ауыл кешеләре баш күтәргәндәр. Ер-һыу именлеген килмешәктәрҙән һаҡлап ҡалыу өсөн, улар күп йылдар буйы батырҙарса көрәшкәндәр, ти. Легенданың ысын булыуын берәү ҙә ныҡлап дөрөҫләй алмаған. Юрғашты буйына Ғәлиәхмәт байҙың ата-олаталарының нисек хужа булыуын да белеүсе кеше юҡ. Ҡайһылай ғына булмаһын, Ғабдрахмановтар ырыуы быуындан-быуынға үрмәксе кеүек халыҡтың ҡанын һурып, ҡорһаҡ үҫтерәләр. Бында уларҙан да көслө һәм ҡомһоҙ йыртҡыс табылмаясаҡ. Ябай кешеләрҙең тормошо байҙар өсөн себендәй ҙә күренмәй. Халыҡ иҙелә, яфалана. Унарлап старателдар ер аҫтында баҫылып ҡала. Итәк тулы балалар менән ҡалған тол ҡатындар ҡан йәштәрен түгәләр. Тере мәйеткә әйләнгән етем балалар бер һыныҡ икмәк өсөн ер ҡаҙалар. Тапҡандарын бушлай Ғәлиәхмәт байҙың управляющийына һаталар. Байҙар халыҡтың яҙмышы һәм көнкүреше менән ҡыҙыҡһынмайҙар. Уларҙың ҡырылыуына ҡарт Урал тауы итәктәренән аҡҡан Юрғашты йылғаһы ғына шаһит була ала. Ул, быуаттар буйы халыҡтың моң-зарын йыуып, аға ла аға. Юргашты йылғаһы буйындағы алтын приискыһында йыуылған буш таштар, ҡомдар һары тауҙарға әйләнде. Йөҙәр йыл буйы отвал өҫтөндә ағастар, үләндәр үҫә. Приискылағы тормош бер гөрләп, бер һүлпәнәйә. 1900 йылдарҙа приискыла эш бөтөнләй туҡтаны. Юрғашты йылғаһы буйында унан-бынан ғына һалынған өйҙәр, землянкалар, емерелеп, ҡара тупраҡҡа әйләнделәр. Уларҙың урынын кесерткән, алабута үләндәре ҡапланылар. Ҡырҙан килеүсе старателдарҙың эҙе лә ҡалмай. Саҡмай ауылы кешеләре тынысланды. Ата-бабанан ҡалған ерҙе ҡаҙып туҙҙырыусы кешеләр китеүенә ҡыуандылар. Яҙын - яҙғы йортҡа, ҡышын ҡышлауға күсеп, мал көттөләр. Малһыҙ халыҡ, ярлы-ябаға ауыл байҙарына ялсы булып ялландылар. Хажисолтан бай менән Ғилман мулла ла иркен тын алды. Ләкин бер-береһен күрә алманылар. Эт кеүек ыҙғыштылар. Байлыҡтарын арттырырға ынтылып, ялсыларын иҙҙеләр. Уларҙан староста, йәки халыҡ әйтмешләй, "һары муҡшы" ла ҡалырға тырышманы. Ул, халыҡтан взятка алып, йылҡы малдарының һанын утыҙ башҡа еткерҙе. Ауыл байҙары араһындағы ыҙғышты 1908 йылда яңынан асылған приискы хәл итте. Улар бер-береһе менән талашыуҙан туҡталып, үлем көткән кеше һымаҡ ҡурҡып, Ғәлиәхмәт байҙың яңынан килеүен көттөләр. Приискының асылыуын ишеткән күрше ауылдарҙағы кешеләр Юрғашты йылғаһы буйлап ағылдылар. Улар, ағастарҙы ҡырып, ҡыуыш, землянкалар ҡорҙолар, балагандар һалдылар. Бер нисә йылдар тыныс торған ерҙә тағы ла старателдарҙың тәртипһеҙ урынлашҡан поселкаһы барлыҡҡа килде. Дүрт йылдан һуң приискылағы алтын запастары яңынан кәмене. Ғәлиәхмәт байҙың борсолоуы артты. Нисек тә булһа приискыны япмаҫҡа тырышып, иҫке шахталарҙы файҙаланды. Шул тирәлә эшләгән старателдарҙы икенсе урынға ҡыуҙы. Разведканы көсәйтте. Ләкин алтын запасы табылманы. Бынан һуң барыһы үҙгәрәсәк, башҡаларға ҡарағанда ла бай һәм ҡеүәтлерәк буласаҡ .. Хәйретдин ишектән юғалғас та, Ғәлиәхмәт самородокты өҫтәлгә сығарып һалды. Самородокты һимеҙ һәм ҡыҫҡа бармаҡтары менән әйләндереп, һоҡланып туя алманы. Әгәр ҙә ашай торған нәмә булһа, уны күптәнән ашаған булыр ине. Кемдер ишек ҡаҡты. Ғәлиәхмәт ҡабаланып алтынды тимер һандыҡҡа бикләне. Ишектән управляющийҙың башы күренде. Бай, балҡылдап торған йыуан елкәһен көскә бороп, иркенләп ултырҙы һәм, управляющий Ивановтың ултырыуын да көтмәйенсә, һүҙ башланы. - Был, ҡарт ишәк, "йыуаштан йыуан сыға" тигәндәй, үҙен бик тыныс ҡына тотһа ла, бик арҡыры күренә. Алтынды ҡайҙан тапҡанын әйтмәне. - Самородокты ул тапмаған. - Кем тапҡан? - Малайы. Управляющий Иванов Ғәйзулланың алтын табыуы һәм юлда билдәле булмаған кеше уны, таларға маташып, хәлдән яҙҙырғансы туҡмауы тураһында яҙа-йоҙа ишеткән һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәйенсә байға һөйләне. - Ул алтын яңы ерҙән булырға тейеш. Беҙҙең йыуған ерҙә ундай эре самородоктар ҡалмаған. - Һин алтынға бай урын табыласағына ышанаһыңмы? - тип һораны Ғәлиәхмәт. - Ышанам. Алтын не початый край, - тип яуап ҡайтарҙы управляющий. - Бик күп. Бында иҫке ғөрөф-ғәҙәткә ышаныусан халыҡ йәшәй. Ҙурыраҡ алтын тапһалар, тау эйәһенән шөрләйҙәр. Шуға күрә лә улар тыранса ярыуҙы, һалабаш ебетеүҙе, ыҫмала ҡайнатыуҙы, мал көтөүҙе артығыраҡ күрәләр. Алтында эшләүселәрҙе күрә алмайҙар, һуңғы йылдарҙа ғына Саҡмай ауылы кешеләре приискыла эшләй башланылар. - Уларҙа минең эшем юҡ. Ҡайҙа һуң вәғәҙә иткән алтынға бай урындарың? - тип һораны бай, ҡыйынлыҡ менән тын алып, тирләгән маңлайын ҡулъяулығы менән ыуа-ыуа. - Әлегә әйтә алмайым, - тине Иванов. - Ә мин көтә алмайым. Аңлайһыңмы? Мин күп көттөм. Миңә алтын кәрәк. - Бай, өндәшмәйенсә, оҙаҡ хәрәкәтһеҙ уйланып торҙо. - Минең бында оҙаҡ йәшәргә ваҡытым юҡ. Иртәгә ҡайтып китәм, - Ул түш кеҫәһенән Хәйретдин ҡул ҡуйған ҡағыҙҙы сығарып управляющийға һондо. - Был алтын асҡысы. Башыңдан артыҡ һаҡла. Управляющий ҡағыҙға күҙ йөрөтөп сыҡты. - Аңлашыла. Урынына еткерермен. Бындағы халыҡ йүкә шына ҡағыуҙы ярата. Маҡтаныңмы - эрей ҙә китә, йәнен бирерҙәй була. Асыуланһаң, киреләнә. Унан, алдына сығарым, тимә. Маҡтап та сыҡмаһа? Управляющий ҡулдарын йәйҙе. Бүтән әмәлен эҙләргә тура киләсәк. Ләкин ашығырға ярамай. Ашыҡкан - ашҡа бешкән. - Һиңә ниңә Хәйретдин ҡарттың малайынан һорашып белмәҫкә? Алтынды ул тапҡан тинең түгелме? - Ул малай үлем хәлендә ята, ти. Уға өмөтләнеп булмаҫ. Бер ҡулын, бер аяғын һындырғандар. - Малайҙы терелтергә кәрәк. Ҡаланан врач саҡырт. Аҡсаны йәлләмә. Беҙҙең приискының киләсәге яңы урын табыуҙан ғибарәт, шуны иҫеңдән сығарма. - Тырышырмын. - Бер аҙ ятып хәл йыяйым, - тип бай ишектән уң яҡтараҡ торған күн диванға мендәр ырғытты ла һуҙылып ятты. - Конторала йоҡлауы һеҙгә уңайһыҙ бит. Управляющийҙың һүҙен бай ишетмәне. Шунда уҡ ҡаты йоҡоға сумды. Уға ҡарап хәрәкәтһеҙ ҡалған Иванов: "Был, ҡомһоҙ, самородоктан миңә татытмаҫҡа уйлаймы икән ни? Хәйретдинен да әйтер инем инде. Алтынды миңә килтермәгән. Йүнһеҙҙең йүнһеҙе шул", - тип үкенә-үкенә, яҡ-яғына күҙ һалды. Шунан самородок бикләнгән тимер һандыҡтың йоҙағын тартып ҡараны ла аяҡ осона ғына баҫып конторанан сыҡты.


V

[edit]

Ҡараңғы төшөп тә етмәне, кәрәсингә мохтаж ауыл халҡы ятып йоҡларға ла өлгөрҙө. Тирә-яҡ тып-тын. Манараһы һерәйеп торған мәсет тирәһендәге бай өйҙәренең тәҙрәләре аша ғына балҡыған яҡтылыҡ ергә йәйелә. Хисмәтулла иҫерек көйө мәсет эргәһенән уҙырға баҙнат итмәне. Кәжән йылғаһы буйлап Хажисолтан байҙың аҙбары артына сыҡты һәм ҡыйыҡ урынына кәҫ йәйгән землянкаға инде. Эстә күҙгә төртһәң дә күрерлек түгел. Ҡарындыҡ тәҙрә киске эңер яҡтыһын түгел, көндөҙгө яҡтыны ла үткәрмәй. Ҡараңғыға бер аҙ күҙ эйәләшкәс, урындыҡтағы бөтә нәмә ят, алыҫ кеүек тойолдо. Сыуал артында бер туҡтауһыҙ, маҙа килтереп, өй сиңерткәһе серелдәй. Түрбаштан әллә ниҙә бер ыңғырашҡан ҡатын тауышы ишетелә. - Әсәй, әллә ауырып киттеңме? - Хисмәтулла улым, һин ҡайттыңмы? Ниңә бик оҙаҡланың. Хисмәтулла, әсәһенә үҙенең ни эшләүе һәм ҡайҙа юғалып йөрөүен белдермәҫкә тырышып, һорауын ҡабатланы - Әсәй, әллә ауырыйһыңмы? - Ауырыбыраҡ торам шул, балаҡайым. Хажисолтан һуғымлыҡҡа бер йылҡы һуйғайны. Хөппөниса шул йылҡының эсәк-ҡарынын йыуырға ҡушҡайны. Әллә, ауыр күтәреп, эсем төшөп ҡуйҙы инде? - Әсә ыңғырашты. - Алла, эй аллам! Эсем ауырта. Тәҡәт тотор хәл юҡ. - Ниңә барҙың һуң? - Бармай ни хәл итәһең. Йомошом төшкән һайын шуларға барам. Үткән айҙа торған өйөбөҙ өсөн дә утыҙ тиндән биш тин бирәсәгебеҙ ҡалғайны. Шуны һаман биреп булмай . - Әсә әҙ генә шымып ятты. - Ут яҡтыртып, әҙерәк тамағыңды ялғап ал. Һалма ағас сеүәтәлә. - Сыуалға яғайыммы? - Утынды әрәм итмә. Ҡышҡа ҡалһын. Сыра ғына яҡтырт. Сыра усаҡ өҫтөндә. Хисмәтулла, һуҡыр кеше шикелле һәрмәнеп, усаҡ өҫтөндәге сыраны эҙләне. Шунан әсәһенең сыуал төбөнә көлгә күмеп ҡалдырған ҡуҙҙы ҡараны. Көлдө төрлө яҡҡа туҙҙырып, оҙаҡ маташҡандан һуң ғына, һүнмәй ҡалған энә осо кеүек кенә ҡуҙ баҙлауы күренде. Хисмәтулла уны һаҡлыҡ менән күмер өҫтөнә һалып оҙаҡ өрҙө. Башы әйләнде. Серек утын күмере ҡайын туҙға шунда ла тоҡанманы. - Янмаһа, этләнмә, балам. Сыуалдың ҡашағаһында алты бөртөк шырпы ҡалғайны. Береһен алып тоҡандыр. Алла бойорһа, яҙғаны табылыр әле. Хисмәтулла нәҙек кенә итеп телгеләнгән ике сыраны шырпы менән бер юлы яндырҙы. Сыраның янған осо ҡуҙланып һүнә башлағас та, күмерен таҙартып, икенсе яғын бороп ҡуйҙы. Ҡараңғылыҡ мөйөштәргә һырынды. Сыра яҡтыһында әсәһе ятҡан ҡаҡ урындыҡ, аҡланмаған сыуал, яртылаш емерек усаҡ, ер иҙән, төтөнгә ыҫланған түбә таҡтаһы яҡыныраҡ булып күренделәр. Бына ошо өйҙә тороп, уның әсәһе Сәйҙеямал менән атаһы Хөснөтдин йәш ғүмерен уҙғарғандар. Хөснөтдин Хажисолтан байҙың йылҡыһын көткән, Сәйҙеямал бай бисәләренең керен йыуып, өйөн таҙартып, көн күргәндәр. Улар иртәнән ҡараңғы кискә тиклем байға хеҙмәт итеп, эшләгәндәре ашарҙарына ла етмәгән. Береһенән-береһе бәләкәй дүрт баланы (уйҙыра алмайынса, Сәйҙеямал бай өйөнән мөнйөлгән һөйәктәрҙе, эткә биргәндән ҡалған икмәк һыныҡтарын алып та ҡайтҡыланы. Шулай булһа ла, улар тормоштан зарланманылар. Аслы-туҡлы торһалар ҙа, үҙҙәрен бәхетле һананылар. Бүтәндәргә ундай тормош та эләкмәй. Балаларының яҙмышын ҡатынына ҡалдырып, ҡапыл ғына ире мәрхүм Хөснөтдин үлеп киткәс, Сәйҙеямал тормоштоң бигерәк тә ауыр булыуын аңланы. Атаһыҙ, ас-яланғас ҡалған дүрт баланан Хисмәтуллаһы ғына яҡты донъяны ташлап китмәне. Хисмәтулла сыра яҡтыһында ағас сеүәтәләге һалманы, йылытмайынса, икмәкһеҙ-ниһеҙ ашаны, сыра төтөнө өйгә тулды, күҙҙе әсеттерҙе. - Итлеме? - Эйе. Бик тәмле. - Хисмәтулла ауыҙына ҡабырға йыйынған ҡалағын сеүәтәгә кире ҡуйҙы. - Һин үҙең ҡабып та ҡараманыңмы? Ниңә элегерәк әйтмәнең, бөтөрә яҙҙым. - Аша, аша, балам. Мин туҡмын. - Юҡ, һин асһың, һин гел шулай ас ултыраһың. Мәле, исмаһам, ҡалғанын эсеп ҡуй. - Хисмәтулла урындыҡта ятҡан әсәһенә ҡалған һалманы көслөк менән ашатты. - Үҙең туймай ҡалдың. Миңә, өйҙәге кешегә, етер, һин эш кешеһе, балам. Ҡалғанын үҙең ашап ҡуй. - Сеүәтәне улына шыуҙырҙы. - Ҡалған өйрә булһа ла, бик тәмле. Гөльямал еңгәң алып килгәйне. Алла. Эй алла! Эсем. Тағы ла тота. Алла, алла... - Сәйҙеямал, ыңғырашыуҙан туҡталғас, оҙаҡ уйланып ятты. - Теге донъяға барғас, ни тип яуап бирелер инде. Хоҙай тәғәлә үҙе ярлыҡаһын. Үҙ ғүмеремдә кешегә изгелектән башҡаны эшләмәнем. Алла бирһә, ике яҡ яурынымдағы ике фәрештә хаҡ. Һул яҡ яурында торған фәрештәнең яманлыҡты, уң яҡ яурында торған фәрештәнең гел яҡшылыҡты яҙыуын ишеткән Хисмәтулла әсәһенә алтын байы һыйын эсеүе тураһында һөйләп бирҙе. - Эй балам, балам. Атайың мәрхүм ҡыланмағанды ҡыланғанһың шул. Мосолмандарға араҡы эсеү, тәмәке тартыу харам икәнен белмәнеңме ни? - Беҙҙе һыйлаған бай үҙе мосолман кешеһе. Уҡымышлы, ҡөрьән сыҡҡан кеше, тиҙәр. Ул үҙе лә эсә, ти. Гонаһ булһа эсер инеме? - Бай эсһә, таҙа балдан яһалғанын эсә. Бал булмаһа, буҙа әсетеп эсә. Саф, таҙа ашамлыҡтан эшләнгән, нәмәнең гонаһы булмай. Шифаһы ла ҙур. Усаҡ өҫтөндә әҙерләнгән сыра күптәнән инде янып бөттө. Еүеш еҫ аңҡытып торған өйҙө тағы ла ҡараңғылыҡ солғап алды. Яҡты саҡта тиҫкәрелек менән бер стенанан икенсе стенаға һуғылған ҙур себен дә кинәт кенә шымды. Сыуал артында серелдәгән тынғыһыҙ сиңерткә генә, ҡараңғылыҡҡа иғтибар итмәйенсә, өҙлөкһөҙ серелдәне. - Араҡының гонаһы булғас, мулла прииск ҡабағында һатыуҙан ниңә тыймай? Унда эсәләр, һуғышалар, буҙлайҙар. Мулланың барып та әйләнгәне юҡ. - Әстәғәфирулла тәүбә! Нимә һөйләйһең һин, балам?! Мулла тураһында шулайтып әйтеү түгел, башыңа килтереүе лә гонаһ! Шул приискы тигән нәмәңә эшкә инергә йөрөгәндүк йөрәгем һиҙгәйне лә... Мулла хәҙрәт әйткәйне, улың аҙмаһа ярар ине, тип... Ахыры замана етеүе шулдыр инде. Йә, хоҙайым, үҙең ярлыҡа. Ай-ай, алла, эсем! - Ҡайынбикәнең хәле тағы ла ауырайҙымы әллә? Асылып ябылған ишек төбөндә Гөльямалдың тауышы ишетелде. Сәйҙеямал ыңғырашыуынан туҡталғас, бышылдап ҡына ятҡа белгән доғаларын уҡып сыҡҡандан һуң: - Килен, һинме? Кил быяҡҡараҡ. Һалмаң өсөн рәхмәт. Бик тәмле булды, - тине. - Хәлең нисек, ҡайынбикә? Шуны белергә тип кенә килгәйнем, - Рәхмәт, килен. Бик ҙур рәхмәт инде, туғанды туған тип, күрә белгәс. Аллаға шөкөр, хәлем һәйбәтләнде. Мулланан өшкөртөп апҡайтып биргән ҡағыҙың шифалы булды. Шуны сайҡап эстем. Хәҙер эсемде һирәк тота. - Улай булһа, ҡайтайым инде. Хәлеңде белгәс, йәнем тынысланды. Тыш бик ҡараңғы. Ҡәйнеш, - Гөльямал Хисмәтуллаға боролдо, - әллә оҙатып ҡуяһыңмы? Ҡурҡам. - Килгәндә ҡурҡмағаныңды, ҡайтҡанда ҡурҡмаҫһың әле. Минең йоҡом килә. - Килгәндә, ҡайынбикәнең ауырыуын белеп, ҡурҡыуҙың ни икәнен белмәгәйнем шул. Йөрәгем тынысланғас, тышҡа сығырға ла ҡурҡам. - Ҡурҡытырһың һине! Шайтанды һин үҙен ҡурҡытырһың әле. - Балам, еңгәңә рәхмәт әйтеү урынына, ниңә шулай арҡыс-торҡос һөйҙәшәһең. Бар, оҙатып ҡуй. Ҡатын кеше бит, ҡурҡалыр. Әсәһенең күңелен төшөрмәҫ өсөн, Хисмәтулла ҡаршылашманы, һике өҫтөнә һалған кәпәсен һәрмәп ҡулына эләктереп алды ла тышҡа сыҡты. Төн эңергә ҡарағанда яҡтыра төшкән. Күк йөҙөндәге йондоҙҙар йымылдашып ергә ҡарайҙар. Үҙенең артынан ап-аҡ юл ҡалдырып йондоҙ атылды ла ситкә ҡыя китеп һүнде. Эстән генә Хисмәтулла йондоҙҙарға ҡарап һамаҡлай башланы: - Етегән тигән ете йондоҙ ете уратып әйтһәм һауап була. Етегән тигән ете... - Ҡәйнешкәйем, әллә йондоҙ шуттайһыңмы? - Гөльямал Хисмәтулланың артынан килеп ҡосаҡланы. Уның эҫе тыны Хисмәтулланың битенә бәрелде. Ҡулы, бармаҡтары, тәне, хатта тауышына тиклем дерелдәй. - Әйҙә, ҡәйнеш, оҙат. Әйҙә! Хисмәтулла кинәт кенә еңгәһенең ҡулын ысҡындырып төртөп ебәрҙе һәм, аптырауынан, ни эшләргә белмәйенсә: - Һин битһеҙһең! Битеңдә оят ҡалмаған, - тине. - Оятһыҙ бисә булһам да, һинең Нәфисәң менән үҙемде тиң ҡуймайым. Аллаға шөкөр, һауып эсәйем тиһәм - һыйырым бар, егәйем тиһәм - атым бар. Һинең артыңдан абышҡа тапмағандан йөрөмәйем. Теләһәм, уныһы ла булыр. Тик ят кешене генә кинәндергем килмәй. Ә һинең Нәфисәңдең бетенән башҡа нимәһе бар? Мәһәренә түләүҙе лә онотма, ҡәйнеш! - Ҡысҡырма, кеше ишетер. Әлләймә тип уйларҙар. - Ишетһен. Уйҙаһын. Бында мин бер ни ҙә урламайым. Йә, әйҙә, киттекме? Инәлтмә. - Гөльямал тағы ла Хисмәтуллаға яҡынлашты. Уның тәне, биҙгәк тотҡан кешенеке һымаҡ, ҡалтырана. - Кит, яҡын килмә! - Хисмәтулла Гөльямалды тағы этеп ебәрҙе. Гөльямалдың, ҡәйнешен юхалап күндерә алмағас, асыуы ҡабарҙы. - Ҡәҙерҙе белмәһәң, белерһең әле. Һуң булыр. Бөгөн Хажисолтан бай Хәйретдиндең аҡтыҡ атын һуйып ашаны. Бар, Хәйретдингә ат урынына үҙең егелерһең? Кеше ҡайғыһына шатланған Гөльямалдың һуңғы һүҙенә сыҙай алмайынса, Хисмәтулла шап итеп ергә төкөрҙө лә ҡойма аша һикерҙе. - Хисмәт, ҡәйнеш, туҡта әле. Ҡәйнешкәйем... Хисмәтулла боролманы. Уны Гөльямалдың күҙҙәренән ҡараңғы төн үҙенең ҡуйынына йәшерҙе. Таң яҡынлаша. Кәжән йылғаһы аръяғындағы ағастарҙың ҡарасҡыл шәүләләре асығыраҡ күренә башланы. Йылға өҫтөнән боҫ күтәрелә, ысыҡ тамды. Үләндәрҙе шытырҙатып, аҙашҡан йылы ел килеп сыҡты. Ул үҙе менән алабута еҫен килтереп таратты. Хәтһеҙ ваҡыттан бирле, башын түбән эйеп, аңҡы-тиңке йөрөгән Хисмәтулла, үҙе лә һиҙмәҫтән, кәртә артында үҫкән кесерткәндәр араһына барып сығыуына аптыраны. Ҡайҙа барғанын үҙе лә аңламаны. Ә аяҡтары тар һуҡмаҡ буйлап уны түбәһенә ҡый үлән үҫкән өйгә алып килделәр. Ул, Хәйретдин ҡарттың кәртәһенә килеп ингәс кенә, һиҫкәнеп китте. "Таң тишегенән ни эшләп йөрөйөм әле. Һыйыр һауырға күп ваҡыт бар", - тип кире боролғанда ғына, өй эсенән сыҡҡан төрлө тауыштарҙы ишетте. Урлашырға йөрөгән бур һымаҡ, ул, боҫоп ҡына, ҡапҡа яғына ҡараған ҡарындыҡ тәҙрәне тишеп, өй эсенә ҡараны. Сыуал эсенә һөйәп ултыртылған ҡоро утын сытырҙап-сытырҙай иҙәнде һәм урындыҡтың бер өлөшөн яҡтырта. Ялҡын ҡатыш атылған һирәк-мирәк осҡондар иҙәнгә сәсрәйҙәр. Өй эсендәге нәмәләрҙең аҫты-өҫкә килтерелгән. Ишек төбөндәге урындыҡта, бер нәмә лә белмәйенсә, ыңғырашып Ғәйзулла ята. Икенсе яҡ мөйөштә, яулыҡ бөркәнеп, ике ҡыҙы менән Фәтхиә ултыра. Хисмәтулла ҡамсы тотҡан Хәйретдиндең ҡыланышына ҡарап ғәжәпләнде. Ул, утын ярғандағы һымаҡ, аһылдай-аһылдай Ғәйзулланың тирә-яғына ҡамсы менән һуҡҡылай. Шапылдаған ҡамсы тауышы сыҡҡан һайын, Ғәйзулла ҡысҡырып ебәрә, һул ҡулын бөйөрөнә таянып, иҙән уртаһында торған көрәк һаҡаллы күрәҙә, Хәйретдингә эйелеп, ниҙер шыбырҙай. Уның һуңғы һүҙҙәре генә асыҡ ишетелделәр. - Ана-ана! Албаҫты малайыңдың аяғын ҡытыҡлай Аяғы осона һуҡ! Әһә-әһә, урындыҡ аҫтына ҡасты - Күрәҙә урындыҡ аҫтына эйелеп сыра яҡтыртты. - Әй, мәлғүн! Һин унда ултыраһың икән. - Ул бик ҡабаланып Хәлфетдинға боролдо: - Ике урындыҡ таҡтаһын ал! Ҡамсың менән нығыраҡ ошо урында тарт! Әһә! Өлөшөңдө алдыңмы? Бөгәрләнеп китте. Ана, ана ҡасты! Хәйретдин менән күрәҙә иҙән буйлап йүгереп йөрөй башланылар. Хәйретдин әле иҙән уртаһында туҙып ятҡан яҫтыҡҡа, көлдөксәгә, әле мөйөшкә һуға... - Һәй, мәлғүн, ишек төбөнә китте, ҡыҙым, ишегеңде ас! - Нәфисә йүгереп барып ишекте асты. - Сыҡты! Күрәҙә, ҙур эш башҡарған кеше һымаҡ, түрбаш яғындағы урындыҡҡа барып ултырҙы. Манма тиргә төшкән Хәйретдин ең осо менән битендәге тирен һыпырҙы ла, ике ҡулын һалындырып, хәлһеҙ генә улының эргәһенә барып эйелде. Фәтхиә ашыҡ-бошоҡ туҙған әйберҙәрҙе йыйыштырҙы. Нәфисә әсәһенә ниҙер барып шыбырҙаны. Шунан, ҡабаланып, һикенән күнәген алды ла тышҡа сыҡты. - Нәфисә! - Хисмәтулла?! Иртәнге ҡуйы томан араһынан сыҡҡан егетте күреп, ҡыҙ ҡаушап ҡалды. - Нәфисә! - Хисмәтулланың бышылдап өндәшкән һүҙе ҡыҙға ҡысҡырып әйткән кеүек тойолдо. Ул яҡ-яғына боролоп ҡараны ла: - Сеү, шымыраҡ. Күрәҙә менән атайым сығырға тейештәр. Мине Бәлхизәләрҙә көт. Хәҙер һөйләшергә ярамай, - тине. - Ғәйзулланың хәле нисек? - Насар шул, үҙенә албаҫты оялаған. Әле шуны ҡыуҙылар. Шул алтын арҡаһында тормошобоҙ бик тиҫкәре булып китте әле. Шахтаға төшөп үлгән башмағы өсөн, Хажисолтан кисә бейәбеҙҙе әпкитеп һуйҙы. - Был һүҙҙән һуң Хисмәтулланың тамағына ҙур таш торғандай булды. - Башмағыбыҙҙы күрәҙәне ашатырға үҙебеҙ һуйҙыҡ .. Ишек асылды. Хисмәтулла кәртә артына йүгерҙе. - Нәфисә! Ҡайҙа баттың, ә? - Хәҙер ҡайтам.


VI

[edit]

Күрәҙә, бармаҡтарын ялай-ялай, алдына ҡуйған бер табаҡ һимеҙ итте алмап-йолмап ашап бөтөргәс, бер туҫтаҡ һурпаны һемереп эсте лә, бөкләнгән аяҡтарын һоноп, стенаға һөйәлеп ултырҙы. Кикерҙе. Кикергәндә, һаҡалы аҫтындағы оро кеүек ҙур күмәгәйе һикереп китерҙәй төҫлө күренде. Күрәҙә, туйып кикереүенә шөкөр итеп: - Әлһәмде лилляһи раби ғәләмин, - тине лә мыйығын, һаҡалын һыйпаштырғыланы, һәм Хәйретдингә боролдо - Ҡыйын булмаһа, анауынан берәй сыра алып бирсе әле. Хәйретдин көлдөксәнән алған утын ағасын һондо. Күрәҙә, утындан шырпы буйындай ғына сыраны айырып, тешен һыҙлыҡланы Алдына ашъяулыҡ түшәп, ҡайнаған еҙ самауырҙы килтереп ултыртҡас ҡына, ул тамшана-тамшана, аяғын бөкләп, кире ипләп ултырҙы. Сәй эсеп бөткәндән һуң да, күрәҙә китергә ашыҡманы. Уҡымышлы, яҡшы ғаиләнән икәнлеген күрһәтергә тырышып, ата-олатаһының тормошо тураһында маҡтанып һөйләне. Хәйретдин, башын һелкеп, уның һәр һүҙен хуплап ултырҙы. Ғәйзулла һаташып һөйләнә башлаған саҡта ғына улар, икеһе бер юлы, һүҙҙәрен бүлеп, уның эргәһенә барҙылар. Күрәҙә эстән генә һаҡалын һәм ирендәрен ҡыбырҙатып ниҙер уҡыны ла төкөрөндө. Уның төкөрөктәре Ғәйзулланың битенә, түшенә, асыҡ ятҡан ҡулдарына сәсрәне. Күрәҙә Ғәйзулланың башы осона өшкөрөп - балта, аяғы осона - бысаҡ һалды. Ус аяһындай ҡағыҙ киҫәктәренә ниҙер һыҙғылап, уларҙы ишек яҡтауына һәм ҡарын тәҙрә эргәһенә йәбештерҙе. Өс ҡырлы бетеүҙе ауырыуҙың ҡултығы аҫтына тағырға ҡушты. - Мәйтәм, улығыҙҙы харап итә яҙғанһығыҙ. Бында, албаҫты оялауҙан бигерәк, ен һуғыу касафаты көслөрәк. Улығыҙҙы кеше туҡмамаған, ен һуҡҡан. Күҙ төптәре ҡайһылай күгәреп тора. Тау эйәһе касафаты. Алтынды урынынан ҡуҙғатҡанға, асыуланғандыр. Ярай әле ауыҙын, моронон ҡыйшайта һуҡмаған. - Күрәҙә ауырыуҙың өҫтөндәге бишмәтте рәтләп япты. Ағарынып һүҙһеҙ ултырған Хәйретдин унһыҙ ҙа һирәк һаҡалдарын бөртөкләп йолҡто. - Үҙегеҙҙе бик хафаламағыҙ. Мәйтәм, тыным ишан хәҙрәткә ҡарағанда ла шифалыраҡ. Улығыҙ өс-дүрт айҙан йән-фарман йүгереп йөрөр, алла бойорһа. - Амин. Әйткәнең килһен. Улым төҙәлһә, тауҙың башына сығарып аҡтыҡ кәзәмде ҡорбан итеп салыр инем, фәҡирҙәрҙе саҡырып хәйер өләшер инем. Һау ғына аяғына баҫһа ярар ине инде. - Баҫыр-баҫыр. Бик хафаланма. Тик минең ҡушҡандарҙы эшлә. Минең атай мәрхүм бынан нығыраҡ эйәләшкән енде лә ҡыуа белгән әле. Һин Дәүләтҡужа бабайҙың оло атаһы Солтанға бисә булып сыҡҡан албаҫтыны ишеткәнең барҙыр? Күрәҙә өндәшмәй ултырҙы. Ул мөйөшкә һырығып йөн теткән ҡатынға һәм ҡарындыҡ тәҙрә аша үткән тоноҡ көн яҡтыһына ҡараны. Йыртыҡ ҡарындыҡтан үткән ҡояш яҡтыһын күреп: - Эй ғүмер, әле генә иртә ине, көн кискә лә һарҡҡан, - тине - Әсәһе, самауырыңды ҡуяңмы әллә? Билбау аҫты бушаны, - тине Хәйретдин ҡатынына. Фәтхиә Нәфисәнең алдындағы йөндө үҙенең итәгенә һалды ла: - Бар, йәһәт кенә самауырыңды ҡуй, - тине. Нәфисә, яулығының осо менән битен бөркәп, соланға сыҡты. Күрәҙә, бүленгән һүҙен дауам итеп: - Ишеткәнһеңдер, - тине, - минең олатай ҙа бик уҡымышлы кеше булған. Ана шул, Дәүләтҡужа тигән кешенең олатаһы утарҙа япа-яңғыҙ мал көтөп ятҡанда, бик ябығып, һарғайып, ҡоро һөйәккә ҡалған. Солтан ҡыштауға ҡайтҡан сағында, олатайым мәрхүм күргән. "Ай-һай, күрше, хәлең бик мөшкөл, һиңә ен йәки албаҫты эйәләшмәгәнме икән", - тигән. Теге тәүҙә танған, аҙаҡтан эштең нисек килеп сығыуын энәһенән ебенә тиклем һөйләгән дә биргән. - Шунан терелткәнме? - Хәйретдин, ултырған ерендә борғоланып, ауыҙын асҡан көйө, күрәҙәгә аптырап ҡараны. - Тиҙ генә булманы шул. - Күрәҙә һаҡалын тырнаны. - Албаҫты бик ныҡ эҫенеп киткән булған. Уның эйәләшеүен теге кеше үҙе лә һиҙмәгән. Ҡыштауҙан утарына бара ятһа, утарының кәртә башында урыҫ сәкмәне кейгән бисә тора, ти. Аттарына бесән һалып йөрөгән ерҙән кеше килгәнен күреп ҡалған да, утар эсенә инеп киткән. Дәүләтҡужа бабайҙың олатаһы уны эҙҙәргә тотонған. Шунан сыуал артында бик һылыу бисә күренгән. Теге бисә инәлмәҫме! "Минең турала берәүһенә лә әйтмә, икәүләп кенә ғүмер итәйек", - тигән, ти. Шулай икәүҙән-икәү йәшәй башлағандар. Уйнамаҡ та кәлмәк. Ашамаҡ та эсмәк... - Юха йылан һымаҡ булған икән, - тип һүҙ ҡыҫтырҙы Хәйретдин. - Юха йылан - үҙенә, был үҙенә башҡа. - Күрәҙә көрһөндө. - Йәшәй торғас, теге бисә Солтан тигән кешегә үҙенең тыуған яғын күрһәтмәк булған. Уны йөкләгән дә күҙен йоморға ҡушҡан. Бейек ҡая таштар араһынан осҡанда йә арҡаһы, йә бото һыҙырылып барған, ти. Бер ергә барып төшкәс тә, күҙен асҡан. Унда алтын тау булып өйөлөп ятҡан. Алтындан сигелгән елән кейгән һылыу ҡыҙҙарҙы күргәс, теге кешенең күҙе төшмәҫме. Ҡатыны һиҙеп ҡалған да: "һин уларҙың алтындарына ла, ҡыҙҙарына ла ҡыҙма, харап булырһың. Мин хәҙер киләм", - тип үҙенең йомошон йомоштап киткән. Кеше уның һүҙен ҡолағына ла элмәгән. "Бер киҫәк алтын алыуҙан, бөтмәҫ әле", - тигән дә өйөлөп ятҡан алтындың бер киҫәген алыуы булған, алтынды кем урланы, тип ендәр тауыш сығарған. Кеше алтынды ырғытҡан да йүгереп килгән бер һылыу ҡыҙҙың ҡулынан тотҡан. Шунан теге ҡыҙ сасрап ауырып та киткән. "Ен һуҡты. Ерҙән ен килгән!" - тип, ҡыҙҙы күтәреп алып киткәндәр. Кеше уларҙың артынан эйәргән. - Ендәр нисек өҙгөләп ташламаған үҙен? - тип һораны Хәйретдин. - Ендәр үҙҙәренең илендә беҙҙең донъянан барған кешене күрмәйҙәр икән. Беҙгә килһәләр, беҙ уларҙы күрмәйбеҙ. Тик тыумыштан бик зирәк, шайтан телен белгән уҡымышлы кеше генә күрә ала. Шуға ла ендәр эргәһендә барған әҙәмде күрмәгәндәр. Аҙаҡтан, беҙҙәге кеүек, ҡорбан салдырып, ендәрҙең муллаларынан ҡыҙҙы өшкөрткәндәр. Теге кешенән, ен муллаһы өшкөргән һайын, ете ҡат тир сыҡҡан. Муллалар араһынан бер күҙлеһе өшкөргәндә бик ауыр булған, ти. Шул мулла ҡыҙҙы өшкөргәндә, кешенең башы өй түбәһенә лыҡ-лыҡ тейеп торған. Иртәгеһенә теге ен бисә уны ҡорбанға салған малдың тиҙәге ятҡан сүплек араһынан тапҡан. Уны йыуындырып йөктәгән дә был донъяға кире осҡан. Бергәләп донъя көтә башлағандар. - Күрәҙә, үҙенең һүҙен үҙе бүлеп, Хәйретдингә мөрәжәғәт итте: - Башмағығыҙҙың эсәк-ҡарынына теймәнегеҙме әле? - Юҡ, үҙең теймәҫкә ҡуштың бит. - Дөрөҫ эшләгәнһең. Бер үк бүтән кешенең ҡулы теймәһен. - Күрәҙә бисмилла итте лә алдына ултыртылған сәйҙе, дүрт урындан тимер ҡоршау менән тарттырылған сынаяҡ аҫтына ҡойоп, яйлап эсә башланы, һөйләшеп көндөң нисек үтеүе лә һиҙелмәне. Ҡояш байыны. Әкренләп кенә өй мөйөштәренән тағы ла ҡараңғы үрмәләне. - Теге кеше албаҫты бисәнән ҡотолғанмы? - Ә-ә-ә, Дәүләтҡужа олатаһы Солтанды әйтәһеңме? - тип һораны күрәҙә, ауыҙын шапылдата-шапылдата, ни тураһындалыр уйланып. - Ыһы. Ҡотолған. - Күрәҙә алдындағы икмәкте һындырып сәйнәп йотто ла сынаяғын батмусҡа ҡуйҙы. - Минең олатай уға аҡыл өйрәткән. Шунан теге кеше ҡатынға теймәй башлаған, һүҙ ҡушһа, яуап ҡайтармаған. Тора-бара ул бисә алтын йүгән дә, дилбегә лә, һырлы ҡамыт та булып ҡараған. Үҙенең иленән алтын да әпкилгән. Ире уға ҡул да тейҙермәгән, бисә асыуланған да килтергән алтынын Урал тауы буйына услап-услап һипкән. Шунан беҙ йәшәгән донъяла алтын барлыҡҡа килгән. Алтын бәлә-ҡаза килтергән. Теге бисә һыуына алмаған. Ҡарматау буйында йылдар буйы сеңләп илаған. Шуға Ҡарматау әле булһа ла шаулап тора. Унда кеше һүрәтенә әйләнеп Дәүләтҡужаның олатаһына эйәләшкән бисәнән тыуған ен балаларының тауышы. Беҙ йәшәгән ергә алтынды урлап килтереп һипкәне өсөн, ул бисәне иленә ҡабат ҡайтармағандар. Шунан бирле бисә беҙҙең тау-таштар араһында йәшәүен дауам итә. Үҙенең байлығын һаҡлай. Кем уның алтынына беренсе булып ҡағыла - шуға зыян килтерә, һеҙҙең улығыҙҙың зәғифләнеүе - шуның касафаты. Ул мәлғүнгә ҡаршы доғаһын белһәң генә ҡурҡынысһыҙ. - Систый әкиәттәге һымаҡ, - тине, бышылдап ҡына бәләкәй ҡыҙҙары Зөлфиә Нәфисә апаһына. - Сеү! Ниңә ололар һүҙен тыңлайһығыҙ! - Ҡыҙҙарҙың һүҙҙәрен ишетеп, күрәҙәнең хәтере китеүенән ҡурҡҡан Хәйретдин уларға боролоп ҡараны. - Нисәмә әйттем, ололар һүҙен тыңлап ултырыуы ҡыҙҙар эшеме, тип? - Ул ҡатынына өндәште: - Әсәһе, шуларыңды берәйһенә ебәреп торһаңсы. Әйтергә ҡыймай ултырған Нәфисәгә был етә ҡалды. Ул үҙе бында ултырһа ла, бөтә уйы, теләге Хисмәтуллаһында ине. Атаһының һүҙен ишеткәс тә, уның йөрәге ярһып типте. Битенә ҡан йүгерҙе. Шатлығын тыя алмайынса, гәрәбә төҫлө күҙҙәрен тултырып әсәһенә ҡараны: - Әсәй, беҙ Зөлфиә менән Бәлхизә инәйҙәргә барып киләбеҙ. - Барығыҙ. Бик оҙаҡламағыҙ. - Бөгөн балалар оҙағыраҡ йөрөһәләр ҙә ярар. Беҙгә лә йәтеш булыр ине, - тип күрәҙә лә һүҙгә ҡушылды. - Икенде-аҡшам араһы үткәс, эшләй торған эш бар. Күрәҙәнең ни эшләйәсәген белергә ҡыҙыҡһынған Зөлфиә атаһы менән ҡалырға теләне. Ләкин ай-вайына ҡуймайынса, әсә уны ишектән сығарып ебәрҙе. Балаларын оҙатып тышҡа сыҡҡан Фәтхиә, уларҙы киҫәтеп, былай тине: - Имен генә йөрөгөҙ, йәме. Ҡолағығыҙ ишетһен аны, ҡыҙҙар! Ә һин, Зөлфиә, апайың артынан бер генә аҙым да ҡалма! Ҡыҙҙары сығып киткәс, Хәйретдин ауыр итеп көрһөндө лә, һаҡлыҡ менән: - Дәүләтҡужа тигән кеше олатаһы үҙе әле лә һаумы икән? - тип һораны. - Иҫәндер. - Күрәҙә яңыртып яһаған сәйен һөрпөлдәтеп эсеп, тамағын туйҙырғас, тағы ла ҡабатланы: - Иҫәндер. Әле лә һеҙҙең күрше Ҡарағужа ҡыштауынан... - Күрәҙә башлаған һүҙен әйтеп бөтөрмәне. -Мин үҙем дә шунда торам, һин ул яҡҡа барғаның бармы? Юҡтыр шул. Ҡараңғы төштө. Ҡаҙан тултырып яңынан бешерергә һалған ит тә ҡайнап сыҡты. Өй эсенә тәмле еҫ таралды. Шуны ғына көтөп, ярыҡ-йороҡтарҙа йәшеренеп торған тараҡандар мыштырҙап йүгерешә башланы. Сыуалдан төшкән яҡтыны тоторға теләгәндәй, күрәҙә, ике усын алға һоноп, уҡынды ла маңлайын сирылтып урынынан торҙо. Шунан һуң, ҙур ағас табаҡҡа һалып тыштан индергән башмаҡтан ҡалған үпкә-бауыр, эсәк-ҡарыны эргәһенә теҙләнеп, ниҙер уҡып өшкөрҙө. Өшкөрөлгән эсәктең бер киҫәген киҫеп Ғәйзулланың битенә һәм боттарына тейҙереп алды. - Хәҙер ошо өшкөртөлгән эсәк-ҡарынды Ғәйзулланың алтын тапҡан соҡорона апарып күм. - Мин уның ҡайҙан тапҡанын белмәйем шул. - Хәйретдиндең кәйефе боҙолдо. - Шунһыҙ мин дә бер нәмә лә эшләй алмайым. Алған алтын хаҡына тау эйәһенә ошо эсәкте апарып ташламай, өшкөрөүҙең шифаһы теймәҫ. - Күрәҙә һүҙһеҙ, ултырҙы. - Мин дә хәҙер китәм. Йомошомдо йомош итәм дә һеҙгә, ауырыу эргәһенә тағы килерем. Хәйретдин, улы өсөн яҡшылыҡ эшләүсе кешене рәнйетеүҙән ҡурҡып, ҡат-ҡат ант итте. Күрәҙәнең дини яҡтан санын белмәйенсә, уға ҙур дини дәрәжә бирергә лә өлгөрҙө. - Ант итәм. Валлаһи-биллаһи, ҡайҙан алтын табылыуын белмәйем. Әгәр ҙә, ишан хәҙрәт, һине алдаһам,. эсем йыртылһын. Бер сеүәтә ҡан эсәм, бер сеүәтә тоҙ ашайым. Ғәйзулланың ҡайҙан алтын тапҡанын белмәүем хаҡ. Һиңә мин, үҙемә ышанғандай, ышанам. Ишан хәҙрәт, бар хәлеңсә улыма ярҙам ит. Күрәҙә өндәшмәне. - Ишан хәҙрәт, зинһар ярҙам ит. Улымды терелт. Күрәҙә Хәйретдиндең ысынлап та улы ҡайһы ерҙән алтын табыуын белмәүенә ышанды. Ләкин ул быны һиҙҙермәне. Күрәҙә ситегенең тышынан галош кейҙе. Көлдөксәне ҡулы менән һыпырып, кеҫәһенән сығарған ваҡ ҡына таштарҙы түгеп, "ҡырҡ бер" тип һананы ла, бүлергә тотондо. Көлдөксәләге ноҡот таштарының нисек төшөп ятыуын күҙәтеп, таштарҙы һирпеүҙе ҡат-ҡат ҡабатланы. Шунан аҙаҡ ҡына ноҡот бүлгән таштарын сепрәккә төрөп камзул кеҫәһенә тыҡты. - Һин ысынлап та алтын ҡайҙан табылған урынды белмәйһең икән шул. Ноҡот күрһәтеүенсә, тапҡан алтын һин тыранса ярған яҡта булырға тейеш. - Уныһы хаҡ. Уныһы хаҡ, ишан хәҙрәт! - Хәйретдиндең һүнгән көл кеүек күҙҙәрендә өмөт осҡоно сыуалдан төшкән яҡтыға сағылып ялтыраны. Ул күҙҙәренең зиһененә һәм алтын табылған яҡты дөрөҫләүенә аптырап, ҡалтыранған ирендәрен көскә ҡыбырҙатып, ниҙер әйтергә булды. Ләкин күрәҙә башын ымлап уны туҡтатты. - Беләм. Ни әйтереңде беләм. Әйтмә. Ярамай, һине ҡурҡытып һораған саҡта ла алтын ҡайһы яҡтан табылғанын әйтмә. Был турала минән башҡа берәү ҙә белмәй. Ни генә эшләтһәләр ҙә түҙ. Минең әйткәндәремде тыңламаһаң, һине ҙур ҡаза көтә. Йәшермәйем. Байға ла, муллаға ла... алтын һүҙен ысҡындырма. Ләм һүҙ сыҡмаһын. Үҙең өсөн әйтәм. Тау эйәһен ҡуҙғатма. Зат-ырыуыңды ҡоротор. Быларын, - күрәҙә табаҡтағы эсәк-ҡарындарға ымланы: - Урамда кеше аяғы тауышы баҫылғас та, малайың алтынды ҡайҙан тапҡан, шунда апарып күм. - Ишан хәҙрәт, - Хәйретдин ҡурҡынған күҙҙәрен мөлдөрәтеп күрәҙәгә ҡараны. - Алтын табылған урынды мин үҙем дә белмәйем. - Ҡайһы тирәнән табылғанын беләһең бит. - Яҙа-йоҙа ғына. - Шулай булғас? Шунда апарып күм. Мәйтәм, тау эйәһе табыр әле. Күмгәндә: "Алтын хазинаң урынына",- тип әйтеп күм. - Тапмаһа? - Табыр. Түлкә хазина табылған ергәрәк күмергә тырыш. Яңыраҡ ҡына өмөт менән янған Хәйретдиндең күҙҙәре бөтөнләй томаландылар. Ул, бөкөрәйеп, көлдөксә эргәһендәге ҡарағай түмәренән яһалған бүкәнгә ултырҙы. Фәтхиә, ирҙәрҙең һүҙҙәренә ҡыҫылмайынса, яңғыҙы ғына түрбашта тыш-мыш танауын тарта. Усаҡ аҫтына һәм сыуалға яҡҡан уттар бер юлы янып бөттөләр. Ҡып-ҡыҙыл ҡуҙ өйөмдәре, үлергә теләмәгәндәй, йәшкелт күкһел, һуңғы телдәре менән сыуал ситен ялайҙар. - Мин китәйем инде. Оҙаҡламам. Малайҙың хәлен килеп белермен. - Хә-ҙе-е-е-рәт, минең Ғәйзуллам ни эшләр? - Төҙәлер, ҡурҡма. Күрәҙә, Хәйретдин килгәнен көтөп, ауыл осондағы яңғыҙ ҡарт ҡайын артына барып йәшеренде. Тоҡ йөкмәгән кеше ҡайын эргәһенән генә үтте, ә күрәҙә уның артынан эйәрҙе.


VII

[edit]

Емтек артынан йөрөгән ас бүре кеүек, Ғәйзулла асҡан алтынлы ерҙе эҙләп йөрөп тә таба алмағас, Ниғмәтулла ҡышлауға ҡайтты. Урам уртаһына еткәс, ҡайҙа барырға белмәйенсә икеләнеп торғанда, йүгән менән ҡатаһын елкәһенә аҫып, аҙ ғына алға бөгөлөп, көмһәндәп үтеп барған кешене туҡтатты. - Шәрифулла ағай, һаумы? Шулай бик иртә ҡайҙа барҙың? - Аттарымды эҙләй барғайным, ҡорҙаш. Шуларҙы тапмай ҡайтып барам. Әллә ҡайҙа киткән талауҙар. Яҡынға ғына тышап ҡуйғайным. Эҙләй-эҙләй һыуланып бөттөм. Ысыҡ бик шәп. - Шәрифулла тубығына тиклем еүешләнгән киндер ыштан балағына ҡараны. Уның аяҡ бармаҡтары араһына йәшел үлән киҫәктәре йәбешкән. Ҙур ямаулы киндер күлдәгенең итәге аҫтынан сәғәт сынйыры һымаҡ сүс бау һәлберәп тора. Башында тиргә ҡатып еҫләнгән кейеҙ ҡалпаҡ. - Ағай, мин һиңә килә ята инем әле... Шәрифулла, ҡылый күҙҙәренең ағын тағы ла нығыраҡ әйләндереп, Ниғмәтуллаға һораулы ҡараш ташланы. - Йә? - Һиндә йомошом бар. Әйҙә өйөгөҙгә. Шунда әйтермен. Шәрифулла, алпан-толпан атлап, Ниғмәтулланың, артынан эйәрҙе. Ҡапҡаны асып ингәс, Шәрифулла сылғауҙарын һәм ҡатаһын солан ҡыйығына киптерергә элде. Ыштанын һалмайынса, балағын бороп һыҡты, ҡатаһын соландан алып, сыуаҡ төшкән ергә күсерҙе. Уның хәрәкәтен күҙәтеп тороуҙан ялҡҡан Ниғмәтулла: - Ниңә шул ҡатаңды маташтыраһың әле? - тине. - Серер тип ҡурҡам. Ҡунаҡҡа барғанда ғына кейә торған ҡатам. Анау талауҙарҙы эҙләп һыуланым. - Алырһың әле, байһың бит. - Баймын. Аллаға шөкөр. Ике атым бар. Бер һыйырым бар. Бер бейәм ҡолондап бирһә, уныһын да үҫтерәм. Шәрифулла, мал һанын арттырырға теләп, ашауҙы ҡыҫты. Иртәнән кискә тиклем ашамайынса, ас йөрөнө. Кейенеү яғын да ҡайғыртманы. Киләсәктә аслыҡтан аяғын һоноп ятһа ятасаҡ, ләкин мал һанын арттырыуҙан туҡтамаясаҡ. - Әйҙә, өйөгөҙгә инәйек. Берәй нәмә ашат әле. Асыҡтырҙы. - Хужаның саҡырыуын да көтөп тормайынса, Ниғмәтулла өйгә инеп китте. Ағасты ярып түшәгән солан иҙәндән үткәндә, биҙрә эсендә ижау дыңғырҙап ҡалды. Һәүезә, иренең ят кеше алып килеүен күреп, яланғас аяғына башмаҡ ҡатаһын эләктерҙе. Күлдәгенең итәген төшөрҙө. Туҙған сәсен ҡаплап, ҙур ҡушъяулыҡтың ике осон эйәге аҫтына бәйләне лә ҡабаланып өй йыйыштыра башланы. Ул хәрәкәтләнгәндә, үрмәүес осона тағылған ҙур көмөш тәңкәләре һәм асҡыстары бер-береһенә һуғылып сыңғылданылар. Ире менән Ниғмәтулла килеп инеүгә, Һәүезә урындыҡҡа йәйелгән диреүгәһен төҙәтте. Мендәрен стенаға терәп өйөлгән кейеҙ балаҫтар өҫтөнә ҡуйҙы. - Һаумы, еңгәй? - Һаубыҙ әле. Үҙең һаумы? - тип Һәүезә йөҙөн ҡапланы, йомшаҡ һәм баҫынҡы тауыш сығарып тағы әллә нимә һөйләне. - Оһо, һеҙ ысынлап та шәп тораһығыҙ икән! - Ниғмәтулла тирә-яғына боролоп ҡараны. - Ҡаралдыларыбыҙ бар. Ҡарындыҡ урынына быяла! - Аллаға шөкөр, тормошобоҙ һәйбәт. Байҙарҙан ҡалышмайбыҙ, - тине Шәрифулла. - Әсәһе, ҡана, беҙгә ойотҡаныңды һалып бирсе әле. Һәүезә табаҡҡа ҡатыҡ һалып туҡыны ла уны ире менән Ниғмәтулла араһына урындыҡҡа ҡуйҙы. - Йә, етеш. - Шәрифулла ҡатыҡты туҡып тәмләп ҡараны. - Сөсө. - Икмәгегеҙ юҡмы ни? - Юҡ шул, ҡәйнеш. - Һәүезә уңайһыҙланып китте. - Үтескә алып торған бер ҡаҙаҡ арышым бар ҙа, тарта алманым. Тирмәнемдең тотҡаһы һынған. Килелә төйөп арыш ярмаһынан өйрә булһа ла бешерермен. - Эй, байлығығыҙҙы ла әйтер инем инде... Кешенең: "Шәрифулла ас йөрөп күтәртә. Бисәһе ҡолағынан күтәреп торғоҙа", - тигәндәре дөрөҫтөр, ахырыһы, "һыйлағандан һыу эс" тигәндәй, ат тотоп йәйәү йөрөүсе, сарыҡ ҡатаһын йәлләй яланаяҡ йөрөгән "байҙың" ойотҡанын булһа ла эсәйек әле. - Ниғмәтулла табаҡҡа яҡыныраҡ шыуҙы. - Улай кешене мыҫҡыллама, "көлә етә, артынан һөрә етә", ти. - Һин мыҫҡал түгел, бизмәнгә һыйырлыҡ түгелһең. - Ниғмәтулла буялмаған саған ҡалаҡты өйрөлтөп ҡараны. - Бындай ҡалаҡты кемдән эшләтеп алдығыҙ? Кешегә, мәскәй әбей түгелме тип һынарға, саған ҡалаҡ тотторалар. Саған ҡалаҡ менән мәскәй әбейҙең елкәһенә шына ҡаталар. Мин мәскәй түгел. Шулай ҙа был ҡалаҡ менән эсмәйем. Икенсе ҡалағығыҙ юҡмы? - Юҡ шул. - Ҡоротоғоҙ ҙа юҡмы? Һәүезә ағас сөйҙә эленеп торған ҡабыҡ сәрмәнән күгәргән ҡаҡ ҡоротто сығарып иренең алдына ҡуйҙы. Ире кипкән ҡоротто бысаҡ осо менән ярғылап ҡунағына һондо. Әсе ҡаҡ ҡорот ҡабыуҙан сирышҡан Ниғмәтулланың йөн баҫҡан ҡара бите бөтөнләй үҙгәрҙе. - Сөсөрәк ҡорот та тапманығыҙ. - Ҡустым, һине башҡаса һыйлар хәлебеҙ юҡ. Үпкәләһәң, үпкәләрһең инде... - Миңә һине байытырға тура килер, ахырыһы.- Ниғмәтулла ҡалпағын маңлайына батырыбыраҡ кейҙе. Янсығынан сығарып тәмәке төрҙө. Уның танауынан сыҡҡан аҡһыл ҡара төтөн түбә таҡтаһына үрмәләне. Һәүезә яулыҡ осо менән танауын ҡапланы. - Байырға теләйһегеҙме? Шәрифулла яуап ҡайтарманы. - Мин һинән "байырға теләйһегеҙме?" тип һорайым. - Алланың биргәненә шөкөр, байлығым етерлек. - Һе, был байлыҡ байлыҡмы ни ул! Мин һине Хажисолтан бай кеүек бай итәм. Теләйһеңме? - Ниғмәтулла тауышын үҙгәртеп бышылданы: - Донъяны байытырлыҡ алтынға бай ер таптым, һиңә генә әйтәм. Шәрифулла ҡылый күҙен ҡарындыҡ урынына ҡуйған быяланан алмайынса, ҡатыҡҡа буялған һаҡалын усы менән һыпырып, өндәшмәй ултырҙы. Уның ышанмауын аңлап, Ниғмәтулла кәзәкей кеҫәһенән ярты яғын терегөмөшкә ялатҡан йоҙроҡ ҙурлығы еҙ нәмә сығарҙы. Түш кеҫәһенән алған тоҡсайҙың ауыҙын сисеп, ваҡ ҡына ялтырауыҡлы һарғылт таштарҙы усына ҡойҙо. - Күрәһеңме? - Нимә? - Әллә алтынды күргәнең юҡмы? Алтын, һатам, ал. - Ни эшләтәйем мин уны? - Һе, аптырағанһың икән. Һатырһың. Мин һиңә осһоҙға, ярты хаҡын да һорамайым. Миңә хәҙер үк аҡса кәрәк, мына. - Ниғмәтулла усы менән тамағын һыпырҙы. - Икенсе кешегә белгерткем килмәй. Уның артынан йөрөргә ваҡытым да юҡ. Алтын йыуа китәм. - Мин ул алтындың төҫөн дә, рәтен дә белмәйем. Икенсе кешегә һат инде. - Ниндәй рәтен белеү кәрәк? Бигерәк аңра икәнһең! Ауыҙыңа төшкән байлыҡтан ҡасаһың. Шәрифулла уйға ҡалды. - Йә, алаһыңмы? Әтеү мин китәм. Миңә компание төҙөргә кәрәк. Алмаһаң, алтын алыусы кеше табырмын әле. Ниғмәтулла ишеккә йүнәлде. - Ниғмәтулла ҡустым, саҡ ҡына туҡта әле. - Шәрифулла икеләнде. Бер яҡтан, күп йылдар интегеп тапҡан малынан ҡолаҡ ҡағып тороп ҡалыуҙан ҡурҡа, икенсе яҡтан, еңел генә байығыу юлы тыныслыҡ бирмәне. Уның күҙ алдына өйөр-өйөр йылҡы малдары килеп баҫты. Әгәр ҙә уңһа, шул мал уныҡы буласаҡ, ә туңһа... - Йә, әсәһе, ни эшләйбеҙ? - Әлләсе. - Һинең "әлләсе" тип әйтереңде белгәйнем. - Хужа ҡулын һелтәне. - Бисәләрҙең шул инде. Бер ҡайғыһы юҡ. Һин бында ярылырҙай булаһың. Ҡайғыһыҙ бәндә! - Минең дә ҡайғым барсы ул. - Өйҙә ултырып, ниндәй ҡайғың бар? - Улыбыҙ ҡасан ир етер икән тип ҡайғырамсы. - Тапҡан ҡайғырыр нәмә! Юҡ өсөн ҡайғырғансы, ҡыҙыңа күҙ-ҡолаҡ бул. Ҡыҙ бала үҫә башлаһа - аҙа. Йәше еткән, һин, исмаһам, ҡыҙыңа әсә була бел. - Анһыҙ ҙа киҫектереп, әрҙәп торамсы. - Нимә тип? - "Һүтеп, тип, Гөлбостан, һүтеп", тип... Ир менән ҡатын араһындағы һөйләшеүҙе тыңлап торған Ниғмәтулла шарҡылдап көлөп ебәрҙе. - Һин, еңгәй, бик уҫал кеше икән! "Һүтеп тә һүтеп" тип әрләгәс, бигерәк уҫал икәнһең! Ха-ха-ха-ха... - Ул, түрбаштағы шаршау артына ҡасҡан ҡатынды мыҫҡыллап көлөп туҡталғас, төҫөн үҙгәртеп Шәрифуллаға мөрәжәғәт итте: - Йә, уйланыңмы? - Әсәһе, ни эшләйбеҙ? Ҡатыны яуап бирмәне. - Һин бигерәк ҡурҡаҡ икән! Аҡылы бар ир бисә менән кәңәш итәме? Боронғолар: "Бисәнең сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа", - тип юҡҡа әйтмәгәндәр ҙәбаһа! - Уныһы шулай, ҡорҙаш. Әллә тәүәккәлләп ҡарарғамы? Шул ҙур киҫәгең нисаҡты? - Ике ҡаҙаҡ. Бизмәнегеҙ булһа, үлсәп күрһәтәм. - Юҡ, мин, нисаҡты тора, тим. - Йөҙ тәңкә. Быны алмай, алтынлы ерҙе алһаң, уныһы ҡиммәтерәк. Биш йөҙ тәңкә. Шәрифулланың төҫө ҡасты. - Ҡайҙан алайым мин ул аҡсаны? Минең бөтә мөлкәтем дә етмәй бит уға! - Һе, һин ошо самородоктан ғына алты йөҙөн алаһың. Бигерәк наҙан икәнһең дәбаһа! - Тишек шоманға ултырып ҡуймайым, тим. Шул малды үрсетәйем тип, ғүмер буйы аслы-туҡлы тырыштым бит. - Минең зат-ырыуым ҡараҡ тигәс тә, алдаҡсы тип беләһеңме? Теләмәһәң, көслөк юҡ. Хуш! - Тороп тор әле - Шәрифулла ни эшләргә белмәй торҙо. - Һинең, ҡустым, ҡорҙаш, шул алтыныңды берәйһенә, белгән кешегә, күрһәтеп ҡарарға ине. - Юҡ, улай, кешегә әйткәс, эш барып сыҡмай. Самородокты бирмәйем. Самородоктан да, уны тапҡан ерҙән дә ҡолаҡ ҡағырға теләмәйем. Ә һин, берәйһенә әйтһәң, үҙеңә үпкәлә! Аңлайһыңмы? - Аңлайым, ҡустым, аңлайым. Беҙҙән һүҙ сыҡмаҫ. Ирмен тигән кешенең күкрәгенә эйәрле ат һыйған, ти. Бисәмен тигән бисәнең - сәңгелдәк менән бала һыйған, ти. Еңгәң дә, мин дә шулай. Беҙҙән сер сыҡмаҫ. Аныһы шулай. Ни эшләтермен һуң ул алтынды? - Бик шикләнһәң, былай һөйләшәйек: һиңә мин әлегә ваҡ алтын ҡалдырам, һин шуны берәйһенән ҡарат. - Ниғмәтулла тоҡсайындағы ҡом алтындан семтеп ҡағыҙ капсюлға һалды ла өй хужаһына бирҙе. Шәрифулла буйһонмаған ҡулы менән капсюлды стена ярығына ҡыҫтырҙы. - Мин һиңә аҙна-ун көндән инеп сығырмын. Теләһәң, алтынлы ерҙе лә күрһәтермен. - Ҡайҙа һуң ул? - Алыҫ. Әлегә әйтмәйем Килешкәс, әйтермен. - Аныһы шулай ҙа. Ул ерҙә тау эйәһе юҡмы икән? Хәйретдин һымаҡ булынмаһа ярар ине лә. - Улар ни эштәгән? - Ниғмәтулла белмәмешкә һалышты. Шәрифулла ишеткәнен өҙә-йолҡа баштан аҙағына тиклем һөйләп бирҙе. - Малайын ен һуҡҡан. Өшкөртөп, албаҫтыны ҡыуып сығарһалар ҙа, ярҙамы теймәгән. Әле Хәйретдин ҡарт малайын Ырымбурға өшкөртөргә апарып, ҡайҙалыр ҡалдырып ҡайтҡан, ти. Мал-тыуарҙары ҡороған... Үҙе һунарға йөрөп тамаҡ аҫырай... - Тау эйәһе тейһә, миңә тейер, һиңә теймәйәсәк. - Һин, ҡустым, теге алтыныңды ла берәүһенә лә һатма инде. - Шәрифулланың күҙе алдына күп, бик күп байлыҡтар килеп баҫты. - Улай булғас, һин миңә алдан задатка аҡсаһын биреп ҡуй. Алтын эшендә тәртип шулай.


VIII

[edit]

Хәйретдин ҡарт яусы булып килгән кешене оҙатырға сыҡҡас, өйҙә тынлыҡ урынлашты. Был тынлыҡты тәүбашлап шаршау артында һиҙҙермәй генә ултырған Нәфисә боҙҙо: - Мин атайым менән яусының бышылдашып нимә һөйләшкәндәрен ишетеп торҙом. Әсәй, зинһар, башҡайымды хур итмәгеҙ. Мин Хажисолтан байға үлһәм дә кейәүгә сыҡмайым, - тип, илай-илай, әсәһенең алдына килеп тәгәрәне. - Ни тигән һүҙ ул, балаҡайым? - тине әсә. Яулығының осо менән, ҡыҙына һиҙҙермәҫкә тырышып, күҙ йәштәрен һөрттө. - Шундай кейәүҙән аҡылы булған кеше баш тартамы? Йәшең дә еткән. Ун алтыны ҡыуып бараһың бит инде. Күпме ҡоҙалаштылар, элек тә, һинең һүҙеңде тыңлап, риза булманыҡ. Ҡуй, балам, үҙ бәхетеңдән үҙең ҡасма. Ул бәхет күптәргә тәтемәй. Буласаҡ кейәүҙең йәше лә әллә ниҙән түгел. Ирмен тигән ир кешегә алтмыш йәш нимә генә ул. Өйрәнерһең. Өҫ-башың бөтөн булыр. Тамағың туҡ булыр. - Миңә байлыҡ кәрәкмәй, әсей. - Нәфисә әсәһенең муйынына аҫылынды. - Әсәкәйем, зинһар, башымды харап итмәгеҙ?! Мине уға бирмәгеҙ. Мин уның дүртенсе бисәһе булғым килмәй. Нимә һөйләйһең һин, балам? Беҙ, атайың менән, балабыҙға дошманмы ни? Беҙ һинең өсөн тырышабыҙ. Бәхетле булыуыңды теләйбеҙ. -- Юҡ, әсей. Теләһә ни эшләгеҙ, мин уға бармайым. Мин бәхетле булмаясаҡмын. Уның алған бисәләрен ыҙалатыуы етмәгәнме?- Нәфисә, борсаҡ-борсаҡ булып сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп, әсәһенә һыйынды. - Әсәкәйем, зинһар, йәллә! Харап итмә. Исмаһам, һин атайыма әйт. Хажисолтан байҙың йәш сағында Хөппөниса инәйҙе ыҙалатыуын үҙең әйттең бит... Ҡыҙының был һүҙенән һуң әсә тертләне. Ҡапыл йөрәге ҡыҫылды Фәтхиә ҡыҙына Хажисолтан тураһында юҡ-барҙы һөйләүе өсөн үкенде. Нәфисәһен уға кәләш итеп бирермен тип уйламағайны шул ул саҡта. Әгәр ҙә уны кейәү итерен белгән булһа, ҡыҙына был турала һөйләгән булыр инеме ни? - Тормош булғас, барыһы ла була шул, - тине Фәтхиә, ҡыҙын әүрәтеп. - Ҡашығаяҡ шалтырамай булмай. Тормош булғас, һуғышҡан, туҡмалған сағы ла була ул. Хәҙер уға аҡыл ултырған... - Ҡуйсы, ҡуй! Әсей, зинһар, маҡтама шуны. Бисәләрен ыҙалатыуын уның кем белмәй. Үлтерһәгеҙ үлтерегеҙ, үңәсемә һыпыртмаҡ һалып быуығыҙ, уға кейәүгә бармайым. Юҡ, юҡ, көсләмә, әсәкәйем! - Улай тимә, балам. Гонаһлы булма. Әҙерәк беҙҙе лә уйла. Атайыңдың да эсен бошорма, - тине әсә, ҡайғылы күҙҙәрен мөлдөрәтеп. - Уның былай ҙа ҡайғыһы күп Ғәйзулланың хәле лә һәйбәтләнмәй. - Беләм, әсей, - тине Нәфисә, әсәһенең ни әйтерен алдан уҡ белеп. Ул бер аҙ тынысланды. Бәләкәй сағындағы һымаҡ иркәләнеп, әсәһенең алдына башын ҡуйҙы. - Һеҙҙең ҡайғығыҙҙы, үҙегеҙ ашамай, ауыҙығыҙҙан өҙөп, беҙ туҡ булһын тип, ас ултырыуығыҙҙы ла беләм. Ни эшләйем һуң? Ни эшләйем, әсәйем? Әсә ҡыҙын һөйөп маңлайынан үпте лә ауыр итеп көрһөндө. Ишек алдында Зөлфиә менән һөйләшкән иренең тауышын ишетеп, Фәтхиә ҡабалана-ҡабалана оҙаҡ илауҙан шәмәргән күҙҙәрен һөрттө. Яулығын рәтләп ябынды һәм ҡыҙын да киҫәтте: - Был турала атайыңа әйтмә, йәме, эсен бошорма. Хәйретдин туҙып бөткән ҡыҙыл сепрәктән эшләнгән билбауын ишек төбөндәге ағас сөйгә элде. Тәҙрә урынына стенаны киҫеп эшләгән тишеккә ҡуйылған быҙау ҡарынын тартҡылап ҡаҡты, һары балсығы ҡубып бөткән сыуалына һәм тәртипһеҙ рәүештә урындыҡта туҙып ятҡан әйберҙәренә күҙ йүгертте. - Әсәһе, сыуалыңды аҙ-маҙ һылаштырһаңсы. Тиҙҙән ҡунаҡ килә, - тине Хәйретдин, ҡыҙына ишетелмәҫлек шыбырҙап ҡына. - Әллә берәйһен саҡырабыҙмы? - Ҡалым әпкиләләр: бер ат, бер кәзә, шаршау, һиңә кейәү төлкө туны бирәм тигән, һуғымға, атыбыҙ урынына һыйыр, илле тәңкә аҡса бирәбеҙ, тигән. Ғәйзулла өсөн дә, үҙебеҙгә лә еңелерәк булыр. Нәфисәбеҙҙең дә өҫтө-башы бөтөн, тамағы туҡ булыр. - Эйе шул, атаһы. Теге алтын нәсәлниге лә йонсотмаҫҡа йәтеш булыр. Ҡыҙыбыҙҙың да күҙле-башлы булыуы һәйбәт. Аллаға шөкөр, исеме сыҡманы. Тәүфиғен генә бирһен. Мин шуны һорайым аллаһы тәғәләнән. - Ижәп ҡабул иткәс, кейәү: "Туй үткәреү хаҡын үҙемдең өҫтөмә алам", - тигән, һәйбәт ырыуҙан шул. Ҡөрьәнде сыға яҙған. Үҙе ауылда бит әле, барып-нитеп йөрөһәк тә, - тине Хәйретдин, хыялланып, ҡыҙын ауылда "беренсе кеше" һоратҡанға ғорурлығынан ни эшләргә белмәйенсә. Ошо минутта уның йөрәгендә байға ҡарата булған элекке асыуҙың эҙе лә ҡалмағайны. Яҙмышы шулай барып бөтөүенә Нәфисә генә шатланманы. Уның бөтә хисе һәм уйы һөйөклө Хисмәтуллаһына ғына ашҡынды. Ҡыҙҙың һылыу йөҙө тағы ла нығыраҡ ағарынды. Эскә батҡан ҡайғылы күҙ төптәре күгәрҙе. Биленә тиклем һалынып торған ҡара сәс үреме һәм ҡара ҡаштары ғына элеккесә ялтырайҙар. Ул Хисмәтулла эргәһенән яңыраҡ ҡына ҡайтҡан Зөлфиә менән ишек алдында ни тураһындалыр шыбырҙашып бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы. Көн кискә һарҡҡас, йөрәге ярһыуын баҫа алмайынса, Бәлхизә әбейҙең хәлен белеп ҡайтырға әсәһенән рөхсәт һораны. Фәтхиә иренең ҡыҙына "күҙ-ҡолаҡ" булып торорға ҡушыуына ҡарамаҫтан: - Ярар, балам, Зөлфиә менән барып ҡайтығыҙ. Ни үҙем дә бушап барғаным юҡ. Бик оҙаҡламағыҙ, ишетегеҙ уны, - тине. - Әсей, мин бармайым. Аяғым ауырта. Ана, ҡара. - Зөлфиә әсәһенә һыуыҡҡа ярылып ҡанаған аяҡтарын күрһәтте. - Аяғың себешләй икән шул. Себешен ҡайҙа итербеҙ икән инде, - тине әсә. - Ятыр саҡта аяғыңды йылы һыу менән йыуып, май һөртөрмөн. Апайыңды әҙерәк оҙат та боролоп ҡайтырһың. - Улайһа, әсей, мин Бәлхизә инәй эргәһендә йоҡлап, иртән ҡайтырмын. Атайым һунарҙан иртәнсәк кенә ҡайта бит. - Ярар, балам, ярар. Һине иртәнсәк үҙем ҡаршы барып алырмын.


IX

[edit]

Хисмәтулла эштән ғәҙәттәгегә ҡарағанда иртәрәк ҡайтты. Бүтән саҡта йылмайып, күтәренке күңел менән ҡайта торған егеттең бөгөн күңеле бойоҡ ине. Ул кәртәгә ингәс, байбикәнең керҙәрен ҡоймаға элеп, көмһәнләп йөрөгән әсәһенә ҡарап, оҙаҡ өндәшмәй торҙо ла асыҡ ишек тупһаһына барып ултырҙы. Унан һыулы кейем һәм һабын еҫе аңҡый. Сәйҙеямал әбей һуңғы керен яңылыш ергә төшөрөп ебәрҙе лә тиҙ генә күтәреп алды. Берәйһе күрмәйме икән тип ҡурҡып, тирә-яғына ҡараны. Шунда ғына башын түбән баҫып тупһала ултырған улын күрҙе: - Ниңә тупһала ултыраһың, балам? Тор. Тупһала ултырған кеше байымай ул. Хисмәтулла башын күтәрҙе. Уның ҡайғылы һорғолт күҙҙәре ниңәлер һелте көлө төҫөндә күренде. Әсә лә улының күңеле тыныс булмауын аңланы. Ул иренән ҡомартҡы урынына ҡалған емерек еҙ самауырына һыу һалып, туҙ тоҡандырып, торбаһына төшөрҙө. Самауырҙың ҡолаҡса эргәһенән һыу аҡҡан урынына ҡара ыҫмала йәбештереп ҡуйғайны, өҫкө яғынан тағы ла һыу сыбырлап аға башланы. "Ремонтын" бөткәс, Сәйҙеямал күҙҙәренән йәш сығып сәсәгәнсе самауыр торбаһына өрҙө. Ләкин самауыр ҡайнарға теләмәне. - Торбаһы ла тишелгәндер, ахырыһы, - тине Хисмәтулла, ауыр көрһөнөп, - ҡайнамаһа, ыҙаланма, әсәй. Әҙерәк икмәк булһа, һыуыҡ һыу менән булһа ла ҡушып ашармын. - Күнәк төбөндәге ондоң аҡтығын, киләһе ризыҡты быуып ятмаһын тип, ҡырып-сырып баҫтым да ҡуйҙым инде. Хәҙер бешә. - Сәйҙеямал билен ике ҡулы менән тотоп һикәлтәгә барып ултырҙы. Усаҡ эсендәге көлдө йәмкә менән бер яҡ ситкә һыпырҙы. Көл араһынан алған сынаяҡ аҫтындай икмәкте һөрттө. Икмәктең ситенән генә һындырып улына бирҙе. Ҡалған өлөшөн төрөп күнәк эсенә һалғас, егеттең һары балсыҡҡа ҡатҡан күлдәгенә, ыштанына һәм сабатаһына, унан һуң көнгә янған ҡара йөҙөнә ҡарап, йәлләне булһа кәрәк. Күнәк эсенә төрөп һалған икмәгенән әҙерәк һындырып тағы бирҙе. Ләкин, үҙенең нисек кенә ашайһы килеүенә ҡарамаҫтан, нәфсеһен тыйҙы. Ул тамаҡ ялғап, урынынан торғас ҡына, Сәйҙеямал һаҡлыҡ менән һүҙ башланы. - Балам, әллә берәй нәмә булдымы? Ниңә күңелең бойоҡ? - Юҡ, әсәй. Бик арып киткәнмендер, ахыры. - Хисмәтулла бер нисә минут һүҙһеҙ ултырҙы. Ыштан балағына тегелгән ямау ҡатынан ике һум аҡса сығарҙы. - Бына, минең ярты ай йыуып һатҡан алтын хаҡы. Һин шуны Хәйретдин бабайҙарға алып барып бир. Берәй һылтауын тап, әтеү алмаҫтар. - Үҙебеҙ ни эшләрбеҙ һуң, балаҡайым? Һаман яңғыҙ ҙа тормаҫһың. Үҙем дә ҡартайҙым. Күҙле-башлы булыр ваҡыт етә. Әҙләп йыя барыр инең, исмаһам. Ҡалым-маҙарына кәрәк булыр. - Күҙ күрер әле, әсәй. Үҙебеҙ аллаға шөкөр. Хәйретдин бабайҙарҙың хәле беҙҙекенән хөртөрәк. - Уныһы шулай инде. Алтын эйәһе лә Ғәйзулланы йә алтынға бай ерҙе таптырта, ти. Хәйретдин ҡоҙа, алтын табам тип, байҙан илле тәңкә аҡса алған, тиме. Хәҙер һүҙендә тормағанға теге ни аҡса таптырта, ти. - Әсәй, ул дөрөҫ түгел. Исмаһам, һин юҡты һөйләмә. Ҡайҙа ҡуйһын ул аҡсаны. Ул тиклем малы булһа, ас ултырмаҫтар ине ләбаһа! - Мин ишеткәнемде генә әйтәм, балам, асыуланма. Аҡсаны Зөлфиә артынан биреп ебәрермен. Ул, һин ҡайтҡас, киләм, тигәйне. Хисмәтулла күҙҙәрен тултырып әсәһенә һораулы ҡараш ташланы. Улының ғәҙәтен белгән әсә бөтәһен дә аңланы. Шарлап аҡҡан яҙғы йылға кеүек Хисмәтулланың бөтә тәнендә ҡан шашынды. Йөрәге кемделер һағына. Кем һуң, кем? Ниңә улы әсәһенән йәшерә? Бына ниңә ул төн йоҡоларын йоҡламай ыҙа сиккән! Нисек кенә булмаһын, улында мөхәббәт уянған. Тормош ауыр булыуға ҡарамаҫтан, күңел, йөрәк ҙур мөхәббәткә ынтыла. Әсәгә төбәлгән Хисмәтулланың күҙҙәре лә кемделер теләй, йөрәге кемгәлер тартыла... - Әсәй, Зөлфиә ниңә килгәйне? - Ниңә килгәнен этем белһен. Ана, йәнә килә ята, үҙенән һора. - Сәсен туҙҙырып, яланаяҡ йүгереп килгән Зөлфиәне күреп, Сәйҙеямал урынынан торҙо. - Мин кипкән керҙе нитәйем әле. Сереп йығылған йыуан ҡарағай олоно өҫтөнә киндер күлдәк һалып, Сәйҙеямал ағас туҡмаҡ менән һуҡҡылай башланы. Күлдәкте йомарлап, әле бер, әле икенсе яғына һуғып йомшартты. Улының нимә тураһында һөйләшеүен ишетергә тырышып ҡолаҡ һалһа ла, бер ни ҙә барып сыҡманы. Туҡмаҡ туҡылдауы көслөрәк булдымы әллә улы шым һөйләштеме, әсә: "һине көтә", - тигән һүҙҙән башҡа бер ни ҙә аңламаны. Әсә тәүге керен йомшартып урынынан тороуға, Зөлфиә ҡапҡанан сығып бара ине. Ҡапҡанан сыҡҡас та, ылҡаланып бөткән күлдәген елпелдәтеп, бумала кеүек сәсен туҙҙырып, ул урам буйлап йүгерҙе. Уның суҡраҡҡа ярылған яланғас аяҡтары Ҡарматау артынан яртылаш батҡан һүлпән ҡояш яҡтыһына ҡуңыслы ҡата кеүек күренделәр. Ҡояш байығанда, офоҡ ҡуйы ҡыҙғылт төҫтәге утҡа буялды. Ҡайҙалыр алыҫта бөтә күк йөҙөн янғын солғап алған кеүек күренә. Алһыу алтын саң бөртөктәре яҡтыһы Кәжән йылғаһы ярындағы Бишитәк тауы итәгендә урман өҫтөндә йәйелде. Хисмәтулла, ни эшләргә белмәй, урынынан торҙо ла әсәһе эргәһенә килде һәм кеҫәһенән ике тәңкә аҡса сығарып бирҙе. Зөлфиәгә биреп ебәрмәнеңме ни? Юҡ, онотҡанмын. Барыбер уның менән әллә ҡайҙа барып та булмай инде... - Нимә булды һуң, балаҡайым? Ниңә әсәйеңдән йәшерәһең? - Юҡ. Бер ни ҙә булманы, әсәй, - тине Хисмәтулла, үҙен тыныс күрһәтергә тырышып. - Мин һинән бер нәмә лә йәшергәнем юҡ, әсәй. Хәҙер ҙә әйтәм. - Ул, ауырыуҙан яңы торған кеше кеүек, күҙен йомоп, тешен ҡыҫты. - Мин... мин килен әйттерергә уйлайым, әсәй. Һин бик ҡартайғанһың. Үҙең дә шулай тигәйнең бит. Тик һин, әсәй, ҡыҫылма. Үҙеңә ҡыйын булһа ла, сыҙа. Үҙеңә әҙерәк яңғыҙ тороп торорға тура килер. Мин ярҙам итермен. Әсә улының һүҙҙәренән бер ни ҙә аңлай алманы. Уға Хисмәтулла хыялыйға әйләнә башлаған һымаҡ күренде. Әсәнең күҙҙәренә йәш эркелде. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған итһеҙ ҡулдары ҡалтырандылар. Улының яфаланыуын һиҙеп, һуштан яҙыу хәленә етте. Хисмәтулла, әсәһенең борсолоуын күреп, тауышын үҙгәртте. - Әсәй, һин минең өсөн ҡурҡма. Мин кәләш алыу тураһында ысынлап әйтәм. Яусы итеп кемде ебәрәйек икән? Мин һинән кәңәш һорайым. Тынысланыбыраҡ, Сәйҙеямал түмәргә ултырҙы һәм көслөк менән: - Кемгә? Кем ҡыҙына, балам? Ҡалымын ни эшләтерһең? - тип һораны. - Нәфисәгә, әсәй... Ҡалымын, байығас, түләрбеҙ. - Һин, балам, ишетмәнеңме ни? Нәфисәне Хажисолтан бай һоратҡан бит. Ата-әсәһе риза булған. Күңелеңдә Нәфисә булғас, ниңә алданыраҡ уйламаның һуң? Хәҙер яусы ебәреү килешмәҫ. Ата-әсәһе лә ҡалымһыҙ риза булмаҫ. - Хәйретдин бабайҙарҙы йәлләгәйнем шул. Ул менән әсә оҙаҡ һүҙһеҙ ултырҙылар. Эңер төштө. Әкренләп төрлө яҡтан төн шыуышты, һауала йымылдашып, йондоҙҙар күренде. - Әсәй, мин аҙ ғына йөрөп киләйем. - Бар, балам, бар. Күңелең дә баҫылыр. Тик бик оҙаҡлама, йәме? Хисмәтулла Кәжән йылғаһы буйында, яр ситендә баҫып, ҡуҙғалмай торҙо. Уның уйы ла, сылтыраған йылға тауышына ҡушылып, алыҫҡа, бик алыҫҡа аҡты... Ошо минутта уның уйҙары Нәфисә артынан күҙәтәләр. Күҙҙәре шешенеп илаған Нәфисәгә Хажисолтан бай мыйыҡ аҫтынан ауыҙын йырып яҡынлаша һымаҡ тойолдо. Нәфисә артҡа сигенә, ҡысҡырына. Уның ҡара күҙҙәре йәш менән тулған. Донъяла иң ҡәҙерле һәм яҡын ҡыҙҙың ҡара керпектәрендә ялтыраған күҙ йәштәрен нисек ҡороторға? Уға кемдеңдер: "Ярлыларҙың матур булырға хаҡтары юҡ. Һин, Хисмәтулла, аңлай алмаҫһың?" - тигән һүҙе иҫкә төштө. Кем әйткәйне һуң әле? Приискыла Себерҙән ҡасып килгән рус әйткән, ти түгелме? Эйе, ул. Уның, башҡорттарҙы тигеҙ күреп, һәр ваҡыт яҡшы кәңәш биреүе һәм: "Беҙ үҙ бәхетебеҙҙе көрәштә яулап алырға тейешбеҙ", - тигән һүҙе лә бөгөн яңыса, икенсе төрлөрәк яңғырай... Ҡыштырҙаған аяҡ тауышына Хисматулла артына боролдо. - Нәфисә... - тине Хисмәтулла, алдына килеп баҫҡан ҡыҙға бышылдап ҡына. Тауышланып әйткән һүҙенән үҙе үк ҡаушап ҡалды. Ҡыҙ Хисмәтулланың һүҙен ишетмәне булһа кәрәк, һулҡылдап илауын дауам итте. Егет, үҙен ҡулға алып, бер ни ҙә белмәгән кеше кеүек, ҡыҙын йыуатырға тырышты. - Ниңә илайһың? Илама, Нәфисә, илама! - Уның тамағына ниҙер тығылған һымаҡ булды. - Һиңә Зөлфиә бер нәмә лә әйтмәнеме? - тип һораны Нәфисә, бите буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен йотоп. - Әйткәйне... - Ни эшләйбеҙ һуң, Хисматулла, ни эшләйбеҙ? Аҡыл өйрәт. Мине һаттылар. Илле тәңкә аҡса өсөн башымды ашанылар! - Нафиса, шымыраҡ. Кеше ишетеүе бар. -- Ишетһендәр! Ҡәйенсафа еңгәнең ҡыҙы кеүек мәсхәрәләһендәр. Миңә хәҙер барыбер. Хисматулла ҡыйыуһыҙлыҡ менән генә Нәфисәне ҡосаҡланы. Башка саҡтағы кеүек Нәфисә ҡарышманы, ҡулын ситкә этәрмәне һәм ҡасып китергә лә ашыҡманы. Улар, ҡосаҡлашҡан көйө, Кәжән йылғаһын кисеп сыҡҡас, яр буйлап түбән киттеләр. Ғүмер буйы, мәңгегә шулай, бер-береңдән айырылышмай йөрө ине! Яныңда һөйгәндең йөрәге тибеүе ҡайһылай рәхәт! Бөтә ҡайғы-хәсрәт, ауырлыҡтар барыһы-барыһы ла онотола. Тын алыуы еңеләйгән һәм йөрәк ниндәйҙер ауырлыҡтан бушанған шикелле тойола. Йәй һүрелде. Көҙ етә. Көндөҙ йылы булһа ла, төндә һалҡын. Ләкин бергә ҡушылған ике йәш йөрәк киске һалҡын төшөүен дә, яр буйында үҫкән тал сыбыҡтары араһына нисек килеп еткәндәрен дә һиҙмәй ҡалдылар. Ағастарҙан һыу еҫе сыға. Ҡайҙандыр үтәнән-үтә ел өрҙө. Нәҙек сауҡаның бер нисә япрағы өҙөлдө һәм нимәгәлер тейеп, ергә ятыуы ишетелде. - Арыманыңмы? - Хисмәтулла, ҡиммәтле әйберҙең төшөп ярылыуынан ҡурҡҡан һымаҡ, Нәфисәне ергә ултыртты. Нәфисә ышаныс менән һөйгәненә һыйынды. - Һине аҡтыҡ күреүемме икән ни? Ниңә тормош шулай мәрхәмәтһеҙ! - тине Нәфисә өмөтһөҙлөк менән. Уның бейек күкрәге ауыр тын алған һайын тағы ла бейегерәк булып күтәрелде. - Яҡты донъяға ниңә шулай бәхетһеҙ булып тыуғанбыҙ? - Өҙлөкһөҙ, туҡталмай аҡҡан күҙ йәше Нәфисәнең аҡ йөҙө буйлап асыҡ иҙеүенә төшөп, күлдәген еүешләне. - Был көндө күргәнеңдән күрмәгәнең артыҡ. Бәләкәй сағымда уҡ, муйынымдан быуып, бесәй балаһы кеүек соҡорға ниңә ташламағандар! Шулай яфа сигер өсөн генә тыуғанмынмы икән ни! Нәфисә үкһеп-үкһеп илай. Һыҡтай. Уның бер туҡтауһыҙ аҡҡан күҙ йәштәре күп ваҡыттарҙан бирле уйлап йөрөгән һүҙҙәрен әйтергә ирек бирмәйҙәр. Сикәләренән аҡҡан борсаҡ һымаҡ тамсылар иҙеүе һәм күлдәге буйлап тәгәрәнеләр. Нәфисә, илағанда быуыла, ҡалтырана. - Әй хоҙайым, ниңә был язаны бирҙең. Ярҙам ит, хоҙайым. Тик һиндә генә минең ышанысым. Ҡотҡар был бәләнән. Аллам, ҡотҡар был бәләнән. Тырнаҡ керендәй ҙә гонаһым юҡлығы үҙеңә хаҡ, - тине Нәфисә. Яратҡан ҡыҙын нисек әүрәтергә белмәгән Хисмәтулла ике һүҙҙең берендә: - Тыныслан. Тыныслан, Нәфисә, - тине. Нәфисә туҙған сәстәрен тағы ла туҙҙырып башын сайҡай. - Ҡалайтып тымайым мин?! Беләһең бит беҙҙе нимә көткәнен! - Нәфисәнең тауышы ҡалтыранды. - Тыныслан. Йә, тыныслан инде. Беҙҙе берәү ҙә айыра алмаясаҡ! Беҙ бергә. Мәңге бергә буласаҡбыҙ, һине минән берәү ҙә тартып ала алмаясаҡ, һин ҡайһылай ғына булһаң да, яратасаҡмын... - Эх, аңламайһың шул. Аңламайһың һин! Нисек аңламайһың һин Хажисолтан байҙың тырнағы аҫтынан ҡотолоуы ҡыйын икәнен. Ул, ҡайҙа барһаҡ та, табасаҡ! Мәсхәрәләйәсәк. Мин ҡурҡам. Ҡурҡам. - Нәфисә ҡапыл таный алмаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Биҙгәк тотҡан кеше һымаҡ ҡалтыранды. - Йәнем, бәғерем, бергә тормош ҡорорға насип итмәгәнме икән ни беҙгә хоҙай тәғәлә? Хисмәтулла ни тип яуап ҡайтарырға ла белмәне. Ҡыҙарынды. Бүртенде. Ярһыған йөрәге тарһылдап типте. - Тыныслан, һөйөклөм. Мин иртән Байғужа утарына барып, урын әҙерләп киләм. Оҙаҡламам. Ҡасайыҡ, һөйөклөм. Был йолаға ҡаршы килеү түгел бит. Бер беҙҙең генә баштан үтмәгән, "йәбешеп сыҡты" тип, тылҡар-тылҡарҙар ҙа төңөлөрҙәр. Никахты берәй ауылға барып уҡытырбыҙ. Нәфисә күҙҙәрен һөрттө. Егеттең һүҙҙәре уға йылылыҡ биргән кеүек булды. Ҡапыл ғына ярһыуы баҫыла төштө. - Һин тиҙ ҡайтаһыңмы? - Байғужаға эшкә ялланам да ҡайтам. - Әҙерәк уйланып ултырғас: - Әсәйемде алдан иҫкәртеп ҡуяйыммы икән? - тип өҫтәне Хисмәтулла. - Мин һине көтөрмөн... Улар ҡайтырға сыҡҡанда, таң беленә башлағайны инде. Ҡуйы урман ҡараңғынан айырыла. Ғәмһеҙ генә ағып ятҡан Кәжән йылғаһы өҫтөнән беленер-беленмәҫ томан һауаға күтәрелде.


X

[edit]

Фәтхиә төнө буйы рәтләп йоҡлай алманы. Серемгә киткән сағында ла ҡурҡыныслы төштәр менән буталып уянды. Башы осонда септәгә төрөнөп йоҡлаған Зөлфиәһен үрелеп һөйҙө. Үҙенең Зөлфиә кеүек сағын хәтерләне, һигеҙ баланан ул үҙе генә тороп ҡалды. Барыһы ла үлделәр. Иң аҙаҡтан әсәһе менән атаһы ауырып үлделәр. Фәтхиә уларҙы рәтләп иҫләмәй ҙә. Кеше тупһаһында типкеләнеп, эт урынында үҫте. Үҫеп еткәс, үҙе кеүек етем егеткә кейәүгә сыҡты, башы хур булманы. Хәйретдин эшлекле, һәйбәт кеше булып сыҡты. Уның балалары ла әсәһе күргән ыҙаны һүрмәнеләр. Ата-әсә ҡулында тәрбиәләнәләр. Инеп ятырға өйҙәре бар, етемлектең ни икәнен татыманылар. Ғәйзуллаһы ғына әҙерәк зәғифләнеп ҡуйҙы. Төҙәлер әле. Алтын хужаһы ла ҡайғырта. Хатта әллә ҡайҙарға больницаға ебәрергә кәрәк, ти. Һаман да шул алтын өсөн. Кешенең байығандан-байығыһы килә. Бик бай кешенең дә нәфсеһе туймай. Кейәүе бай булһа ла, улар байлыҡ артынан ҡыумаясаҡтар, һауып эсергә һыйырҙары булһа, шул еткән. Өйөндә тыныс тормош ҡына булһын. Ире һау булһа, бала-сағалары теүәл торһа, ул ҡайғырмаясаҡ. Фәтхиәнең йоҡоһо бөтөнләй ҡасты. Урынынан торҙо. Ҡараңғы ине әле. Шулай булһа ла, Нәфисәне ҡаршы барып алырға кәрәк. Ҡыҙ бала бит. Әллә ни һөйләрҙәр. Унһыҙ ҙа ләстит һаталар. Юҡты бар итеп, Хисмәтулла менән ҡыҙын һүҙ беркетешкәндәр, имеш, тиҙәр. Кеше һүҙе кеше үлтерә. Шулай ҙа һаҡланырға кәрәк. "Аллаһы тәғәлә һаҡланғанды һаҡлармын", - тигән. Фәтхиә ятыр алдынан йыуып киптерергә элгән берҙән-бер күлдәген кейҙе. Ни эшләһен инде, алмашына булмағас. Бүтән бисәләр уныһын да күрмәйҙәр. Ул, иҫке кәзәкейен башына ябынып, урамға сыҡты. Урам уртаһында киске үрештән ҡайтҡан Хажисолтан байҙың һыйырҙары тышылдашып көйшәнә-көйшәнә яталар. Көндөҙ ен кеүек йөрөгән кәзә һәм һарыҡтар ҙа йылытҡан урындарын ташлап торорға теләмәйҙәр. Фәтхиә, малдарға барып төртөлмәҫ өсөн, уларҙы ситләтеп үтте. Бәлхизә әбейҙең өй ишеге алдына ла кәзәләр тулғайны. Улар иренеп кенә Фәтхиәгә юл бирҙеләр. Ҡараңғы өйгә ингәс, ул бер ни ҙә күрмәйенсә, һүҙ ҡушты: - Нәфисә! Бәлхизә инәй! Яуап ҡайтарыусы булмағас, Фәтхиә аптырап ут тоҡандырҙы. Ятһыраған йөнтәҫ бесәй ишектән сығып ҡасты. Фәтхиә сыра яҡтыртып, урындыҡтағы кәзә тиреһе өҫтөндә бөрөшөп кенә ятҡан Бәлхизә әбей эргәһенәә барҙы. - Инәй, Нәфисә килмәнеме ни? Бәлхизә әбей ҡуҙғалманы. Фәтхиә уның стенаға ҡараған йөҙөн яҡтыртты, һыуынған аяҡ-ҡулдарын тотоп ҡараны. Шунда ғына тешһеҙ ауыҙын сыпылдатып "һ" менән "р" хәрефтәрен әйтә алмайынса улар урынына гел генә "ҫ" һәм "л" өндәрен ҡулланып һөйләшкән "боронғо" әбейҙең мәңгегә йоҡлауын аңланы. Ҡасан үлде икән? Нәфисә күрмәнеме икән ни? Килгән булһа, ҡайтып әйтер ине. Әллә Нәфисә менән дә берәй хәл булдымы? Фәтхиә сыраһын башы осона күтәрҙе. Мәрхүмдең ҡаҡашланып бөткән берҙән-бер сеүәтәһе, тәһәрәт ала торған йәмшек ҡомғаны буп-буш, һеперелмәгән иҙәне сүп менән тулған, һыланмаған усаҡ алды емерелгән. Өйөндә, исмаһам, ҡомартҡы урынына булмаһа ла, хәйергә бирерлек әйбере лә юҡ шул. Өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡытырға ла аҡса кәрәк. Ҡайҙан хәйергә бирерлек аҡса табырға? Йыназа уҡытыу өсөн дә аҡса кәрәк. Шунһыҙ Ғилман мулла килер тиһеңме? Бәлхизә әбейҙе ерләп ҡуйыу өсөн ҡайҙан аҡса табырға? Кем биреп торор икән? Бер ҙә аҡсалы кешеләр тойолмай шул. Фәтхиә, сыраһын яҡтыртып, сирышып, кибеп бөткән мәйеттең йөҙөнә яңынан ҡараны. Ҡапыл ғына йөрәген ҡурҡыу солғап алды. Уның күҙ алдында әбей һөйләгән дейеү-пәрейҙәр, төрлө төҫкә ингән юха йыландар күренгәндәй булды. Нәфисәһен дә шулар харап итмәһә ярар ине. Бөтә тәненә һалҡын тир сығып, ҡалтырандырҙы. Өй артында йөрөгән кәзә тояҡтарының тауыштары ен һәм дейеүҙәрҙең аяҡ тауыштары һымаҡ тойолдо. Фәтхиә, үҙен-үҙе онотоп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе. - Ҡурҡмайым һеҙ мәлғүндәрҙән, - тип, уҡынып, төкөрөнә-төкөрөнә ишектән сығып йүгерҙе. Ул урам буйлап йүгергәндә, кемдер ергә дөпөлдәтә баҫып артынан баҫтырып йүгергән һымаҡ тойолдо. Йүгерһә - йүгерҙе, туҡтаһа - туҡталды. Ҡайһы саҡта, уны күрергә тырышып, тиҙ генә боролоп ҡараны. Ләкин урам буйында ятҡан малдарҙан башҡа бер ни ҙә күренмәне. Ул хәле бөтөп өйөнә барып ингәндә, Нәфисәһе лә яңыраҡ ҡына ҡайтып тора ине. - Ҡыҙым, ҡайҙа йөрөнөң, ә? Әсәһенең ҡото осоуын үҙенсә аңлаған Нәфисә, уны әүрәтергә тырышып, эргәһенә һырыҡты һәм күҙҙәренә эркелгән йәштәрен көскә тыйып: - Әсей, асыуланма. Мин Бәлхизә инәйҙең эргәһенә барып, хәлен белә алманым. Хисмәтулла эргәһенә барҙым, - тине. Әсәһенең яңыраҡ ҡына ендән һәм дейеүҙәрҙән ҡурҡҡан тынысһыҙлығы ярһыуға әйләнде. Ғүмерендә ҡул тейҙермәгән ҡыҙына көйәнтә алып һуҡты. - Шалкы! Битһеҙ һин, Нәфисә! Үҙ ҡәҙереңде, исемеңде сығарып... - Фәтхиә яулығын ҡайырып битен ҡапланы һәм оҙаҡ иланы. - Ҡартлыҡ көнөбөҙҙә кешенән һүҙ ишетәһе көнөбөҙ бар икән! Әй илаһым! Ҡалайтып кеше күҙенә күренеп йөрөргә кәрәкмәк инде! Үҙен ғәйепле һанап, тауыш-тынһыҙ ғына ултырған Нәфисә, аҡланырға теләп: - Әсей, мин бер төрлө лә яманлыҡ эшләмәнем, кеше лә күрмәне, - тине. - Кеше күреүҙәме ни? Ояты нимә! Үҙ башыма ғына сығарғанмын икән шул! Үҙ башыма! Һин әсәне әсә, атаны ата итһәң, шулайтмаҫ инең. Әҙерәк беҙҙе лә уйлар инең. Күкрәк һөтөм хаҡы өсөн. - Мин һеҙҙе йәлләйем, йәлләмәһәм... Ни эшләйем һуң? Бер ҙә Хажисолтанға күңелем төшмәй шул. Мине Хисмәтуллаға бирегеҙ. Инәлеп һорайым. Беҙ ғүмер буйына һеҙгә хеҙмәтсе булып эшләргә лә ризабыҙ. Әсей, әсәкәйем тим, зинһар башҡайымды хур итмәгеҙ! Фәтхиә аҙыраҡ ярһыуынан баҫылды. - Үҙ балаһына кем яманлыҡ теләһен инде, балаҡайым! Һинең бәхетең өсөн тырышабыҙ. Исемең сыҡмаһын, тибеҙ. Ир бала булһаң, тағы бер хәл. Ир баланың башы ла, арты ла һаҫымай. Ҡыҙын мәсхәрәгә ҡалдырыуҙан ҡурҡҡан әсә был күңелһеҙ ваҡиғаны сер итеп кенә ҡалдырырға булды. Иренең ҡайғыһын арттырмаҫҡа тырышып, хатта уға ла әйтмәне. Ләкин ошо минуттан башлап Фәтхиә ҡыҙын бер аҙым да үҙенән ҡалдырмаҫҡа һүҙ бирҙе.


XI

[edit]

Хисмәтулла Байғужа утарынан арып-талып ҡайтты. Суҡыраҡ ҡатҡан сабаталарын сисеп элде лә иртүк әсәһен шул утарға алып барып ташларға тигән уйын әйтте. Улының ниәтен аңламаған әсә аптырап китте: - Балам, әллә бер-бер хәл булдымы? - Юҡ, бер ни ҙә булманы. Мин эшкә ялландым. - Ниңә, балам, Хажисолтан байҙың изгелеген онотаһың? Ярҙамы аҙ теймәне бит. Ҡалған ҡаты-ҡото икмәктәрен йәлләмәй, һин алтын йыуып йөрөгәндә лә асыулана ине әле. Хәҙер ситкә эшкә ялланғас, ауылға аяҡ та баҫтырмаҫ. Мин һиңә оло кеше, әсә булып, балам, шуны әйтмәк булам: байға хеҙмәт ит. Үҙебеҙҙең мосолман кешеһе бит. Миңә лә ҡарт көнөмдә йәтеш булыр ине. Әллә ҡайҙа нигеҙ ташлап киткәнсе... - Үҙебеҙҙең нигеҙме ни? - Беҙ торғас, беҙҙеке инде. - Беҙгә бай киләсәктә бында торорға тынғылыҡ бирмәйәсәк. - Хисмәтулла икеләнеп торҙо ла әсәһенә үҙенең серен әйтте:- Мин Нәфисәне урларға булдым. Нәфисә риза. Әсәй, миңә һинең ярҙамың кәрәк. Сәйҙеямал, улының һүҙенә ҡаршы ни тип тә әйтергә белмәй, ҡатып ҡалды. Уның ябыҡ беләктәре ҡалтыранды. - Һин, әсәй, ҡурҡма. Бөтәһе лә һәйбәт барып сығыр. Ҡайғырма. Миңә лә кәләш әйттерер ваҡыт еткән дәбаһа! - тине Хисмәтулла күтәренке күңел менән. - Хажисолтан бай белеп ҡалһа, ни эшләрһең? - тип һораны әсә, үҙалдына йылмайған улына ҡарап. - Хәҙергә белмәҫ. Беҙ киткәс, теләһә ни эшләһен. Хәйретдин бабайға Нәфисә менән икәүләп ҡалым хаҡын аҙаҡ ҡайтарырбыҙ. - Эй балам, бер үк үҙеңде һаҡла инде. Бәләнән баш-аяҡ... Бер аҙнанан Нәфисәгә никах уҡытырға уйлайҙар, ти. - Әле ваҡыт бар. Өлгөрөрбөҙ, әсәй. Хажисолтан байҙың тупһаһына баҫмаһаҡ та, хур булмабыҙ. - Улай тимә, балам. Ул көфөр һүҙе. Байҙан көлөргә ярамай. "Көлкө көлә китә, артыңдан һөрә етә", ти. Байҙың һүҙе үтә. Унда көс тә, мал да бар. Улар һүҙһеҙ ултырҙылар. - Шуны һорайым тигәйнем әле, балам. Теге, ни, Нәфисә, ҡасан килереңде беләме? - Белә. - Зөлфиә килгәйне. Нәфисә бик илай, ти. Фәтхиә ҡоҙаса бер ергә лә сығармай, ти. Үҙе берәй ергә йомош менән китһә, баҙға бикләй икән ҡыҙын. Унан ҡасыуы анһат булмаҫ шул. Әллә Гөльямал киленгә әйтеп ҡарарғамы? Вәт ул булдырыр ине. Атын да биреп торор. Ялына бесән ваҡытында бесән булһа ла сабышырһың. - Был турала уға әйтмә. Заводҡа барып ҡайтам тип, атын һорап торғанда, килешер ине. Байғужаның аты тиҙ булмай. Өс көндән генә килергә ҡушты... Ишек алдында кемдеңдер ҡыштырҙаған тауышы ишетелде. Бер аҙҙан һуң ишекте ҡыҫып ҡына Гөльямал башын тығып ҡараны ла кире япты. - Ана, килен үҙе лә килә. Ин, килен, ин! - Сәйҙеямал алпан-толпан баҫып, уның артынан сыҡты. - Ниңә инмәйһең, ин. - Хисмәтулла өйҙә юҡ саҡта килеп сығырмын әле. Ул минең һеҙгә килгәнде яратмай. - Ҡәйнешенә кеше шулай тиме? - Ул үҙе туғанға тартмай шул, ҡәйенбикә. Ағаһы үлгәне бирле, еңгәм, нисек тораһың тип, хәл дә белеп сыҡҡаны юҡ. - Улай орошма, килен. Ҡәйнешеңдең ваҡыты юғы үҙеңә лә мәғлүм бит. Гөльямал оҙаҡ ялындырманы. Өйгә ингәс, егеткә күҙ ҡырыйы менән боролоп ҡараны ла эре генә түрбашҡа үтте. Гөльямал Хисмәтулла артынан оҙаҡ күҙәтеп йөрөнө. Бөтә булған хисе, теләге "ул" ғына. Һөйгәне үҙенән йәшерәк булыуына ҡарамаҫтан, уны ярата һәм бүтәндәрҙән көнләшә. Бергә тормош көтөү тураһында хыяллана. Ни эшләһен инде, мөхәббәт йәш менән ҡартын һайлап киләме ни? Мөхәббәт тә үҙ законы менән йәшәй. Тормош ауырмы, еңелме, ул үҙ юлын үҙе таба. Әкренләп тоҡана һәм ялҡынлана. Гөльямал Хисмәтулланың йөрәге Нәфисәлә булыуын белә. Ләкин ятһа ла, торһа ла уны онота алмаясағын аңлай. Шуға яфалана. Сысҡан һағалаған бесәй кеүек, уның да табышын еңел генә ҡулынан ыскындырғыһы килмәй. Хисмәтулланың йыйынып сығып китергә әҙерләнеүен күргәс, Гөльямал урынынан торҙо. - Ҡайтайым инде. Ат кәрәк булһа, ҡәйенбикә, алып тороғоҙ. Улың дүрт-биш йыуан түмәремде генә ярып бирмәҫме икән тигәйнем. Бик ботаҡлы. Бисәләр ҡулынан ғына килерлек түгел. - Ярыр, ниңә ярмаһын. Бар, балам, еңгәңә булыш. Гөльямалдың өйө алыҫ түгел. Кәртә-ҡаралтыһы, ире үлгәндән һуң, емерелеп бөтөп бара. Ир ҡулы етешмәүе күренеп тора. Һыйыр аҙбары түбәһендәге һайғауҙар киҫелеп яғылғандар. Күк ат торған ер өс урындан һайғау менән кәртәләнгән. Малдары ябыҡ. - Бесәнегеҙ юҡмы ни? - Кем әпкилһен? Урманда әҙерәк бар ине. - Берәй аҙна сыҙап тороғоҙ инде. Әҙерәк эшем бар. Шуны бөткәс, ярҙамлашып китермен. - Ул "эшеңде" бөткәс, бесән ҡайғыһы булырмы икән, ай-һай... - Гөльямал күҙ ҡыҫты. - Нимә?.. Нимә?.. - Ярар, әллә еңгәң шул тиклем аңра тиһеңме. Еңгәң ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә белә ул, ҡәйнешкәйем... Әйҙә, өйгә ин, исмаһам, бер һөйләшеп ултырайыҡ. - Мин ҡабаланам. Түмәреңде күрһәт тә... - Түмәре булһа, мин үҙем дә шәп. Түмәре генә булһын. - Тағы алдағанһың икән... Гөльямал күҙҙәрен уйнатып көлдө. - Әйҙә, бер килгәс, өйҙө лә күреп сыҡ. Еңгә ҡәйнештең уртаҡ бисәһе тигәс тә, көслөк менән йәбешмәм. Ҡурҡма, ҡәйнеш... Әйҙә өйгә, инәлтмә. - Рәхмәт, еңгә, - тине лә Хисмәтулла ҡайтырға ашыҡты. Бындай ваҡытта ат тураһында һәм Нәфисәне алып ҡасырға ярҙам һорарға ла баҙнат итмәне. Был юлы ла ҡәйнешен үҙенә ҡарата алмауына эсе бошҡан Гөльямалдың асыуы килде. - Теләмәһәң, көслөк юҡ. Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы буламы ни? - Дөрөҫ әйтәһең, еңгә. Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай, һин дә миңә бәйләнмә. Хисмәтулла үҙенең артынан күҙ йәше арҡылы ялынған тауыш ишетһә лә, уға иғтибар итмәне. Эре аҙымдар менән урам буйлап атланы.


ХII

[edit]

Хәйретдин ҡарттың өйө байрамса йыйыштырылған. Ишектән ингәс тә, уң яҡта, шаршау менән бүленгән урындыҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн, түрбаш - ирҙәр өсөн әҙерләнгән. Стена янына ҡуйылған ағас һандыҡ өҫтөнә барлы-юҡлы ҡаралдылар өйөлгән. Урҙа - сыбар ситса, киндер таҫтамал, тәҙрә яҡтауының өҫ яғы һаҡал, елән һәм алҡалар менән биҙәлгәндәр, һул яҡта, сыуал арты стенаһы буйына, эйәр, өҙәңге, ҡамыт, сүс дилбегә, йүгән эленгән. Уларҙан тир, дегет еҫтәре аңҡый. Шулай әҙерләнерлек тә шул. Хужаның өйөнә аманат атаһы һәм арбаға яҡшы аттар егеп, буласаҡ кейәүе Хажисолтан бай килеп төштө бит. Ундай, бай кейәүҙе кемдәр генә теләмәҫ ине. Хәйретдиндең кейәүе кем икәнен күрһендәр әле. Ул хәләл генә үҫтергән ҡыҙын, бөтәһенә үс итеп, байҙарға бирәсәк. Быуындан-быуынға килгән йоланы аяҡ аҫтына һалып тапамаясаҡ. Атаһының хыялын тик Нәфисә генә уртаҡлашманы. Ул минут һайын, секунд һайып Хисмәтуллаһын зарығып көттө. Оҙаҡ илауҙан арый, тыштан бикләнгән иҫке келәттә уйланып ултыра торғас, Нәфисә нисек йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ул, үҙен Хисмәтулла менән бергә икән тип, төш күрҙе. Имеш, уның атаһы Хажисолтандың ҡылығын яратмай ҡыуып ҡайтарған да ҡыҙын Хисмәтуллаға бирергә булған. Нәфисә шат... Уйын-көлкө башланды. Эңер төшкәс кенә ҡыҙҙар, шаярыуҙан туҡталып, Нәфисәне аулаҡ урынға йәшерергә булдылар. Йола буйынса, егет кәләшен үҙе эҙләп табырға тейеш. Шул ваҡытта урамда шау-шыу ҡупты. "Кейәү егете килә!" - тип ҡысҡырышҡан малайҙар тауышын ишеткәс тә, Нәфисә кәртә артына сығып йүгерҙе. Ҡойма буйындағы бесәнгә күмелеп йәшеренгәндән һуң, алҡышланып типкән йөрәге: "Хисмәт, кил. Мин бында, бында!" - тип саҡырған кеүек тойолдо. Хисмәтулла уны һиҙмәне. Эйәрле атынан һикереп төштө лә, йүгән теҙгенен яусыға тоттороп, әле бер, әле икенсе ергә йүгерә, нимәләрҙелер вата һәм аҡтара. Кейәү егете ҡыланышын күҙәткән ҡыҙҙар һыны ҡатып көлөшә. Хисмәтуллаһын йәлләгән Нәфисә иларҙай хәлгә етте. Ниңә уны оҙаҡ ыҙалаталар икән? Ҡайҙа йәшеренгәнен әйтһәләр, нимә була инде. Күберәк бүләккә өмөтләнәләр микән әллә? Кәләшен эҙләп таба алмаған егет оятҡа ҡалыуын аңламайҙармы ни? "Хисмәтулла, мин бында! Бәғерем, кил! Мин бесән аҫтында!" - тип ҡурҡыу ҡатыш Нәфисәнең бышылдап ҡына саҡырыуын ишеткән һымаҡ, Хисмәтулла кәртә артына сыҡты, һөйгән кәләшен ҡайҙан эҙләп табырға белмәй, ауыр тын алып, яҡ-яғына ҡаранып торғандан һуң күбәне аҡтарырға тотондо. Нәфисәнең башҡаса түҙер хәле ҡалманы. Бесәнде йырып сыҡты ла ҡойма буйлап урамға йүгерҙе. Ауыл осона еткәнгә тиклем уны баҫтырып барған егет арыны. Ләкин кешеләр алдында хур ҡалыуҙан уңайһыҙланып, йүгереүен дауам итте. Кәләшен ҡыуып етеү менән күтәреп алды һәм шатлыҡлы йылмайып көлә-көлә кирегә атланы. Ҡапҡа тәңгәлендә уларҙы ҡыҙҙар, егеттәр һәм туғандары ҡаршыланы. Ике ҡатын ишектең ике яғына барып баҫтылар ҙа йыртышҡа әҙерләнгән ситсаны һуҙҙылар. Хисмәтулла, йыртышты аяғы менән ҡап уртаға йыртып, өйгә инде... Бер аҙ ваҡытҡа кейәү менән килендең икәүһен генә ҡалдырҙылар. Бүлмәнең ярты өлөшөн ҡаплаған шаршау эсендә ултырған Хисмәтулла аяғындағы итеген тарттырҙы ла кәләшен ҡосаҡларға ынтылды. Нәфисә, ҡосаҡлатмаҫҡа тырышып, ситкә шыуҙы. Үптертергә лә теләмәне. Бындай ҡыланышты борон-борондан килгән йола талап итеүен аңлаған Хисмәтулла кеҫәһенән көмөш аҡса сығарып һондо. Уны алғас, Нәфисә кейәүенә үҙе һыйынды... Туй башланыр мәл дә етте. Ҡунаҡтар килә лә килә... Никахтан аҙаҡ Хисмәтулла менән Нәфисәне тағы ла шаршау эсенә индерҙеләр. Улар өй эсендәге шау-шыуға иғтибар итмәйҙәр, бер-береһенең ҡулдарын ҡыҫып тотҡандар ҙа бәхетле йылмаялар... Ә ҡунаҡтар һаман өҙөлмәй килә. Уларҙы һыйларға аҡса етер микән?.. Тағы ниндәй аяҡ тауышы ишетелә? Әһә, Ҡыҙар урамы буйлап килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылаған егеттәр сабыша икән. Улар ҡунаҡтарҙың бүркен алып ҡастылар. Ҡунаҡтар шарҡылдап көлөшә-көлөшә егеттәр артынан төштөләр. Кемуҙарҙан сабышалар... Нәфисәнең атаһы һуйған йылҡының эсәк-бауырҙарын тотҡан бисәләр ҙә уларға ҡушылдылар. Иң алдан сабып килгән һыбайлы эйәрҙән төшкәс тә, уға эсәк еҫкәтеүен күреп, ҡалған һыбайлылар кире боролдолар... "Хас Гәүһәр еңгәмдең туйы һымаҡ был. Юҡ, юҡ, унан да һәйбәтерәк үтә ләбаһа!" - тип ҡыуана Нәфисә. Эйе, бындай туйҙы ғүмерендә күргәне булмағайны әле уның. Ана, ҡурайсы ҡайһылай уйнай ҡурайҙа. Кемдәрҙер уға ҡушылып йырлай, оҫта итеп бейей... Туй үтеп, ата-әсәһенән айырылыр ваҡыт та етте. Тыуған өйөн ғүмерлеккә ташлап китер алдынан Нәфисә үкереп илай һәм күҙ йәше аша кейәүе өйөнә оҙатылған саҡта ҡыҙҙар йырлай торған йырҙы йырлай. Был йыр тик Нәфисә өсөн генә сығарылған кеүек тойола, уның һәр һүҙе йөрәкте әрнетә, ҡайғы-хәсрәтте арттыра: Аҡ сепрәккә төргәнең Аҡыҡ ҡына инеме, атаҡайым? Аҡыҡ ҡына кеүек һатып бирҙең, Артыҡ ҡына инемме, атаҡайым? Атаҡайымдың өйөндә Ултырғаным бер таҡта, Бер таҡталарын ҡыҙғанып, Һатып ебәрҙе сит яҡҡа...

Бала саҡтан бергә уйнап, бергә үҫкән тиңдәш ҡыҙҙарының да Нәфисәнән айырылғылары килмәй. Улар хушлашыр алдынан уйнала торған мәрәкә уйынды башланылар. Арбаға тейәлгән кейем-һалымдарҙы арҡан менән сырманылар ҙа уны ауыл осондағы яңғыҙ ҡайын төбөнә алып барып һалдылар, ә өҫтөнә Нәфисәне ултырттылар. Кейәүгә ялланған бисәләр менән ҡыҙҙар араһында шул саҡ күңелле көрәш, тартҡылаш уйыны ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Кейәү яҡлылар еңде, кейемгә сырмалған арҡанды сисергә тырышалар. Сисә алмағас, уны кейәүгә һаттылар. Шуны ғына көткән дүрт ҡыҙ Нәфисәнең башы осона ҙур кешмир яулыҡ күтәрҙеләр ҙә сеңләп иларға тотондолар. Уларҙың илауына йөрәге һыҡраған Нәфисәнең дә сыҙар хәле ҡалманы. Ул да ҡыҙҙарға ҡушылып үкһеп-үкһеп иланы... Шунан Нәфисә тиңдәштәренә бүләк өләште, әбейҙәргә - еп, таҫтамал, яулыҡ, ә ҡәйнеш тейешле малайҙарға үҙе сиккән янсыҡ бирҙе. Иң аҙаҡтан әсәһе менән атаһы алдына сығып башын эйеп, Нәфисә йөк өҫтөнә ултырғас та, арбаға егеүле ат урынынан ҡуҙғалды һәм алдан һыбай барған Хисмәтулла артынан эйәрҙе... Ташҡа тейеп шаҡор-шоҡор әйләнгән арба тәгәрмәстәре тау аҫтындағы һаҙлыҡҡа төшөп батыу менән Нәфисә йоҡоһонан уянды... Көн кискә һарҡҡайны. Күк йөҙөнән алыҫҡа һуҙылған ҡояш нуры ғына ҡалған. Келәт ишеге асылды. Төшөндә күргәндәрҙе һаман онота алмаған Нәфисә: - Хисмәтулла, һинме? - тип һораны. - Юҡ. Был мин, ҡыҙыҡай. - Эй, Хәнифә еңгәм, имеш. - Нәфисәнең бойоҡ тауышы өмөтһөҙләнде. - Еңгә, Хисмәтулланан берәй хәбәр юҡмы? - Юҡ. - Хәнифә Нәфисәнең алдына көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән елән, сыбар күлдәк, итек, яулыҡ, алҡа, түшелдерек һалды. - Ҡыҙыҡай, кейен. Нәфисә ҡурҡып китте. - Ни эшләп? Кем бирҙе? Хәнифә яуап урынына уны ҡабаландырҙы ғына: - Йә, йәһәтерәк бул! Никах уҡырға мулла килгән. - Мин үлһәм дә, уға бармайым! - Улай тимә, ҡыҙыҡай. Юҡҡа ныҡышма. Үҙ ҡәҙереңде үҙең китәрмә. Ни эшләйһең бит. Беҙ теләгәнсә булмай. Әллә мин Карам ағайыңа һөйөп барғандан тора тиһеңме? Тораһың инде, башыңа төшкәс. Ун өс йәшемдән бирҙеләр... Келәткә Нәфисәнең әсәһе Фәтхиә инде. - Нимә мыштырҙайһығыҙ? Йә, тиҙерәк булығыҙ. Фәтхиә ҡыҙын әрләй-әрләй үҙе көслөк менән кейендерҙе. - Әсей, ниңә шулай никах уҡытырға ҡабаланаһығыҙ? Һеҙҙе шулай бик ялҡыттыммы ни? - Юҡты һөйләмә, йәме! Уныһы нимә тигән һүҙ тағы! - тине Фәтхиә, асыуланып. - Никахты иртәнән һуң була тигәйнегеҙ бит һуң? - Шулай тигәйнек тә... Кейәү түҙмәй. - Фәтхиә шунда үҙен-үҙе бүлдерҙе. - Ярар, унда һинең эшең булмаһын! Тиҙерәк кейен! - Никах уҡытһағыҙ, уҡытмаһағыҙ ҙа, барыбер ул ҡартласығыҙ менән тормайым! Исмаһам, һин, әсәкәйем, йәллә инде. Бирмәгеҙ шул ҡарт ишәккә, зинһар... Әсей, әсәкәйем... Тартҡылашҡан Нәфисәне, һөйрәп алып тигәндәй, өйгә индерҙеләр. Өйҙәгеләр тып-тын булып ҡалдылар. Урындыҡ өҫтөндә ҡөрьәнен тотоп ултырған Ғилман мулла Хәйретдиндән: - Нәфисә исемле ҡыҙыңды Вәлиәхмәт улы Хажисолтанға бисәлеккә бирәһеңме? - тип һораны. - Бирәм, - тине ҡыҙҙың атаһы. Мулла Хажисолтанға боролдо: - Һин Хәйретдиндең ҡыҙы Нәфисәне бисәлеккә алаһыңмы? - Алам. - Ә һин, Нәфисә һылыу, Хажисолтанға бисәлеккә бараһыңмы? Нәфисә күҙ йәше ҡатыш: - Юҡ, - тине. Ҡурҡынған Хәйретдин эште яйларға тырышып: - Ул риза, риза! Ата өйөнән киткеһе килмәгәнгә әйтә ул, - тине. Ҡыҙҙың ризаһыҙлығынан башҡа, мулла никах уҡыны. Кейәү менән ҡыҙға ижәп һыуын һипте... Никах уҡылғас та, ҡалымға алған танаһын һуйҙы ла Хәйретдин күрше-ырыуын туйға саҡырҙы. Саҡырылған ҡунаҡтар ҙа көттөрә-көттөрә генә булһа ла килә башланылар. Уларҙы асыҡ сырайлы Хәйретдин менән Фәтхиә ҡапҡа төбөндә үк ҡаршы алалар. Ҡуш ҡуллап күрешәләр. Ирҙәр сисенеп, түрбашҡа үтте. Ҡатындар ишек төбөндә ҡалдылар. Аяҡтарын тарттырып, урындыҡҡа йәйелгән ашъяулыҡты өйөрөлтөп ултырыштылар. Хәйретдин ирҙәр янында сыуалды. Уларҙың аяғын тартты. Урындыҡҡа түшәлгән кейеҙгә менеп ултырырға тәҡдим яһаны. Ҡунаҡтар араһынан иң йәш егет кенә аяғын тарттырманы. Ҡыҙҙар һымаҡ оялып, урындыҡ ситенән ултырҙы. Бисәләр ирҙәр яғына ҡарамаҫҡа тырыштылар. Аллы-сыбарлы яулыҡтарын бөркәнеп үҙ-ара һөйләштеләр. Өтә баҫып килеп ингән Гөльямалды көнсөллөк менән күҙәттеләр. Ул бөтәһенә ҡарағанда ла ҡупшыраҡ кейенгән. Оҙон бәберҙәкле сыбар күлдәк өҫтөнән тәңкәләр менән тулған уҡалы елән кейгән. Түшенә түшелдерек менән муйынса, ҡолағына алҡа таҡҡан. Үргән сәсе осонда ҙур көмөш тәңкәләр. Ирҙәр ҙә унан күҙҙәрен алманы. Тик Хажисолтан бай ғына Гөльямалға иғтибар итмәне. Урындыҡҡа аяҡтарын бөкләп менеп ултырған ирҙәр, үҙ сираттары килеп еткәс тә, Хәйретдин тотҡан еҙ тасҡа үрелеп ҡулдарын сайҡайҙар. Хужа уларҙың ҡулдарына ҡомғандан йылы һыу ағыҙа ла таҫтамал һона. Ҡулдарын йыуған ҡунаҡтар шул таҫтамалға һөртөнә-һөртөнә кире ултырған урындарына сигенәләр. Ирҙәр йыуынып бөткәс, ҡомған менән еҙ тас бисәләр ултырған урындыҡҡа күсте. Хужа сыуал артынан бер көрәгә балды килтереп сығарыу менән, көрәгәне хуплаған тауыштар яңғыраны. - Көрәгә килә, көрәгә-ә-ә! - Бәрәк-ә-ә-әт! Алла бәрәкәтен бирһен! - Туй шатлыҡлы үтһен!.. Көрәгәне уртаға килтереп ҡуйғас та, тынлыҡ урынлашты. Ҡунаҡтар, үҙ-ара һөйләшергә уртаҡ һүҙ таба алмағандай, шымып ултырҙылар. Сеүәтәгә һалынған әсе бал берҙе урап сыҡҡас, уларҙың күңелдәре күтәрелгәндәй булды, һуңғараҡ, әҙерәк ҡыҙмаса булып алғас, бөтәһенең дә телдәре бер юлы сиселде. Ҡысҡырып һөйләшә башланылар. Көлөштөләр. Бер-береһен мәрәкәләнеләр. Туйға әҙерләнеп, өс көн буйына ял итмәгән Хәйретдин дә үҙенең арыуын онотто. Шат күңел менән ҡунаҡтарын һыйлап: - Йә, ҡунаҡтар, етешегеҙ, - тине. Урындыҡ ситендә ултырған йәш егет ҡыйыуһыҙ ғына: - Ағый, бик көсләмә әле, - тип һүҙ башлағайны, башҡалар уға асыуланырға тотондолар: - Уйнап-көлөп, ашап-эсеп ултырмағас, туй туй буламы ни? - Эс, ҡунаҡ - хужаның ишәге! Инәлтмә! Башҡаса уға иғтибар итмәнеләр. Туйҙа ҡатнашыусылар ашанылар, эстеләр. Услап-услап, ҡоштабаҡтан иттең иң һимеҙен һоҫтолар. Ауыҙҙары ситенән һәм терһәктәре буйлап аҡҡан һөҙлөктәрҙе ялайҙар ҙа тағы табаҡҡа үреләләр. Шунан бер-береһенә көслөк менән һоғондороуҙар башланды. Хәйретдин ҡунаҡтарының ҡаршыһына баҫып, усындағы ҡаҙылы итен табаҡтан һоҫоп алып: - Һоғон! Һоғонмаһаң, ҡуйыныңа тығам! - тип ҡысҡырып көлә-көлә ҡунағының ауыҙына тыҡсый. Ҡунаҡтар көлөшәләр. Ниҙер бер-береһенә һөйләйҙәр. Хас умарта ҡортомо ни! Геүләп тора. Мәжлестең йәмен арттырыу теләге менән Кинйәбулат ҡыҙмаса булған халыҡты көскә тынысландырып: - Бай беҙҙе һыйлай, тик староста ғына ашамай. Мин уға үҙ өлөшөмдән һоғондорорға уйлайым, - тине. Халыҡ был уйынсаҡ Кинйәбулат нимә уйлап сығарҙы икән тип шым булды. Һүҙгә ҡыҫылмаған Мөхәррәм староста һағайҙы. Кинйәбулат алдындағы иттең һимеҙ өлөшөн услап Мөхәррәмдең ауыҙы тапҡырына килтерҙе. - Түрә, һоғон! - Бир, үҙем! - Староста ҡулын һондо. - Юҡ! Мин үҙем һоғондорам! Һоғон! - тип ныҡышты Кинйәбулат. - Әллә ярлы ҡулынан сирҡанаһыңмы? Һабынлап йыуҙым. Йоланы йола итмәү ни тигән эш. Һоғон! Беҙ бында бөтәбеҙ ҙә тигеҙ. Уйындан уймаҡ сыға тигәндәй, көтмәгәндә берәй хәл килеп сыҡмаһын тип ҡурҡынған Хәйретдин инәлде: - Үҙе беләлер. Ҡуй, Кинйәбулат, шаярма! - Кем шаяра? Мин шаярмайым! - тине Кинйәбулат.- Туйҙа ла уйнап-көлөп ултырмағас... - Ул усындағы итте яңынан старостаның ауыҙына яҡынайтты. - Кемгә килгәнен белгән бит. Беҙҙең ҡулдан да һоғонһон. Һоғон! Мөхәррәм ауыҙын асты. Кинйәбулат усындағы ит киҫәген уның ауыҙына тыҡсыны. Староста ҡарылды. Итте сәйнәп-нитеп тормайынса йотто. - Сәйнә, туҡта! Кинйәбулат ниндәйҙер еп осонан тартты. Мөхәррәмдең ҡыҙыл үңәсенә барып еткән ит епкә эйәреп шап итеп атылып сыҡты. Ҡунаҡтар гөж итеп көлөп ебәрҙеләр. Староста үсекте, ҡыҙарынды, бүртенде. Ләкин, Хажисолтан байҙың күҙ ҡарашынан ҡурҡып, өндәшмәне. Көслөк менән булһа ла башҡаларға ҡушылып көлдө. Ҡунаҡтар йырлашып, бер-береһенә үҙ өлөштәрен бирҙеләр. Шунан яңғыҙ йырҙар башҡарҙылар. Беренсе булып йырҙы Кинйәбулат башланы:

Өй артынан үткән саҡта Теймәнем мин бүҙәнәгә, дүңгәк, тип Үкенескә ҡалды, үбалманым балдыҙымды. Йәше етмәгәндәй сабый бала, тип.

Йырҙың аҙағын бүтән ҡунаҡтар ҙа күтәреп алдылар: - Эйе, эйе. Һөп-әлә-әй, тигән булам мин! Моңло ҡурай тауышына ҡушылып йырлаған оҙон, һағышлы көйҙәр күкрәктең әллә ҡайһы еренән, тау аҫтынан урғылып сыҡҡан көслө шишмә һымаҡ, аға ла аға. Һәр йыр аҙағынан ташҡан йөрәк еңеләйеп, бушап, ҡайғы-хәсрәттәр бөтөп ҡалған һымаҡ тойола. Сылтырап аҡҡан Кәжән һыуындай, йыр бер моңайта, бер күңелде күтәрә. Ул йөрәктең иң нескә һәм кәрәкле урынына үтеп инә.

Кәжәндәгенәү һыуы ниңә шәберәк аҡмай, Аҡһалай, тиҙерәк тарайыр ине. Шул һыу кеүек, ғәзиз башҡайымдың Ҡайғыһы ла таралһын ине.

- Эйе, эйе... - Һөп-һөп-һөпәл-ә-й! Был йырҙан һуң бөтәһенән дә моңайыбыраҡ ултырған Фәйзрахман иҙән уртаһына һикереп төштө. - Ағай-эне, ҡуйығыҙсы әле хәсрәт көйөн! Бейеп алайыҡ. Иҡсан бауай, тарт бейеү көйөн! Ҡурайсы ҡурайына өрҙө, ҡурай тишектәрен төрөкләне. Тамағын ҡырҙы. Шунан, ҡурайының йыуан башын һарғылт китек тештәре араһына ҡуйып, бейеү көйөн ғыжылдатты. Уның бармаҡтары ҡурай буйлап йүгергәндә, ойоҡсан аяҡтары ла ҡурай көйөнә тыпырсындылар. Бейеүсе, ауыр ғына баҫып, ҡурай көйө ыңғайына урынынан ҡуҙғалды. Терһәктәрен төрә-төрә иҙән уртаһынан яй ғына әйләнде. - Һай, һай, һай! - Ҡайҙа китеп бара икән был Фәйзрахман, - тине Әхмәтғәле. - Кәжән зауытына! - Һай, һай, һай! Бейеүсе ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Шәбәйгәндән-шәбәйә барҙы. Бейене, бейене лә ултырғыс ситендә ултырған йәш егеткә баҫты. Ҡунаҡтар гөж килеп ҡул саптылар. - Әйҙә, әйҙә, Усман! Һынатма! Усман, оялыуынан, ҡыҙ бала һымаҡ ҡыҙарынды. Ләкин ҡаршылашманы. Иҙән уртаһына сыҡты. Булдыра алырмынмы тигәндәй, һораулы ҡараш ташланы ла ҡулдарын бөйөрөнә ҡуйҙы. Башын һул яҡ яурынына ҡыйшайтты. Кәүҙәһен һалмаҡ ҡына ҡыйшандатты. Сығынсы атҡа оҡшатыбыраҡ, аяҡтарын тыпырҙатты. Һиһаулап, яурындарын һикертте һәм ҡапыл торған урынынан ҡуҙғалды. Йүгереп йөрөп бейене. Ер иҙәнгә аяҡтары тейгән һайын сап та соп килде. Устары менән билдәренә һуҡҡылап алды. Шунан аяғы осона күтәрелде. Аҙым һайын: - Ст-ст-ст кенә! Еңгәм бәләкәс кенә, - тип, бейеү ыңғайына таҡмаҡ әйтте. Егеттең бейеүен ҙур иғтибар менән күҙәткән ҡунаҡтар ҙа таҡмаҡ әйтте: - Әллә кемдең ҡәйнеше лә, әллә кемдең энеһе!.. Ирҙәрҙән һуң көсләп Гөльямалды бейергә төшөрҙөләр. Ул оҙаҡ инәлтте. Яулығына бөркәнеп ҡуҙғалмай торҙо. Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уны, ай-вайына ҡуймайынса, бейергә көсләнеләр. - Йә, бейе инде! - Бутта ирҙәр күрмәгән... - Йөҙөңдө ҡапла ла бейе! Гөльямал шәлен бөркәнеп бейергә сыҡҡас та икеләнде. Оҙаҡ торғас ҡына, иҙән уртаһында аяҡтарын бер урында тыпырҙатты, ҡулдарын һелкте. Шунан, орсоҡ менән еп иләгәндәге төҫлө бармаҡтарын сиртеп, бер урында өйөрөлөргә тотондо. Ул бейегәндә, ҡатындар, ирҙәренә ҡушылып, устарын шапылдатманылар. Гөльямалдың бейеүенән файҙаланып, бисәләр үҙ-ара уның ғәйбәтен һаттылар: - Нимәһенә ҡысынып йөрөй инде. - Ни эшләһен, күрмәйһеңме әллә? Үҙенең абышҡаһының башына етте бит. Кешенекен һалдырып алырға уйлайҙыр инде. - Ире үлгән көндө үк абышҡа һайлап ултырған бисә бит ул. Өйҙәренә инһәм, усы менән битен ҡаплап илаған кеше булып ултыра. Үҙе бармаҡ араһынан Айытбай мәрхүм мәйетен йыуырға килгән ирҙәрҙе күҙләй. - Ҡуй инде, ҡуй, бигерәк ояла белмәне инде был Гөльямал! - Һин оялыу тиһең әле, ҡоҙаса! Ирҙәргә үҙе инеп бара. Мулланы ла бар тип белмәй. Нисек аллаһы тәғәлә һуҡмай... Гөльямал бейеүҙән туҡталғас та, бисәләр һүҙһеҙ ҡалдылар. Улар, бер ни ҙә булмағандай, алдарына килтереп ултыртҡан һалмаға үрелделәр. Ҡатындарынан элегерәк "эш" башлаған ирҙәр ойошҡан арыш һалмаһынан көлә башланылар. Ә ҡурайсы таҡмаҡ та сығарып өлгөрҙө:

Һаҙҙа һайыҫҡан, атта ҡойошҡан Фәтхиә еңгәй һалмаһы өсәре бер ойошҡан.

Ҡунаҡтар барыһы бер юлы шарҡылдашып көлөшөп ебәрҙеләр. Ҡаҙан тирәһендә сыуалып йөрөгән Фәтхиә үҙен мыҫҡыллауҙан оялып, йөҙөн яулығы осо менән ҡапланы. Ҡатынын уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарырға теләгәндәй, Хәйретдин ҡарт ике һүҙҙең береһендә: - Йә, ҡунаҡтар, етешегеҙ! - тине. - Һин бик өтмә әле, ағай, - тине ҡурайсы. - Күҙ алды сыбарлана башланы. - Бай кейәүем, ҡыҙым һыйы, ашағыҙ, эсегеҙ! Аллаһы тәғәлә биргән ризыҡ. Туй гөр килә... Өй хужаһы, йырлап, буҙа тултырылған сеүәтәһен күтәреп, кейәүҙең ҡиәмәт атаһы Йәғәфәргә тотторҙо. Ул буҙанан башҡаны эсмәй. Йәғәфәр буҙалы туҫтаҡты, йырлап, хужаға кире һондо. Башланған туй тиҙ генә бөтмәне. Туй ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Тик Хажисолтан байҙың ғына бында оҙаҡ ултырғыһы килмәне. Уның бөтә күңеле һәм хисе буласаҡ йәш бисәһенә ашҡынды. Балдыҙ тейешле ҡыҙҙар Хажисолтанды келәт тирәһенә ебәрмәнеләр. Хажисолтан бер ус аҡса таратҡас ҡына, уны келәтте асып индерҙеләр. Тышта ҡапыл ғына тынлыҡ урынлашты. Мөйөшкә һырыҡҡан Нәфисә, кем ингәнен белергә теләп, һулҡылдай-һулҡылдай: - Кем һин? - тип һораны. Яуап ҡайтарыусы булмағас, һорауын ҡабатланы: - Кем һин? Еңгә, һинме? - Юҡ, был мин, аҡҡошом... Нәфисә уның тауышынан уҡ Хажисолтан икәнлеген аңланы. - Аҡҡошом, кил. Кил инде тиҙерәк! Кил ҡосағыма. Ҡайҙа һин? - Нәфисә яуап ҡайтармағас, Хажисолтан ҡалтыранған ҡулдары менән ҡыуыҡһыҙ шәмгә ут тоҡандырҙы. - Ниңә килмәйһең, аҡҡошом? Тоноҡ шәм яҡтыһы ҡаршыһында ҡалтыранып торған кешене күҙәткән Нәфисә ҡайһылай ҡысҡырып ебәргәнен дә һиҙмәй ҡалды: - Әсе-е-ей! - Улай һөрән һалма, һөрән һалма, аҡҡошом, - тине Хажисолтан тәжрибәһеҙ йәш кәләшен тынысландырыу теләге менән. Нәфисәнең башы әйләнде. Күҙенә ен Хажисолтан һүрәтенә кереп күренгән һымаҡ тойолдо. Тағы ҡысҡырҙы. Ниндәй ҡурҡыныс хәл! Төшмө әллә өнмө? Ул үҙен һыуҙа батып барған ярҙамға мохтаж кеше һымаҡ һиҙҙе. Уның ошо төн менән бөтәсәк балалығы йөрәген әрнетеп ҡыҫты. Бигерәк тә аяныс һәм ҡотолғоһоҙ уй ине шул был. Ни өсөн ҡыҙ бала шул тиклем бәхетһеҙ була икән? Уның уйын дөрөҫләргә теләгәндәй, кемдеңдер йырлаған йыры яҙа-йоҙа ғына ишетелеп ҡалды: Ҡыҙ балалар ҡайтмай бер киткәс...


ХIII

[edit]

Ҡушылғандың икенсе көнөндә үк Хажисолтан бай йәш кәләшен өйөнә күсереп алып ҡайтты. Элек-электән килгән йола буйынса, кейәү аҙна самаһы ҡайны өйөнә барып йоҡлап йөрөргә тейеш булһа ла, Хәйретдин ҡаршы килмәне. Ҡыҙ ата-әсә ҡулында аҙна торамы, ай торамы, уның хәҙер әһәмиәте ҡалманы. Ҡалымын алып килешкәс, бүленгән икмәк кире йәбешмәй тигәндәй, ҡыҙ ҙа ҡулыңдан ысҡынған икән, һинеке түгел инде. Кейәүе лә алама ырыуҙан түгел. Бай. Тәүфиҡле. Кемгә тейә ундай кейәү! Боронғолар әйтмәксе, барҙың барлығы, юҡтың тарлығы килә тигәндәй, бәлки бер теймәһә, бер ярҙамы тейеп ҡуйыуы ла бар. Ғәйзуллаға ла ҡанат кәрәк. Ни әйтһәң дә, үҙеңдеке ситкә типмәҫ әле. Күптәр ундай кеше менән һөйләшеп ултырыуҙы ла бәхеткә һанар ине, ә Хәйретдингә - кейәү! Бәхетте ул эҙләп тапманы, бәхет уның үҙенә килде. Шундай уйҙар йөрөткән Хәйретдин, күп илауҙан шәмәреп күҙе шешенгән, күҙ төптәре күгәргән ҡыҙын кейәүе өйөнә оҙатып, бер аҙ тыныслана биреп, яңынан өйөндәге ҡунаҡтарын һыйларға кереште. Туй дауам итте. Мәжлес һүрелмәне. Тағы ла көн кискә һарҡты. Сыуалдан ғына төшкән яҡты етмәне. Алдан уҡ әҙерләп ҡуйылған сыраларҙы һәм туң майҙан эшләнгән шәмде тоҡандырҙылар. Ҡунаҡтар уйын-көлкө менән ваҡыттың ҡайһылай тиҙ үтеүен дә һиҙмәй ҡалдылар. Төн үтте. Таң яҡынайҙы. Бәләкәй генә ҡарын тәҙрә арҡыры көндөң тәүге яҡтыһы өйгә һибелде. Шул мәлдә лә ҡунаҡтар ял итергә ашыҡманылар. Ә Хәйретдин, ҡунаҡтарының күңелен табырға тырышып, үҙе йырланы. Уға ҡунаҡтары ҡушылдылар. Ул сеүәтәгә тултырғансы балды ҡойҙо ла ҡурайсыға бағышлап йыр башланы: Алыҫтан да күгәреп, ай, күренгән Кәжән генә буйы тирәге. Ҡайҙа ғына барһаң, дуҫтар кәрәк, Дуҫ-иш икән донъя терәге, - тип йырын тамамлауға, урамда кемдеңдер ярҙам һорап ҡысҡырған тауышы ишетелде. Ҡунаҡтар һағайышып бер-береһенә ҡараштылар. Тауыш яңынан ҡабатланды. Был юлы яҡыныраҡ. Ҡатын тауышына көр ирҙәр тауышы ҡушылды. Ни нәмә булыуы мөмкин? - Йәгеҙ, ҡунаҡтар, етешегеҙ. Борсолмағыҙ. Берәйһе, моғайын, бисәһен тыпылдата торғандыр. Етешегеҙ, барынса... Хәйретдин башлаған һүҙен әйтеп бөтөрә алманы. Урамдан тыны ҡурылып килеп ингән Зөлфиә ҡысҡырып ебәрҙе: - Атый, апайымды туҡмайҙар... үлтерәләр... һалдырып ал... - Кемдәр? Ни булған? Зөлфиә яуап урынына: - Тиҙерәк, йә инде, тиҙерәк булығыҙ, - тине лә илай-илай тышҡа кире сығып йүгерҙе. Бер ни ҙә аңламаған ҡунаҡтарҙың ҡайһыһы ойоҡсан, ҡайһыһы ситек менән генә ҡыҙ артынан йүгереп сыҡтылар. Өйөлөшөп урам уртаһында торған кешеләр, туҡмалған егетте эргәләргә килеүселәрҙе күреп, туҡтанылар. - Яҡын килмәгеҙ! - Кемде туҡмайҙар һуң? Үлтерәләр ҙәбаһа! - Туҡтағыҙ! Ерҙә ятҡан егетте туҡмаусылар, бындай тауыштарға иғтибар итмәйенсә, хәлһеҙләнгән ҡорбандарынан үс алып ҡалырға теләгәндәй, ярышып, башына, битенә һәм күкрәгенә типтеләр. Өҫтөнә менеп тапанылар. Урамға йыйылған ярлы-ябаға туҡмалыусы кеше Хисмәтулла икәнен таныны. Уны әрсәләп алыу теләге менән алға ынтылдылар. - Туҡтатығыҙ! - Әтеү үҙегеҙҙе онтайбыҙ! - Кем? Кем онтай? Нәфисәне сәс толомонан саңлы ерҙән һөйрәтеп алып килгән Хажисолтан ярһыған халыҡ алдына сыҡты. - Кем уйнаш итеүселәрҙе яҡларға теләй? Йә, кем? - тип ҡысҡырҙы ул. Быға тиклем икеләнеберәк торған Хажисолтандың ялланған кешеләре батырланып китте. Улар байҙың ҡулынан ысҡынған Нәфисәне аяҡ аҫтында ятҡан Хисмәтулланың өҫтөнә тәгәрәтә төрттөләр. - Бирегеҙ ошо кәнтәйҙең дә кәрәген! - Ирен хушһынмай, кафырҙар араһында йөрөгән Хисмәтулла артынан ҡасҡан кәнтәйгә шул кәрәк! - Хисмәтулланың башын әллә шул әйләндергәнме? - Юҡ, Хисмәтулла Нәфисәнекен... - Икеһен бергә ҡушып туҡмағыҙ! - Әҙәп барҙа - иман бар. Иманын һатҡанға ҡаты яза! - тип ҡысҡырыштылар Хажисолтан яллаған кешеләр. Улар Хисмәтулла менән Нәфисәне яҡлаусыларҙы ла ҡушып туҡмай башланылар. Сыуалыш китте. Кемде-кем туҡмағанын, кемдең ни ҡысҡырғанын аңлар хәл юҡ. Ҡыҙ менән егетте яҡлаусылар еңелгәс, Хажисолтан бай яҡлы кешеләр, Нәфисә менән Хисмәтулланы төрткөләп, урам буйлап атылдылар. Барыһынан да һуңлабыраҡ килгән Хәйретдин, бер ни аңламайынса, күк ат ҡойроғона бәйләнгән ҡыҙҙы һәм егетте күреп, ҡысҡырып ебәрҙе. Ул үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Ҡыҙ ҙа, егет тә танырлыҡ түгел. Икеһе лә яланаяҡ. Биттәренә суҡыраҡ ҡатыш ҡан ҡатҡан. Сәстәре туҙған. Өҫ кейемдәре ылҡаланып теткеләнгәндәр. Йыртыҡ кейемдәре тапҡырынан яп-яланғас тәндәре күренеп ҡалғылайҙар. Бөтөнләй хәлһеҙләнгән егет, шеш баҫҡан ирендәрен ҡуша тешләп, кешеләрҙең аяғы аҫтына йығылды. Оҙаҡ ҡына, ат ҡойроғона тағылган көйөнсә, ергә һөйрәлеп барҙы. Хажисолтан яллаған кешеләр уны туҡмап торғоҙҙолар. - Тор! Тор, тиҙәр, һиңә, ләғнәт төшкән, кафыр! Тор! - Ни эшләтәһегеҙ! Һығылып үлә бит! - Ниңә шулай интектерәһегеҙ! - тип ҡысҡырышты арттан эйәреп килгән халыҡ. - Үлһен! Эткә эт үлеме! - тип яуап ҡайтарҙы Хажисолтан яллаған йыуантыҡ кеше. Уға иптәштәре лә ҡушылдылар. - Һеҙгә иманын урыҫҡа һатҡан бәндә әрәмме? - Кем иманһыҙҙы яҡлай, шул үҙе кафыр! - Бынан һеҙ бөтәгеҙ ҙә фәһем алырға тейешһегеҙ! - Кәнтәйенә, Нәфисә кәнтәйенә лә эләктер! Ҡыҙының исемен ишеткән Хәйретдиндең йөрәге жыу итеп китте. Ул үҙ ҡолағына ышанманы. Уны-быны уйлап тормайынса, барлыҡ көсөн йыйып, алға ынтылды. - Ағай-эне, ағай-эне, ни тигән эш был? Минең баламдың һеҙгә ни зыяны тейгән? - тип ҡысҡырҙы. Хажисолтан бай кешеләре уны ҡыҙы эргәһенә үткәрмәнеләр. - Кит бынан! Кит! - Һинең урыныңда берәү булһа, оялышынан ете ер ҡатына инеп китер ине! - Ояты-ние юғалғас ни... Хәйретдин, ҡыҙын интектереүсе кешеләрҙең мыҫҡыллауҙарына иғтибар итмәйенсә, алдындағы кешеләрҙе йырып тағы ла алға ташланды. Ҡыҙын муйыл сыбығы менән туҡмаған кешенең яурынына барып йәбеште. - Ҡоҙа, һиңә ни зыяны тейгән минең ҡыҙымдың?! Теймә! Ҡулың ҡорор! - Миңә теләмә, үҙеңдеке ҡорор! Һайғау шикелле оҙон буйлы кеше: - Тондор танауына! Аҙғын ҡыҙ үҫтереүе етмәгән, яҡтап маташа, - тип ҡысҡырҙы. Хәйретдингә ҡоҙа тейешле кеше ҡулын һелкте. Яурынын ҡыйшайтып, Хәйретдиндең бармаҡтарынан ысҡынды ла бөтә көсө менән төртөп ебәрҙе. - Яҡын килмә, бәдбәхет! Хәйретдин кешеләр аяғы аҫтына салҡан барып йығылды. Хажисолтан яҡлыларҙан кемдер башына типте. Икенсеһе күкрәгенә һикерҙе. Уның артындағылар ҙа эләгә-йығыла өҫтөнән үттеләр. Хәйретдин башын ҡалҡытты. Торорға хәле етмәне. Биле тәңгәлендә ауыртыу һиҙҙе. Ҡайҙалыр кеше ыңғыраша. Уға ҡушылып, мулланың мөңрәп әйткән тауышы ишетелде. Был күренештән Ғилман мулла ла ситтә ҡалманы, ул халыҡҡа өгөт бирә. - Мосолмандар, бындай бәдбәхеттәрҙең беҙҙең арала булыуы тигенлеккә түгел, - тине ул ҡөрьән уҡығандағы кеүек. - Ундайҙарҙы аранан ҡыуығыҙ! Байҙың үҙ балаһылай күргән хәләл йәмәғәтен апҡасырға, кафыр, маташҡан. Нәфисәһенә ни етмәгән тағы. Бай әфәнде уны, әҙәмгә һанап, йәмәғәт итеп әйттергән. Бай әфәнденең ҡәҙерен белеп, аяғын үберҙәй булып тороу урынына, уны үпкәһе күренеп торған йолҡошҡа алыштырған. Байыбыҙҙы мәсхәрәләне. Ул ҡайһылай мәрхәмәтле. Уның урынында берәү булһа өҙгөләр ине... Ә ул сыҙаны. Шундай мәрхәмәтле, бай кешене ташлап, байғош белән ҡасырға әҙерләнгән ерҙән тотолған. - Ғилман мулла, һүҙ тапмай, сәлләһен төҙәтте. Кемдер сөскөрҙө. - Ярхам-бикалла! - Ирендәрен ҡыбырҙатып, ҡуш усы менән шаҙра битен һыйпаны. - Аллаһы тәғәлә үҙе ярҙам бирһен, үҙе һаҡлаһын дошмандарҙан. - Ул маңлайын тырнаны һәм ағара башлаған көрәк һаҡалын һыйпаны. - Йәғни мәҫәлән, мин шуны әйтмәк булам: шәриғәт буйынса хәләл йәмәғәтте ете ҡат тиреһенә үткәрә һуҡһаң да хәләл. Ир һуҡҡан ер тамуҡта янмай. Ир һуҡмаған йәмәғәткә ен эйәләй. Ул хәлгә еткереү - ауырыу көсәйтә. Йәғни мәҫәлән, ошо, ошо бәндәләрҙән ғибрәт алығыҙ. - Ғилман мулла, тере мәйеткә оҡшап, аяҡтарында саҡ баҫып барған Хисмәтулла менән Нәфисәгә күрһәтте. - Бындайҙар зат-ырыуыңда булмаһын. Йәғни мәҫәлән, мин шуны әйтмәк булам, был башҡаларға фәһем булһын. Был бәдбәхеттәрҙе егелгән ат тәртәһенә бәйләп, өс урам буйлап йөрөтөп сығырға. Күрһендәр, фәһем алһындар... Шунһыҙ мәсхәрә зат-ырыуыңа киләсәк. Ғилман мулланың һуңғы һүҙенән һуң халыҡ зыҡ ҡупты. - Әстәғәфирулла! - Алтын сыҡты, илгә бәлә тыуҙы. - Мосолмандар кафыр менән аралашһа, тигенлеккә буламы. - Халыҡ аҙҙы! Байҙы байға һанамайҙар. Бала атаһын, ата балаһын танымай. - Ахыр заман яҡынлаша. Әҙәм боҙола... Халыҡ төркөмө урам буйлап ары ағылды. Ҡысҡырышҡан тауыштар ҙа алыҫайҙы. Ләкин Хәйретдиндең ҡолаҡ төбөндә ҡурҡыныслы тауыштар баҫылманы, сыңлап торҙо. Ҡан баҫҡан күҙҙәре алдына туҡмалған ҡыҙы менән Хисмәтулла килеп баҫҡан кеүек булды. Башын ҡалҡытып ҡарарға тырышты. Хәле етмәне. Күҙен асып, сырмалсыҡ, һәр саҡ буталып торған ҡыҙыл нөктәләрҙән башҡа нәмәләрҙе күрә алманы. Буйһонмаған ирендәрен ҡыбырҙатты, саҡ ҡына ишетелерлек итеп: - Ҡыҙым, Нәфисә, һинме? - тип һораны. - Юҡ, был мин, атаһы... Ирен борсомаҫҡа тырышып, яулыҡ осон сәйнәй-сәйнәй күҙ йәштәрен ҡыйынлыҡ менән тыйып торған Фәтхиә сыҙаманы. Эргәһендә торған күрәҙәнән тартынмайынса, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Шунан улар икәүләп Хәйретдинде өйгә алып ҡайттылар. Күп тә үтмәне, мәсхәрәләнгән, туҡмап иҙгеләнгән Нәфисәне иҫһеҙ ятҡан атаһы эргәһенә килтереп һалдылар. Яурынына ғына эләгеп торған уның телгеләнгән күлдәге түшен генә ҡаплап ҡалған. Ап-асыҡ ҡалған аҡ тәнендә сыбыҡ теймәгән ер ҡалмаған. Бындай тәндең ҡайһы ерендә йән һаҡланып ҡалыуы ғәжәп. Нәфисә һаташа, ҡысҡыра, Хисмәтулланы саҡыра. - Кил, һөйөклөм, яҡыныраҡ ултыр. Мин ғәйепле түгел. Туй яһарбыҙ... Ә-әсе-ей! Ҡотҡарығыҙ! Ул ҡартҡа бармайым. Хисмәтулла, йәнем, ҡасайыҡ! Йыйын. Тиҙерәк. Ана... ана баҫтырып киләләр... Ҡыҙы менән йәнәшә тын да сығармай һүҙһеҙ ятҡан иренә ҡарап илай торғас, Фәтхиәнең күҙ йәштәре лә ҡороно. Күҙ йәштәре урынына битен ҡаплаған устарына ҡан аҡҡан.


XIV

[edit]

Ҡайһылай ғына ҡыйынлыҡтар күрмәһен, йәш тәндәге йәрәхәт тиҙерәк йүнәлә. Нәфисә әкренләп төҙәлде. Хәйретдиндең генә хәле үҙгәрмәне. Билен әүәлгесә ҡуҙғата алманы. Ен-фәлән һуҡҡанмы икән тип уйланылар. Мулла бер кәзәгә өшкөрөргә риза булып та, Хажисолтан ҡалымға биргән малын, ваҡ-төйәген һыпырып алып ҡайтҡас, әйткән һүҙенән кире ҡайтты. Көн әлеге күрәҙәгә ҡалды. Ул инәлтмәне. Фәтхиәнең иҫке-моҫҡоларынан башҡа ашарына ла булмағанды асыҡ белгән күрәҙә өшкөргәнгә хаҡ һораманы. Улар менән үҙенең аҡтыҡ икмәген бүлеште. Көнөн-төнөн Хәйретдиндең башы осонда ултырҙы. Ирендәрен ҡыбырҙатып, ниҙер туҡтауһыҙ уҡыны ла өшкөрҙө, төкөрөндө. Фәтхиә үҙенә урын тапманы. Төрлө әмәлен эҙләне. Таныш әбейҙәренә лә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеп ҡараны. Аҙаҡтан, иренең биле биртенгәндер тип уйлап, Көзәйнәп әбейгә барҙы. Көзәйнәп әбей, уның һорауы буйынса, ҡараңғы төшкәс тә, Зөлфиәне эйәртеп, урам буйлап сығып китте. Өйҙән-өйгә йөрөнө. Тыштан тороп, һәр өйҙөң ишеген ҡыҫып, эскә ижауын һона ла:

Бейем улы биртенгән, Ҡайным улы ҡатынған. Биртек һорай йөрөйөм, Ҡаты-ҡото бирегеҙ, - тип Һамаҡларға тотона. Эстәге өй хужалары, биртек һорап йөрөүсенең кем икәнен белмәйенсә, ижауға ни етте шуны һалалар. Унарлаған өйҙән ярты ижау самаһы йыйылған һөт, һыу, тоҙ, икмәк валсыҡтарын бергә иҙеп, имсе Хәйретдиндең биленә һөрттө. Ишек тотҡаһын сайҡаған һыуҙы йылытып эсерҙе. Ләкин уларҙың да ярҙамы теймәне. Тормошта ла зарлана белмәгән, хәйләһеҙ, баҫалҡы, ғәҙел Хәйретдин тыныс ҡына мәңге йоҡоға китте. Атаһын ерләй торған көндө Ырымбурҙан Ҡаръян утарына күсерелгән бер аяғы зәғиф ҡалған Ғәйзулла өйөнә ҡайтты. Ул, ҡайтҡас та, урындыҡ буйына һуҙып һалынған хәрәкәтһеҙ атаһының эргәһенән ҡуҙғалманы. Илауҙан шәмәргән, асыҡҡан һәм юлда оҙаҡ килеүҙән йонсоған Ғәйзулла күҙҙәрен атаһынан алманы. Өҫтө сепрәк менән ябылған атаһының күкрәге, тын алғандағы һымаҡ, бер ҡалҡып, бер төшөп торғандай күренә. Уның үлеүенә, мәңгегә яҡты донъянан китеүенә күңеле ышанмай. Ул аҙ ғына ятыр ҙа тороп ултырыр кеүек. Ғәйзулла атаһының йөҙөнә туп-тура ҡарарға ҡурҡты. Элек мөләйем күренгән йөҙө аҡһыл күк төҫтә, һыуыҡ һәм ят. Ауыҙын нығытып ҡымтыған. Күҙҙәрен йомған, һаҡал-мыйығына күптән бәке теймәгән. Тәртипһеҙ рәүештә аҡһыл йөндәр үҫкән. Стена буйында һөйләнеп ятҡан Нәфисә эргәһендә кәфенлек теккән бисәләр ни тураһындалыр бышылдашалар. Әсәһе хәлһеҙ, көлдөксәлә ултыра. Унан арыраҡ мәйет йыуған Хәким менән күрәҙә мулланың килеүен көтәләр. Улар үҙ-ара ишетелер-ишетелмәҫ бәхәсләшәләр. - Мулла хәҙрәт килмәҫ, ахыры, - тине, көрһөнөп, Хәким ҡарт. - Ҡәбер әҙер. Әллә үҙең йыназа әйтәһеңме? Был тәҡдимде көтмәгән күрәҙә, ҡапыл ғына яуап таба алмай, урынында борғоланды. Уның ҡайҙан килеүен, кем булыуын берәү ҙә белмәй. Йылға яҡын ауылда йәшәүенә ҡарамаҫтан, хатта исемен дә белмәйҙәр. Барыһы ла уға "күрәҙә" тип мөрәжәғәт итә. Ауылда ауырыған кеше булдымы, "өшкөрөүе" шифалы, "тыны килешә" тип, уны өйҙән-өйгә йөрөтәләр. Албаҫты ҡыуған ялына бер һыйлана ла шуның менән ул ҡәнәғәт була. Ҡөрьән уҡытырға, аҙан әйтергә йәки мәйет өҫтөндә йыназа уҡырға Ғилман мулланы саҡырҙылар. Бының өсөн күрәҙәнең тарлығы килмәне. Йыназа уҡыу тураһында үҙенең дә уйлап ҡарағаны булманы. Был - тәүге тәҡдим. Халыҡ араһында дәрәжәһе күтәрелеүҙе иҫкә алып, ул риза булды. - Тамаҡ ауыртыңҡырай инде. Мәйтәм, ҡысҡырып һөйләү килешмәй. Ҡыжылдайым да китәм. Мәйтәм, уҡырмын, мулла килмәһә. Эстән генә булһа ла йыназа уҡырмын. - Эстән ҡабул булырмы? - Була, була... Ниңә булмаһын. Ихлас күңелдән генә булһын. Күрәҙә, ауыҙҙарын ҡыбырҙатып, ҡуш усы менән йөҙөн һыпырҙы. Ләкин ул мәйет эргәһенә ултырып өлгөрмәне, Ғилман мулла килде. Ул, һырлы таяғын ишек төбөнә һөйәп, ситегенән галошты ысҡындырҙы. Аяҡтарын бөкләп, мәйеттең башы осона барып ултырҙы. Йыуан елкәһендәге тирҙе камзул итәге менән һөртөп алды. Тап-таҡыр итеп ҡырылған башындағы һырлы кәпәсен рәтләне. Ауыр эштән арыған кеше һымаҡ йыш-йыш тын алып, тубыҡтарына таянған көйө бер аҙ ултырғандан һуң, ҡысҡырып уҡына башланы. Фәтхиә уның алдына иренән ҡалған буҫтау ҡуңыслы ҡатаһын, ғәйет көндәрендә генә кейә торған камзулын, күлдәген, йәш сағынан бирле һаҡлап кейгән берҙән-бер ситеген гүр саҙаҡаһына бирҙе. Мулла, уларҙы һәр яҡлап әйләндереп ҡарап сыҡҡас, яғаһы керҙән ҡырҡылып туҙа башлаған киндер күлдәкте кире ырғытты. - Мәрхүмдең рәтлерәк нәмәләре ҡалмағанмы ни? - тип һораны ул, ризаһыҙлығын белдереп. - Бынауындай оло мәйеткә кеше хәйерҙән тана бирә, йәғни мәҫәлән, алам-һалам түгел. Йүнһеҙ бәндә... Хәйерҙән тана бирһәң дә, харам, ҡәһәрҙе үҙ башына саҡырҙы. Балаларын ен һуҡты. Байҙан килгән мал китте. Йәғни мәҫәлән, йоҡманы. Шайтан аҙҙырҙы балағыҙҙы. Ахыр заман етеүе шул. Мәйет өҫтөндә зарланған мулланы тыңлап туйған күрәҙә: - Мулла хәҙрәт, мәйтәм, былайтыу яҙыҡ булмаҫмы? - тине. Ғилман мулла яуап ҡайтарманы. Ауыҙ эсенән мығырҙап, ҡабалан ғына һаҡалын ике усы менән һыпырҙы ла алдындағы хәйергә килгән әйберҙәрҙе, быраҡтырған күлдәкте кире алып, камзул өҫтөнән кейгән кәзәкейе ҡуйынына йәшереп, ҡайтырға әҙерләнде. Ишектән сығыр алдынан боролоп: - Күрәҙә, шәп булһаң, йәғни мәҫәлән, зыяратҡа барғас, уҡырһың. Гонаһ шомло бәндәгә йыназа уҡып, гонаһ шомло булғым килмәй, - тине. Өйгә йыйылған халыҡ оҙон күкрәкле арбаға түшәлгән ҡайыр өҫтөндә ятҡан кәфенлеккә уралған мәйет артынан эйәрҙе. Сатанлай-сатанлай, Ғәйзулла ла улар артынан ҡалышманы. Арба ауылдың үрге осондағы ҡайынлыҡтар араһындағы зыяратҡа барып етер алдынан ғына, Ғәйзулла туҡталды. Ул бәләкәй сағынан уҡ зыярат эргәһенән үтергә ҡурҡты. Бөгөн зыярат бүтән ваҡыттағынан да серле, ҡурҡыныслы күренде. Ундағы кеше күҙенә күренмәгән пәрейҙәр, мәйетте генә түгел, доғаһын белмәгән тере кешеләрҙе лә өҙгөләп ташларҙар кеүек тойолдо. Ғәйзулла әсәһенән ишеткән берҙән-бер шайтанға ҡаршы доғаны: "Йәмәғәшәрәр вәлиже илла бисолтан, фәвеһәйе рибби төкәҙиван..." - тип мәғәнәһеҙ ғәрәп һүҙҙәрен әйтеп, төкөрөндә. Шунан, илай-илай, Зөлфиә менән ауырыу Нәфисә апаһы ҡалған өйгә ҡарап кире сатанланы. Киләсәктә атаһыҙ нисек йәшәүҙәрен күҙ алдына килтерергә лә баҙнат итмәне. Әсәһе, апайҙары һәм үҙе ҡыҙғаныс тойолдо. Йәш эркелгән күҙҙәре бер нәмә лә күрмәйҙәр. Өйөнөң серек ҡапҡаһы эргәһенә барып еткәнсе, ул таяҡ ярҙамында барҙы. Аяғы һынған ҡош шикелле, һыңар аяғына баҫып һикерҙе.


XV

[edit]

Йәш кәләшенә өйләнеүҙән уңмаған Хажисолтан бай ҙа үҙенең хәлен әллә ниҙән һиҙмәне. Хисмәтулла менән Нәфисәне мәсхәрәләү, Хәйретдиндең яҡты донъянан китеүе һәм мәһәренә бирелгән малды кире ҡайтарып алыу ғына күңелен баҫманы. Бөтә донъяны аҫтын-өҫкә әйләндереп онтағыһы, емергеһе килде уның! Яңы ҡорбан, яуызлыҡ эҙләне. Бәйле торған эт һымаҡ ажғырып, һәр кемгә ташланырға әҙер торған Хажисолтан тоҡтомалға хеҙмәтселәрен әрләне. Күҙенә күренгән ҡашығаяҡтарҙы күтәреп һуҡты. Аяҡ аҫтында осрағандарын тибеп осорҙо. Уның менән дә асыуы ҡанманы. Кәжән йылғаһы буйында сүкәйеп кер сайҡаған Сәйҙеямал эргәһенә барҙы. Сәйҙеямал ағас кеүек ҡороған бармаҡтары менән керен һығып ҡырсын өҫтөнә һалды. Эргәһендә бөйөрөнә таянып, ҡашын емереп торған байҙы күреп, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Бай, Сәйҙеямалдың төпкә батҡан күҙҙәренән, ҡайғынан ябыҡҡан, ослайған танауынан, көнгә янған һарғылт битенән сәнскеле күҙҙәрен алмайынса, оҙаҡ һүҙһеҙ торҙо. Йылғаның уртаһында бер юлы бер нисә балыҡ ҡарпыны, һыу өҫтөндә барлыҡҡа килгән шаҙра түңәрәктәр тирә-яҡҡа таралдылар. Йылға ситендә көтөү-көтөү йөрөгән ваҡ ҡына селбәрә балыҡтары, Сәйҙеямалдың һыуҙа торған яланғас аяҡтарын ҡытыҡлап, бәләкәй генә морондары менән төрткөләнеләр. Шунда ғына ул, яланаяҡ тороуынан оялып, ебетергә ҡуйған керҙәренә аяҡтарын йәшерҙе. Бай, серегән тештәре араһынан сарт-сорт төкөрөп: - Бөгөндән минең күҙемә күренәһе булма. Йылғаны ла һинең өсөн бынан йырҙырмаған. Тирмән өсөн йырылған. Йылға - минеке... - тине. - Алла хаҡы өсөн бернексәгә ҡыума, Хисмәтулланың атаһы менән бөтә ғүмеремде һеҙҙә үткәрҙем дәбаһа? Эшемдән ҡәнәғәт булдығыҙ. Ҡартым менән тормош уҙғарған урында үлергә бир. Йәшәргә күп ҡалмаған инде. Ҡартайған көнөмдә ҡайҙа барайым? - Сәйҙеямал сирышҡан бите буйлап тәгәрәгән күҙ йәшен һөрттө... - Уйнаштан тыуған улыңды аҫырайһың. Мин ул тыуманан тыуғандың башын баструкта серетәсәкмен! - Харап итмә, зинһар, харап итмә баланың башын! Ул гонаһһыҙ. Нәфисә беҙгә үҙе йүгереп килде. Унһыҙ ҙа уның имен ере ҡалмаған. Харап итмә баламдың башҡайын. Сәйҙеямал, имгәкләп барып, байҙың саңлы аяғына йығылды. - Яҡын килмә, хәшәрәт! - тип бай сирҡанып уның яңағына типте. Сәйҙеямал сытырайҙы. Яңағын ике ҡулы менән тотоп, ауыртыуҙан бигерәк ғәрлегенән, йән әрнеткес тауыш сығарып, илап ебәрҙе. Күҙ йәше аралаш бүтән саҡтарҙа әйтергә баҙнат итмәгән һүҙҙәрҙе ысҡындырҙы: - Үлтер! Мине лә үлтер! Мин ҡурҡмайым. Ҡартайғанмын. Кешегә үҙем әйтәсәкмен, һин мине ҡартайттың, һин мине мыҫҡылланың, һин мине шул хәлгә еткереүсе. Хәҙер мин ҡарт, хәшәрәт. Хәҙер улһыҙ ҡалдыраһың. Аллаһы тәғәләнең ҡаты ҡәһәре һуҡһын һине! Сәйҙеямал ғүмер буйы күкрәгендә эркелгән, йонсотҡан һүҙҙәренә ирек бирҙе. Улар яҙғы ташҡын һыу кеүек урғылдылар. Әле генә эттәй ажарланып, асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәй торған бай, кеше ишетеүенән шикләнеп, әүрәтеү ниәте менән: - Йә, тыныслан, һине берәү ҙә ҡыумай. Йәшәгән ереңдә йәшә. Боронғолар: "Кеше таш менән атһа, һин аш менән ат", - тигәндәр. Хисмәтеңә лә теймәҫтәр. Әйтермен, - тине һәм, был ҡатындың тағы ла яманыраҡ һүҙ ысҡындырыуын ишетмәҫ өсөн, ҡайтырға ашыҡты. Ә үҙе эстән генә: "Яйлы сағы тура килһен әле", - тип уйланы. Ҡойма янында ятҡан бүрәнәләр өҫтөндә үҙ-ара сәйнәшеп ултырған бисәләр, Хажисолтандың ҡайтып килеүен күреп, пыр туҙышып келәт артына ҡастылар. Йөрәгенә өҫтәп ут һалған Сәйҙеямалдың һүҙҙәренән һуң төрлө ауыр уйҙар менән өйөнә ҡайтты ул. Сәйҙеямал күпте, бигерәк тә күпте белә ине шул уның хаҡында. Сәйҙеямал менән танышыу күптәнге осраҡлы хәлдән генә башланып киткәйне. Хажисолтанға ул саҡта егерме йәш кенә ине әле. Үҙҙәренә бер һыныҡ икмәккә еләк алмаштырырға килгән йәш ҡыҙҙы күреп ҡыҙыҡһынды. Алама ғына кейенгән был ҡыҙҙың яғымлы һәм шатлыҡлы көлөүе йәтеш күренде. Әсәһенән тартынмайынса һөйләшкән ҡыҙҙың бит остарындағы ике соҡорҙо ҡырҙан һиҙҙермәй ҡарап тороу ғәҙәтенә инде. Көлгәндә йәки йылмайғанда шуларҙың береһенән ҡара нөктә һымаҡ күренгән миңе шул соҡорға бата. Ҡыҙ, еләгенә алмаштырған икмәген ҡултығы аҫтына ҡыҫтырып, ҡайтырға сыҡҡас, Хажисолтан уны ҡапҡа эргәһендә ҡыуып етте. Алдына төштө. Ҡыҙ ҡурҡып, артҡа сигенде. - Һин минән ҡурҡма. Мине белмәйһеңме ни? Һиңә икмәк биргән кеше - минең әсәйем. Мин әсәйемдең улы, - тине Хажисолтан, һүҙҙе ниҙән башларға белмәйенсә. - Ҡурҡмайымсы, - тине ҡыҙ төшөнкө тауыш менән, ә үҙе, ситлек эсендә тотҡан сәпсек һымаҡ, ҡайҙа ҡасырын белмәйенсә, артына сигенеүенән туҡталманы. - Ҡыҙыҡай, һин кем ҡыҙы? - Әсәйем ҡыҙы. Ағай, мине ебәр. Апайым һуҡрана торғандыр, - тине ҡыҙ, иламһыраған тауыш сығарып. Хажисолтан, ҡыҙ менән һөйләшергә тырышып та, булдыра алмағас, уның һорауын үтәргә мәжбүр булды. Шунан һуң ҡыҙ өс-дүрт көн килмәй йөрөнө. Был ваҡыт Хажисолтан өсөн юҡһыныу һымаҡ тойолдо. Әсәһенән ул ҡыҙ тормошон һорашты. Ҡыҙ, бөтөнләй етем ҡалғас, Һәйет ауылынан Саҡмай ауылына өс аталаш апаһына килгән. Ул ҡыҙҙың исемен дә әсәһе аша белде: Сәйҙеямал. Был исем Хажисолтанға яҡын һәм ҡәҙерле тойолдо. Әллә тәүге мөхәббәт ялҡынын татырға өлгөрмәгәнгәме, ҡыҙ ярлы булыуына ҡарамаҫтан, уны күңеленән сығарманы. Түҙемһеҙлек менән килеүен көттө. Сәйҙеямал уларға тағы килде. Ләкин был юлы үҙе теләп түгел, уны Хажисолтандың әсәһе алып килде. Уның сеүәтәһен бушатып, ярты икмәк, өҫтәүенә, ҡаймаҡҡа туғылған ойотҡан һалып бирҙе. Был бисәнең йомартлығына һөйөнгән Сәйҙеямал уға, рәхмәтен нисек кенә итеп булһа ла белдерергә тырышып, бер ҡатлылыҡ менән: - Инәй, көртмәле бешкән. Көҙгө йорт аръяғындағы тау итәгендә харап күп. Иртәгә күмәкләп барырға һөйләштек. Көртмәленән бешергән бирүк тәмле була. Бер биҙрә көртмәле йыйһам, яртыһын һеҙгә килтерермен, - тине. Төпкө бүлмәлә әсәһе менән Сәйҙеямалдың һөйләшкәнен тыңлап ултырған Хажисолтан килеп сыҡты. - Әсей, мин дә көртмәлегә барам. - Бар, һине кем тота. Ваҡытым булһа, мин үҙем дә барыр инем, - тине әсәһе. Иртәгеһенә Ҡыҙар урамында, ҡара сәүкәләр шикелле ҡауғалашып, көртмәлегә барырға әҙерләнгән ҡатындар, ҡыҙҙар һәм әбейҙәр йыйылдылар. Хажисолтан улар эргәһенә килергә булғайны ла, олораҡ бисәләрҙең "ҡыҙтәкә" тип мыҫҡыллауҙарынан ғәрләнде. Үҙе йәшендәге малайҙарҙы йыйып, Көртмәлетауға алданыраҡ барырға ашыҡты. Иртәнсәк аяҙ торған көн боҙола башланы. Малайҙар оҙон кесерткән һәм алабута баҫҡан көҙгө йортто үтергә лә өлгөрмәнеләр, йәшен йәшнәне. Күк күкрәне. Борсаҡ һымаҡ төшкән беренсе ауыр тамсылар саңлы юлға тәгәрәп ҡапландылар. Ел ҡыуып килтергән ҡылый ямғыр, бәйҙән ысҡынған һымаҡ, бөтә көсө менән ергә ҡойолдо, һыуһаған нәҙек билле аҡ ҡайындар йәшел яулыҡҡа ябынған баштарын һелктеләр. Үҙ-ара ни тураһындалыр серләшеп шаулаштылар. Ҡапыл ғына, болотло күкте уртаға ярып, йәшен йәшнәне. Йәшен артынан яҡында ғына тағы ла көслө күк күкрәне һәм ярылған күктән төшкән ямғыр ҙа шашты. Йәшен уты күренгән һайын, ағас төбөндә күшегеп торған малайҙар "бисмилла, бисмилла" тип төкөрөндөләр һәм бер-береһенә нығыраҡ һыйындылар. Ямғыр оҙаҡ яуманы. Аҡһыл ҡара болоттар ашыҡмайынса төньяҡҡа аҡтылар. Ямғыр менән йыуылған ысыҡлы урман өҫтөн ҡояш яҡтыртты. Донъяға бөтөнләй яңы төҫ инде. Ерҙән дымлы еҫ килә, тәнде рәхәтләндергән әскелт хуш еҫле ағастар, үләндәр, сәскәләр еҫе аңҡыны. Урманда шундай тынлыҡ, хатта бер генә ят тауыш та ишетелмәй. Түбәндә, яр аҫтында, ямғыр һыуынан көсәйгән Юрғашты йылғаһының ғына ҡупырынып, эре-эре тау таштарына һуғылып шарлап аҡҡан тауышы ишетелә. Малайҙар тәндәренә йәбешкән күлдәктәрен сисеп һыҡҡандан һуң, яңынан кейҙеләр ҙә ҡысҡырып көлөшә-көлөшә алға йүгерҙеләр. Улар Көртмәлетауға барып еткәс, һәр ҡайһыһы ҡуйы йүкәлек ағастары араһына таралышып бөттөләр. Яңы ғына яуған ямғырҙан йыуылған ҡара күкһел эре көртмәлегә күҙ эйәләшмәй. Уны йыйыу өсөн йөрөү ҙә кәрәкмәй. Бер урынға ултыр ҙа йәнең теләгәнсә йый ҙа йый. Хажисолтан, көртмәле ашап туйғас, көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, үҙенән бәләкәйерәк малайҙарҙы илатты, йыйған көртмәлеләрен ергә һирпеп, аяғы менән иҙҙе. Шунда оҙон йүкә ағасын уратҡан ҡыуаҡлыҡ ситендә бөксәнләп яңғыҙы ғына көртмәле йыйып йөрөгән Сәйҙеямалды күрҙе. Сәйҙеямал егет алдында уңайһыҙланды. Китеү ниәте менән көртмәле тултырылған күнәгенең ҡылысына йәбешкәйне, Хажисолтан: - Мин дә һиңә йыйышайыммы? - тип һораны ла, яуапты көтөп тормайынса, усы төбөндәге көртмәлене ҡыҙ күнәгенә ырғытты. Ул, тәүге көндәге һымаҡ, Сәйҙеямалдың ҡаршыһына сыҡты. Ҡыҙҙың, оялыуынан, бите, ҡолағы, хатта маңлайындағы асыҡ ҡалған сәс төптәре лә ҡыҙарған һымаҡ тойолдо. - Ағай, мин китәйем инде. - Ҡайҙа бараң? Әйҙә мин күнәгеңде күтәрешеп барайым - Юҡ, юҡ, ағай. Ауыр ул... Мин үҙем... Хажисолтан ҡыҙҙың ай-вайына ҡуймайынса, күнәген күтәреп алып китте. Уның артынан оло сабатаһын көскә һөйрәп, эләгә-йығыла Сәйҙеямал эйәрҙе. - Ағай, ҡыҙҙар ул яҡҡа китмәнеләр. Өҫ яҡҡа киттеләр. Ҡуйы, оҙон үләндәр үҫкән әрәмәлеккә барып еткәс, улар туҡтанылар. Хажисолтан һаҙлыҡ буйында үҫкән ҡарағатты ботағы менән һындырып алып Сәңҙеямалға һондо. - Мә, аша ҡарағат... Хажисолтан ҡыҙҙың беләгенән тотто. Ҡыҙ, ҡурҡыуынан һәм уңайһыҙланыуынан ни эшләргә белмәйенсә, артҡа сигенде. Хатта илар хәлгә тиклем барып етте. - Ағай, ебәр... Ҡуй, ебәр... Ағай!.. - Сәйҙеямал, ҡурҡма. Мин һине кәләшлеккә һоратырға уйлайым... Һин минеке, аңлайһыңмы? Саҡ ҡына эргәмә ултыр... Хажисолтан көслөк менән ҡыҙҙы тамырынан умырылып йығылған ағас өҫтөнә ултыртып, биленән ҡосаҡланы. Шунан улар, тартҡылаша торғас, икәүләп ергә тәгәрәнеләр... Был хәбәр Сәйҙеямалдың апаһы арҡылы Хажисолтандың атаһы менән әсәһе ҡолағына еткерелде. Тегеләр ҡыҙҙың исеме сығыуынан да бигерәк әйттергән килендең туғандары, дуҫ-иштәр белеүҙән ҡурҡтылар. Сәйҙеямалды күп йылдар буйы ялсы булып эшләгән Хөснөтдингә кәләшлеккә алып бирергә мәжбүр булдылар. Икенсе яғынан егәрле, эшсән ҡатынды ҙур хужалыҡта ҡалдырыуы яйлы күренде. Шунан бирле Хажисолтан Сәйҙеямалдан айырылманы. Хажисолтанды йәш сағындағы тағы ла бер ваҡиға борсой. Уныһы ла Сәйҙеямалдың тормошона бәйләнгән. Ата-әсәһенән ҡалған мираҫ Хажисолтанды ҡәнәғәтләндермәне. "Ун ат, дүрт һыйыр ирмен тигән иргә байлыҡмы ни?" - тип уйланы ул. Хужалығында эшләгән хеҙмәтселәрҙең эше көндән-көнгә үҫкән нәфсене ҡаныҡтырманы. Тиҙ, бик тиҙ байығыһы килде уның. Һәм ул үҙенең теләгенә иреште. Ике-өс йыл эсендә ара-тирәләге ауыл байҙарын ҡыуып үтте. Ул байлыҡ яғынан прииск хужаһы Ғабдрахманов Ғәлиәхмәт менән генә тиңләшергә баҙнат итмәне. Ләкин уның нисек тиҙ байыуын берәү ҙә белмәне. Был турала төрлө кеше үҙенсә фекер йөрөттө. Ә уның байыуына әҙәм ғүмеренә бәйләнгән ҡот осҡос ҡомһоҙлоҡ сәбәп булды. ...Хөснөтдинде бер көнлөк һөйәркәһенә өйләндергәндән һуң, уны дошман күреүенә ҡарамаҫтан, баш эйеп, һүҙһеҙ, тырышлыҡ менән хужалығында эшләүе өсөн ихтирам итте. Уның күңелендә ниндәй уйҙар булыуын белеүе ҡыйын ине. Ләкин Хөснөтдин йәш байға хыянат итмәне. Хажисолтан быны үҙе лә һиҙҙе. Шуға күрә күп ваҡытта иң яҡын кешеләренә әйтмәгән сере менән дә уртаҡлашҡылай торғайны. Иҙел буйына Кәжән заводына йәки Верхнеуральск баҙарына Хөснөтдинде һуңғы мәртәбә бынан егерме йыл элек йәй аҙаҡтарында алып барҙы. Юлда йылға эргәһенә туҡталып ат ашатырға ла иртәгеһенә иртүк ҡуҙғалырға булдылар. Ут яндырҙылар. Ял иткәндә сеүәтәгә араҡы һалып эстеләр. Шунан сәйнүктәге сәйҙе бушаттылар. Хөснөтдиндең башы әйләнде. Тамағын туйҙырып алғас, Хөснөтдин янып бөтөп барған утты рәтләне. Остары көлгә әйләнә башлаған утлы торонбаштарҙы уртаға ырғытты. Ҡып-ҡыҙыл ҡуҙҙан күк һәм алһыу йылтырауыҡ ялҡындар арҡыс-торҡос һалынған ҡоро ағастар буйлап үрмәләнеләр. Бөҙрәләнеп күтәрелгән төтөн артынан, оҙон ағас япраҡтарын яларға теләгәндәй, ялҡын телдәре һуҙылды. Осҡондар сәсрәне. Ҡараңғы стеналар уттан артҡараҡ сигенделәр. Ҡайҙандыр килеп сыҡҡан йоҡоһоҙ ел, ут менән шаярып, күккә күтәрелгән төтөнлө ялҡынды ергә бороп һалды ла, яр буйындағы ерек ағастарының япраҡтарын үҙ-ара ҡыштырҙатып, китеп тә барҙы. Төнгө эс бошорғос ҡараңғы тынлыҡ урынлашты. Күктә, болоттан әрселгән урында, йондоҙҙар йымылдашып күҙ ҡыҫыштылар. Үлән араларында, йәйҙең үтеп барыуына зарланышып, сиңерткәләр серкелдәште. Үрҙәрәк, йылға буйында, ниндәйҙер яңғыҙ ҡош бер туҡтауһыҙ "саҡ, саҡ..." тип ҡысҡырҙы. Терһәктәрен йәйеп, ҡуш усы эсенә елкәһен ҡуйып, күккә ҡарап салҡан ятҡан Хөснөтдин, юлдан сыҡҡаны бирле тәүге тапҡыр көрһөнөп, әллә Хажисолтанға, әллә үҙенә-үҙе әйтте: - Донъя, донъя .. Алда ни булырын белһәң ине ул... - Һиңә минең ашатҡан икмәгем килешмәйме? Әллә бисәң үлдеме? Ҡаты көрһөнөргә ни, - тине Хажисолтан, ризаһыҙлыҡ белдереп. - Аллаһы тәғәләнең биргәненә шөкөр. Аллаһы тәғә лә һаулығыңды бирһен, шөкөрмөн. Мин унан әйтмәнем,- тип яуап ҡайтарҙы Хөснөтдин, аҡланырға теләп, тотлоға-тотлоға. - Саҡ тауышы эсемде бошорҙо. Әсәйем мәрхүмдең әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙөм. Ул йыш ҡына Саҡ менән Суҡ ҡошо тураһында һөйләй торғайны. Борон, бик борон заманда, бер буйҙаҡ бисә ике улы менән тороп ҡалган, ти. Уландары гел һуғышҡан, ти. Әсәләре уларҙы әрсәләп алалмағас, ҡарғаған, ти: "Берегеҙ - Саҡ, берегеҙ Суҡ ҡошо булып осоп китегеҙ. Бер-берегеҙҙе күрә алмай интегегеҙ", - тигән, ти. Әсәләренең теләге ҡабул булған. Бер улы - Саҡ ҡошо, икенсеһе Суҡ ҡошона әүерелеп, икеһе ике тәҙрәнән осоп сығып киткәндәр. Өлкән ағаһы Суҡ үлгән, ти. Ә ҡустыһы Саҡ уны эҙләй, ти. Ана бит, бахырҡай, ҡайһылай хафалана. - Хөснөтдин башын ҡалҡытып "саҡ... саҡ... саҡ..." тигән тауышты тыңланы. - Әсәйем бахырҙың да ҡустым Хәлфетдин менән мине шуларға тиңләп орошҡан сағы була торғайны. Ҡарғауын ҡарғамай торғайны былай. Рәнйеткән сағыбыҙ булғылағандыр, сабыйлыҡ, алйотлоҡ бит. Ә шулай ҙа әсәйҙе рәнйетеү килешмәне. Хәлфетдин хеҙмәткә китеп юғалды. Мин, Саҡ ҡошона оҡшап, уны көтәм... Хужаһы яуап ҡайтармағас, Хөснөтдин, уны маҙаһыҙламайым тип, арба эргәһенәрәк шыуҙы. Утлы торонбаштарға өҫтәп утын ташланы ла, мендәр урынына әҙерләнгән йоморо утынға башын ҡуйып, бөгәрләнеп йоҡларға ятты. Шуны ғына көткән Хажисолтан, һаҡлыҡ менән урынынан тороп, ҡуйы ҡараңғылыҡ араһында юғалды. Туғайҙа бышҡыра-бышҡыра үлән ашап йөрөгән аттың тышауын сисеп, һыбай атланды. Йылға буйлап аҫҡа юртты. Йылға аша кисеүҙе сыҡҡас, ул еңел сөсө төтөн еҫе сыҡҡанын һиҙҙе. Атын туҡтатып, теҙгененең осон ағасҡа бәйләне лә, ҡараңғы стена буйлап яғымһыҙ торған селектәрҙе икегә ярып, аҫҡа табан атланы, һөйләшкән тауыштар ишетелде. Бер аҙ барғандан һуң, бәләкәй генә яланда янған ҡыҙыу утты уратып ултырған өс ир кеше шәүләһе, уларҙан арыраҡ тәртәләре юғары күтәрелеп бәйләнгән ике арба күренде. Юлаусыларҙың икеһе ут эргәһенә кейем йәйеп йоҡларға ятты. Өсөнсөһө урынынан ҡуҙғалманы. Ҡарауылда ҡалды. Хажисолтан билбауға ҡыҫтырған балтаһын ҡулына тотоп, бысағын ҡыҫтырып, һүрелә башлаған утҡа шыуышты. Тубыҡтары дерелдәне. Йөрәге тибеүе аяғы аҫтындағы ерҙе тетрәткән һымаҡ һиҙелде. Ике аҙым һайын туҡтап, хәл йыйҙы, һаҡлыҡ менән тирә-яғына ҡараңғыланы. Йөрәге типкән тауыштан башҡа бер ни ҙә ишетелмәгәс, ут менән үҙенең араһын яҡынайтып, сысҡан тоторға барған бесәйҙәй, алға барҙы. Ҡайһы саҡта икеләнеп артҡа китергә лә уйлап ҡуйғайны, булдыра алманы. Аңына буйһонмаған ниндәйҙер көс алға өндәне. Ана, ҡарауылда утҡа ҡарап хәрәкәтһеҙ ултырған кешегә алты, дүрт, ике... аҙым ҡалды. Ҡарауылсы ҡыймылдаманы. Арттан, сикәһе тапҡырына самалап һуҡҡан балта төйҙәһе уны ергә тәгәрәтте. Шул уҡ балта һушһыҙ йоҡлап ятҡан кешенең башын уртаға ярҙы. Ғырылдаған тауышҡа, йоҡо аралаш бер ни ҙә аңламай, өсөнсө юлаусы һикереп торҙо. Ул һәрмәләнеп пистолет эҙләне. Ләкин өлгөрмәне. Хажисолтан бөтә көсө менән уның да яңағын әйләндерә сапты. Юлаусы ҡысҡырып ебәрҙе, һөйәге менән бергә ите ҡатыш тиреһенә эләгеп һәлберәп торған эйәгенән ҡан урғылып аҡты. Ул интеккән ҡоро, ҙур күҙҙәрен аҡайтты. Ҡыҙыулыҡтан ауыртыуын һиҙмәйенсә, дошманына ташланды. Хажисолтан, яйын табып, бысаҡ менән уның үңәсенә сәнсте. Юлсы ғырылданы. Бөтә көсөн йыйып, тағы ла алға ынтылды. Тәненең ауырлығын тота алмайынса, төбөнән ҡырҡылған ағас һымаҡ, гөрһөлдәп ергә ауҙы. Ярһыған Хажисолтан тышылдаша-тышылдаша аяҡтарын тартҡыландырып хырылдап ятҡан юлсыға ҡараны, һүнеп барған уттың тоноҡ ҡына яҡтыһы юлсының үңәсенән урғылып аҡҡан ҡанды яҡтыртты. Ҡуйы ҡара ҡан эркеме туҡтамай ергә шыуа. Ҡараңғы һалҡын һауала ергә ҡойолған ҡан еҫе аңҡыны. Хажисолтан ҡулдарын сатаҡ-ботаҡ йәйеп, хәрәкәтһеҙ ятҡан мәйеттәрҙең кеҫәләрен аҡтарып ҡарап сыҡты. Шунан ҙур ауыр тоҡҡа һалған әйберҙәрҙе алып китергә йыйынғанда, әрәмәлектән тауыш ишетте. Аяҡ аҫтында һынған сыбыҡ тауышы яҡынайҙы Хажисолтан уттан ситкә, ҡараңғылыҡҡа, йәшеренде. Әрәмәлектән яҡтыға сыҡҡан кеше Хөснөтдин икәнен күреп, кире әйләнде. - Һиңә нимә кәрәк? Кем ҡушты һиңә бында килергә? - тине үл. - Тауыш сыҡҡанға килгәйнем, ағай. Ҡаза-фәләнгә осраманыңмы тигәйнем. - Хөснөтдин, ҡанға батып ятҡан мәйеттәрҙе күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе һәм артҡа сигенде. - Туҡта! Үлергә бараһыңмы? Унда ошоларҙы үлтергән ҡараҡтар! - тип ялғанлашты Хажисолтан. Хөснөтдин мәйеттәр араһынан Хажисолтан байға ҡунаҡҡа килеп йөрөүсе кассирҙы таныны. Хажисолтан кассирҙы ҡараҡтарҙан әрсәләргә килгән тип уйлап, Хөснөтдин бер ҡатлылыҡ менән: - Әйҙә, бынан тиҙерәк шылайыҡ. Тиҙерәк кешегә хәбәр итәйек, - тине. Хажисолтан табышына ырғырға әҙер торған бүре һымаҡ күренде. Уның төҫө ҡасҡан, ҡурҡыныслы. Ләкин ул Хөснөтдингә ҡағылманы. - Унда һинең эшең юҡ. Төрмәгә киткең килдеме? - тине лә ул ауыр тоҡтарҙы йылға аръяғында ҡалған арбаға алып барырға ҡушты. - Йәһәтерәк ҡуҙғал! Унан-бынан ғына аттарын арбаға ектеләр ҙә, улар, таң атыуҙы көтөп тормайынса, йылға буйынан үргә киттеләр. Эҙ яҙҙырыу ниәте менән төрлө эш башҡарҙылар. Ҡуйы урман ҡаплаған тау-таш араһына барып еткәс, үлектәрҙән ҡалған ауыр тоҡтарҙы һәм ҡан сәсрәгән Хажисолтандың кейемдәрен иҫке ташландыҡ шурфҡа һалып күмделәр ҙә ары киттеләр. Хөснөтдин бер ни ҙә аңламаны. Хужаһы ни ҡушһа, шуны эшләне. Ул, ғәҙәттә, аҙ һүҙле, был юлы ла үҙен борсоған һорауҙарҙы Хажисолтанға әйтергә баҙнат итмәне "Хужа үҙе белә. Ул аңһыҙ түгел. Ҡараҡтарҙан йәшерә торғандыр", - тип уйланы. Улар юлға сыҡманылар. Шыр ҡара урман буйлап килделәр. Яҡтырғас, иртәнге сәйҙе эсергә ултырҙылар. Хужа сәй алдынан Хөснөтдингә бер сынаяҡ ағыу ҡатыш араҡы һалып бирҙе Улар тағы ла юлға ҡуҙғалдылар. Бер аҙ барғас, Хөснөтдиндең хәле насарайҙы. Йөҙө үҙгәрҙе, ләкин ул өндәшмәне. Түҙҙе. Ауылға ҡайтып инер алдынан ғына сыҙаманы. Эсен тотоп арбала борғолана башланы. Ыңғырашты. Байҙың ҡапҡаһына барып инеүгә, ул бөтөнләй хәлдән тайҙы. Хәле бөтөп йүгереп килгән Сәйҙеямалға Хажисолтан: - Ирең юлда ауырып китте. Шуға кире боролдоҡ,- тине. Бер аҙҙан һуң Хажисолтан кәртә эсендә үкһеп-үкһеп илаған Сәйҙеямалдың тауышын ишетте, һәм еңел тын алды. Ләкин ул тыныс йәшәй алманы. Үлер алдынан Хөснөтдин бисәһенә берәй нәмә әйтергә өлгөрҙөмө икән? Әгәр ҙә әйтһә, ни эшләргә? Сәйҙеямал да бүтәндәргә әйтеп өлгөрһә... Ул тыныслығын юғалтты. Кемдер һәр ваҡыт эҙәрләгән һымаҡ тойолдо. Бөтә тормошо өҙлөкһөҙ ҡурҡыныслы яфа сигеүгә әйләнде. Кеше үлтереүсе ғәйебе асылыуҙан ҡурҡып, үҙенең ғүмере өсөн ҡалтыранды. Ҡурҡыуынан, сәғәт һайын үлеп терелде. Ишектән ингән һәр бер кешене күреп тертләне. Бөгөн булмаһа, иртәгә йәки иртәнән һуңға үҙен төрмәгә алып китерҙәр шикелле күренде. Йоҡоһонда һөйләнеүенән ҡурҡып, бисәләрен икенсе бүлмәгә ҡыуып сығарҙы. Күҙ алдына юҡ нәмә бар булып күренде. Ҡайһы саҡта сыуал артынан үлтерелгән таныш кассирҙың аҡырып ҡысҡырған тауышы ишетелгәндәй булды. Хатта, ҡолағына ышанмай, барып та ҡарағыланы. Ике ай самаһы түшәккә ятып ауырып торгас ҡына яйлап йүнәлә башланы... Сәйҙеямал менән һыу буйында ирешеп ҡайтҡандан һуң, уның күңелен тағы ла ҡурҡыу тойғоһо солғап алды. Күптәнге онотола башлаған һорауҙар яңынан ҡабатландылар: "Сәйҙеямалға ире үлер алдынан берәй нәмә әйттеме икән, юҡмы икән?" Тап шул минутта соланда ят ир тауышы ишетелде. Ишектән инеп килгән таныш булмаған полиция офицерын күреп, Хажисолтан һуштан яҙҙы. Шунан иҫнәй башланы - көҙән йыйырған ауыҙы йәйелде, һулаҡай сикәһе тартышты. Ул ҡаршы тороп иҫәнләшергә лә көс тапманы. Тынысланырға тырышып, сеүәтәләге буҙаны ауыҙына килтерҙе. Ләкин бер генә тамсы ла уртлай алманы. Тештәре сеүәтә ситенә тейеп шаҡылданылар. Тотлоға-тотлоға офицерға түрбашына үтергә тәҡдим яһаны. - Про-о-оходи, насәлник. Полиция офицеры уның төҫө ҡасҡан йөҙөнә текләп ҡарап торҙо ла. - Ауырып киткәнһең икән. Ә мин һиңә мөһим эш менән килгәйнем, - тине. "Шул эш менән килгән икән. Бөттөм", - тигән уй шыу итеп үтте. Күҙ алдына егерме йылдан да элегерәк эшләгән ғәйебе килеп баҫты. Хеҙмәтсеһе, таныш кассир һәм ике билдәһеҙ кешенең ғүмерен өҙөп йыйған байлығы тәү тапҡыр маҡсатһыҙ нәмә булып күренде. Тәү мәртәбә ярлырак торһа ла, тыныс йәшәү өсөн әллә ниҙәр бирерҙәй булды һәм күп йылдар буйы үҙен йонсотҡан, иҙгән, халыҡтан йәшереп йөрөгән ғәйебен танмай, баштан аяҡ һөйләп бирергә әҙерләнде. - Мин ғәйепле... - Юҡ, юҡ, бында берәү ҙә ғәйепле түгел, - тине офицер, уның һүҙен бүлдереп. - Ундай бисәгә шул кәрәк. Тикшерҙем. Мулла менән һөйләштем. Староста ла булды. Законлы. Шәриғәт ҡушҡанса. Теге, шайтан ҡарт, үлгән икән. Уныһы ла дөрөҫ. Ашарын ашаған, эсәрен эскән. - Офицер, ишектән килеп ингән урядникка кире сығырға ҡушып, тамағын ҡырҙы, тырпайып торған мыйығын бороп, Хажисолтан байҙың эргәһенә үк килеп ултырҙы. - Мин һиңә икенсе йомош менән килдем. Бик аҡса кәрәк ине, өс йөҙ илле тәңкә аҡса биреп тормаҫһыңмы, тигәйнем. Аңлайһығыҙҙыр, эш күп. - Шул ғынамы? - Хажисолтан һағайып, полиция офицеры ауыҙынан ниҙер көттө. - Бүтән йомошоң юҡмы? - Һиндә башҡа ниндәй йомош булыуы мөмкин? - Офицер мыйығын борҙо. Хажисолтан иркенләп тын алды. Өҫтөнән тау төшкәндәй булды. Ул үлергә ултырған кешенән йәнә элекке Хажисолтан бай ҡиәфәтенә әйләнде. - Өс йөҙ илле тәңкә тиң, ә? - тине ул, саҡырылмаған ҡунағының һүҙен ҡабатлап һәм ҡаршы килмәҫлек итеп әйтте: - Егерме тәңкә. Артыҡ бер тин дә. Уныһы ла һинең өсөн, яҡшы кеше булғанға. Улар ҡул бирештеләр, һәм Хисмәтуллалар эшенең йәтеш бөтөү уңайынан ике көн буйы эскелек менән шөғөлләнделәр. Өсөнсө көндө аяғына саҡ баҫып торған иҫерек офицерҙы кырандасҡа ултыртып, Кәжәнгә оҙатты ла өйөнә боролдо.

***

[edit]

Бөгөлөп, күкһелләнеп, алыҫҡа, бик алыҫҡа һуҙылған, ҡырағай ҡая таштарын һерәйтеп, мәңгелек йәшел ағастарға биҙәлгән ҡарт Уралдың тармаҡтары булған Ҡарматау, Кәзүм һәм Бишитәк тауҙары араһында, Кәжән менән Юрғашты йылғаһы ҡушылған ерҙә, Саҡмай ауылы урынлашҡан, һәр ваҡыт көмөш кеүек сылтырап аҡҡан Кәжән йылғаһы, кейәүгә көсләп биргән һылыу ҡыҙҙай осоноп, һары балсыҡҡа буялып арыған Юрғашты йылғаһына ҡушылмай, текә ярҙың һул яҡ ситенән генә ағырға тырыша. Юғарынан, бейек-бейек тау-таш аҫтынан, урғылып сыҡҡан, эш һөйөүсән Юрғашты йылғаһы юл ыңғайында һары ҡом тауҙарын иҙеп, ағыҙып алтын эҙләүсе старателдарҙың йөҙҙәрсә маширттары һәм улаҡтары аша үтеп, Кәжәненә ашҡына. Ҡушылғас, ҡабаланмай, һаҡлыҡ менән генә Кәжән йылғаһына һыйынып, иркәләнә һәм, ғүмерлеккә бер ғаилә булып, шатлыҡтарын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, көнбайышҡа ҡарай бергәләп юл тоталар. Шул Юрғашты йылғаһының һул яғында, Кәзүм тауы итәгендә, Кәжән йылғаһы буйында - Аръяҡ, ә бирге яғында ауылдың Ҡыҙар урамы урынлашҡан. Ҡыҙар урамын икенсе төрлөрәк - "Бешкән оса" йәки "Сей оса ырыуы" тип тә йөрөтәләр. Был урамға яңы исем ҡушыуҙа ла Хажисолтан бай үҙе сәбәпсе булды. Йәшерәк сағында, бисәләренә үсегеп, уларҙы ҡурҡытырға уйлап, ыштанын һыпырған да яланғас ере менән баҙлап янып торған сыуалдағы ҡуҙға ултырған. Бисәләре уны, бүтән ваҡыттағы кеүек ҡулынан тартып алыу урынына, ишекте ябып сыҡҡандар ҙа киткәндәр. Ә осаһы бешкән Хажисолтан һыҙланыуҙан сыҙай алмайынса аҙна буйына аҡырып түшәктә ятҡан, һауыҡҡас, бисәләрен, өсөһөн өс мөйөшкә һырыҡтырып, туҡмай, бисәләренән башҡаса уны ихтирам итәсәктәре тураһында һүҙ алғас, эш шуның менән бөткән. Ләкин был ваҡыттан һуң Хажисолтан йәшәгән урамға "Сей оса" йәки "Ҡыҙар" исеме лә нығыған. Хажисолтан ныҡлап байый башлағас та атаһы, олатаһы йәшәгән урындан китмәне. Нигеҙ һаҡланы. Янынан өс бүлмәле өй һалдырҙы. Солан аша айырылған бүлмәләрҙең берәүһен - үҙе, ә икенсеһен бисәләре өсөн эшләтте. Өйөнөң стеналарын уйҙырып, өс бүлмәгә дүрт тәҙрә ҡуйҙыртты. Бер тәҙрәнән мәсет күренеп торһон өсөн - ҡибла, ә ҡалғандары кәртә эсенә ҡарап ҡуйылдылар. Ҡапҡаның һул яғына таштан ике ҡатлы лавка күтәртте. Уның тәҙрәләренә, ишегенә тимер ҡапҡас ҡуйылды. Лавканан арыраҡ ҙур келәт һалынды. Уның ҡаршыһынан мал торлаҡтары башлана. Кәләш алып башҡа сыҡҡан ике оло улына ла үҙенеке кеүек өй һәм мал торлаҡтары һалдырҙы. Уртансы бисәһенән тыуған Шәйәхмәт исемле иң иркә һәм кинйә улы ғына үҙе менән ҡалды. Ата-әсәһе иҫән мәлдә үк өйләнгән баш бисәһе ҡәнәғәтләндермәне. Уртансыһы ла, унан һуңыраҡ өйләнгән өсөнсө бисәһе - Гөлмәҙинәһе лә ялҡытты. Гөлмәҙинәһенә ни бары егерме биш йәш. Төҫкә-башҡа ла йәш күренә, ләкин бала тапманы. Ә бала аҫырамаған бисәне Хажисолтан күҙенә лә элмәне. Тоҡом һаҡлау өсөн һәр бисәнән кәм тигәндә бишәр бала булдырғыһы килде. Ҡайһылай ғына тырышмаһын, ғаиләһе өс ир баланан артманы. Үҙенең ҡартая башлауын онотоп, тағы ла йәшерәк, күберәк ир бала таба торған бисә алғыһы килде уның. Биш-алты бала тапҡан ярлы бисәләренә һоҡланды. Хоҙайҙан күберәк ир бала һораны. Ярлы кешенән тыуған ҡыҙҙан балалар күберәк буламы икән әллә тип, дүртенсе бисәне ярлынан әйттереп ҡараны. Байлыҡҡа туйынмаған бай был юлы ла бала таба торған бисәнән уңманы. Нәфисә, Хисмәтуллаға бәйләнеп, ҡәҙерен ебәрҙе. Байҙың яманатын сығарҙы. Шунан бирле ул үҙенә урын таба алмай. Күңелендә юҡһыныу тойҙо. Көн үткәрә алманы. Эшһеҙлектән йонсоған Хажисолтан урынына барып ултырҙы ла, аяғын тыпырҙатып, ҡысҡырына башланы: - Бисәләр, би-исәләр, тим. Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ? Ҡайҙа баттығыҙ, ә? Ҡаршы бүлмәнән йүгерешеп килеп ингән бисәләре, уның ни теләгәнен белмәйенсә, бер тауыштан: - Нимә кәрәк, атаһы? - тип һоранылар. - Атағыҙҙың башы! Күрмәйһегеҙме әллә? - Хажисолтан аяғын күтәрҙе. Бисәләре бер юлы кемуҙарҙан иренең аяғын тартырға барып йәбештеләр. Ҡабаланыуҙан уның ике аяғынан иҙәнгә һөйрәп төшөрҙөләр. Хажисолтан ярһыны. Аяғын тартырға ҡатаһына йәбешкән ике оло бисәһен урындыҡ ҡаршыһындағы көлдөксәгә тәгәрәтә типте. Гөлмәҙинәһенең сәсенән эләктереп, тубығы менән эсенә төрттө. Ә үҙе бер туҡтауһыҙ ҡысҡырынды: - Нимәгә аҫырайым мин һеҙҙе! Нимәгә һимертәм мин һеҙҙе, тыу бейәләр! Һуғымғамы ни, ә? Аяҡ сисергә лә, ирегеҙҙе ҡарарға ла эшкинмәйһегеҙ, һеҙҙең менән дә рәт сыҡмай. Әрәмтамаҡтар! Шатланмағыҙ, барыбер дүртенсе бисә алам. Әҙерәк торғас, ярылырҙай булып йәнә аҡырҙы: - Ашарға-а! Асыҡтым! Был юлы боҫо борхоп ҡайнап торған еҙ самауырын күтәреп, баш ҡатыны Хөппөнисә инде. Ул үҙенән йәшерәк көндәштәренә ҡарағанда иренең холҡон һәйбәтерәк белә ине. Улар тәүге йылдарҙа бик татыу һәм һәйбәт кенә торҙолар. Хөппөниса ҡайны менән ҡәйнәһен ҡараны. Ярарға тырышты. Улар үлгәс, икәүҙән-икәү генә тороп ҡалдылар. Әкренләп Хажисолтан да ҡылыҡһыҙланды, һуңғы ваҡытта ғына Хажисолтан уны тағы ла ыҙалатмай башланы. Уның өҫтөнән йәшерәк бисәләр алды. Улар килгәне бирле Хөппөниса ире менән һирәк осрашты. Ире ни ҡушһа, ул шуны башҡарҙы. Шәриғәт буйынса иренә ҡарата булған ҡағиҙәләрҙең барыһын да тырышлыҡ менән башҡарҙы. Аяғын систерҙе, тасҡа йылы һыу һалып йыуындырҙы, йомшаҡ таҫтамал менән һыуын ҡоротто. Ләкин ысын күңеленән иренә эйәләшә алманы. Ҡайғырҙы. Үткән ғүмерен һағынды. Йәш сағында тере бесәй балаларын утта яндырған Хажисолтан һаман да уның күҙ алдында йыртҡыс һымаҡ күренде. Нәфселе, үҙен-үҙе генә һөйөүсе Хажисолтан кемдәрҙе генә нахаҡҡа рәнйетмәне, мыҫҡылламаны, көлмәне. Байлығы менән маһайҙы. Ҡайҙан килә һуң уға был байлыҡ? Хөппөниса үҙе лә аңламаны һәм ҡыҙыҡһынманы ла. Ире ни эшләһә, ризалашты. "Иреңә ҡаршылашыу - шайтан эше. Ир хаҡы - тәңре хаҡы" тигән һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат ҡабатлап, үҙен-үҙе тынысландырҙы. Бына әле лә иренең ғәҙәтен яҡшыраҡ аңлаған Хөппөниса сәйҙе түрбашҡа ултыртты. Бисәләре, ире туйғас ҡына, ашарға ултырырға тейештәр. Хажисолтан, ҡалпағы эсенән кәпәсен алып кейгәс, ашъяулыҡ түшәгән урынға шыуҙы. Бисәһенә ҡарамайынса, ауыҙ эсенән генә "бисмилла" тине лә сынаяҡ аҫтына ҡойған сәйен һемерә башланы. Хөппөниса, ғаиләгә күптән килгән ғәҙәт буйынса, кеше саҡырғандағы кеүек, аяғөҫтө тороп ирен һыйланы. Ә үҙе: "Элек атаһы шәфҡәтлерәк ине. Байығас, боҙолдо. Аяғын тартҡанда екеренмәне, рәнйетмәне", - тип уйланы. Ул тәүге тапҡыр ҡасан иренең аяғын тартты икән? Хәтеренә төштө. ...Тәүге ҡушыласаҡ көндө аулаҡ өйҙә улар икәү генә инеләр. Ире аяғын тарттырҙы. Шунан ул Хөппөнисаны ҡосаҡларға ҡулын һуҙҙы. Хөппөниса, еңгәһенең өйрәткән аҡылын иҫләп, ҡосаҡлатманы, ҡулдарын кире этәрҙе. Хажисолтан көмөш аҡса бүләк иткәс, кейәүен үҙе ҡосаҡланы. Ире ул саҡта ярлыраҡ та, йомартыраҡ та ине. Туй үткәреү мәшәҡәтен үҙ өҫтөнә алды. Мәһәренә тейешлене лә ҡыҙғанманы. Еҙнәй тип ара-тирәнән йыйылған малайҙарға - аҡса, ҡыҙҙарға ҡумыҙ, беләҙек һәм тәңкә өләште. Кейәүе күсереп алып ҡайта торған көн етте. Хажисолтандан күберәк бүләк эләктереп ҡалырға тырышҡан әхирәт ҡыҙҙары Хөппөнисаны ауыл осона, сауҡалар араһына, алып ҡастылар ҙа, оҙон күбә арҡаны бөткәнсе ҡайынға уны ҡаралдылары менән бергә ҡуша сорнап, осон тамыр төбөнә йәшерҙеләр. Арттан тирләп-бешеп йүгереп килгән кейәү менән ҡыҙҙар, саҡырылған егеттең туғандары менән ҡунаҡтар араһында үҙ-ара көрәш китте. Хөппөнисаны ҡыҙҙар ҡулынан тартып ала алмағас, кейәүе: "Йәгеҙ инде, интектермәгеҙ. Арҡанығыҙ күпме тора?" - тип арҡан менән бергә бәйләнгән кәләшен һатып алды. Хажисолтан кәләшен күтәреп, атҡа егелгән кырандастағы йомшаҡ кейеҙгә ултыртҡас: "Хөппөнисаҡай, бәхетле бул", - тип туғандары һәм бергә үҫкән әхирәт ҡыҙҙары зыҡ ҡубып оҙатып ҡалдылар. Хажисолтан Хөппөниса ултырған кырандастың алдынан һыбай барҙы. Ире өйөнөң тупһаһынан ишек алдындағы йыртышты йыртып, мендәргә баҫты. Өйгә ингәс, Хөппөниса, ҡайны менән ҡәйнәһе алдында тубыҡланып, башын эйҙе. Иренең өйөнә йыйылған ҡайынһеңлеләренә - йөҙөк, тәңкә, еп, ә ҡәйнештәренә янсыҡ таратты. Батырыраҡ малайҙар: "Еңгә, миңә, мине лә буш ҡалдырма, янсыҡ бир", - тип үҙҙәре һоранылар. Шунан һуң, быуындан-быуынға килгән ғәҙәт буйынса, Хөппөнисаны көйәнтә осона эленгән биҙрәләр менән Кәжән йылғаһына алып барҙылар. Ярҙарына ерек һәм муйыл ағастары үҫкән Кәжән йылғаһына еткәс, Хөппөниса усындағы көмөш аҡсаны һыуға ташланы һәм эстән генә: "Хәйерҙән! Хоҙайым, ҡабул ит", - тип бышылданы. Эйәреп килгән бала-сағалар ҡысҡырышып һыуға ташландылар... - Нимә ҡаттың, сәй яһа! Хөппөниса иренең тауышынан тертләне. Уйҙар таралдылар. Ашыҡ-бошоҡ самауырҙан сәйгүнгә һыу ебәреп, сәй яһаны. Хажисолтан сәй өҫтөндә йөҙөп йөрөгән шаманы алып сәйнәне лә: - Ризыҡ килә, - тип иҙеүе арҡылы ҡултығы аҫтына тыҡты, ҡаты кикерҙе. - Әлхәмделилляһи. Туйҙым. Бар ризыҡты ла йүнләп ашата белмәйһегеҙ. Ҡотороп ҡыланаһығыҙ. Ҡәҙеремде белмәйһегеҙ. Тыу бисәләр! Майға бөрөшкәнһегеҙ. - Ул сынаяғын түңкәрҙе. Сынаяҡ эсендә ҡалған һауа сынаяҡ аҫтындағы шамалы һыуҙы борхолдатып, күбекләнеп сыҡты. Хөппөниса иренә һүҙ ҡушты: - Атаһы, ана сынаяғың, "эс-эс", ти. Әллә берҙе яһайыммы? - Ҡунаҡмы ни мин көсләргә? Кәрәк булһа, һин әйтмәһәң дә эсер инем. Үҙем тапҡан ризыҡ. Ата-әсәңдән эйәреп килгән малың булһа, тағы бер хәл. Хөппөниса һүҙ көрәштермәне. Ҡашығаяҡтарын йыйыштырып алып, бисәләр бүлмәһенә сыҡты. Йәш бисәләр уны уратып алдылар. - Нисек, Шәйәхмәттең атаһы бик көймәйме? - Баҫылған. Йә, йәһәт кенә сәй эсеп алайыҡ. Эшләйһе эштәр күп. Шәйәхмәттең атаһы һуҡрана. Бигерәк миңә һалындығыҙ. Ашын яраштырырға ла, кейем, ҡата тегергә лә, киндер талҡырға ла, иләргә лә бер үҙем. Өлгөрөп булмай. Ни Фәтхиәһе ҡартайып китте. Исмаһам, миңә һеҙ ярҙамлашыр инегеҙ. - Юҡ инде. Һин байҙың баш бисәһе, һин эшлә,- тине Шәһәрбаныу. Йәш бисәләр яҫтыҡ алып кәртә эсендәге күләгәгә барып ултырҙылар. Хөппөниса ҡаҙан тултырып ит бешерергә һалды ла, биҙрәһен тотоп, һыйыр һауырға тышҡа сыҡты.


XVI

[edit]

Ниғмәтулланан яртылаш терегөмөш ялатҡан ике киҫәк алтынды һатып алғас, Шәрифулла шатлығынан ни эшләргә белмәне. Серен күршеһе Фатих менән уртаҡлашты. Шул уҡ көндө йәшен тиҙлегендә был хәбәр ауыл халҡына мәғлүм булды. Төрлө кешенән төрлө ваҡытта Шәрифулланың ике киҫәк алтынды осһоҙлай ғына һатып алыуын ишеткән Ниғмәтулла үҙе лә икеләнде. Ҡайғыра башланы. "Әллә ысынлап та, Шәрифулланы алдайым тип, үҙем алдандыммы? Мин уны шахта эргәһенән тапҡайным бит. Моғайын, ысын алтын булғандыр", - тигән уйҙар уға тыныслыҡ бирмәне. Ул, сыҙамайынса, Шәрифуллаға барып, һатҡан алтынын кире һорарға тиклем етте. Ләкин Шәрифулла: "Был егетлек түгел. Ул алтын минеке. Таныш кешегә һатып ебәрергә лә өлгөрҙөм инде",- тип, риза булманы. Ниғмәтулла усындағы аҡсаны иҙәнгә күтәреп һуҡты ла уның боғаҙына йәбеште. Ул да ярҙам итмәгәс, алтынды кире ҡайтарырға йәки өҫтәп бер ат бирергә ҡушты. Үлемдән һәм ингән байлыҡты ҡулынан ысҡындырыуҙан ҡурҡҡан Шәрифулла уның һуңғы тәҡдименә күнде. Шәрифулланың бушлай тигәндәй һатып алған алтыны тураһындағы хәбәр бер һүрелеп, бер көсәйҙе. Халыҡ уға ҡарата булған ҡарашын да үҙгәртте. Тап булыусылар, баштарын эйеп, байҙарға мөрәжәғәт иткән һымағыраҡ сәләм бирҙеләр. Шәрифулла байыуын тиҙләтеү өсөн һатып алған алтын киҫәктәрен алып контораға барҙы һәм, йөрәгендәге шатлығын йәшерә алмайынса, кассирға эре генә: - Мин алтын әпкилдем, - тине. Кассир өндәшмәне. Уның ҡулынан бер киҫәк алтынды алып иҙән уртаһында торған тимер мейестәге ҡыҙыу утҡа тотто. Алтын өҫтөндәге терегөмөш эҫегә сәсрәне. Шунан уны кислоталы һауытҡа төшөрҙө. Алтындың өҫтө баҡырҙа ғына була торған йәшкелт күм-күк буяуға мансылды. Кассир һауытын болғатып күҙ тапҡырына тиклем күтәреп ҡарап торҙо ла: - Ҡайҙан тапҡайның быны? - тип һораны. - Һатып алғайным. - Был алтын түгел. Ябай баҡыр. - Ниңә түгел? - Шәрифулла аңламаны. - Белмәйем. - Кассир, кислотанан алып, өҫтө күгәргән бер киҫәк баҡырҙы хужаһына кире бирҙе. - Мә, ҡайтҡанда берәй ергә ырғытып кит. - Ы-ы-ы, знакум, ҡорҙаш, исмаһам, алған хаҡын бир... - Мин һиңә асыҡ әйттем шикелле. Беҙгә алтын кәрәк, алтын! Ә һин, алтын тип алдап, баҡыр алып килгәнһең. - Кассир ҡыҙып китте. - Етмәһә, һатыулашаһың! Бының өсөн беләһеңме - төрмә. Төрмә! Күп бәйләнһәң, хәҙер урядникты саҡырам. Ҡурҡынған, бөтә яҡты өмөтөнөң өҙөлгәненә килешә алмаған Шәрифулла һуштан яҙҙы. Иҫенә килгәс, ул Ниғмәтулланың атаһы - Хажгәлигә килде. Улар уртаҡ һүҙ таба алманылар. Бер-береһен хурланылар, ҙур һүҙгә еттеләр. Иң аҙаҡта, Хажғәли уны өйөнән ҡыуа башлағас, Шәрифулла: "Һеҙ, ҡорҙаш, бур, үҙең дә, улың да бур! Зат-ырыуығыҙ менән бур", - тип әйткәнен аңғармай ҙа ҡалды. Шәрифулла һуңғы әйткән һүҙе өсөн аҙаҡтан үкенде, ләкин һуң ине инде. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ. Үкен, үкенмә, Шәрифулла Хажғәлигә бур тип әйткән Һүҙенең йоғонтоһо үҙенә ҡарата бәлә-ҡаза килтереүен тиҙ арала һиҙҙе. Тоҡтомалға аҡтыҡ һыйыры шахтаға төшөп үлде. Кәртәһе артында һуйылған аҡтыҡ бейәһе менән ҡолононоң башын, эс-ҡарындарын һәм тиреһен тапты. Был фәҡәт Хажғәлиҙең генә ҡулы икәнлеге билдәле. Ләкин уның ғәйеплелеген дөрөҫләп дәлилдәр килтереп ҡара! Кем күргән? Ҡайҙа шаһиттарың? Һинең һүҙеңә кем ышана? Аптырағандан Шәрифулла старостаға барҙы. Староста приискыла йәшәгән урядникка ебәрҙе. Урядник эште башлап ебәреү өсөн умырып взятка һораны. Шәрифулла, ҡалған мөлкәтен һатһа ла, ул һораған аҡсаны таба алмағанлығын әйткәс, урядник эше күплегенә һылтанып, башҡаса һөйләшергә лә теләмәне. Йөрөп-йөрөп үҙен яҡларлыҡ кешене, ғәҙеллекте таба алмай, һуңғы ышанысы булған Хажисолтан байға барып мөрәжәғәт итмәксе булды. Хажисолтан байҙың бейек ҡоймалар менән уратып алынған өйөнә яҡынлашҡан һайын, Шәрифулла аҙымын яйлатты. Ҡапҡа эргәһенә еткәс, бөтөнләй туҡтаны. Ҡойолоп ҡалған бер ус самаһы ҡыу бесәнгә аяғын ышҡыны. Танауын мыш-мыш тартып, өҫкө иренен тел осо менән яланы. Ҡапҡаның тотҡаһына йәбешеүе булды, эске яҡтан эт һарһылдап өрә башланы. Хатта асыуынан ҡапҡаға уҡ килеп һуғылды. Шәрифуллаға һикерҙе. Ҡалтыранды, ағарынды. Ҡурҡып, кире китергә уйлағайны ла, шығырҙап асылған ишек тауышын ишетеп, ҡапҡа эргәһенә килде. Эске яҡтан ниндәйҙер ҡатын: - Кем унда маҙаһыҙлап эт ҡуҙғыртып йөрөй тағы? - тип һораны. - Был мин инем. - Кем һуң һин? - Ҡоҙағыҙ, Шәрифулла. - Ә-ә-ә... - тине лә шунда уҡ ҡатын абалап өрөүҙән туҡтамаған этенә ҡысҡырҙы: - Һаҡҡолаҡ, Һаҡҡолаҡ! Кил бында, мә-мә-мә... - Эт өрөүҙән туҡтаны. - Ин, Һаҡҡолаҡты тоттом. Ырылдай-ырылдай шапылдатып аш ашаған ҙур эткә ҡарап барған Шәрифулла Хажисолтанға төртөлә яҙҙы. Хажисолтан, уны күреп, ҡашын сирылтты. Шәрифулланың сәләменә яуап ҡайтармайынса, туҫтаҡтан эткә аш ашатҡан Гөлмәҙинә исемле йәш бисәһенә: - Ахмаҡ, ҡайҙа башың... Эткә шул һауыттан бирәләрме? Һинең мосолман булып тәһәрәт алыуың... Ул туҫтаҡты өйгә индермә, фәрештәләр ҡасырып, - тине. Һаҡҡолаҡ, хужаһының әйткәнен аңлаған һымаҡ, башын күтәреп, ауыҙ-моронон яланы ла, сеүәтәнән сығарған ит ҡатыш ҙур һөйәкте ике алғы аяғы менән ҡыҫып, саңлы ер өҫтөндә мөнйөргә тотондо. Үҙен байҙар рәтенә һанап йөрөгән Шәрифулла, күптән ит ҡапмағанын иҫенә төшөрөп, тамшанып ҡуйҙы. Байығырға теләп, көнөнә бер генә ашап, ас көйө йыйған барлы-юҡлы малынан яҙыуын иҫенә төшөргәс, билбау аҫты нығыраҡ һурылған һымаҡ һиҙҙе. - Мин, ҡорҙаш, Хажисолтан ҡоҙа, һиңә килгәйнем әле, - тине Шәрифулла, ҡыйыуһыҙ ғына. - Ниндәй кәңәш бирерһең... - Йә, һуҙма, һуҙма! Тиҙерәк әйт йомошоңдо, - тине Хажисолтан, түҙемен юғалтып. - Харап ҡына булдым бит. Останы бит. Ҡәһәр генә һуҡһын инде был Ниғмәтулланы. Берәй әмәлен күреп, малымды ҡайтарып бирергә ярҙам ит инде, ҡорҙаш, һин тип килдем. - Ниндәй мал ул? - Ишетмәнеңме ни, ҡорҙаш? Хажғәлиҙең Ниғмәтулла исемле тыумаһы, алтын тип алдап, баҡыр һатты. Үҙе аҡтыҡ ҡолонло бейәмде һуйып ашаны. Йылҡы башын ғына ҡалдырған. - Уныһын ҡалдырғанына рәхмәт әйт. Шәп иткән. Ҡарға! Ауыҙыңды асмайҙар уны! - тине Хажисолтан, асыуланып. - Ул минең эш түгел. Старостаға бар. - Барҙым. - Урядникка? - Уға ла барҙым. - Ниңә беҙҙең мосолмандар аяҡ баҫмаған урынға, килмешәктәр араһына барҙың! Алтын хужаһына ғына бараһың ҡалған икән! Ҡылый! Ахмаҡ! Үҙ мосолманың еҫтөнән шулай йөрөргә... - Хажисолтан, тамағын, ҡырып, хушлашмайынса, өйөнә инеп китте. Яңғыҙ тороп ҡалған Шәрифулла, байҙың артынан эйәрергә баҙнат итмәйенсә, әле бер, әле икенсе аяғын алыштырып баҫып торҙо. Оҙаҡ тороп ялҡҡандан һуң, бөкөрәйеп, танауын мыршылдатып тарта-тарта ҡапҡанан сыҡты. Ул, ни эшләргә белмәйенсә, урам уртаһында оҙаҡ торҙо. Хажисолтандың "Алтын хужаһына"... тигән һүҙен иҫенә төшөрөп: "Ниңә баштуҡ шуға бармағанмын икән? - тип уйланы. Шунан икеләнде. - Мулла әйткәнсә, приискыға барып, иманһыҙ кешеләргә аралашып, гонаһлы булһам, ни эшләрмен?" - Ул түҙмәне. Мулланың киҫәтеүенә иғтибар итмәйенсә, тыңламаған аяҡтары менән приискыға ҡарап юрғаланы.


XVII

[edit]

Прииск Саҡмай ауылынан алыҫ түгел - һигеҙ-туғыҙ саҡрым самаһы ғына. Ергә йәбешеп емерелер хәлгә еткән серек балагандарҙың һәм казармаларҙың өҫ яғында, алыҫтан күгәреп ятҡан тау теҙмәләре артында, тәбиғи яҡтан ифрат та матур ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Арттан осо-ҡырыйы күренмәгән йәшел урман ҡаплай, ә аҫта, ағас түңгәктәре араһында, йөҙәрләгән һарғылт балсыҡтар өйөмө башлана... Управляющий Семен Тимофеевич Ивановтың ғаиләһе Кәжән заводынан күсеп килмәне. Үҙе, Семен Тимофеевич, күп йылдар Юрғашты алтын приискыһында өҙлөкһөҙ эшләй. Ғаиләһенең хәлен белергә тик ял көндәрендә ҡайтып әйләнә лә, ҡалған көндәрҙә прииск контораһынан сыҡмай, үҙе әйтмешләй, "ҡаҙнаға хеҙмәт итә". Ысынлап та, Иванов хужаһына тырыш хеҙмәте менән яраны. Уға ихтирам күрһәтте. Старателдар менән дә уртаҡ тел тиҙ тапты. Бик аҫтыртын, шым кеше, уның күңелендә ни булыуын белеү ҡыйын. Хәйретдиндең самородок табыуын ишеткәне бирле тыныслығын юғалтты. Кем дә булһа унан элегерәк алтын табылған яңы урынды тартып алыр һымаҡ тойолдо. Сөнки уның һымаҡ алтынға ҡаныҡмаған кешеләр етерлек шул. Үҙ ғүмерендә ваҡ-төйәк предпринимателдар һәм компаниялар менән көрәшеп, көсөн күп әрәм итергә тура килде уға. Берәй урында алтын табылыуын ишетеп ҡалдылармы - шунда ағылалар. Алтынлы ерҙән китмәҫкә тырышалар, һөҙөмтәлә берәүҙәр байынылар; башҡалары, бөлгөнлөккә төшөп, Ғәлиәхмәт байҙың приискыһында эшкә ялландылар. Иванов был юлы, урындағы теләһә ниндәй кешеләрҙе генә түгел, ҡомһоҙ һәм хәйләкәр байҙың үҙен дә оторға тырышты. Төрлө пландар ҡорҙо. Ләкин Ғәлиәхмәт һымаҡ алтынға ҡомһоҙ икәнлеген халыҡҡа белгертмәне, бик аҫтыртын һәм йәшерен эш итте. Старателдарҙы үҙенең ярҙамсылары арҡыры ҡыҫты. Ә ярҙамсылары алдында байҙың исеме менән аҡланды. - Ни эшләйһең, хужа үҙе шулай ҡуша, - тине ул, бындай саҡтарҙа сыйылдыҡ һәм меҫкен тауыш менән. Иванов өҫ кейеме менән дә башҡаларҙан айырылманы. Әгәр ҙә электән күреп белмәгән кеше булһа, прииск управляющийы тип уны уйларға баштарына ла килмәҫ ине. Семен Тимофеевичтың ябай кейемдә булыуы старателдарға "үҙ кеше" итеп күрһәтте. Управляющий бүтәндәр кеүек аҡырынманы, ҡысҡырынманы. Хәйретдиндең үлеүен һәм Ғәйзулланың ҡайтыуын ишетеп, Семен Тимофеевич берсә көйөндө, берсә һөйөндө. Өҫтәл өҫтөнә эйелеп, оҙаҡ ҡына пландар ҡорҙо. Киләсәк байлығын иҫәпләне. Шүнан, контораға оҙон буйлы, ҡара сәсле йәш егетте саҡыртып, кырандасҡа йәһәт кенә ат егергә ҡушты. Ат әҙер икәнлеген әйттеләр. Иванов өҫтәл өҫтөндәге ҡағыҙҙарҙы сейфҡа йомарлап тығып бикләне. Ишектән ҡаршыһына инеп килгән Шәрифуллаға ҡағыҙлы кәнфит тотторҙо ла сығып та китте. Ул күҙҙән юғалғас та, күрше бүлмәнән сыҡҡан ҡатын Шәрифулланы конторанан ҡыуҙы.


XVIII

[edit]

Күрәҙә, Хәйретдин ҡарт эсәк-ҡарын күмгән урындың тирә-яғын соҡоп ҡарап сыҡҡандан һун да, бер ни ҙә таба алманы. Үҙе эҙләгән урындарҙа алтын булыуы-булмауы һаман да сер булып ҡалды. Ул түҙемһеҙлек менән Ғәйзулланың ҡайтыуын көттө. Хәйретдин үлеп, Ғәйзулла ҡайтҡас, күрәҙә ниңәлер элекке уйынан кире ҡайтты. Алтын артынан ҡыуып йөрөү маҡсаты, кешенең ҡайғыһына ҡарағанда, үтә бәләкәй, әһәмиәтһеҙ күренде. Ҡайғыға, хәйерселек көнөнә ҡалған был ғаиләгә булышҡыһы, терәк булғыһы килде, тынысландырырға тырышты. Бер туҡтауһыҙ илаған Ғәйзулланың яурынына ауыр усын һалып: - Тыныслан, ҡустым, тыныслан. Мәйтәм, үҙеңде хафалама. Әжәлдең ҡасан етерен белеп булмай, - тине. - Бер һеҙ генә түгел, беҙ барыбыҙ ҙа бәхетһеҙ был донъяла. Мәйтәм, үлем артынан үлеп булмай! Түҙергә кәрәк. Ҡайһылайыраҡ йәшәү юлын ҡарарға кәрәк. Мәйтәм, әллә минең менән китәһеңме? Юҡ, улай килешмәҫ, - тип дауам итте ул, бер аҙ уйланып торгас. - Әсәйеңде кем ҡараһын... Улар кеше көнлө. Үҙең дә зәғиф... Тап шул саҡта ишек шар асылды. Өйгә, тыны бөтөп" Ниғмәтулла килеп инде. Ул, тыштан инеү менән, яртылаш ҡараңғы өйҙә кем барын күрмәй, минут самаһы баҫҡан урынынан ҡуҙғалманы. Күҙе ҡараңғыға эйәләшкәс, түрбашта ауырып ятҡан Нәфисәнең эргәһендә аҙ ғына баҫып торғандан һуң, Ғәйзуллаға боролдо. Уның яурынына ҡулын һалып ултырған күрәҙәне күреп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. - Ха-ха-ха... Ха-ха-ха-ха! - Ул, көлөүенән туҡтала алмайынса, ҡулын һоноп: - Был һинме ни, күрәҙә! - тине һәм йәнә көлә башланы: - Хи-хи-хи!.. - Етәр! Күрәҙә, йоҙроғон төйөп, урынынан торҙо. Шунда ғына Ниғмәтулла, был кеше менән артыҡ сөсәкләшергә ярамағанын һиҙеп, көлөргә асҡан ауыҙын ябырға ла өлгөрмәйенсә, арты менән сыуалға һырынды. - Булды, ағай, булды, - тине ул, ҡабаланып. - Һәүетемсә генә һөйләшәйек әле. Күрәҙә һин тип уйламағайным... - Ул күрәҙәнең сырт-сырт ҡыҫҡан күҙен күреп, башлаған һүҙен әйтеп бөтөрмәй, икенсегә борҙо: - Йомош бар ине... Улар, бер-береһен аңлашып, тиҙ килештеләр. Күрәҙә тышҡа сығырға ишара яһаны. Тышҡа сыҡҡас, Ниғмәтулла, ғәфү үтенгәндәй, өйҙә әйтеп бөтмәгән һүҙен ослап ҡуйҙы: - Асыуланма инде, Ҡолсобай ағай. Ихлас ҡына әйтәм, һине күрәҙә булып йөрөй тип уйламағайным. Кеше күрәҙә лә күрәҙә, ти... - Ярар, ярар. Машам хаҡынан шулай йөрөйөм. Алтынға бай ерҙе тапһам, уның менән бергә йәшәп булмаҫмы, тигәйнем, һин быны беләһең. Алтынлы урын табылһа, Ғәйзуллаларға ла ярҙам итергә уйлайым. Улар ауыр хәлдә. Ҡалдырып китеү ҙә йәлкә, - тине Ҡолсобай, үҙен аҡларға теләп. - Бына һиңә, ҡустым, кешене рәнйетеү килешмәй. Ниңә Шәрифулланы алданың инде? Барлы-юҡлы малынан яҙҙырғанһың. Гонаһын уйла! Ашар ерҙән ашамай үҫтергән малы бит. - Мин унан урламаған. Аҙаҡҡы барғанда кире биргәйнем аҡсаһын - алманы. Көсләп кире кеҫәмә тыҡты. Өҫтәп бирҙе әле. - Мәйтәм, исмаһам, яртыһын кире бирер инең. - Юҡ, булмай, Ҡолсобай ағай. Миңә бирмәһә, уны барыбер икенсе кеше остар ине. Алтында эшләүселәрҙе күрҙем әле. Унда ҡырҙан килгән зимагурҙар эшләй. Осмот алтын өсөн бер-береһенең үңәсен сәйнәргә әҙерҙәр. Хәҙерге заманда шулай: йә һин отаһың, йә һине оталар. Минең отолғом килмәй. Байҙарса йәшәгем, матур бисә алып, ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәгем килә. Хажисолтанды баҫып үткем килә. Хажисолтан бай кеүектәр, тупһама баҫырға баҙнат итмәй, миңә хеҙмәт итеүҙәрен теләйем. Бөтәһе лә кәпәсен сисеп, баш эйеп ҡалыуҙарын теләйем. Бының өсөн бик күп аҡса, алтын кәрәк! - Һуңғы һүҙҙәрҙе әйткәндә, Ниғмәтулланың тауышы ҡалтыранды. - Һин дә көнөңдө бушҡа үткәрмә, ағай. Бергә кәсеп итәйек. Мине тыңлаһаң, бай буласаҡһың. Күп малыбыҙ буласаҡ. Алтыныбыҙ, аҡсабыҙ буласаҡ. Маша еңгәйҙе һатып алырға алтын һорайҙар тигәйнең, теләһәң, еңгәй һинең ҡулыңда. Ҡолсобай, ҡатынының исемен ишетеп, ағарынды. Был уның күптәнге йөрәк сере, йәрәхәте. Ҡатыны өсөн әллә ниҙәр бирергә әҙер ине Ҡолсобай. Уға алтын байлыҡ өсөн генә кәрәкмәй, һөйгән бисәһен табыу өсөн кәрәк. Машаһы менән бергә булһа, ул байлыҡ артынан ҡыумаһа ла, үҙен бәхетле тойор ине. Уларҙы ике милләт, ике диндән булған өсөн бер-береһенән айырҙылар. Был ғәҙеллекме ни? Был һорауға Ҡолсобай яуап таба алманы. Ләкин ҡатынын эҙләүҙән туҡталманы. Исмаһам, ҡыҫҡа ваҡытҡа һыңар күҙе менән генә булһа ла күргеһе килде уның. Эҙләне, ғазап сикте. Унан, уйламағанда, яҙмыш Хәйретдин ҡарттың ғаиләһе менән таныштырҙы. Улар бәләгә осрағас, ул ваҡытлыса үҙенең ҡайғыһын онотто. Буйҙаҡ ҡалған Фәтхиәнең етем балаларын яңғыҙ ҡалдырып китергә баҙнаты етмәне. Әле лә Ниғмәтулланың һүҙенән тулҡынланған Ҡолсобай икеләнде, ҡайһы юлды һайларға белмәне: ҡалырғамы әллә бисәһе хаҡына байлыҡ эҙләп китергәме? - Үкенерһең, Ҡолсобай ағай, мине тыңла, - тине Ниғмәтулла уның уйын һиҙгән төҫлө. - Гонаһтан ҡурҡһаң, бысраҡ эштәрҙе мин башҡарырмын. Гонаһ шомло булғас булынған инде. Мине барыбер һәйбәт тимәйәсәктәр. Бүренең ауыҙы ашаһа ла ҡан, ашамаһа ла ҡан, тиҙәр. Мин ауыҙымды ҡанға буяп ҡына йөрөгөм килмәй. Ашағым килә, байығым килә. Һин, ағай, миңә саҡ ҡына булыш. Изгелегеңде онотмам. - Ниғмәтулла күкрәк тултырып тын алды. - Һин Хәйретдин бабайҙың малайынан, әүрәтеп, алтынды ҡайҙан тапҡанын һора. Барыбер ерҙә ята бит. Ни эткә түгел, ни үҙе ашамай был көйөнсә. Икәүләп кинәнербеҙ. Йыуған алтынды уртаҡ бүлербеҙ. Ә тегеһе, кем, Хәйретдин бабайҙың малайын, аҙаҡ һөйләп йөрөмәһен өсөн, берәй уңайлы ерҙә - ҡых! - Ниғмәтулла усының ҡыры менән үҙенең үңәсен һыпырҙы. - Һин, ҡустым, миңә ундай уй менән килһәң, яҡын йөрөмә. - Ҡолсобай асыуланды. - Мәйтәм, минең берәүгә лә ҡул күтәргәнем юҡ. - Ә теге саҡта, Кәжән йылғаһы аръяғында, ит күмеп ашаған ерҙә, оноттоңмо ни, ағай? Һыбай барған атайыма атырға тоҫҡағайның. Унан Машканы алырға йөрөгән бай малайын? Үҙең әйттең дәбаһа! Ҡолсобай уңайһыҙланды. Үҙен ғәйепле һиҙеп, башын түбән эйҙе. - Ул саҡта бит ул икенсе хәл. Әле икенсе хәл. Зыянһыҙ баланы. Унһыҙ ҙа беҙҙең арҡала зәғиф ҡалды. - Шунһыҙ йәшәп булмай, ағай. Йә - һине, йә - башҡаларҙы һин. - Ниғмәтулла, һүҙе өҫтөн сығыуына шатланып, иркенләберәк һүҙ ҡуҙғатты. - Ул малайға ҡул күтәр, тимәйем. Мин дә күтәрмәйем. Шахта бөткәнме әллә? Үҙенән-үҙе төшөп үлеүе лә ихтимал. - Юҡ, ҡустым, уны зәғиф ҡалдырғас еткән. Мин үҙем иҫән саҡта быға юл ҡуймаясаҡмын! - тине Ҡолсобай ҡырҡа рәүештә. Ниғмәтулла, Ҡолсобаҙы күндерә алмаясағын һиҙеп, тиҙ генә һүҙҙе бороп ебәрҙе: - Юрамал әйтем, ағай, һин нимә тир икән тип. Һынамаҡ булғайным. Мин дә йыртҡыс януар түгел дәбаһа? Кемгә ҡул күтәргәнем бар? Ул алтынды, ергә тиккә һалып ҡуйғансы, эҙләргә кәрәк. Хәйретдин бабай балаларына ла әҙерәк ярҙамы тейер ине. - Уныһы икенсе хәл. - Ҡолсобай йомшара төштө. - Әүрәтеп кенә шул малай менән һөйләшеп ал әле. Аҡса бирәбеҙ, тиң. Мә, ошоно бир. - Ниғмәтулла кеҫәһенән өс тәңкә аҡса сығарҙы. Улар, яңы ерҙән йыуыласаҡ алтындың биштән бер өлөшөн Ғәйзуллаға бирергә килешеп, ҡул бирештеләр ҙә өйгә инделәр. Ҡаланан утарға килгәне бирле кеше күрмәй йәшәргә өйрәнгән Ғәйзулла Ҡолсобайҙың бер генә һүҙенә лә яуап ҡайтарманы. Биргән аҡсаға күҙ ҡалҡытып та ҡараманы. Ятһыраған бесәй һымаҡ, урындыҡтағы бер мөйөшкә һырығып ултырҙы ла күҙенең ҡырыйы менән генә әленән-әле Ҡолсобайға ҡараны. Ниғмәтулла уларға ҡыҫылманы. Түшәктә ятҡан Нәфисә эргәһенә барып үҙенә-үҙе ҡат-ҡат "һәйбәт, һылыу бисә! Хажисолтан ҡарт алйот түгел. Э-эх, ҡыҙ сағы булһа", - тине. Ҡолсобай уға, ниҙер тип, күҙе менән ишара яһағас, Ниғмәтулла тышҡа сығырға мәжбүр булды. Унда ла Ғәйзулла сиселә һалманы. Ҡолсобай, әллә нисә тапҡыр һорау биреп тә малайҙан алтын тапҡан ерен әйттерә алмағас, тыштан ингән Фәтхиәгә мөрәжәғәт итте: - Апай, Ғәйзуллаға әйт әле, минән ҡурҡмаһын. Мин уға яҡшынан башҡа нәмә теләмәйем. - Ҡурҡма, балам, ағайыңдан, ағайың яманлыҡ уйламаҫ. - Фәтхиә улының сәсһеҙ башын һыйпап, арҡаһынан һөйҙө. Ғәйзулла батырланыбыраҡ урындыҡтан шыуышып төштө. Ҡолсобай күрәҙәгә ҡыйыуһыҙ ғына ҡараны. Улар, Ниғмәтулла килгән саҡтағы кеүек, ултырып һөйләшә башланылар. Ғәйзулла эйәләште. Күрәҙәнең һорауҙарына яуап ҡайтарҙы. Ҡайһы саҡта, күрәҙәнән оялмайынса, уны үҙ кеше күргән Фәтхиә лә, ҡаҙан йыуған сепрәген һыҡҡан ыңғайҙа уларға ҡушылып, һүҙ ҡыҫтырып ҡуйғылай һәм, ниҙер иҫенә төшөрөп: - Был Хажғәлиҙың улын, Ниғмәтулланы әйтәм әле, әлләмәшләп йөрөй. Бая кәртәлә, әле килһәм, ишек алдында тора ине, - тине. - Егет кеше ҡыҙ күҙләй торғандыр, - тине Ҡолсобай, һүҙҙе уйынға әйләндереп. Фәтхиә башҡаса уларға иғтибар итмәне. Түрбашта ҡашығаяҡ менән маташты һәм, ишек төбөндә сыҡҡан тауышҡа әйләнеп, ҡурҡыуынан ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡайһы саҡталыр килеп ингән Ниғмәтулла, Ғәйзулланың боғаҙынан һығып, теш араһынан: - Хәҙер һинең беҙгә кәрәгең юҡ! - тине. Минут самаһы ни эшләргә белмәй ҡаушап ҡалған Ҡолсобай Фәтхиәнең тауышына һиҫкәнеп китте һәм, бармаҡтарын Ниғмәтулланың яурынына яйлы ғына батырып, уны иҙәнгә салҡан йыға тартты. - Нисек оялмайһың?! - Ә һин, һин, ялған күрәҙә, ояла беләһеңме? - тип бышылданы Ниғмәтулла, асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә. Уның күҙҙәре аҡайҙы, тештәре ыржайҙы. Барлыҡ көсө менән тыпырсынып, Ҡолсобайҙан ҡотолорға тырышып, ситкә ынтылды. - Һинең кемлегеңде беләбеҙ, ялған күрәҙә!.. Урамда еҙ ҡыңғырау шылтыраған һәм балалар ҡысҡырышҡан тауыш ишетелде. Тышта йөрөгән Зөлфиә: - Әсей, беҙгә һалдаттар килә, - тип ҡысҡырҙы һәм, иҙәндә көрмәкләшеп ятҡан ирҙәрҙе күреп, кире йүгерҙе. "Һалдаттар" тигән һүҙҙе ишетеп, Ҡолсобай ҙа ҡойолоп төштө. Бармаҡтарын дошманының яурынынан ысҡындырҙы һәм әлһерәп урындыҡҡа ултырҙы. Шуны ғына көткән Ниғмәтулла яртылаш асыҡ ишеккә ташланды. Ниғмәтулла сығып та өлгөрҙө, уның артынса прииск управляющийы Иванов менән папахаһын ҡырын кейгән ҡара мыйыҡлы урядник килеп инде. Управляющий үҙен был юлы ла ябай тотто. Өйҙәгеләр менән иҫәнлек-һаулыҡ һорашып сыҡҡас, ҡулындағы ашамлыҡты Фәтхиәгә һондо. - Мә, өй хужаһы, күстәнәсте балаларыңа үҙең өләш. Фәтхиә алырға баҙнат итмәне. Башындағы ҡат-ҡат ямау һалынған яулыҡ осо менән йөҙөн ҡаплап, стенаға боролдо. Управляющий ҡулындағы әйберҙәрҙе түрбаштағы һикегә һалды. Кеҫәһенән ҡағыҙлы кәнфит алып, битенә күҙ йәштәре ҡатып ҡаҡышланған Ғәйзуллаға һондо. Ләкин Ғәйзулла урынынан ҡуҙғалманы. Уның. ҡурҡынған күҙҙәре, һағайып, яҡты төшмәгән урында торған һәр хәрәкәтен күҙәтте. Управляющий Ҡолсобайҙан был ғаиләгә ҡатнашлығы булмауын һәм малайҙы ауырыуҙан өшкөрөргә килеүен белгәс, уға һәм урядникка сығып торорға ҡушты. Ҡолсобай урынынан ҡуҙғалғас та, Ғәйзулла ҡысҡырып уның салғыйына йәбеште. - А-а-аға-а-ай, ҡу-у-ур-ҡа-ам! Кит-мә! - Ҡурҡма, ҡурҡма, ҡустым! Был ағайҙар һиңә теймәҫтәр, - тине Ҡолсобай, уны әүрәтергә тырышып. Ләкин Ғәйзулла Ҡолсобайҙы ебәрмәне. Йәш тулған күҙҙәрен управляющийҙан алмайынса, ҡалтыранған тәнен Ҡолсобайҙың салғыйы менән ҡапланы. Иванов Ҡолсобайҙы өйҙә ҡалдырырға мәжбүр булды. Ул алтын тураһында тауыш та сығарманы. Хәйретдин ҡартты маҡтаны. Уның менән күптән таныш булыуын һәм уның үлеүе айҡанлы балаларының ҡайғыһын уртаҡлашырға килеүен әйтте. Хатта уны иҫкә алыу теләге менән бер шешә коньяк сығарып асты ла Ҡолсобайға һалып бирҙе. Фәтхиәнең алдында эсеүҙән уңайһыҙланып, Ҡолсобай: - Мәйтәм, гонаһ будет. Мосолман. Алла һуға, - тине, юрамал яртылаш башҡортса, ә үҙе коньяктан күҙҙәрен алманы. Управляющий, Ҡолсобайҙың ҡаршылашыуы ихлас күңелдән булмауын һиҙеп, нығытыбыраҡ көсләне. - Ниндәй гонаһ булһын. Был иң ҡыйбатлы сортльг икмәктән эшләнгән. Эс! Коньякка ҡарап күҙе ҡыҙып ултырған Ҡолсобай түҙмәне. Алдындағы сынаяҡты төбөнә тиклем ауыҙына бушатты. Ашъяулыҡтан кәнфит алып Ғәйзуллаға бирҙе. - Һин был ағайҙан ҡурҡма! Һәйбәт ағай. - Ул, йомолоп барған күҙҙәрен көскә асып, кәнфит ҡағыҙындағы һүрәткә төбәлде. Ҡағыҙҙа тоноҡ ҡарасҡылдан башҡаны күрә алманы. - Знакум, мәйтәм, ошо нәмәкәйең йәнә юҡмы? - тип һораны Ҡолсобай, нәфсеһен тыя алмайынса, буш шешәгә күрһәтеп. - Ундайҙар күп, аҡсаң ғына булһын, - тине управляющий һәм, кеҫәһенән ҡағыҙ сығарып, Фәтхиәгә мөрәжәғәт итте: - Апаҡай, һиңә ирең үлер саҡта бер ни ҙә әйтмәнеме? Фәтхиә яуап ҡайтарманы. - Хәйретдинка беҙҙең байға бурыслы үлде. Бына уның биргән распискаһы. - Ул ҡулындағы дүрткә бөкләнгән ҡағыҙҙы йәйеп тигеҙләне. - Ул байҙан, "алтын күп ерҙе күрһәтәм тип, аҡса алған. Ә үҙе алдап беҙҙе икенсе ергә ебәргән. Ун биш көн буйы эшләп, разведка Ҡондоҙ ятыуынан буш ҡайтты. Ишетәһеңме, апаҡай, Хәйретдинка алған бурысты һиңә түләргә тура килә бит, а? Или алтын карапчим, а? Давай, күрһәт, ҡайҙа алтын бар? Малайыңа әйт, ул белә. Фәтхиә, өндәшмәй, стенаға ҡарап ултырған көйө артына боролмайынса, итәгенә һалып йөн тетә биреүендә булды. Ҡолсобай управляющийҙың һүҙен башҡорт теленә тәржемә итте. Шунда ғына Фәтхиә ишетелер-ишетелмәҫлек: - Әлләсе. Ул аҡса-маҙар алдым тимәгәйне, - тине, боролоп ҡарамайынса. - Ғәйзулла, һин белмәйһеңме, балам? - Атайым алтын бар ерҙе әйтергә ҡушмағайны. Утарға килгәндә лә шулай әйтте. Унда шайтан бар, - тип тәүге тапҡыр яуап ҡайтарҙы Ғәйзулла. Ҡолсобай уның һүҙен Ивановҡа тәржемә итте. Управляющий рәхәтләнеп көлдө лә тышта йөрөгән урядникка ҡысҡырҙы. Урядник өҙә баҫып килеп инде һәм, хужаһынан икмәк киҫәге көткән эт кеүек, күҙҙәрен управляющийға төбәне. - Быларҙы бөгөн контораға алып барырға кәрәк,- тине управляющий. - Был ирҙе, - ул Ҡолсобайға күрһәтте, - туйғансы коньяк менән ҡунаҡ итербеҙ, ә малайҙы кәнфит менән һыйларбыҙ. - Управляющий Фәтхиәгә боролдо: - Һин, хозяюшка, улың өсөн борсолма. Алтын тапҡан ерҙе күрһәтер ҙә, иртәгә алып килеп ташларбыҙ. - Шайтан, унда шайтан! Бармайым! - тип Ғәйзулла ҡурҡып Ҡолсобайға һырынды. Улының тауышына Фәтхиә, ғөрөф-ғәҙәте буйынса ят ирҙәр алдында йөҙөн ябырға онотоп, Ғәйзуллаға килеп йәбеште. - Бер ҡайҙа ла ебәрмәйем! Үлһәм, бергә үләм! И-и-и, балаҡайым минең!.. Управляющий урядникка эйәк ҡаҡты. Урядник Ғәйзулланы ҡысҡыртып әсәһенән тартып алды. Әсә шул ыңғайҙа һуҙылып иҙәнгә тәгәрәне. Ҡолсобай, ҡораллы кешегә ҡаршылашыуҙы мәғәнәһеҙгә һанап, управляющийҙың ҡушыуы буйынса һөйрәлеп барған Ғәйзулланың артынан эйәрҙе. Уларҙы кырандасҡа ултыртҡас та, тәртә эсендә бейеп, һимеҙлегенә сыҙай алмай, ауыҙлығын сәйнәп торған ике күк ат атылып урынынан ҡуҙғалды. Дуғаға беркетелгән еҙ ҡыңғырау сыңғырҙаны, тәгәрмәстәр шаҡыр-шоҡор килде. Әсә һуштан яҙғансы ҡысҡырып ҡалды.


XIX

[edit]

Ниғмәтулла, Хәйретдин ҡарттың өйөнән сыҡҡас та, ҡапҡанан инеп килгән урядникты күрҙе. Ҡурҡыуынан, ни эшләргә белмәйенсә, ишеккә ҡарай йүгерҙе. Киле өҫтөндә арҡыс-торҡос эленеп торған һалабаш ҡатыш ҡайыр араһына йәшеренде. Управляющий менән урядник, уны күрмәй, эргәһенән генә өйгә инеп киттеләр. Эстә һөйләшкән тауыштар ишетелде. Уларҙың ниндәй йомош менән килеүен белмәгән Ниғмәтулла, ҡалтырана-ҡалтырана, ҡойма буйлап имгәкләне. Ояға еткәс, ҡайын һайғауҙарға йәбешеп, ҡойма аша һикерҙе. Кәртә артынан Кәзүм тауы һыртына сыҡты. Артына боролоп ҡарарға ҡурҡты. Кемдәрҙер уны ҡыуып килгән һымаҡ булды. Ул һуңғы көсөн йыйып йүгерҙе. Әрәмәлекте үтеп, ҙур йырғанаҡҡа еткәс кенә, хәле бөтөп ергә тәгәрәне. Артынан ҡыуып килеүселәр юҡмы икән тип ҡараны. Шунан һуң ғына: "Ни эшләп былай ҡурҡтым һуң әле? Ҡолсобай минең турала бер ни ҙә әйтмәйәсәк. Әйтергә үҙенең арты бысраҡ", - тип бөтөнләй тынысланды. Өҫтөндәге саңды ҡаҡты. Аҫта көмөш кеүек сылтырап аҡҡан шишмә һыуын эсеп, һыуһынын ҡандырҙы. Шунан әрәмәлек буйлап юғарыға иркенләп атланы. Ишек артында торғанда Ғәйзулланан ишеткән алтынға бай ерҙе эҙләп урманда оҙаҡ аҙашып йөрөнө. Ҡараңғы төштө. Төн һыуытты. Ҡыуара башлаған япраҡтар шапылдап ергә ҡойола, һыуыҡ еүешлек еҫе сыҡты. Ағастар баштарын һелкеп ыңғыраштылар. Урман бәлә алдында ҡалтыранған мәшәҡәтле тауыш менән тулды. Бөтә донъяны ҡаплаған ауыр һорғолт болоттар баш осонда йымылдаған яңғыҙ йондоҙҙо, һоғонорға теләгәндәй, уратып алдылар. Күп тә үтмәне, ул йондоҙ ҙа ҡуйы болоттар араһына инеп юғалды. Төн тағы ла нығыраҡ һыуынған һәм ҡараңғыланған һымаҡ булды. Ниғмәтулла, аслыҡҡа һәм өшөүенә сыҙай алмай, арып, йыуан ҡайын олонона һөйәлде. Төн бик оҙон тойолдо. Ул, һыуыҡҡа түҙмәй, ағас араһында эләгә-йығыла ҡоро ботаҡтарҙы йыйып, туҙ һыҙырып алды ла ут тоҡандырырға ултырҙы. Тап шул ваҡытта, ҡайҙалыр һул яҡта, инә бүре олой башланы. Ҡапыл ғына, сыйылдаған һәм эт өргән тауыштар сығарып, уға бөтә бүре ояһы ҡушылды. Ниғмәтулланың йөрәген ҡурҡыу алды. Ул асығыуын да, өшөүен дә онотто. Бүреләр олоған тауыш нисек башланһа - шулай ҡапыл туҡталды. Урманда бер аҙ тынлыҡ урынлашҡандай булды. Был - ҡурҡынысты кәметмәне, киреһенсә, арттырҙы ғына. Ниғмәтулла тын алырға ла баҙнат итмәй ҡурҡып тыңланы. Шаулаған ағас тауышынан башҡаны ишетә алманы. Ләкин бүреләр яңынан олорға тотондолар. Унан һуң тағы, тағы... Был юлы яҡыныраҡ. Ҡапыл ғына һулда, аяҡ аҫтында, ҡоро япраҡ ҡыштырҙаны. Нимәгәлер бәләкәй сыбыҡ тейеп һыҙғырҙы. Таныш булмаған йәнлек еҫе сыҡты. Ниғмәтулла йәнен ус төбөндә генә һаҡланып ҡалғандай һиҙҙе. Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Йөрәге ярһып типте. Өмөтһөҙлөккә бирелеп яҡты донъяла йәшәүҙән бөтөнләй төңөлдө. Ниндәй ҙә һөжүм була ҡалһа, һаҡланыу теләге менән кеҫәһен аҡтарып, шырпынан башҡа нәмә тапманы. "Шырпы, шырпы" тип ҡат-ҡат ҡабатланы. Кемдәндер, бүреләр уттан ҡурҡа, имеш, тип ишеткән һүҙ келт итеп иҫенә төштө. Ике-өс шырпыны бер юлы һыҙып ҡабыҙыуы булды, эргәнән, бик яҡында ғына, өлкән һорғолт эт һикерҙе. Нигматулла шырпы буйлап ҡулына етеп килгән утты сытыр өйөмөнә төрттө. Уға өҫтәп ерҙәге япраҡтарҙы усы менән һыпырып ырғытты. Шул ваҡытта арттан ниндәйҙер йыртҡыстың аяҡ тауышын ишетеп, тамырынан умырылып ятҡан ағас олононан бер ботаҡты һыпыра тартып алды. Өс-дүрт аҙьм самаһы ара ҡалғас, ҙур һоро эт ҡапыл туҡтаны. Уның күҙҙәре аяғы аҫтында янған утҡа ялтыранылар. Ул яҡын килмәне. Бер урында борғоланды. Ләкин яҡын килергә ашыҡманы. Эт өргән тауыш сығарҙы. "Әллә был этме икән? Бүре булһа, күптән өҙгөләр ине. Моғайын, Ғибәҙәт еҙнәйҙең Етиван исемле эте эйәреп килгәндер әле",- тип, ҡулын һоноп, әкрен генә уны үҙенә саҡырҙы: - Етиван, Етиван, мәһ-мә... Эт яҡынлашманы. Тик тешен шаҡылдатып һикерҙе, ырылданы. Ҡурҡыныс көсәнгән һайын Ниғмәтулланың уйҙары мәғәнәһеҙ буталды. Ҡаршы ултырған эттең өргән тауышы ҡабатланды. Ләкин был юлы ул бүре олоуына әйләнде. Бүреләрҙең олоуы һулдан да, уңдан да ишетелде. Утҡа сағылып баҙлап янған йыртҡыстарҙың күҙе осҡондар кеүек ялтырайҙар. Бүреләр ут эргәһендәге кешене уратырға булдылар. Балдаҡ һаман тарайҙы. Ниғмәтулланың да борсолоуы үҫте. Ни эшләргә? Ярҙам һорап ҡысҡырырғамы? Бындай шыр урманда кем булһын ти? - Ҡот-ҡа-ры-ғы-ыҙ!!! Үлә-ә-әм!!! Бүре-е-еләр!!! - тип ҡысҡырҙы. Уның һүҙҙәрен алыҫҡа ҡуйы ҡараңғылыҡҡа алып китеүсе шаңдаҡ ҡына яуап ҡайтарҙы: - Ҡо-о-от-ҡары-ығыҙ!.. Оло инә бүре бөтөнләй батырланды. Ул тештәрен ыржайтып, һикерергә генә әҙерләнгәндә, Ниғмәтулла һүрелеп барған утлы торонбашты алып ырғытты. Бүре, һыртындағы йөндәрен ҡабартып, уңға һикерҙе. Башҡа бала бүреләр ҙә сигенделәр. Йәшәү өмөтө тыуҙы. Уның донъяла бик, бик йәшәгеһе килде. Бер минутҡа ғына булһа ла урынлашҡан тынлыҡтан файҙаланып, ярҙам һорап ҡысҡырҙы. Утын яңыртып, яҡынлашҡан бүреләргә торонбашты ырғытып торҙо. "Йәшәргә, йәшәргә, нисек кенә булһа ла һау ҡалырға", - тигән уйҙар аҙыраҡ көс бирҙе. Баяғынан да нығыраҡ ярҙам һорап ҡысҡырҙы. - Бүреләр! Бүре-ләр! Ярҙамға! Ярҙамға! А-ау! А-ау-ау!.. Тап шул саҡта, аҫта, бер-бер артлы атылған ике мылтыҡ тауышы яңғыраны. Мылтыҡ тауышы бөтөнләй яҡыныраҡ ҡабатланды. Күҙен ялтыратып яңынан яҡынлашҡан инә бүре юғары һикерҙе. Бөгөлөп, ашыҡмайынса ғына, ҡараңғы төн ҡаплаған ҡарағайҙар һәм ҡайындар артына йәшенде. Баҙлап күренгән парлы күҙҙәр ҙә ҡараңғылыҡта иренеләр. Ләкин Ниғмәтулла утты ташлап китергә ҡыйманы. Кешеләр һөйләшкән тауыш яҡынайғас ҡына, ул ҡалған утты тапап һүндерҙе. Янып ятҡан утлы торонбаштарҙың осон ергә тыҡты ла, үҙен һиҙҙермәҫкә тырышып, ут янған урындан ситкәрәк шыуышты. Елкәләренә мылтыҡ аҫҡан ике кеше шәүләһе уның эргәһенән генә үтеп китте. Береһе, туҡталып, һауаны еҫкәне. - Төтөн еҫе сыға. - Шулайын шулай ҙа ул, - тине иптәше, аптырап.- Ут-фәлән күренмәй. Кеше ҡысҡыра ине, уныһы ла баҫылды. Кеше түгел, эт тә юҡ. Әйҙә, кире ҡыуышҡа ҡайттыҡ. - Аҙыраҡ бара бирәйек әле. Бүре-фәлән берәйһен ашаманымы икән? - Ошондай ҡараңғыла кем йөрөһөн! Тауыш сыҡмай. Тере кеше булһа, ҡысҡырыр ине, ә үлегә беҙҙән башҡа ла теге донъяла рәхәт. Мин боролам, һин теләһәң ни эшлә. Улар бәхәсләшә-бәхәсләшә килгән юлдарынан кире киттеләр. Ниғмәтулла уларҙың тауыштарынан кем икәндәрен таный алманы. Был урында яңғыҙы ҡалыуҙан ҡурҡып тауышһыҙ-тынһыҙ ғына ят кешеләргә эйәрҙе. Уларҙың артынан барыуҙан ялҡҡас, Ниғмәтулла, таныш булмаған кешеләрҙән айырылып, үҙ юлы менән китергә генә уйлағанда, тегеләр ни тураһындалыр ҡаты бәхәсләшә башланылар, "һин таптыңмы?.. Күберәген... Йыуҙым. Алтын минеке", - тигән айырым бәйләнешһеҙ һүҙҙәрҙе ишетеп, Ниғмәтулла һағайҙы. "Әллә мин эҙләгән алтынлы ерҙе былар йыуалармы икән?" - тип уйлап, ул һиҙҙермәй генә эйәреп барыуын дауам итте. Ағастар арҡыры үткән ай яҡтыһы беленде. Таң да яҡынайып килә. Ағас шәүләләре беленде. Ят кешеләрҙең һөйләшкәндәрен ныҡлап тыңларға тырышып ҡараһа ла, бер ни ҙә ишетелмәне. Ул үҙенең аҙымын үҙгәртте. Өҫтәүенә алда уҫал йыртҡыс кеүек үкергән шарлауыҡ ҡамасауланы. Бейек ҡая таштан упҡынға атылып төшкән һыу сәсрәй, күбекләнә, ажғыра, үҙенә ҡайҙан сығырға урын тапмаған януарҙан шашынып, өйөрөлә, екләнеп ике яҡтан ҡыҫҡан ташлы ярға бәргеләнә. "Юрғашты йылғаһы бына ҡайҙа икән? Мин уны тиҫкәре яҡтан эҙләп аҙашҡанмын", - тип уйланы Ниғмәтулла һәм, юлына арҡыры осраған йылғаға алданып, ул теге кешеләрҙе бөтөнләй күҙҙән юғалтты. Уларҙы эҙләп аҫҡа, унан өҫкә йүгерҙе. Таң яҡтырҙы. "Бүреләрҙән әрсәләүселәр - бәхет эҙләп килгән килмешәктәр, зимагорҙарҙыр, ахыры", - тип уйланы. Сөнки приискыла ҡырҙан килеүселәр соҡсона. Ауыл халҡы алтын эше менән ҡыҙыҡһынмай. Быны Ниғмәтулла асыҡ белә. Үҙен ҡотҡарған зимагорҙарҙы яңынан тапҡас, башҡаса уларҙан күҙ яҙҙырманы. Былар ни эшләрҙәр икән тип, һиҙҙермәй эйәреп барыуын дауам итте. Юрғаштыға арҡыры йығылған йыуан ерек буйлап ярҙың икенсе яғына сыҡты. Ағас араһынан һуҙылған һуҡмаҡ һары ҡом өйөмөнә алып барҙы. Арыраҡ, яр ситен уйып, ағастар менән нығытылған ҡыуыш алдында, тәртипһеҙ рәүештә кәйлә, көрәк, сәйнүк һәм биҙрәләр ята. Аҫта, Юрғаштының ситендә, ҡырсындан йырылған яһалма канауҙың уртаһында, ағас улаҡ ҡуйылған. "Әллә Ғәйзулла алтынды ошо тирәнән таптымы икән? Уның әйтеүенсә, алтын был тирәлә булырға тейеш түгел", - тип уйланы Ниғмәтулла. Ләкин яҡын барырға тартынды. Һары балсыҡ һеңгән кейемдәге кешеләрҙең ҡыҫҡа буйлыһы улаҡты ҡырсындан аҡтарып яңы урынға ҡорҙо. - Ни эшләтәһең? - тип һораны иптәше. - Йүнәтәм. - Нимәһен йүнәтергә? Мин һинең менән бүтәнсә йыумайым! Йыуған алтынды бүләйек тә, мин үҙем икенсе ерҙән соҡойом Яңғыҙым йыуам. - Йыу! Һине кем тота, - тине улаҡ йүнәтеүсе тыныс ҡына. - Ҡайҙа йәшерҙең алтынды? Бүләйек. Мин тапҡан ерҙең алтыны бит ул. - Шулай булмаһын, ти! - Әпкил алтынды! Юғиһә... - иптәше таҫырайып алдында ятҡан кәйләне алып ҡулында һелкетте. - Үҙеңә ҡарап үпкәлә! Улаҡ эргәһендәге кеше, башҡаса һүҙ көрәштерергә теләмәйенсә, ҡомдан ҡаҙып сығарған тоҡсайҙағы төргәкте алып: - Нисек бүләбеҙ? - тип һораны. - Бизмән-фәлән юҡ. - Сеүәтәләп. Алдарына түшәлгән ашъяулыҡҡа тоҡсайҙағы алтынды ауҙарып, икегә бүлә башланылар. Ҡомһоҙлоҡ менән бер-береһенең хәрәкәтен күҙәттеләр. Төрлө ҙурлыҡтағы алтындарҙы күреп, Ниғмәтулла үҙенә урын тапманы. "Бына байлыҡ! Мин уйлаған байлыҡ! Минән алыҫ түгел. Нисек ҡулға төшөрөргә? Йә мин отам, йә улар ота. Йә мин байығам, йә улар", - тип уйланы. Тегеләр уға, үс иткәндәй, баш бармаҡ ҙурлығындай самородокты бүлә алмай тартҡылашалар. Тартҡылаша торғас, ашъяулыҡтағы алтындың бер өлөшө ергә һирпелде. Ҡыҫҡа буйлы кеше түҙмәне, ҡыҙыулыҡ менән эргәһендәге ломды алды ла иптәшенең башына һуҡты. Тегеһе тын да алмай ергә ауғас, аҡырып илап ебәрҙе лә, көтмәгән ҡайғыны ҡайһылай еңергә белмәй, хәрәкәтһеҙ ятҡан иптәше яурынынан һелкте. - Сәғитулла ағ-а-ай!.. Тор!.. А-ай!.. Яңылыш һуҡтым бит, яңы... Ул башлаған һүҙен аҙағына тиклем бөтөрә алманы. Ниғмәтулла лом менән елкәһенә һуғыу менән бер яҡҡа ҡыйшайҙы. Икенсе тапҡыр һуғылыуға сайҡалды һәм күҙҙәрен аҡайтып үле иптәше эргәһенә тәгәрәне. Унан һуң башына, күкрәгенә тағы ла әллә ниҙәр төшөүен һиҙҙе һәм иҫтән яҙҙы... Ниғмәтулла, ҡомһоҙланып, ергә түгелгән алтын өҫтөнә эйелде. Түгелеп ятҡан алтын өҫтөндә ни эшләргә белмәйенсә, аһылдап, имгәкләп йөрөнә. Алдындағы алтынды тартып алырға теләүсенән һаҡларға тырышҡандай, ерҙе иңе менән ҡосаҡлап, аҡылдан яҙған кеше һымаҡ, ҡалтыранған ҡулдарын йәйҙе. - А-а-һ!.. А-а-аһ!.. Төшөммө, өнөммө?.. А-а-аһ!.. А-а-аһ!.. Мин бай!.. Бай! - тип, кеше ҡаны менән йыуылған алтын бөртөктәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, әле кеҫәһенә, әле ҡуйынына төрөп бәйләне. Шунан ҡыуыш эсенән тапҡан мылтыҡты алды ла, икмәк киҫәген кимерә-кимерә, тауға ҡарап йүгерҙе.


XX

[edit]

Конторала Ғәйзулла менән Ҡолсобай күрәҙәне алдынан артынан ҡалғансы һыйланылар. Иҫерергә өлгөргән Ҡолсобайҙың теле сиселде. Управляющий һыйы хаҡын нисек ҡайтарырға белмәгән Ҡолсобай, маҡтанып: - Хужа, рәхмәт. Малайға һыйыр, ат алып бирергә ярҙам итһәң, алтын һинең ҡулыңда, - тине. - Бәлки, унда буш урындыр? Ҡондоҙ ятыуында ла алтын күп тип әйткәйнеләр... Разведка бер ай эшләп бер ни ҙә тапманы, ышанып нисек бирәйем, һин үҙең күрмәгәнһең, - тине управляющий, Ҡолсобайға Ғәйзулла менән үҙе килешә алмаясағын аңлап. - Бай жила табылһа, йәл түгел. Араҡы ла, икмәк тә, аҡса ла... Улар тиҙ килештеләр. Эштең тауыш-тынһыҙ ғына көйләнеүенә шатланған управляющий аҡса бирҙе һәм ярты стакан араҡы һалды ла, Ҡолсобайҙы артыҡ иҫертмәҫ өсөн, ҡалған араҡыны үҙе менән алырға вәғәҙә итте. Юлға управляющий, Ҡолсобай, Ғәйзулланан башҡа, прииск инженеры немец Мордер, штейгер, кәйлә һәм көрәктәр менән ҡоралланған унлап старатель сыҡтылар. Йөк тейәлгән һәм кешеләр ултырған арбаларҙы һөйрәгән аттар сауҡалар араһынан үргә күтәрелде. Ямғырҙан һуң юл иҙелгән. Аҙым һайын соҡорҙа йыйылған ямғыр һыуы эркелеп ята. Тауға үрләгән һайын, иләктән төшкән кеүек ваҡ ямғыр һибәләне. Әкренләп көн бөтөнләй боҙолдо, быҫҡаҡлап яуған ямғыр көсәйҙе, старателдар күшегеп бер-береһенә һыйындылар, һыртты аҡ томан ураны. Иң алдағы кырандастағылар күренмәй. Унан һуң томан иренеп кенә юғары күтәрелде. Көн һыуыҡҡа тартты. Тауҙы төшкәндә аттар бышҡыра-бышҡыра тәүге тапҡыр юртыуға күстеләр. Тәгәрмәстәргә уралған суҡыраҡ арбала ултырыусыларға ырғыны, елкәләренә төштө. Старателдарҙың ҡайһылары һүгенеп төкөрөндө. Туғайға еткәс, арбалар ҡапыл туҡтаны. Алда ниҙер һиҙеп, управляющийҙың эте ярһып өрҙө. Аттар хорхолдап ҡолаҡтарын ҡырпайттылар. Балаһын эйәрткән ҙур айыу күренде. Ул кешеләрҙе күреү менән моронон күтәрҙе. Еҫкәне. Башын бороп ҡаранды. Ярһып өргән эткә ажарланып, башын һелкте. Артҡы аяҡтарына баҫты. Шунан, ҡапыл ғына үкереп, һикерә-һикерә юлды арҡыры сығып, урманға сапты. Юрғашты йылғаһын сыҡҡас, управляющийҙың ҡушыуы буйынса, икенсе арбала ултырған Ҡолсобай Ғәйзулланан: - Ошо ерме? - тип һораны. - Юҡ. Ана теге яҡта. - Ғәйзулла әрәмәлек буйлап һуҙылған ташлы үҙәккә күрһәтте. Ҡая ташлы текә тау аҫтына барып еттеләр. - Ошо. Бына ошонан таптым, - тине Ғәйзулла, Юрғашты йылғаһының элекке үҙәген ҡоро ҡалдырып, икенсе ерҙе ярып айырылған урынға күрһәтеп. - Яңылышмайһыңмы? - тип һораны иҫерек сағында управляющийҙан серен йәшерә алмауына үкенеп бөтә алмаған Ҡолсобай. - Юҡсы. Ана анауҙан таптым. Атайым тауҙа тыранса яра ине. - Был ер түгел, - тине Ҡолсобай, нисек тә булһа һыу эргәһендә старателдарҙы туҡтатмаҫҡа тырышыу ниәте менән. - Әйҙә, китәйек! Управляющий Ҡолсобай менән ризалашты. Ләкин быға тиклем һүҙһеҙ, өндәшмәй килгән баш инженер Мордер һүҙгә ҡыҫылды: - Беҙгә ҡабаланып әллә ҡайҙа бараһы түгел. Малай күрһәткән урынды тикшермәй китмәйек. Ҡараңғы төшөргә лә күп ҡалмаған. Башҡалар ҙа уның тәҡдименә ҡушылдылар. Старателдар аттарын, туғарып, үләнгә ебәрҙеләр, ҡыуыш ҡорҙолар. Кискегә утын әҙерләнеләр. Ҡалғандары тағанға баҡырса һәм биҙрәләрен элеп ут яҡтылар. Ашты һәр кеше үҙе теләгәнсә әҙерләне: яңғыҙ ҙа, артель менән дә. Управляющий ҙа, лакейына аш әҙерләргә ҡушып, Мордерҙы, өлкән штейгер вазифаһын үтәүсе Закировты, Ғәйзулла менән Ҡолсобайҙы эйәртеп үҙәк буйына китте. - Беҙгә, нисек кенә булмаһын, яңы, алтынға бай урынды эҙләп табырға кәрәк. Юғиһә, бөләсәкбеҙ. Приискыла алтын бөттө. Эшселәр ҙә таралып бөтөп бара, - тине ул. Управляющий һыуы ҡороған үҙәктән эре таштарҙы һыпырҙы. Ҙур тотҡалы ижауға ҡомло балсыҡ һалып, ҡумырыҡ аҫтында ҡалған һыуҙа иҙергә тотондо. Ижауҙы ҡомо менән һыу эсендә һелкетте. Өҫтөн һыпырып, эре һуйырташтарын сүпләп ситкә ырғытты. Ижауын яңынан һелкетеп, һыу тулҡыны ярҙамында ҡомон кәметте. Бармаҡ башындай һары ташты алып тешләп ҡараны. Уны ла ырғытты. Ижау төбөндә алтын ҡомо - шлихтар ғына ҡалды. Иванов ул ҡомдарҙы һыу менән бергә ижау төбөндә әйләндерҙе. Күҙҙәре һыу йөрөткән ҡом артынан эйәрҙе. - Юҡ, - тине ул, көрһөнөп. Ижауҙа ҡалған ҡомдо сайҡап ергә түкте. Бағана һымаҡ һүҙһеҙ торған Ғәйзуллаға ҡараны, - Һин әллә алдап алып килдеңме? Ғәйзулла управляющийҙың ни әйткәнен аңламаһа ла, уның күҙенә, күңелһеҙ сирылышҡан йөҙөнә ҡарап, үҙенән ни талап итеүен һиҙҙе. - Ошонан таптым, ошонан! - Бала улай ихлас алдаша белмәй, Семен Тимофеевич, - тине немец бик ныҡ акцент менән, - йомғаҡ яһарға ашыҡмайыҡ. Бирегеҙ әле ижауҙы, пробаны бүтән урындан алайыҡ. Мордер үҙе торған ерҙе штейгерҙан ярты сажин самаһы ҡаҙҙырҙы. Аҫта ҡалған ҡомдо үҙе һайлап ижауға һалды һәм, ҡумырыҡ аҫтында эркелгән һыу эргәһенә сүкәйеп, управляющий башҡарған эште ҡабатланы, һыуҙан һәм ҡомдан бушаған, ижауҙың ҡыйшайған өҫкө ҡараңғы төбөндә энә осондай ғына яңғыҙ нәмә ялтыраны. Баш инженерҙың яурыны аша көсөргәнеп ҡарап торған управляющий менән баш штейгер икеһе бер юлы ҡысҡырып ебәрҙеләр: - Ана!.. Немец бармағы осон теленә тейҙереп алды ла ижау төбөндәге алтынды бармағына йәбештереп күҙенә текләп ҡараны. Штейгерға шул уҡ ҡомдо яңынан алып килергә ҡушты. Был юлы ижауҙың төбөндә шырпы башы ҙурлығы ике бөртөк алтын ялтыраны. Уларҙың өсөһөнөң дә йөҙҙәре яҡтырҙы. Тик Ғәйзулла ғына, уларҙың шатлығын аңлай алмайынса: "Шул осмот ҡына алтын өсөн оло кешеләр ниңә ҡыуаналар икән?" - тип уйланы. Ҡолсобай менән малайҙы бөтөнләй оноттолар. Өсөнсө ижау төбөндә ҡандала һәм тараҡан ҙурлығыңдан ике бөртөк алтын йыуғас, старателдарҙың шатлыҡтары сиктән ашып, күҙҙәре ялтыраны. Күкрәк эсенә һыймаған шатлыҡтан тулҡынланып, бер-береһенең ҡулын ҡыҫтылар. - Алтын! - Эйе, алтын, - тип дөрөҫләне немец һәм ҡулъяулыҡ менән битендәге тирен һөрттө. - Былай булғас, йәшәйбеҙ икән! - Алтын бар. Ләкин күпме запас булыуын белмәйенсә һығымта яһарға ла, ҡыуанырға ла иртәрәк, - тине инженер Мордер. - Запас аҙ булһа, жила ошо тирәлә генә булһа, русса әйтмешләй, "овчинка выделки не стоит". Инженерҙың һуңғы һүҙенән штейгер менән управляющийҙың күңелдәре төштө. - Жила ошонан үтәме икән? - Әйтеүе ҡыйын, - тине немец, аҙ ғына уйланып. - Жила бөтөнләй юғарыла булыуы ихтимал. Беҙ тапҡан алтынды таш һәм ҡом менән һыу ағыҙып килтереп һалыуы ла ихтимал. Әгәр ҙә жила бында булһа, алтын бөтөнләй өҫтә, йәш. - Нисек "йәш"? - тип һораны күк күҙле старатель. - Алтынмы? "Йәш" тип, жила өҫтә булғанға әйтәләр. Кәҫен алып ташланыңмы - йыу ҙа йыу. Әлегә тиклем эшләгән приискыла жила ятышын үҙегеҙ беләһегеҙ, аҫта. - Инженер ижауҙағы ҡомдо сайҡап түкте лә, артҡа кирелеп, сүкәйеп ултырыуҙан талған билен яҙҙы. - Ҡараңғы. Күҙ күрмәй башланы. Разведканы иртәгә дауам итербеҙ. Ҡыҙыу итеп яғылган утты уратып эҫелә ҡыҙара бүртеп ултырған старателдар, приискы хужалары күренгәс тә, урындарынан һикереп тороп, ҡаршы атланылар. - Йә, нисек, алдамағандармы? - Исмаһам, берәй знак таптығыҙмы? - тип һораны улар, тулҡынланыуҙарын йәшерә алмайынса. Управляющий урынына штейгер старателдарға асыулы ҡараш ташланы ла: - Алтындың булыуы-булмауында һеҙҙең ни эшегеҙ бар? Беҙ һеҙгә отчет бирергә тейешме? - тип екеренде. Старателдар, ҡабатлап һорарға баҙнат итмәйенсә, рухтары төшөп, өндәшмәй генә хужаларға юл бирҙеләр. Улар үтеп киткәс, арттан бер аяғын ерҙән һөйрәп килгән Ғәйзулла менән Ҡолсобайҙан алтын хәлен һорашып, шатлыҡтарынан шаулаша башланылар, һәр кем үҙенсә план ҡорҙо. Яңы урындан алтынға бай жила табыла ҡалһа, буйҙаҡ ирҙәр - кәләш әйттереү, олораҡтары - ғаиләһен туйҙырыу, ә ҡалғандары һуштан яҙғансы эсәсәк араҡы тураһында хыялландылар. Тик бөкөрө яурынлы старатель генә иптәштәренең теләген уртаҡлашманы. - Мин, алтыным күберәк булһа, бында йәшәмәҫ инем. - Ни эшләр инең? - Китер инем. Әмерек батшаһына. - Ни эшләйһең? - Байығам. Ни эшләйем, ти. Унда һөт, ожмахтағы кеүек, йылға булып аға, ти. Араҡы ла, икмәк тә... Эшләргә лә кәрәкмәй, ти. - Ти, ти, ти шул, - тип асыуланды һаҡаллы оло ғына йәштәге старатель. - Беҙҙә лә шулай, ти, "фәлән ерҙә ат башындай алтын бар", ти. Китәләр ҙә барып алтын ятҡан ерен дә тапмай ҡайталар. Бына мин дә шулайтып һемәйеп йөрөйөм. Йыуам. Тапҡан алтыным, байлығым тамағымдан да артмай. - Беҙҙең кеүек зимагурҙарға байлыҡ булһа ла йоҡмай... - Һиңә әйтеүе анһат! Яңғыҙ башың. Тапҡаныңды эстең, ҡайғырыр балаң юҡ. Минең өйҙә ете йән. Йөҙ саҡрым ерҙән килгәнемә йыл үтте, һуҡыр тинлек тә файҙам теймәне. Старателдар ҡыуышҡа ҡайтҡас та алтын тураһында уйлауҙан туҡталманылар, һәр ҡайһыһының тик үҙе генә байығыһы, күп алтын тапҡыһы килде. Кемдең ҡулында, шуның ауыҙында. Бай кеше булһаң, уряднигының да, прииск администрацияһының да ауыҙын тығырлыҡ мал табырҙар ине. Улар ярлы. Зимагорҙар. Өҫтөндәге һары балсыҡҡа батҡан кейемдәренән башҡа байлыҡтары юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, прииск хужалары: "Тапҡан алтынды йәшермәгеҙ. Юғиһә, закон буйынса ҡаты яуапҡа тарттырыласаҡһығыҙ", - тип киҫәтеп торалар. Тапҡан металды ҡаҙнаға тапшырмай, ас үлһенме инде старатель! Бына бит ул тормош! Старателдар ҡыҙып янған утты уратып ултырҙылар. Шытырҙап, ялманып-йолманып күтәрелгән уттың ялҡынлы телдәре уйнай. Уның яҡтыһы йә эргәлә генә яҡтыра, йә төнгө ҡараңғылыҡҡа ҡаршы көрәшергә теләгәндәй, алыҫлаша, әллә ҡайҙарға етеп, ағас өҫтөндә балҡып бейей-бейей ҙә тағы кире килә. Төнгө тынлыҡты боҙоп, бер төрлө һуҡҡан тышаулы ат ҡыңғырауы сыңлай. Эргәлә йылға сылтырап аға. Бер туҡтауһыҙ маҙа китәреп: "Тез-з-з... тез-з-з... ҡайһығыҙ һимеҙ-ҙ!" - тип серәкәйҙәр тезелдәшә. Күктә йондоҙҙар ҡалтырана. Тулы яңғыҙ ай аҡһыл болоттар арҡыры ҡайҙалыр йөҙә. Тирә-яҡ серле, ҡурҡыныс булып күренә. Бәхет эҙләп килеп, мохтажлыҡта интеккән фәҡир кешеләр йоҡларға ашыҡманы. Күпме йылдар буйы өмөт менән йәшәй улар! Ләкин яҙмыш шаштырманы. Ҡайһылай ғына тырышып эшләмәһендәр, тапҡандары тамаҡ тарынан артманы. Алтын тип приискыға килгән һау-сәләмәт кеше ҡартайҙы, һаулығын юғалтты һәм байыға ла алманы. Ә күпме ҡырылдылар? Һанап бөткөһөҙ! Шулай ҙа килеүселәр приискынан китергә көс тапманылар. Ерҙең ҡайһы урынындалыр ныҡ йәшеренгән алтынды эҙләп тапҡылары килде уларҙың! Ә алтын, уларҙы алдаштырып, һаман үҙенең артынан алып барҙы, һәләк итте. Бына әле лә күҙ ҡыҙҙырып тәүге билдәләрен күрһәтте. Унан кемдәр байыры, кемдәр бөлгөнлөккә төшөрө билдәһеҙ.


XXI

[edit]

Разведканы ҡумырыҡ аҫтында һыу эркелеп ятҡан ерҙән башларға булдылар. Икешәр, өсәр кеше бүленеп, старателдар төрлө урындан шурф ҡаҙынылар. Шурф сажин самаһы тәрәнәйтелгәс тә, аҫтан, ҡом һәм мәтеле таштар араһынан, соҡорға һыу һарҡты. Әкренләп ул тубыҡҡа тиклем күтәрелде, эшләргә ҡамасауланы. Кәйлә менән соҡоғанда, һары буръяҡ һыу старателдарҙың биттәренә сәсрәне, көрәккә эләктергән породаларҙы юғары сығарыр алдынан йыуып кире төшөрҙө. Шурфта эшләүселәрҙең береһе биҙрә менән туҡтауһыҙ һыуҙы һирпте, икенсеһе соҡолған балсыҡты юғары ырғытты, өсөнсөһө шул породаларҙы тасҡа йәки ижауға һалып проба алды. Тәүге төшкән шурфтар һәйбәт кенә һөҙөмтәләр бирҙе. Ләкин ҡумырыҡтан өҫкә һәм аҫҡа киткән һайын, алтынлы пласт юғалды. Ижау төбөндә ҡалған алтын бөртөктәре һаны кәмене һәм ҡом урынына аҡһыл күк балсыҡ китте. Старателдарҙың кәйефе боҙолдо. Ләкин берәү ҙә беренсе булып алтын юҡлыҡтан өмөт өҙөүе тураһында өндәшмәне. Киреһенсә, управляющий алдында дәртләнеберәк эшләүен күрһәтергә тырыштылар. Аҙаҡҡы шурфтарҙан сығарған породаларҙан алтын бөтөнләй сыҡмай башланы, һай ғына ҡаҙылған ҡоҙоҡтар ҙа буш булып сыҡтылар. Арыуҙан һәм асығыуҙан старателдарҙың хәле бөттө. Балсыҡҡа һарғайған иҫке кейемдәре һыуға күшегеп ауырайҙы. - Алдап килтергән, ахыры. Теге сатан малай эйәрткән ирҙең кәрәген бирергә кәрәк. Ыштанын һалдырып, кесерткәнгә ултырырға ине, унан белер! - тине кемдер. Уның һүҙен башҡалар хупламаны: - Улар күрһәткән ерҙә алтын бар. Бүтән ерҙә булмағанға уларҙың ни ғәйебе бар? - Әллә жила икенсе яҡҡа китеп ҡалдымы икән? Юҡҡа ыҙалайбыҙ! - Күпме ер аҡтарҙыҡ! Һәр урында буш! - Буштың бушы... Инженер килде. Ул, юғарыға сығарылған породаларҙы күтәреп, берәм-берәм ҡарап сыҡты. - Анауы забойҙарҙа ҡом осраманымы? - тип һораны ул, ҡулындағы породанан күҙен алмайынса. - Юҡ. - Йылға буйындағыларҙан? - Уларынан да юҡ. - Алтын... алтын! Алтын булырға тейеш. - Немец, күҙлеген ҡулъяулығы менән һөртөп, яңынан кейҙе һәм эсен кирә баҫып атлап килгән управляющийға боролдо.- Семен Тимофеевич, разведканы дауам итергә кәрәк. Алтын юғарыраҡ булырға тейеш. Кисәге алтынлы шурф тирәһендә. Сатан малай тапҡан самородка яҙ көнө һыу ташҡан саҡта ағып төшкән булырға тейеш. - Алтын ни эшләп аға ти! Ҡом төбөндә батыуын беләһегеҙ бит. Шулай булғас, ни эшләп "ағып төшһөн" ти? Кисә тапҡан алтын да осраҡлымы? Беләһегеҙ... - Юҡ, минең менән килешегеҙ. - Инженер управляющийҙың һүҙен бүлде. - Ошо тирәлә ныҡлап разведка үткәрмәй китмәйек. Әгәр ҙә, һеҙ әйткәнсә, алтын ағып килмәгән булһа, жила былай ғына, урыны менән, төп-төп булыуы ихтимал. Улар Ғәйзулланы саҡыртып алдылар. Уның йөҙө ҡарайған, ябыҡҡан. Үҙ йәшенә ҡарағанда, ике-өс йәшкә олоғайыңҡыраған һымаҡ күренде. - Малай, һин дөрөҫөн әйт, самородканы ҡайҙан тапҡайның? Ғәйзулла, управляющийҙың һорауын аңламай, күҙен сырт-сырт йомдо. - Мин урыҫса белмәйем. - Нисек белмес? - Управляющий шурфҡа яҡыныраҡ торған старателға мөрәжәғәт итте: - Әйт малайға, әгәр ҙә ул ысынын әйтмәһә, мин уны аҫып ҡуйырға бойорасаҡмын! Старатель управляющий Ивановтың һүҙен башҡортсаға тәржемә яһаны. Ғәйзулла, баяғыға ҡарағанда ла күҙен йышыраҡ йомоп: - Әйттем бит инде, ағай, алтынды ошонан таптым,- тине һәм ҡурҡышынан илап ебәрҙе. Шунан һуң ғына управляющий иркен тын алды һәм йомшабыраҡ немецтың тәҡдименә ризалашты. Разведка һыу ағышы буйлап юғары күсерелде. Бында ла тәүге пробалар уңышлы булманы. Балсыҡты иҙеп, эре таштарҙан бушатылған ижау төбөндә ваҡ тимер шлихтары - ҡара ҡомдар ғына тороп ҡалды. Улар - алтындың эйәрсәндәре. Шлихтарҙы күргән старателдарҙың болот шикелле ҡарайған йөҙҙәре асыла төштө, ә күҙҙәрендә өмөт осҡоно ялтыраны. Шурфты яңыртып, тәрәнәйтеберәк һуҡтылар. Көтмәгәндә йөҙө сирылышҡан старателдың кәйләһе аҫтынан ағас ҡалағы ҙурлығы самородок тәгәрәне. Шурфҡа өҫтән ҡарап торған старателдар бөтәһе бер юлы: - Алтын! - Самородка! - О-ой, күп! - Ояһына тура килгәнбеҙ! - тип ҡысҡырышып, соҡорға һикерҙеләр. Улар таш арҡыры һарҡҡан һыу йыуған породалар араһынан күренгән борсаҡ ҙурлығыңдай алтынды сүпләргә тотондолар. Күрше шурфта эшләүсе старателдар ҙә йүгерешеп килделәр. - Егеттәр, егеттәр, - тине һуңлабыраҡ килгән оҙон буйлы старатель. Ул, туҡталып, мыш-мыш тын алды. - Тыңлағыҙ әле мине! Соҡорҙан сығығыҙ! Китегеҙ! "Юҡ", тип әйтәйек хужаларға. Аҙаҡ үҙебеҙ йыуырбыҙ! Кинәнербеҙ... Старателдар уны тыңламанылар. Бойҙайға йәбешкән тауыҡтар һымаҡ, забойҙа табылған самородокка йәбешеп тартҡылаштылар. - Был мин тапҡан самородка! - Юҡ, мин! - Мин... Управляющий менән Мордер һәм штейгер килеп өлгөрмәһә, был талаш ни менән бөтөүен әйтеүе ҡыйын ине. Иванов килгән ыңғайы ике аршын самаһы тәрәнлектәге шурфҡа һикереп төштө. Старателдар ҡулынан табылған алтындарҙы һәм самородокты йыйҙы. Уларҙы ҡалтыранған ҡулдары менән кеҫәһенә тыҡҡыланы. Старателдарҙы забойҙан сығарҙы ла, сысҡан һағалаған бесәй шикелле күҙҙәрен бәзерәйтеп, шурфтың стеналарын һыпырғыланы, шунан бер нөктәгә төбәлде. - Ҡараңғылайһығыҙ, китегеҙ әле! - тине ул, өҫтә тороусыларға асыуланып. Старателдар управляющийҙың бойороғона һүҙһеҙ буйһондолар. Забойға көн яҡтыһы төштө. Иванов, тынын ҡыҫып, аҡһыл һары бөртөктәр йылтыраған породаға ҡараны. - Кварцлы жила, - тине ул, тулкынланыуын йәшерергә тырышып. - Эйе, - тип һуҙҙы юғарынан Мордер. Старателдар ҙә үҙ-ара зыҡ ҡуптылар. Управляющий шурфтан сыҡҡас, уны уратып алдылар. Ҡыуаныстан, көтәсәккә араҡы алып, самородокты йыуырға тәҡдим яһанылар. - Был самородкамы ни? Самородка ишараты, - тине Семен Тимофеевич, ҡулындағы металды өйрөлткөләп. Бер аҙ өндәшмәй уйланып торғандан һуң, күңелһеҙләнгән старателдарҙы эшкә ҡыҙыҡһындырырға тырышып, яртышар шешә араҡы өләшергә бойороҡ бирҙе. Ыҫмалалы ҡарағай дүңгәген телгеләп әҙерләнгән сыра яҡтыһы аҫтында разведка төндә лә алып барылды. Таң алдынан ғына старателдар серем итеп алдылар ҙа ҡояш ҡалҡмаҫ элек бүленгән эште дауам иттеләр. Тапҡан байлыҡтары хужалары кеҫәһенә китеүен белә тороп та, эшләүҙән туҡтаманылар. Разведка уңышлы булһа, улар ҙа был айҙа хәтһеҙ генә эш хаҡы аласаҡтар бит. Бындай уй уларҙы ла дәртләндерә. Көстәре лә артҡан шикелле булды. Кискә табан старателдар, шатланышып, ҡыуыш эргәһенә йыйылыштылар. Үҙҙәренә тейешле өлөштө алып, улар төнө буйы эскелек менән шөғөлләнделәр. Управляющий отолманы: сөнки ҡыҙмасаланған старателдәр хужанан үтескә күпме ашамлыҡ һәм араҡы алып эсеүҙе иҫәпләмәнеләр. Өҫтәүенә, Семен Тимофеевич эшселәренә һатҡан тауарҙарға үҙенсә хаҡ өҫтәне. Иванов управляющий булып килгәнгә тиклем дә шулай булған. Ул киткәс тә үҙгәрмәйәсәк. Приискыла, байҙан һуң, управляющий үҙе баш, үҙе түш. Старателдар эскән саҡта ғына уларҙың күҙ алдына күп күренеп йөрөргә яратманы ул. Эскән кешенең үҙ законы үҙендә: яйын тапманымы, тотто, туҡманы. Старателдарҙың кәйефен яҡшы белгән управляющий йоҡларға ҡыуышҡа ҡайтманы. Тоноҡ ҡына яҡтыртҡан ай яҡтыһына ҡойоноп, төндә эте менән разведка үткән шурфтарҙы үҙе һаҡланы. Йоҡламай, Юрғашты йылғаһы буйында йөрөп сыҡты. Иртәгеһен, штейгерҙың күрһәтеүенсә, старателдар араһында "ҡотҡо" таратыусы Сәйфетдин исемле кеше разведчиктар артеленән ҡыуылды. Эш артты. Старателдар, оҙаҡ егеүҙән, әлһерәгән йөк аты кеүек, баштарын түбән эйгәндәр. Ҡулдарынан кәйләләрен ысҡындырмай, ерҙе аҡтарыуҙан туҡтаманылар. Уларҙың күкрәктәренә һауа етмәй. Арыуҙан быуындары ҡалтырана. Ә эшләнәсәк эштең осо-ҡырыйы һаман күренмәй.


XXII

[edit]

Яңы асылған урында разведка ноябрь аҙаҡтарында ғына тамамланды. Инженер Мордер әйткәнсә, бындағы пласт ҡатламы бик үк "йәш", өҫтә булып сыҡманы. Йылғанан текә тау итәгенә яҡынлашҡан һайын, шурфтарҙың тәрәнлеге ун биш, урыны-урыны менән хатта егерме-егерме биш аршынға тиклем барып етте. Шурфтарҙан сығарылған породаларҙы быуаның аҫ яғында урынлашҡан тепляктағы маширттарҙа йыуҙылар. Тепляк ҡорорға өлгөрмәгән вағыраҡ артель кешеләре, яҙ етеүен көтөп, өйҙәренә таралышты. Ҡышын эш ауырайҙы. Управляющий яңы асылған участкаға хужа итеп штейгерҙың яңғыҙын ҡалдырҙы ла үҙе приискының баш инженере Мордер менән Юрғашты йылғаһының урта өлөшөндә ҡоролған контораһына китте. Башҡаса килеп тә әйләнмәне. Барлы-юҡлы кейеме өҙгөләнгән Ғәйзулла менән Ҡолсобай ҙа ҡышты ҡышлауҙа үткәрергә булдылар. Ҡышлауҙа ла уларға йәшәү еңел булманы. Тамаҡты алдап булмай. Ашау өсөн эшләргә кәрәк. Ә ауылда эш юҡ. Ҡолсобай хеҙмәтсе булып ялланырға теләгәйне, ләкин бай тупһаһына ла баҫтырманы. Рустар менән бергә приискыла йәшәүе өсөн "кафырлашыуҙа" ғәйепләнеләр. Мулла мәсеткә йыйылыусыларҙы ҡат-ҡат приискыла эшләүселәргә аралашмаҫҡа, улар менән һөйләшмәҫкә өндәне. Уныңса, прииск эшселәре менән аралашыусы башҡорт - иманын һатыусы. Теге донъяла тамуҡтан ожмахҡа сыға алмай интегәсәк. Иманын һатҡан мосолманға ҡул биреү гонаһлы. Шуға күрә лә, приискыла эшләүселәр һирәк, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Улар ҙа эшкә ҡурҡа-боҫа ғына йөрөйҙәр. Башҡорттарҙың күберәге, ас булһалар ҙа, мулланың ҡушыуынса, өйҙә генә ултырырға мәжбүр булалар. Приискыла эшләүселәрҙе дошман һымаҡ күрҙеләр. Ғәйзулла менән Ҡолсобайҙы ла шул яҙмыш көттө. Ҡолсобайҙы, мулланың ҡушыуы буйынса, "килмешәк" тип, урамдан тыныс үтергә ирек бирмәйенсә, артынан тиҙәк ырғытып ҡалдылар. Ул сыҙаманы, ваҡытты бушҡа үткәргәнсе, йән әрнетеп һыҙландырған ҡатынын эҙләү ниәте менән, Ғәйзулланы эйәртеп, заводҡа, рустар йәшәгән яҡҡа, сығып китте. Ғәйзулла әсәһе менән ауырыу Нәфисә апаһын өйҙә ҡалдырҙы. Элек шаулап торған өй тып-тын ҡалды. Тышҡы яҡтан өрлөгөнә тиклем өйөлгән ҡарҙан сығып һерәйеп торған мөрйәнән төтөн сыға. Кәртә-ҡаралтыһы туҙған. Яртылаш емерелгән ояның ҡалдыҡ һайғауҙары ла яғылып бөтөп бара. Ҡолсобай, йәш дуҫының күңелен табырға тырышып: - Ҡайғырма, ҡустым, беҙ килеп, китеп йөрөрбөҙ. Әсәйеңә ашамлыҡ килтерербеҙ, - тине. Көн кискә һарыҡты. Ҡояш байығас та, офоҡ ҡуйы ҡыҙғылт утҡа мансылды. Алда әллә ҡайҙан ҙур ауыл күренеп ята. Уны утлы янғын солғап алған һымаҡ. Алһыу нәҙек, яҡты алтын саң бөртөктәре Кәжән йылғаһының аръяғында яланғас урман өҫтөнә йәйелде. - Был ниндәй ауыл? - тип һораны Ғәйзулла, зәғиф аяғын ҡыйынлыҡ менән ҡуҙғатып. - Ул ауыл түгел. Зауыт. Кәжән зауыты. Күрәһеңме, оҙон торба, төтөнө сыға. Шунда суйын ҡайнаталар. Руданы егерме саҡрым ерҙән санаға тейәп ташыйҙар. Ундай зауыттар был яҡта күп, - тине Ҡолсобай һәм, йәш дуҫының кәйефе юҡлығын һиҙеп, һораны: - Әллә арыныңмы? Аяғың ауыртамы? - Эйе. - Сыҙа. Әҙ генә сыҙа. Мәйтәм, хәҙер етәбеҙ. Зауытта таныш-белешем бар. Шунда төшөрбөҙ. Тамаҡ ялғап алырбыҙ... Улар ауыл осонда, бейек таҡта ҡапҡалы бәләкәй генә өй эргәһендә, туҡталдылар, һыуыҡҡа сыҙай алмайынса, аяҡтарын алмашлап күкрәгенә ҡыҫҡылап, иренеп кенә торған ябыҡ эт, ят кешеләрҙе күреп, юл бирҙе һәм һуҙып: "һо-о-о, ау-ау" тип өрә башланы. Тыштан шаҡылдатҡан тауышҡа синдеккә сыҡҡан рус ҡатыны: - Кем бар унда? - тип һораны. - Беҙ. Мин - Костя, - тине Ҡолсобай. - Ниндәй Костя? - Иҫләмәйһеңме ни, Наташа апай? - Э-э-э... Константин! Әйҙә, әйҙә, инегеҙ. Ни эшләп оҙаҡ юғалып йөрөнөң? - тип шатланып һөйләнә-һөйләнә, аҡһыл һары сәсле ҡатын ишек асты. Ул, Ҡолсобай эргәһендә бөрөшөп кенә торған Ғәйзулланы күреп, ғәжәпләнеп һораны: - Әллә шундай үҫкән улың бармы? - Ю-у-уҡ, Наташа апай. Үҙем кеүек етем малай, - тине Ҡолсобай. - Әйҙәгеҙ, инегеҙ. Өшөгәнһегеҙҙер. Тышта һыуыҡ. Эскә ингәс тә, Ҡолсобай, хужа ҡатындың әйткәнен көтөп тә тормайынса, сисенде. Үҙ өйөндәге һымаҡ юғары үтте. Кеше араһында йөрөп өйрәнмәгән Ғәйзулла урынынан ҡуҙғалырға оялды. Ишектең яҡтауына һөйәлеп, күҙҙәрен мөйөштәге тәренән алмай, оҙаҡ ҡарап торҙо. Наташа уны көсләп сисендергәндән һуң да, уңайһыҙланыуҙан, күҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә интекте. Фәҡир өйҙөң стеналарына, түбә таҡтаһының яртыһына тиклем эшләнгән һәндерәгә, урҙаға эленгән оҙон ептәргә, стена буйындағы ағас карауатҡа, иҙәнгә йәйелгән һалабаш половикка ғәжәпләнеп ҡараны. "Бер нәмә лә беҙҙең ауылдағы һымаҡ түгел. Карауат тигән нәмәләре урынына ҡаралдылар өйөлгән урындыҡ булһа, ҙур кирбес мейес урынына сыуал булһа, ҡайһылай шәп булыр ине. Беҙҙеңсә йәшәмәйҙәр. Мәрйәнең күлдәктәре лә бәберкәле түгел. Мәрәкә", - тип уйланы ул. Ҡыҙҙыра яғылған ҙур кирбес мейес алдында өтәләнгән Наташа өҫтәлгә бер көршәк бешкән картуф, ярты карауай икмәк, ваҡ киҫәктәргә телгеләнгән сусҡа, туң май һәм сәй килтереп ҡуйҙы. Шунан юлсыларҙы өҫтәлгә саҡырҙы. - Йәгеҙ, ултырығыҙ. Ризыҡ барҙа килеп шәп иттегеҙ. Ҡартым кисә генә утыҙ тин аванс алып ҡайтты. Шуға он, туң май алдыҡ. Картуф үҙебеҙҙеке. Аллаға шөкөр. - Алексей Иваныч үҙе ҡайҙа һуң? - тип һораны Ҡолсобай, тимер кружкаға яһаған сәйгә өрөп. - Уны күрмәгәнгә лә байтаҡ булып китте. - Хужамы? Ул эштә. Заводҡа руда ташый. Өйгә аҙна аҙағында ғына ҡайта. Йә, етешегеҙ барынса. - Наталья өҫтәл артында ҡуҙғалмай ултырған Ғәйзуллаға ҡараны. - Ә һин ниңә ашамайһың? Аша. - Бер ус картуфты уның алдынараҡ алып һалды. Туң сусҡа майы тултырылған һауытты яҡыныраҡ этәрҙе. - Аша. һинең исемең нисек? - Ғәйзулла, - тип яуап ҡайтарҙы Ҡолсобай йәш дуҫы урынына. - Ой, минең телем бармай. Беҙҙеңсә Гриша була инде. - Минең улым унан ике-өс йәшкә олораҡ булыр ине инде. Былтыр карьерҙа таш баҫып үлтерҙе. - Наталья суҡынды: - Царство ему небесное! - Ул йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө. - Һин, Константин, үҙең нисек йәшәйһең? Ҡолсобай ҡыҫҡаса ғына, бер ни ҙә йәшермәйенсә, һуңғы йылдарҙа үткәргән тормошон һөйләне. - Ана, шулай минең тормош, Наташа апай, - тине Ҡолсобай һүҙенең аҙағында. - Хәҙер ни эшләргә уйлайһың? Ҡал беҙҙә. - Рәхмәт, Наташа апай. Бәләкәй сағымда ла изгелегеңде күп күрҙем. Татыу булдыҡ. Әле лә ҡалыр инем. Зауытта миңә лә эш табылыр ине. Ҡурҡам. Ҡабат тотһалар, помещикка кейәү булырға йөрөгән егетте атҡан өсөн баштан һыйпамаҫтар. Хәҙер миңә Машаны табырға кәрәк. Шунһыҙ тормош ҡыҙығы юҡ миңә. - Ҡолсобай бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы. - Дөрөҫөн әйткәндә, ил гиҙеп йөрөү ялҡытты. Минең дә кешесә торғо, бер урында йәшәгем, эшләгем килә. - Унан бирле күп ваҡыт үткән. Бәлки, һинең турала онотҡандарҙыр, - тине Наталья төшөнкө тауыш менән икеләнеберәк. - Әй, Наташа апай, ул помещик онота буламы?! Күрҙем инде! Тереләтә тотоп ашаясаҡ. Бер ни ҙә ғәфү итмәй торған бәндә ул. Күпме кешеләр ҡан илай унан? Миңә, Машаны эҙләп тапһам, вағыраҡ ауылдарҙа йәшәргә тура киләсәк. Улар ҡыуыҡһыҙ шәм яҡтыһында оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Ярты төн уртаһында ғына Ҡолсобай Ғәйзулланың эргәһенә йылы мейес башына менде. Иртәнсәк хуш күңелле, алсаҡ, илгәҙәк, ҡунаҡсыл рус ҡатынының өйөн ҡалдырып, юлсылар ары киттеләр. Машаны эҙләп ауылдан-ауылға, өйҙән-өйгә йөрөнөләр. Бисмилланан артыҡ һүҙҙе белмәгән Ҡолсобай һөйгән ҡатынын табыу өсөн ниҙәр генә эшләмәне. Тура килгәндә төрлө кешеләрҙе өшкөрөүҙән дә баш тартманы. Бер рус ауылының сиркәү эргәһенән эйәртенешеп үтеп барғанда, уларҙы оло ғына йәштәрҙәге рус ҡатыны туҡтатты. - Һин имсе кеше түгелме? - тип һораны ул, Ҡолсобайҙың йөҙөнә текләп ҡарап. - Эйе, инәй, мин. - Ҡайһылай шәп булды әле. Беҙгә барайыҡ, зинһар, өлкән ҡыҙым ауырый, һинең имең шифалы, тиҙәр. Ҡолсобай ҡаршылашманы. Артынан ҡалмай шәүлә кеүек йөрөгән Ғәйзулланы эйәртеп, эре ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынған ҙур ғына өйгә барҙы. Ул сисенеп-нитеп торманы. Сабатаһы менән лысҡылдата баҫып стена буйындағы карауатта ятҡан ауырыу эргәһенә эйелде. Ҡулын маңлайына ҡуйып, ыһылдап ятҡан урта йәштәрҙәге һары төҫтәге ауырыу ҡатынға ҡараны. Ул ябыҡ. Күҙҙәре эскә батҡан. Ҡолсобайҙың имсе икәнен әсәһенән ишеткәс, йөҙөндә йылмайыу билдәһе күренде. Ҡолсобай өшкөрөр алдынан ауырыуҙың эске тойғоларына тәьҫир яһау өсөн: - Миңә ныҡ ышанғанда ғына, өшкөрөүҙең файҙаһы тейә. Күңелеңдә икеләнергә ярамай. Мин өшкөргән кеше йүнәлмәй ҡалғаны юҡ. Мин өшкөргәндә, "йүнәләм, йүнәләм" тип ят, - тине. - Имсе, мин һиңә ихлас күңелемдән ышанам. - Ауырыуҙың һүнеп барған күҙҙәре өмөт менән ялтыраны. - Ҡайһы ерең ауырта? - Белмәйем. - Өшкөргәс еңеләйер. Ҡолсобай түшәктәге ҡатындың ышанысын үҙ ҡарамағына буйһондороу теләге менән, ирендәрен ҡыбырҙатып, һаҡалын һыйпаны. Күҙҙәрен түбә таҡтаһынан алмайынса, һүҙҙәрҙе кафиаға һалып йырларға тотондо:

Ауырыма, тиҙерәк йүнәл, Мәрйә, мәрйә мәр илле Һин дә минең бисәм төҫлө, Төҫкә матур шикелле. Ҡайҙа ғына йөрөй икән Минең бисәм, аҡҡошом? Һинең кеүек ауырый микән, Баҫалмайсы һағышын? Тирбәтегеҙ, әйҙә, тирбәтегеҙ, Тирбәтегеҙ йәшел ҡайынды Иламаһын, дуҫтар, йыуатығыҙ Өҙөлөп һөйгән йәнекәйемде.

Ишек яңағына һөйәлеп, Ҡолсобайҙың йырҙарын иғтибар менән тыңлаған Ғәйзулла, ғәжәпләнеп: - Ағай, гонаһлы булаһың бит, ауырыуҙың маҙаһын китәреп! - тине. Ҡолсобай уға иғтибар итмәне, һәр куплет бөткән һайын, йырлауҙан туҡталып, ауырыуҙы өшкөрҙө. Төкөрөк сәсрәгәндә ауырыу нервылы көсөргәнештән ҡалтыраны. Һүҙҙәрҙе кафиалап йырлауҙан арығас, башына ниндәй уй килһә, шуны әйтеп өшкөргән Ҡолсобайҙың ҡыланышына Ғәйзулла ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Ҡолсобай был юлы ла үҙенең һөйләнеүенән туҡталманы. Ғәйзуллаға ғына аңлашылырлыҡ итеп: - Көлмә, ҡустым, көлмә, ҡустым, көлгөң килһә - тышҡа сыҡ, - тип төкөрөндө лә урынынан торҙо һәм, ауырыуға ҡарап: - Әҙерәк еңеләйҙеңме? - тип һораны. Күңеле ауырлыҡтан бушаған ауырыу, күҙҙәрен сырт-сырт йомоп, әсәһенән һөт һораны. Әбей, ҡыҙының тамағын туйҙырғас, шатлығынан ни эшләргә белмәйенсә: - Ҡыҙым төҙәлһә, бер нәмә лә йәлләмәйәсәкмен, - тине. Эштәрен бөтөрөп тышҡа сыҡҡас, Ҡолсобай Ғәйзуллаға асыуланды: - Һин ҡустым, эште боҙа яҙҙың. Улай яраймы ни? Башҡа улай итмә... - Ә кешене алдарға ярамай тигәйнең, ә үҙең?.. - Ярамай. - Ҡолсобай оҙаҡ өндәшмәй барҙы. - Ни эшләйһең, башҡаса ярҙам итә алмағас ни... Шулай ҙа өшкөргән ҡатын төҙәләсәк. - Ҡөрьәнде уҡып өшкөрмәһәңдәме? - Эйе. Кеше шулай яралған: уны ышандырырға кәрәк. Шунан ул кеше үҙенең ауырыуына ҡаршы көрәшергә көс таба. Төҙәлә. Ярар. - Ҡолсобай ҡул һелкте. - Аңларһың әле. Үҫ! Ауылды үтеп, ағастар араһына еткәс, Ҡолсобай: - Әллә ашап алайыҡмы? - тип һораны һәм, тоҡсайынан бер киҫәк икмәк һәм колбаса сығарып, Ғәйзуллаға бирҙе. - Мә, әҙерәк үҙәк ялға. Ғәйзулла икмәкте ауыҙына ҡапты, ә колбасаға ҡағылманы. - Унда сусҡа майы бар, бысраҡ, - тине ул, ерәнеп. - Улай тимә, ҡустым. Ризыҡ бер ҡасан да бысраҡ булмай. - Ҡаҙыны бер ҙә бысраҡ тимәйһең бит. Урыҫса колбаса - беҙҙеңсә ҡаҙы. Айырмаһы юҡ. Асыҡҡанда хатта ҡөрьән дә сусҡа итен ашарға ҡуша. Мә, аша. Тәүге колбаса киҫәген Ғәйзулла көслөк менән ҡапты. Элек төҫөнә ҡарарға ла ҡурҡҡан нәмә шундай тәмле тойолдо, ҡулындағы киҫәген нисек бөтөргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡоролай ғына булһа ла төшкө ашты ашағандан һуң, беленер-беленмәҫ ятҡан юл өҫтөндәге көрттө арыған аяҡтары менән йырып, алға атланылар.


XXIII

[edit]

Бай тарафынан мәсхәрәләнгән Хисмәтулла йәһәт кенә һауыға алманы. Хажисолтан бай менән Ғилман мулланың ҡотҡоһона ҡоторонған халыҡ уның ике ҡабырғаһын һындырған, башын тишә һуҡҡан, тәне телгеләнгән, бүртеп сыҡҡан. Ике ай ул хәлһеҙ ятты. Ҡан ҡаҡырҙы, һаташты, өҙгөләнде. Әсәһе менән Гөльямал еңгәһе, уның түшәге эргәһенән китмәй, оҙон төндәр буйы алмаш-тилмәш ҡарауыллап ултырҙылар. Ире үлгәндән һуң үҙен кеше алдында бик иркен тоторға өйрәнгән Гөльямал тыйнаҡланды, аҡыллылана төшкән һымаҡ күренде, төҫкә һурылды, күҙҙәре лә түңәрәкләнеп ҙурайып ҡалды. Элек өй беренсә, ҡайҙа етте шунда йөрөргә яратһа, имгәнгән Хисмәтулланы үҙенең өйөнә көсләшеп алып ҡайтҡаны бирле, күршеләренә лә ингәне юҡ. Иҫһеҙ, һаташып ятҡан егеттең эргәһенән ҡуҙғалып китһә, ул үлер кеүек күренде. Тәне янып, өтөлөп барған ҡәйнешенең башына һыулы сепрәкте һығып ҡапланы. Әбей-һәбейҙәрҙе саҡырып өшкөрттө. Имсе Көзәйнәптән һынған ҡабырғаһын төҙәттерҙе. Күҙ йәштәрен түгеп, мулланы ла саҡырып килде. Тик уныһы иманын һатҡан бәндәне өшкөрөргә теләмәне. Ай самаһы ваҡыт үткәс кенә, Хисмәтуллаға кеше төҫө инде. Хырылдауҙан туҡтаны, һынған ҡабырғалары урынына ултырмаһа ла, тәнендәге йәрәхәттәр уңала башланы, шунан уға биҙгәк ауырыуы килеп өҫтәлде. Ул, тәне уттай ҡыҙыу булыуға ҡарамаҫтан, өшөнө: тештәрен тешкә шаҡылдатып, башын юрғанға йәшерҙе. Гөльямал өйөндә булған түшәктәрен ауырыуҙың өҫтөнә өйҙө. Ярҙам итмәне. Хисмәтулла, өшөп, бөтә тәне менән ҡалтыранды. Башҡаса ярҙам итергә әмәле ҡалмағас, Гөльямал ауырыу менән бер юрғанға бөркәнеп ятты. Хисмәтулланы арҡаһынан ҡосаҡлаған көйө тәне менән ҡапланы. Елкәһенән һурып үпте. Ауырыу менән эрегеһе, мәңгегә айырып ала алмаҫлыҡ булып ҡушылғыһы килде. Ой, әллә ниҙәр бирер ине ул, әгәр ҙә ауырыуҙы үҙенең тәне менән юрған кеүек ҡаплай алһа! Гөльямал уны йылытырға тырышып ҡосаҡлай, ҡайнар күҙ йәштәрен ағыҙып, битен ауырыуҙың башына, сәнскеле битенә ҡуя, усы менән күкрәген һыпыра, һыуыҡ инеүҙән ҡурҡып, юрғанының ситен ҡымтый. Был минутта өтәләнеп, ике һүҙенең береһендә, ни эшләргә белмәй: "Ай алла! Алла! Хоҙайым, үҙең ярлыҡа", - тип һөйләнгән Сәйҙеямал әбейҙең ауыҙынан ни сыҡҡанына иғтибар итмәне һәм ишетергә лә теләмәне. Әйтерһең, донъяла ул да, уның яратҡан ҡәйнеше Хисмәтулла ғына йәшәй... Ауырыуҙың хәле йәнә еңеләйҙе. Хисмәтулла уянмайынса, яртышар тәүлек буйы йоҡланы. Төшөндә ниҙер күреп йылмая, көлә. Уның йөҙөнән һағышлы күҙҙәрен алмай текләп ҡарап ултырған Гөльямал түҙмәне, шатлығынан, эркелеп сыҡҡан күҙ йәштәрен һөрттө. Егет әкренләп тороп йөрөй башланы. Еңгәһенең бик ныҡ бирелеп хәстәрлек күреүенән уңайһыҙланды. - Еңгә, һиңә мин күп мәшәҡәтлек тыуҙырҙым. Ғәфү ит. Гөльямал өндәшмәне. Танауын мышнатып, өҫкө иренен тартты. Сәйҙеямал, юҡ һылтауҙы бар итеп, ҡайҙалыр ҡабаланып сығып китте. Әсә улының еңгәһен яратмауын белһә лә, күңелендә уларҙың араһында бәйләнештең нығыуын теләй ине. Нисек әйтмә, Гөльямалдың үҙенә күрә өй-ҡаралтыһы, мал-тыуары бар. Иргә барып, буйҙаҡ тороп ҡалһа ла, йәше әллә ҡайҙа китмәгән. Егерме бер йәштәге ҡатын ҡартмы ни ул? Улынан ике йәшкә генә оло. Унан да бигерәк, борон-борондан йәшәп килгән йола буйынса, ҡустыһы, ағаһы үлгәс, еңгәһенә өйләнергә тейеш. Йоланы йола итмәй, унан ҡасып, бер туған еңгәңде яттарға биреү яраймы ни? Килен, әсә уйынса, төҫкә-башҡа ла бөтөн, бынамын итеп тормош көтөрлөк ҡатын. Үҙе килеп тороп илгәҙәк, ярҙамсыл. "Шунан артыҡ кемде тапмаҡсы була икән инде был Хисмәтулла?" - тип уйланы әсә. Әсәһе сығып киткәс, Гөльямалдың өндәшмәүен үҙенсә аңлаған Хисмәтулла: - Асыуҙанма, еңгә, мин оҙаҡ йонсотмам. Иртәгә приискыға китәм, эшкә ялланғас иҫәпләшермен, - тине. - Их, ҡәйнешкәй... - Гөльямал, һуңғы һүҙен йотоп, үкереп илап ебәрҙе лә тышҡа сығып йүгерҙе. Таллыҡтан йыйған ағас киҫәктәрен күтәреп, өйгә Сәйҙеямал инде. Ул ҡаҙан аҫтына ут яҡты. Самауырҙа ҡалған һыуҙы ҡаҙанға бушатып, көлөн көлдөксәгә һелкте. Биҙрәләрендә самауырға етерлек һыу булмағас, һыуға барырға әҙерләнеп, сыуал артынан көйәнтә сығарҙы. Бөксәнләп йөрөгән әсәһе Хисмәтуллаға бик ҡыҙғаныс булып китте. - Әсәй, ҡана, һыуҙы үҙем әпкиләйем. - Төҙәл әле, балам. - Әсә көйәнтәһен яурынына һалды. - Өйгә һыу әпкилеү бисәләр эше, балам. - Үҙеңде йәлләп әйтәм, әсәй. - Ышанмайым, балам. - Ниңә? - Йәлләһәң, килен әйттерер инең. - Әҙерәк көт инде, әсәй. Күбенә түҙгәс, әҙенә түҙ. Алла бойорһа, Нәфисә төҙәлгәс тә, алып ҡайтырмын. Өсәүләп донъяны теттерербеҙ: һин өй ҡарап ултырырһың, беҙ эшләрбеҙ. - Юҡ, юҡ, балам! Ул Нәфисәне башыңа ла килтермә. Ҡабат гонаһшомло булма. - Әсәнең төҫө үҙгәрҙе. Барыр һыуына бармай, көйәнтәһен кире ҡуйып, урындыҡҡа ултырҙы. - Ниңә, әсәй? Нәфисә килен булмаҫлыҡмы ни? Үҙең маҡтай торғайның бит. - Мин уны әле лә ямандамайым. - Әсә, тел төбөндәге һүҙен әйтергә ҡыймай, һуҙҙы. - Ул - Хажисолтан байҙың хәләл бисәһе. - Хәҙер Нәфисә буйҙаҡ... - Юҡ шул, балам. Хажисолтан бай уға барып йөрөй... Бәпесе булырға тейеш... - Булмаҫ! - Хисмәтулланың төҫө ҡарайҙы. - Ҡасан һине алдағаным бар, балам? - Мин... Мин ул байҙан ҡыуазымды аласаҡмын! Әсә, ярһып, урынынан торған улына йәбеште. - Тыныслан, балам, тыныслан. Байға ҡулыңды күтәрһәң, яҙыҡ булыр. Нәфисә - хәләл бисәһе. Һәр ваҡыт әсәһенең һүҙен аяҡ аҫтына һалып тапауҙан, уны рәнйетеүҙән ҡурҡҡан Хисмәтулла был юлы ла уны тыңланы. Өндәшмәй оҙаҡ ултырғандан һуң, үҙе беренсе булып тыныслыҡты боҙҙо: - Хажисолтан байҙың Нәфисәгә барып йөрөргә хаҡы юҡ. - Көфөр һүҙен әйтәһең, балам. Нәфисә уның никахлы хәләл бисәһе, - тип әсә яңынан ҡабатланы. - Мулла уларҙы айырмаған. Ире мулла алдында, ҡарттар алдында: "Талаҡ, талаҡ..." - тип ҡысҡырмайынса, Нәфисәнең ят иргә сығырға хаҡы юҡ. Әсә улына тағы ла күп нәмәләр тураһында һөйләне. Ләкин үҙенең уйына сумған Хисмәтулла, әсә һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнмәй, уларҙы ҡолаҡ аша уҙғарҙы. Хажисолтан байҙың яңыраҡ күрше Ҡоҙай ауылынан бисәлеккә бишенсе йәш ҡыҙҙы әйттереп алып ҡайтыуын ишеткәс кенә, Хисмәтулла тештәрен шығырҙата ҡыҫып: - Ҡарт ишәк, оңҡот! Бисәләр батшаһы, - тине. Әсә, һыуҙан йөрөп ҡайтҡас, улын күңелһеҙ хәбәрҙәрҙән ҡотолтоу теләге менән, һүҙен икенсегә борҙо. Ауыл яңылыҡтарын һөйләне һәм, аңғармаҫтан ғына, белмәмешкә һалынып: - Еңгәң ҡайҙа китте? Әйтмәнеме? - тип һораны. - Сыҡҡайны. - Әллә берәй яңылыш һүҙ әйттеңме? - Юҡ. Ашатҡан ризығын ҡайтарырмын тигәйнем. Шуға асыуланды шикелле. - Әй, балам, улайтырға ярамаҫ ине. Ул һиңә - ихлас күңел менән, ә һин - рәнйетәһең, һин иҫһеҙ ятҡанда, эргәңдән китмәне, һинең һаулығың өсөн йәнен бирергә лә әҙер ине. Ашар ризығын ашамай, һиңә һаҡланы. Ауыҙыңа көсләп ҡаптырҙы. Килен булмаһа, ни эшләр инек, белмәйем. Хоҙай һаулығын бирһен. Ағайың менән бергә тора алманылар шул. Бигерәк йәшләй буйҙаҡ ҡалды. - Сыҡһын кейәүгә. Ниңә сыҡмай? Һоратыусылар күп бит. Ыҡшандап, иһаһайлап йөрөгәнсе, ир менән торор. - Улай тимә, балам. Еңгәң тыштан ғына, күңелен баҫыу өсөн генә, үҙен шулай күрһәтә. Уның күңелендәге серен берәү ҙә белмәй. - Ул - һәйбәт күңелле, кешелекле кеше. Исеме-фәләне сыҡҡаны юҡ. - Ниңә улай маҡтайһың? Әллә кәләшлеккә димләргә уйлайһыңмы? - Маҡтарлыҡ булғанға, - тип дөрөҫләне әсә ихлас күңелдән. - Кәләш итеп үҙеңә әйттерһәк тә, яңылышмабыҙ. Үҙеңдеке. Ағайыңдан ҡалған хәләл еңгәң. Хисмәтулла рәхәтләнеп шарҡылдап көлөп ебәрҙе. - Рәхмәт, әсәй! Нәфисәнән бүтәнде мин яратмайым. Кәрәкмәй ҙә. - Яратыу, балам, бергә тора башлағас була ул. Өйрәнерһегеҙ. Бергә тормай, яратыу буламы? - Ҡуй, әсәй, көсләмә. Еңгәм менән торорға күңелем тартмай. Ю-у-уҡ! Булмай. Бүтән ауыҙыңды ла асма, әсәй. Улының холҡон яҡшы белгән әсә һүҙ көрәштермәне. Урындыҡ аҫтынан иҫке ситек сығарып, ҡайнамай ултырған самауырҙың торбаһына ҡуңысын кейҙереп өрҙөрҙө. Самауырҙың аҫҡы тишектәренән бөркөп осҡондар сәсрәне. Сыпылдап һыу ағып торған һемәктән аҫтағы тишектәр яҡтырҙылар һәм самауыр һуҙып үҙенең йырын йырлай башланы. Гөльямал ҡайтты. Оҙаҡ илауҙан шәмәреп шешенгән йөҙөн Хисмәтулланан йәшереү теләге менән, өйгә ингәс тә күп бәберкәле оҙон күлдәгенең урта төшөн ике яҡлап тыштан ыштанының бөрмәһенә күтәреберәк ҡыҫтырҙы ла һепертке алып тиҙ-тиҙ генә иҙәнде һеперҙе. Шунан һуң сәй эсергә ултырҙылар. Хисмәтулла, йәйелгән кейеҙ өҫтөнә менеп, аяғын бөкләп ултырҙы. Аҫтараҡ, урындыҡтың ситенә генә ултырып, Гөльямал сәйнүккә самауырҙан һыу ағыҙҙы. Уның ҡаршыһында самауыр артында ултырған Сәйҙеямал самауырҙы үҙ яғына борҙо. - Ҡана, килен, үҙем яһап эсерәйем, һул ҡулдан яһау хилаф була. Гөльямал ҡарышманы. Ул сыуал көлөнә күмеп бешерелгән ус аяһындай өшәнең яртыһын һындырып - Хисмәтулланың алдына, ә ҡалғанын уртаҡ өлөшкә һыңдырып, береһен үҙенә, икенсеһен, бисмилла тип, Сәйҙеямал алдына һалды. Икмәккә өҫтәп шәкәр урынына тышы күгәрә башлаған әсе ҡорот киҫәген өләшеп сыҡты. Сәй эскәндә берәү ҙә һүҙ ҡушманы. Шыбырҙатып яһаған сәй тауышы ғына тынлыҡты боҙҙо. Ашъяулыҡты уратып ултырыусылар, баштарын түбән баҫып, сынаяҡ аҫтына ҡойолған сәйҙе эскәндә лә һурпылдаған тауыш сығармаҫҡа тырышып, ауыҙҙарын ҡымтып астылар. Сәйҙеямал түҙмәне, улы менән Гөльямалға башын ҡалҡытып ҡараны ла: - Ниңә улай һөйләшмәйһегеҙ? Әллә арағыҙҙан ҡара бесәй ҡыйып үттеме? - тип һораны. - Юҡсы, - тине Гөльямал һәм бер ҡатлылыҡ менән әйткән һүҙенән үҙе үк көлдө. - Хисмәтулла ҡәйнеш һүҙ ҡушмағас, нимә тим? - Ә мин, еңгә, әллә һин телеңде йотоп ҡуйҙыңмы икән тигәйнем. Телең бар икән дәһә, - тине уңайһыҙ хәлдән ҡайһылайыраҡ сығырға белмәй ултырған Хисмәтулла, сынаяҡ аҫтындағы сәйен һемереп. Сәйҙеямал үҙ эше менән ҡайҙалыр сығып китте. Сәйҙән һуң Гөльямал, сынаяҡтарҙы йыуып һарҡытырға ҡуйғас, ике көн йыйған ҡаймағын батманға һалып бешеп, күбек майы яһаны. Сыуалға ут яҡты. Ике тауыҡтың береһен һуйып, ҡаҙанға һалды. Күнәге төбөндәге онон иләп, ағас табаҡта баҫып, ҡамырҙы түңәрәкләндереп ҡуна таҡта өҫтөнә таба ҙурлығындай иңләп йәйҙе. Сыуалға яҡҡан утты болғап, янып бөтмәгән торонбаштарын төтәтеп усак аҫтына тыҡты. Йымылдап ятҡан ҡуҙҙарҙы йәмкә менән һыпырып, көлөн кирбесенә еткәнсе икенсе яҡҡа өйҙө. Эҫегә сыҙамай, башын муйынына тартыбыраҡ, бисмилла тип, ҡуш усына алған йәймәне көлдән таҙартылған урынға һалды һәм өҫтөнә көлдө кире шылдырҙы. Күмгән көл ҡамыр өҫтөнә һыу кеүек йәйелде. Көл өҫтөнә ҡуҙҙарҙы өйөрҙө. - Ҡайһы арала ҡыҙған! - тине йомошон бөтөрөп кире әйләнгән Сәйҙеямал. - Ниңә? - Көлдө әйтәм. Йәһәт ҡыҙған, тим. Икмәк өҫтөнә йәһәт йәйелһә, "ҡалай ҡыҙған" тигән була торғайны Хисмәтулланың атаһы мәрхүм дә. - Сәйҙеямал, үҙен-үҙе бүлеп: - Һин, ҡыҙыҡай, нимә эшләйһең? Әллә ҡунаҡ-маҙар саҡыраһыңмы? - тип һораны. - Ниңә? Юҡсы. - Гөльямал эҫегә ҡыҙарған маңлайын еңе менән һыпырып көлдө. - Иртәгә Хисмәтулла брискаға эшкә китә бит. Юлына әҙерләйем. - Үҙең ни эштәрһең? Аҡтыҡ оноң түгелме? - Киләһе ризыҡтың юлын быуып ятмаһын. Яҙғаны булыр әле, алла бойорһа. Брискала ла әллә нәмә юҡтыр әле. Улар, икәүләп, тиҙ генә һикене йыуып, ҡалай һауытына иҙгән аҡ балсыҡҡа ҡуян тояғын манып, көлдөксә ситен һәм сыуалдың алдын аҡлап алдылар. - Хисмәтулла тышта күренмәйме? - тип һораны Гөльямал. - Әлләсе. Абайламанымсы, берәй ерҙә тороп ҡалмаһа. Сыҡҡанда бер нәмә лә әйтмәнеме? - Юҡ. - Гөльямал көрһөндө. - Һаман шул Нәфисәһен онотмай, ахыры. - Онотторор инең, һин - еңгәһе. - Мине Хисмәтулла үҙенә алһа, һин ҡаршы булмаҫ инеңме? - Буламы һуң?! Мин үҙем һеҙҙең бергә булыуығыҙҙы теләйем. - Ысынлапмы? - Гөльямал бәхетле йылмайҙы һәм, ҡаты көрһөнөп: - Яратмай шул. Сихырланған сәй һалып эсереп тә ҡараным, ярҙам итмәне. Яратмаҫ кеше - яратмай икән, - тине. - Һин, ҡара, үҙеңә ҡаратам тип, әллә нәмә эсереп, үлтереп ҡуйма тағы! Ҡарар әле, мәле еткәс, - тине Сәйҙеямал, юрамал ғына йөҙөнә асыулы төҫ сығарып һәм" бөтөнләй икенсе, борсолған тауыш менән һораны: - Ҡайҙа китте был малай? Оҙаҡланы, ҡараңғы ла төшә. Әллә, һин, сығып, ҡарап киләһеңме? Шуны ғына көткән Гөльямал тышҡа сығып йүгерҙе. Сәйҙеямал, көл араһынан бешкән икмәкте сығарып, усы менән көлөн ҡағып, сепрәккә һөрттө. Тәмле икмәк еҫе таралды. Ишек алдында ҡарҙы шығырҙатып өтә баҫып килгән аяҡ тауышы ишетелде, һәм үҙенең артынан һыуыҡ эйәртеп тыны бөткән Гөльямал инде. - Килә, - тине лә ул, ҡабаланып, сискән кейемен стеналағы сөйгә элде. - Ҡайҙа ине? - Ҡайҙа булһын, шул Нәфисәһен эҙләп барған. - Гөльямал, һыуыҡтан ҡыҙарған тулы сикәләрен ыуып, өшөгән ҡулдарына тынын өрҙө. - Фәтхиә еңгәй индермәне. Әллә Хажисолтан кейәүе ултыра тинеме шул, асыҡлап ишетмәнем. - Яулығын төҙәтеп ябынды. Сикәһен һыпырып, туҙған сәсен яулығына йәшерҙе. - Хисмәтулла, әлләймә тип, инергә иткәйне, Фәтхиә еңгәй, әлләймә тип ҡысҡырып, таяҡ күтәрҙе. - Әллә һуҡтымы? - Сәйҙеямалдың тауышында борсолоу тойғоһо яңғыраны. - Юҡ. Әсә иркен тын алды. Хисмәтула ҡайтты. Сисенмәйенсә, башын эйеп, урындыҡҡа ултырҙы. Гөльямал йүгереп йөрөп аш яраштырҙы. - Ниңә сисенмәйһең, балам, әллә башың ауыртамы? - тип һораны әсә, бер ни ҙә белмәгәнгә һалышып. - Хәҙер китәм. - Ҡайҙа? - Эшкә. Приискыға. - Ни тигән һүҙ уныһы тағы? Бөгөн тышта ҡараңғы, һыуыҡ. Көн бөткәнме? Әллә һине өйҙән ҡыуыусы бармы? Улай итмә, улым. Әҙерәк еңгәңдең дә ҡәҙерен уйла. Һин тип, тамаҡ яраштырған. Сисен. - Әсә улының өҫтөн һалдыртты. Тамағын туйҙырғас та, Сәйҙеямал улының урынын һалды ла үҙе йоҡларға сыуал артындағы ләүкә башына менде. Гөльямал урындыҡтың икенсе яҡ осонда йоҡларға булды. Ут һүндерҙеләр. Сәйҙеямал менән улы бер-береһенә бер нисә һүҙ ҡуштылар ҙа тындылар. Хисмәтулла урынында борғоланды-борғоланды ла тәрән йоҡоға китте. Тик Гөльямал ғына йоҡлай алманы. Үҙенең бәхетһеҙлегенә, ошо өйҙөң дүрт стенаһына ҡарап япа-яңғыҙ ҡаласағын иҫенә төшөрөп, тауыш-тынһыҙ ғына, эре күҙ йәштәрен ағыҙып, оҙаҡ, бик оҙаҡ иланы.


XXIV

[edit]

Хисмәтулла прииск контораһында берәүһен дә осрата алманы. Көндө нисек үткәрергә белмәйенсә, конторанан сығып барғанда, оло ғына йәштәрҙәге старатель осраны. Ул, Хисмәтулланың оҙонлоғон үлсәргә теләгәндәй, арыған күҙҙәре менән баш-аяғына тиклем ҡарап: - Һин, ҡустым, бында ни эшләп йөрөйһөң? - тип һораны. - Тик. - Тик икәнен беләм мин. - Старатель йылмайҙы. Ләкин уның йөнтәҫ ябыҡ йөҙө йылмайыуҙы түгел, ә ғазап сигеүҙән сытырайған кешене хәтерләтте. - Ниндәй йомош йомошлап килдең тим? - Минме? Хужаларға тип килгәйнем, ағай. Эшкә ялланырға. Старатель ҡулын һелтәне, һыуыҡҡа "ә-әһ" тип яурындарын ҡалҡытты. Төрлө урындан мамыҡтары сығып һалбырап торған алама ғына көпөһөнөң салғыйын рәтләп, уның өҫтөнән сүс билбау менән билен быуҙы. - Мин дә эш артынан йөрөйөм. Бында баш та юҡ, ҡойроҡ та юҡ. Аңламаҫһың. Ҡыран-ғәләмәт ҡуптаралар. Исмаһам, яңы управляющий берәй эш тапмаҫмы тигәйнем. - Ни эшләп? Ә, ым... теге, һуң кем ҡайҙа? - Кем? Ивановмы? - Старатель баш бармаҡ ҙурлығы итеп урап тартҡан тәмәкеһенең төтөнөнә сәсәне. - Ул ни күптән управляющий түгел. Ишетмәнеңме ни? Хәҙер прииск хужаһы ла икенсе кеше. Ғәлиәхмәт байҙан тотошлай әллә ниндәй Эрәмәйев тигән кеше һатып алған тиме шунда. Ул кеше Иванов урынына управляющий итеп Гәрәй Наҡышев тигән кешене ебәргән. Штейгер булып килгәне лә мосолман. Фамилияһы Сабитов, ти. Үҙҙәрен күргәнем юҡ. Шулай ҙа мосолман кеше үҙ мосолмандарына насар булмаҫ әле. Әтү, разведкаға апарып, Иванов, юҡ һылтауҙы бар итеп, юҡтан ҡыуып ҡайтарҙы, ҡотҡо таратыу, тип. Шунан бирле эшһеҙ йөрөйөм. Ҡыш ҡайҙа бараң? Әртилгә алмайҙар. Алтынды яңғыҙ йыуырға йәй түгел. Ана шулай йөрөйөм, аслы-туҡлы. - Элекке управляющий тапҡан алтынлы ергә хужа булып ҡалдымы? - Буламы һуң? Ул ерҙәрҙе, тағы әллә ҡайһы ерҙәрҙе Ғәлиәхмәт бай алтын тапмаҫ элек үк Эрәмәйевкә һатҡан. - Нисек? - Шулай. Саҡмай ауылынанмы һин үҙең? - Эйе, - тине Хисмәтулла. - Улай булғас, Хәйретдин тигән кешене беләһеңдер? Шул кешегә Ғәлиәхмәт бай күп аҡса биргән, ти. Алтынлы ер тапҡан өсөн. - Дөрөҫ түгел! - Бүлдермә әле. Ишеткәнемде әйтәм. - Старатель асыуланды. Күпмегә алғаным, шуға һатам. - Ул йомшабыраҡ һүҙен дауам итте: - Ана шул кешенән Ғәлиәхмәт бай ҡағыҙ алып ҡуйған икән, ти. Шул ҡағыҙҙың күпейәһен быларына ла, тегеләренә лә биргән, ти. Яңы управляющийға иҫке управляющий яңыраҡ асҡан ерҙе үҙенеке тип күрһәтмәк булған, ти. Әйҙә ултырайыҡ әле. Аяғым талып китте. Контора алдында ятҡан йыуан ҡарағас бүрәнә өҫтөндәге йоҡа ғына ҡарҙы терһәктәре менән һыпырып, шуға ултырҙылар. Старатель көнгә һарғайған ҡалын ҡағыҙҙы урап яңынан тәмәке тултырҙы ла саҡмаһын саҡылдатып тоҡандырҙы. Шунан, беләгенә ҡамыт кейҙереп, икенсе ҡулына ыңғырсаҡ менән йүгән тотоп, контора ҡапҡаһына инеп барған кешегә ҡысҡырҙы: - Эй, Зиннәтулла, ниңә эреләндең? Күрмәмешкә һалынып үтеп барған була... Улай килешмәй, егет! Зиннәтулла туҡтап, тауыш сыҡҡан яҡҡа боролдо һәм аяҡтарын тайшан-тойшан баҫып бүрәнә өҫтөндә ултырыусылар эргәһенә килде. - Тағы кем тип торам, Сәйфетдин аҡайым икән, - тине ул, һаулыҡ һорашҡас. - Ә һин ни эшләп йөрөйһөң? - Ошонта эштәйем. Контурала аттар ҡарайым, Сәйфетдин аҡай. - Оһо, һин түрәләргә яҡынлағанһың. Түрә-фәлән булып китһәң, танауыңды бик күтәрмә. - Мыҫҡылдама инте Сәйфетдин аҡай, - тине ат ҡараусыһы, үпкәләп. - Ярар, асыуланма, Зиннәтулла, - тине Сәйфетдин, тауышын үҙгәртеп. - Юрамал шаярттым. Бында ҡасанан бирле эшләйһең? - Аруҡ булты. Зиннәтулла старателдың үҙенә һорау бирҙе: - Һин, Сәйфетдин аҡай, үҙең әле лә алтынта эшләйһеңме? - Юҡ. Бына, яңы хужаларҙан, ҡабат эшкә алыуҙарын һорап килдем. - Улар тиҙ булмай. Ырымбурға киттеләр. - Ҡасан? - Сәйфетдин урынынан ук һикереп торҙо. - Өс көн тула инте. - Эх, мин алйот! - Старатель, ғәрләнеүҙән, йоҙроғо менән сирышып бөткән маңлайын туҡылдатты. - Йөрөйөм шунда! Тере көйөк! Һорашһам нимә булған! - Тәмәкеһен иҙеп ырғытты. - Теге иҫке түрәләр ҡайҙа? - Улар тураһынта ишетмәнеңме ни? Ҡыҙыҡ булып бөткәндәр бит. - Юҡ. Нимә? - Яңы түрә менән иҫке түрә талашҡандар. Зиннәтулла үҙенең белеүенсә, ентекләп, этә-төртә, управляющийҙар араһында булып үткән ваҡиғаны һөйләне. Зиннәтулла һөйләүҙән туҡталғас, Сәйфетдин ҡаты көрһөндө лә: - Беҙ бил бөгөп тапҡан алтынды Закиров эләктергән икән. Вәт ышан уға! Иванов алдында эт кеүек ҡойроҡ болғап, үҙен ярамһаҡлы күрһәткән бәндә лә хужаһын талағас... - тип, ҡулын һелтәне. - Ул управляющий ҙа кешене әҙ илатманы. Ат ҡараусы егет ҡапҡа артында юғалғас та, Сәйфетдин менән Хисмәтулла бүрәнә өҫтөндә һүҙһеҙ оҙаҡ ултырыуҙарын дауам иттеләр. Ҡояш байыр алдынан ғына ҡарт старатель менән егет иҫке баракка барып йоҡларға булдылар. Иртәгеһенә иртә менән Сәйфетдин Хисмәтулланы уятты. - Эй, тор. Бында ятып туңаһың. Ҡайһылай һыуыҡ. Тәҡәт тотор хәл юҡ. - Тороуҙан ни файҙа? - Иҫке отвалдан алтын йыуып ҡарайыҡ. Хисмәтулла ҡаршылашманы. Улар, эйәртенешеп, йылға буйындағы отвалға табан атланылар. Сәйфетдин өс киҫәк таҡтанан улаҡ эшләне. Улаҡҡа ҡарт ҡайындың сыбыҡтарын йәйеп, уның иңенә ҡаҡҡан ылаштың ныҡлығын тикшереп, берәм-берәм тартып ҡараны ла: - Булды, - тине. - Сыбыҡтар, арҡыры ҡағылған ағастар ниңә кәрәк ул, ағай? - тип һораны Хисмәтулла. - Алтынды тотор өсөн. Улаҡ эсенән аҡҡан һыу ҡырсындарҙы, таштарҙы әпкитә. Ә алтын шул ағас ылаш, сыбыҡтар араһына эләгеп ҡала. Хәҙер күрерһең, - старатель көрәге менән бер ҡат йыуылып ташланған иҫке отвал эргәһенән аҡҡан йылғаның боҙон онтаны. Ағас улаҡтың баш яғын ҡалҡытыбыраҡ боҙҙан әрселгән йылға ситенә урынлаштырғас, тирә-яғына ҡом тултырып нығытты. Юлы быуылған һыу улаҡ эсенә ташланды. Сыбыҡтарға һәм ылаштарға һуғылып сәсрәне. - Ҡом һалҡын һыуға иҙелерме икән? - Беҙ йыуа торған отвал мәтеле түгел бит. Бер йыуылған инде. Һыу тейгәс тә ярма кеүек тарала. Ана, ҡара. Старатель отвалдың туңмаған ҡатынан ҡомло балсыҡты улаҡҡа ырғытып көрәге менән болғаны. Көмөштәй йылтырап аҡҡан боҙло һыу төҫөн юғалтты. Ҡомло балсыҡты аҫҡа ағыҙҙы. Улаҡ эсендә балсыҡ күбәйгән һайын, һыу буръяҡланды, һарғайҙы. - Ҡустым, һин алтынды әллә бер ҙә йыуғаның юҡ инде... - Йәй көнө тас менән йыуыштырғайным, - тине Хисмәтулла, старателдың ни әйтерен аңламайынса. - Шулайҙыр шул тип уйлағайным да. - Сәйфетдин улаҡтың ҡойроғона эркелеп аҡмай ятҡан ташлы ҡомға күрһәтте: - Таҙарт. Хисмәтулла старателдың ҡушыуынса эшләне. Улаҡ, эсенән аҡҡан таштарҙы отвалдың аҫ яғындағы соҡорға ырғытты. Көрәк ауырайҙы, һабына боҙ уҡмашты. Улаҡтың өҫтө лә бөрөштө. Сабаталарҙан һыу үтте. Әсе һыуыҡ ел бер ҡат ыштан аша ботто семетә. Эшләп арығас, Сәйфетдин көрәген ырғытты, һыуҙы кәметте. Ылашты һәм сыбыҡтарҙы аҡтарып, улаҡ төбөнә ҡатҡан ҡомдарҙы усы менәм өйәрҙә. Өҫтән тигеҙләп эре таштарын һыу ағышына һыпырҙы. Уның бәләкәй генә йонсоу күҙҙәре ниндәйҙер өмөт менән һыу ағыҙған таштар, ҡомдар һәм шлихтар артынан күҙәтә. Улаҡтың уртаһында осҡондай ғына бер бөртөк алтын ялтыраны. Старатель өшөгән, ревматизмдан ҡатҡан кәкере бармаҡтарын елгә ярылған ирененә тейҙереп төкөрөкләне лә улаҡ төбөндәге алтынға баҫты. Тырнаҡ араһына эләгеп сыҡҡан алтынды сепрәккә төрөп кеҫәһенә һалды. Улаҡ төбөндә башҡа нәмә күренмәгәс, Сәйфетдин, сүкәйгән көйө, бер нөктәгә ҡарап, йыртыҡ ыштаны аша күренгән ялангас тубығын ыуа-ыуа оҙак һүҙһеҙ ултырҙы. - Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, исмаһам, еле лә тынманы. - Ул талған биленә усын баҫып, урынынан, торҙо. - Ыҙаланыуыбыҙ ғына булды. Эх, йәй көнө булһа... Ҡыш ҡыш инде... Әйҙә, киттек. - Ҡайҙа? - Тағы кисәге ташландыҡ өйгә барырға тура килә инде. Улар елкәләренә көрәктәрен, кәйләләрен һәм ағас улаҡты күтәреп юлға сыҡтылар. Юлда төрлөсә план ҡорҙолар. Иң аҙаҡта, үҙҙәре кеүек эшһеҙ йөрөгән кешеләрҙән артель төҙөп, алтын йыуыуҙы дауам итергә булдылар. Тәҙрә урынына таҡта ҡапланған ташландыҡ һыуыҡ баракта Сәйфетдин менән Хисмәтулла оҙаҡ ултырып сыҙай алманы. Урамда оҙаҡ йөрөнөләр улар. Йылы барактарҙа ултырып йоҡларлыҡ та урын табылманы. Поселок осонда, түбәһенә тиклем көрт баҫҡан баракта ғына, халыҡ аҙыраҡ ине. Унда ла ике яҡ стена буйына һуҙылған оҙон ҡаҡ урындыҡ өҫтө, һәм иҙәндең түрбаш яҡ өлөшө буш түгел. Ҡыш көнө эшһеҙ, аслы-туҡлы ғүмер уҙғарған старателдар, нисек етте шулай, бер-береһенә һырығышып йәйелгән бесән өҫтөнә ятҡандар. Баракта ауыр еҫ. Ҡаталар, сабаталар һәм һыулы сылғауҙар менән уратылған тимер мейестән боҫ сыға. Хисмәтулла, мейес эргәһендә буш урын тапмайынса, сабатаһын стеналағы ағас сөйгә элде. "Исмаһам, йылыла һыуы һарҡыр", - тип уйланы ул. Тупһа эргәһендәге бесәнде сылғауына һалып, аяғын төрҙө лә, сисенмәйенсә, башын урындыҡҡа һалып йоҡлап киткән Сәйфетдин эргәһенә, бөгәрләнеп, иҙәнгә ятты. Ләкин ҡайһылай ғына ныҡ арыуына ҡарамаҫтан, йоҡлай алманы. Бөрсә һәм ҡандалалар һырыны. Тәне буйлап уларҙың мыжмылдап йөрөүҙәренә, әсеттергәнсе тешләүҙәренә сыҙамаған Хисмәтулла борғоланды, төрлөсә әйләнеп ятып ҡараны. Сабыртып сыҡҡан тәнен тырнаны. Эргәһендә салҡан ғырылдап йоҡлаған кеше: - Нимә ҡашынаһың? - тип асыуланды ла ҡабырғаһына боролоп тағы ла нығыраҡ ғырылдай башланы. Унан уҙҙырырға тырышҡандай, барактың теге яҡ осонда ла ике кеше бер ыңғай ғырылданы. Улар ғырылдағанда, барак ҡалтырана. Кемдер йоҡо аралаш ауыҙын сәпелдәтә, ыңғыраша. Бөрсә һәм ҡандалаларҙың һөжүмен кире ҡағырға хәле ҡалмаған Хисмәтулла, саңлы иҙән буйлап, ишеккә яҡыныраҡ шыуҙы. Нәфисәне күрә алмай китеүе, Хажисолтан байҙың көн дә һөйгәне эргәһендә булыуын иҫләп, ғазапланды, үҙен-үҙе өҙгөләп ташлағыһы килде. Нәфисәнең осрашырға теләмәүе ғәжәпләндерҙе. Никахын боҙоп гонаһ шомло булырға теләмәүе тураһында ла әсәһе арҡылы ғына белде. Ни булды был Нәфисәгә? Әллә Хажисолтандың байлығына ҡыҙып, уларҙың мөхәббәтенә хыянатлыҡ иттеме? Юҡ, бында тик ул, Хисмәтулла ғына, ғәйепле, һөйгәнен һаҡлай алманы. Ваҡытында ҡасып китә алманы, һуҙҙы. Нәфисә, ҡыҙ булһа ла, уға ҡарағанда тәүәккәлерәк ине. Ул үҙе асыҡ ауыҙ булып сыҡты. Хәҙер Нәфисә ҡурҡа. Атаһының үлеүен дә, ҡустыһының ситтә йөрөүен дә, әҙәм күрмәгән мәсхәрәлекте лә, дингә ышанмаусылыҡ тыуҙырыуын, никахлы иренә ҡарата харамсылыҡ итеүҙән күрҙе. Ни эшләргә? Нисек итеп юғалған мөхәббәтте кире ҡайтарырға? Был һорауҙарға яуап таба алмай йоҡоға китеп барғанда, ҡараңғы таңдан эшкә әҙерләнеүселәрҙән берәү уның битенә сабатаһын төшөрҙө. Хисмәтулла урынынан тороп ултырҙы. Башҡалар ҙа торҙолар. Улар торғас, баракта әйләнерлек тә урын ҡалманы. Барак, ҡуҙғытылған умарта күсе шикелле, ҡымйып шаулай башланы, "һукыр шәм" яҡтыһында тоҡтарынан сығарылған икмәктәрен ҡапҡылап алдылар ҙа старателдар ашыға-ашыға эшкә киттеләр. Сәғәт ярым самаһы ваҡыт үтеүгә, һыйыр һарайын хәтерләткән барак шып-шым булып ҡалды. Баракта эшһеҙ ҡалған кешеләр торғас, Сәйфетдин уларҙы бергәләп алтын йыуырға өгөтләне. Тегеләрҙең күбеһе, аяҡтарына кейергә сабаталары, өҫ кейемдәре, ашап эшләргә ризыҡтары булмауға һылтаулашып, ризаһыҙлыҡ белдерҙеләр. - Әрәмәйҙең типләге кеүек типләк булһа, шахта булһа, икенсе хәл... - Кем ала һуң беҙҙең ишеләрҙе? - Эйе шул. Унда беҙҙең кеүек таҙҙар аҙ ти, - тине аяғына күшеккән сабатаһын һыйҙыра алмай маташҡан кеше, иптәшенең һүҙен хуплап. - Йәй булғас, типләкте һалып ҡалдырырбыҙ. - Ҡыш шулай тибеҙ ҙә ул. "Йәйгә сыҡһаҡ, онотабыҙ. Эт тә әйтә ти: "Йәйгә сыҡһам ҡышҡа һөйәктән өй һалыр инем", - тип. Оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырған Сәйфетдин: - Әйҙәгеҙ, талашҡансы, көҙ башлаған шахтанан сыҡҡан балсыҡты самалап ҡарайыҡ. Бәхеттән, берәй хазинаһы ятмаймы икән,-- тине. - Подачиҙы ҡайҙа апарып йыумаҡ булаң? Ат юҡ. Тачка юҡ. Һыу алыҫ. Туң ер... - Аптыраған икәнһең. Беҙ күп бит. Бәләкәй санаға һалып ташырбыҙ. Шахта тәрән түгел, - тине Сәйфетдин, иптәштәрен күндерергә тырышып. - Моғайын, шул шахта эргәһендәге күл дә туңмағандыр әле. Беҙҙең бәхеттән туңмаһа, бигерәк шәп булыр. Мәке уйып алырбыҙ ҙа һыуҙы шунан тарттырырбыҙ. Торба бар. Хисмәтулланан башҡа тағы ла дүрт кеше Сәйфетдин етәкселегендә бәхеттәрен самалап ҡарарға ризалыҡ белдерҙе. Ҡалғандары, Ырымбурҙан Рәмиев управляющийы ҡайтыуын көтөп, баракта ҡалды. Старателдар, һайғауҙар менән ябылып ҡалдырылған шахтаны таҙартып, өҫтән ағас вороток ҡуйҙылар. Канатҡа эләктерелгән кәрзинкәгә Сәйфетдин бер аяғын баҫҡас та, вороток барабанына беркетелгән сар һабы кеүек тимергә тотонған ике кеше әкрен генә барабанды үҙенә ҡарай борҙо. Канат тағатылған һайын, Сәйфетдин аҫҡа, ҡараңғылыҡҡа, батты. Уның артынан шахтаға төшөргә Хисмәтулланың сираты етте. Ғүмерендә лә шахтаға төшмәгән Хисмәтулланың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Уға шахта эсе сихырлы, серле донъя һымаҡ тойолдо. Хисмәтулла, ике ҡуллап канатҡа йәбешеп, кәрзинкәгә инеп ултырҙы. Шахтанан борхоп боҫ сыға. Воротовщиктарҙың береһе: - Һин, ҡустым, улайтма, һыңар аяғың тышта ҡалһын. Кәрзинкә, ағас бураның ҡабырғаһына эләгә-һуғыла, тауышһыҙ ғына, аҫҡа төшкән һайын Хисмәтулла ҡараңғы бушлыҡҡа сумды. Кәрзинкәнең төбө ергә төртөлдө. Бушаған тимер канат уралып ергә ятты. Шунан кире тартылды ла ырғаҡҡа эләктергән кәрзинкәһен һөйрәп өҫкә кире китте. Хисмәтуллаға шахта дымлы һәм йылыраҡ тойолдо. Ҡараңғылыҡҡа күҙҙәре эйәләшкәс, шахта стволынан ары, забойҙа, осҡон һымаҡ ҡына күренгән шәм яҡтыһына ҡарап, бер аҙым атларға ла өлгөрмәне, башы менән подхватҡа һуғылып ергә тәгәрәне. - Ныҡмы? - тип һораны уға ярҙамға килеп еткән Сәйфетдин. - Иңкәйеп атла тиергә онотҡанмын. Әйҙә, атла! Минең арттан ҡалма. Төпкәрәк ингән һайын, забой тарайҙы. Улар урыны менән имгәкләп үттеләр. Сәйфетдин, тоноҡ ҡына янған ҡыуыҡһыҙ шәмен төрлө яҡҡа күтәреп, штректы яҡтыртып ҡараны. Забойҙы ишелеүҙән һаҡлаған ҡайын подхваттар, креплениелар һәм огневалар бәшмәкләнеп күгәргән. Өҫтән супылдап һыу тама. Аяҡ аҫтында һары таш ҡатыш ҡомло балсыҡ лысҡылдап ята. Тик шәм яҡтыһы төшкән урын ғына аллы-сыбарлы булып күренә. Забойҙың төбөнә еткәс, Сәйфетдин шәм яҡтыһында бер ус балсыҡты киҫәктәргә бүлгеләп иҙеп: - Кварц жилаһы ҡалдығы... ваҡланып, һибелмә алтынға әйләнгән, - тине. - Һин, ағай, ҡайҙан беләһең? - Минең тиклем алтында эшләһәң, һин дә белерһең, һинең кеүек саҡта эшләй башлағайным, һаман соҡонам. Ни байып булмай, ни ер баҫмай. - Сәйфетдин, елпенмәҫерәк урынға шәмен ҡуйғас, тубыҡланып ултырҙы. Кәйлә осо менән забойҙың аҫҡы яғынан эре ҡара таштарҙы соҡоп сығарҙы ла забойҙың ике яҡ ҡабырғаһына креп һуғырға урын әҙерләне. Уның ревматизмдан йонсоған йыуан, кәкере бармаҡтары кәйлә һабынан етеҙ шыуалар. Күҙҙәрендә өмөт осҡондары ялтырай. Ул, аяҡ аҫтына умырылып төшкән породаларҙы кәрзинкәгә тултырҙы ла, тачкаға үҙе егелде. Уны аллы-артлы бороп, тар һәм тәпәшәк штректан имгәкләп һөйрәп китте. Ул, забойға кире әйләнгәс, ҡулындағы буш кәрзинкәне күтәреп һуҡты. - Көрәкте ал! Ҡайттыҡ. Юҡҡа ыҙаланғанбыҙ.- Сәйфетдин, асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, беренсе булып ҡараңғы коридорҙан сығыу юлына үрмәләне. - Ҡалма! Юғары сыҡҡас ҡына, Хисмәтулла эш бүленеү сәбәбен аңланы. Таныш булмаған оҙон буйлы кеше торба осондағы ябай рәшәткәле насосты емереп ырғытты ла: - Был минең шахта. Китегеҙ, - тип старателдарҙы ҡыуырға тотондо. Старателдар, баштарын эйеп, баракка ҡайттылар...


XXV

[edit]

Ҡыш эш табыуға өмөт өҙгән Хисмәтулла эшһеҙ старателдарға эйәреп урманға китте. "Бәлки, унда йәшәүе еңелерәк булыр. Ашағандан артҡан аҡсамды әсәйемә ебәрермен", - тип уйланып, ул яҡ-яғына ҡаранып барҙы. Ләкин урман эсенән төпкәрәк ингән һайын, киләсәккә ҡарата күңеле һүрелде. Урман бөгөн, ниңәлер, ят, һөйкөмһөҙ күренде. Баштарына "аҡ бүрек" кейгән йыуан-йыуан ҡарағай, аҡ мамыҡ түшәк өҫтөндә ултырған ҡайын һәм уҫаҡ ағастары ла, уҫал үгәй әсә һымаҡ, япраҡһыҙ ботаҡтарын йәйеп, ҡояш нурҙарын үткәрмәйҙәр. Ағас баштарына тейә яҙып ҡайҙалыр ашығып үткән аҡһыл ҡара болоттарҙан һуң урман бөтөнләй ҡараңғыланды. Көн боҙолдо. Иренеп кенә ҡар яуа башланы. Ботаҡтарға эләгеп торған ҡарҙар өйкөмө уһылдап ергә шыуып төшә. Күпләп ҡойолған эре, күбәләктәй ҡар бөртөктәре юлсыларҙың елкәләренә һәм биттәренә тейеп ирей. Һыртта ағастар һирәгәйҙе. Ҡар яуыуы кәмене. Күктәге болоттарҙы баҫтырып килгән киҫкен әсе ел өйөрмәһе, көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, ҡарағай баштарын ярһып һелкетте-һелкетте лә, ерҙән күтәргән ҡар өйөмдәрен борхолдатып, ҡайҙалыр юғалды. Билгә тиклем еткән тәрән көрттө йырып, оҙаҡ килеүҙән йонсоған кешеләр, балта таҡылдаған, шаулап йығылған ағас тауыштарын ишетеп, иркен тын алдылар. Ағас йығылған ыңғайға ғорурлыҡ менән әйтелгән тауыштарҙы ишеткәс кенә Хисмәтулла тәүге тапҡыр иркен тын алды. Көнө буйы һүҙһеҙ килеүсе юлсылар өсөн ҡараңғы урманда тере кешеләрҙе күреүе үҙе ҙур бәхет. Урманды яңғыратып үҙ-ара ҡысҡырышып һөйләшкән кеше тауышы гөрһөлдәп йығылған ағастар тауышына күмелә. Ул минут һайын ҡабатлана. Бында сатлама һыуыҡ та ҡурҡыныс түгел. Киреһенсә, утын ҡырҡыусыларҙан күтәрелгән йылы боҫ ҡышҡы һыуыҡты еңергә тырышҡан һымаҡ тойола. Кәжән заводынан килгән атһыҙ эшселәр утындарҙы ҡарҙан таҙартылған ағас төбөнә терәтеп өйәләр. Завод хужаһы тарафынан ҡуйылған кеше аршын оҙонлоғондағы таяҡ менән өйөлгән утындарҙы үлсәй. Үлсәгәндән һуң, эшселәр йөрөткән таяҡ осон киртеп, үҙе генә аңларлыҡ билдә яһай. Атлы старателдар үҙҙәре ҡырҡҡан ағастарын шахта эргәһенә алып барып ауҙаралар ҙа шунда уҡ кире әйләнәләр. Тик йәйәүлеләрҙең генә эше мөшкөл. Улар прииск хужаларына һатыу өсөн әҙерләгән крепежниктарын тәүҙә сыбарланған текә тау итәгенә ырғыталар, уларҙы юлға яҡынайтҡас, бәләкәй санаға тейәп ташыйҙар. Ағастар йыртҡыстарса файҙаланыла, һәр кем теләгән ағасын йыға. Үҙенә кәрәк ерен ҡырҡып ала ла ҡалған өлөшөн өймәй, ерҙә ятҡырып ҡалдыра. Киҫелгән ботаҡтар сөрөккә әйләнәләр. Урман эсендә торған барактарҙың береһендә төн уҙғарған Хисмәтулла ла иртәгеһенә эшкә сыҡты. Таҫыллы, тәжрибәле кешеләр уны үҙҙәренә ҡушманы. Ул үҙе кеүек йәш, ун биш-ун алты йәштәр самаһындағы егет менән парлашып эшләргә килеште. Олораҡ старателдар эшләгәнсә, оҙон ҡайын төбөндәге ҡарҙы тапап арығас, ағасты киртеп быса башланылар. Бысҡы тештәре араларынан ҡойолған ваҡ ҡына һары ағас сөрөктәре ҡар өҫтөнә һибелде. Башлап ебәреүе еңел дә, рәхәт тә һымаҡ тойолдо. Ләкин, бысҡы тештәре ағас олонона нығыраҡ батҡан һайын, эш ауырайҙы. Бармаҡ йыуанлығы тиклем бысылмай ҡалған ҡайын олоно теләр-теләмәҫ кенә ҡыйшайҙы, һелкенде, шытырҙаны. Киң ботаҡтары менән һауаны ярып, ваҡ сауҡалар өҫтөнә ауған ыңғайҙа, төбө менән бысҡыны урталай һындырып, ситкә һикерергә өлгөрмәгән Хисмәтулланы көрткә батыра төрттө. Ул ҡар аҫтынан сыҡты. Ҡурҡыуынан ағарынған иптәше: - Зәғифләнмәнеңме? - тип һораны. - Юҡ. Бысҡыны әрәм итте, - тине Хисмәтулла, ауыҙына ингән ҡарға сәсәй-сәсәй. - Ни эшләйбеҙ, инде? - Әллә... Бысҡы киҫәктәрен тотоп, төрлөсә әйләндереп ҡарап торғандан һуң, ағас олонон ботанылар. Дүрт өлөшкә тумырып, ҡайындың туҙҙарын әрсенеләр ҙә, ҡараңғы төшә башлағас, ҡарағайлыҡ араһында торған балаганға барҙылар. Уның эсе лә, приискылағы һымаҡ, халыҡ менән шығырым тулы ине. Ҡайнап тора. Тауыш төнө буйы баҫылманы. Хисмәтулла старателдарҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалды. Төрлө ерҙә төрлөсә фәлсәфә һатыусылар, бер-береһен бүлеп, кемделер маҡтайҙар: - Әйттем бит һиңә, ни әштәмә, үҙ мосолманыңа ни етә, - тине лә кәзә һаҡаллы кеше, сабата үреп ултырған күршеһен үсекләп, телен күрһәтте. - Э-э-э-э. Кемдең һүҙе өҫтөн сыҡты! - Мөхәмәтҡазы ҡоҙа, һин, теңкәмә теймәҫе әле. Улай маҡтама түрәләрҙе. Маҡтарға әле иртә. Маҡталған ҡыҙ туйҙа эште боҙған тимәйме? Мосолманлыҡтан түгел, кешеһенә ҡарап. Ана, Хажисолтан байҙы алып ҡара. Ул да мосолман. Беҙҙең ише ярлы-ябағаға ни ярҙамы тейгәне бар? Шул уҡ Ғәлиәхмәт бай ҙа. Елкәһенән үтмәҫ бысаҡ менән ҡырҡһаң ҡаны сыҡмаҫ. Шундай һаран. Үҙенә файҙа булырҙай булһа ғына йомарт күренергә тырыша. Быныһы ла шунан ары киткән тиһеңме? Күрербеҙ әле һау булһаҡ. - Юҡ инде, юҡ, Сәйфетдин ҡоҙа, һин яңылышаһың. Уны мин үҙем күрҙем. Насар мосолманға оҡшамаған. Көлөп кенә һөйләшә. "Берегеҙҙе лә эшһеҙ ҡалдырмам", ти. - Ярар, һау булһаҡ, күрербеҙ әле, - тип ҡабатланы Сәйфетдин. Сыбайҡаның осло яғын бороп, сабатаны тиште. Ҡалыпҡа кейҙергән иҫке сабатаһының табанынан үткәргән ҡаты йүкәне иң буйы тартып, сыбайҡаһының һабы менән ҡалыпты туҡылдатты. - Мин дә шулай тим шул. Кемдең һүҙе өҫтә булыр икән, - тине Мөхәмәтҡазы, бирешергә теләмәйенсә. Шул уҡ хәбәргә ҡушылып башҡа старателдар ҙа бәхәсләшә. Уларҙың һүзҙәренең айышына төшөнә алмаған Хисмәтулла Мөхәмәтҡазыға мөрәжәғәт итте: - Ағай, кешеләр нимәгә тырыша? - Кем тырышһын, һөйҙәшәләр, - тине Мөхәмәтҡазы, малайҙар алдында үҙен эре генә тоторға тырышып. - Һин кәпрәймә, ҡоҙа. Кеше һинән ипләп һорай, һин арҡыс-торҡос өндәшәһең. Белһәң - әйт. Белмәһәң, белмәйем тиң, - тине Сәйфетдин, сабатаһының тишелгән еренән яңы йүкә үткәреп. - Кем белмәй? Минме? Э-э-э... минең белмәгән нәмә юҡ ул, ҡоҙа. Был яңылыҡтарҙы ла һеҙ минән ишеттегеҙ. Управляющийҙың ҡайтыуын белә инегеҙме? Белмәй инегеҙ. Крептарға икеләтә аҡса түләүен белә инегеҙме? Белмәй инегеҙ, - тине тиҙ генә хәтере ҡалырға өлгөргән Мөхәмәтҡазы. Ләкин уның асыуы оҙаҡҡа барманы. Тәбиғәттән алсаҡ, һөйләшмәй түҙә алмаған был кеше, Хисмәтулла менән Мотаһарҙы аулағыраҡ ергә саҡырып, яңылыҡтарҙы һөйләне. Иптәштәре уға ниңәлер "һүҙ бутҡаһы" тигән ҡушамат исем бирергә лә өлгөргәндәр. Ысынлап та, уның белмәгән, ишетмәгән нәмәһе юҡ. Ишеткән-күргәнен бөтә кешегә әйтеп сыҡмайынса, тынысланмай. - Эй, малайҙар, беләһегеҙме, яңы килгән управляющий Гәрәй Наҡышев бик шәп кеше, - тип башланы ул. - Кисә генә Ырымбурҙан ҡайтҡан. Көлөп һөйләшә. Мин бәләкәй санаға тейәгән крептарымды һөйрәтеп барғанда тап булды. Мине туҡтатып, үҙе күреште, һис тә алдашмайым, ысын ғына. Ҡулы йомшаҡ ҡына. Былҡылдап тора. Исемемде һорашты. Яурынымдан һөйҙө. Вәт, ниндәй шәп кеше ул! Ҡырҡҡан крептарығыҙҙы вис һатып алам, ти. Хаҡын йәлләмәм, иптәштәреңә әйт, ти. Бәләкәй сана һөйрәп ыҙаланмағыҙ, ти. Үҙем ташытырмын, ти. Беҙҙең нимә эшләүебеҙҙе һорашты. Берегеҙ ҙә эшһеҙ булмаҫ, килегеҙ, ти. - Беҙҙең кеүек малай-шалайҙарҙы ла эшкә алырмы икән? - Ниңә алмаһын. Алыр. Ул һәйбәт кеше. Һәйбәт булмаһа, шул тиклем түрә башы менән минең кеүеккә ҡулын бирерме? - Беҙҙең әҙерләгән ағастарҙы ла алырмы икән? - Ни саҡлы ағасығыҙ бар? - Аруҡ. - Алыр. Мин үҙем әйтермен. - Күпме түләүен һорашманыңмы? - Юҡ. Нисек һорашаң. Оло түрә бит. Әрәмәйҙең яҡын кешеһе, ти. - Беҙҙең Хажисолтан бай шикеллелер инде, - тине Мотаһар. - Ә-әй, Хажисолтан уның алдында нимә генә ул! Фу! Сүп. Әрәмәйҙең мең, мең аты, мең, мең һыйыры бар. Бына ул ҡайһылай бай! - Күрҙегеҙме? - тип һораны ярым мыҫҡыллы тауыш менән Сәйфетдин, үргән сабатаһынан күҙҙәрен алмайынса. - Күрмәһә ни. - Күрмәгәс, шапырынма. Ырымбурҙа тороп, шул тиклем алтынлы ерҙәргә хужа булып, мал аҫырай тиһеңме? Төкөрә ул! - Атһыҙ, һыйырһыҙ ҙа бай буламы ни? - Мөхәмәтҡазы бирешергә теләмәне. - Була шул, - Сәйфетдин, ябалаҡтыҡы кеүек ҙур күҙҙәрен тултырып ҡараны ла, сабатаһын ситкә ҡуйҙы.- Бөгөнгә етер! Ятайыҡ. - Иртә бит әле. - Бер ҙә иртә түгел, иртә торорға кәрәк. - Сәйфетдин, сәкмәнен өҫтөнә ябынып, урындыҡҡа һуҙылды. - Ҡоҙа, май шәмен һүндереп ят. Башҡалар ҙа урындарына таралышты. Бер-бер артлы туң майҙы иретеп яһалған шәмдәр һүндерелгәс тә, яңы хәбәр ишеткән старателдар оҙаҡ тыныслана алманылар. Дөм-ҡараңғы барактың әле бер, әле икенсе урынында тәьҫирләнгән тауыштар ишетелде. Хисмәтулла, ятыу менән йоҡоға китһә лә, тиҙ уянды. Тәртипһеҙ рәүештә килгән күңелһеҙ уйҙарҙан ҡотолоу өсөн йоҡларға тырышты. Йоҡо килмәне. Башҡа старателдар ҙә йоҡлай алмай борғолана. Уларҙың үҙ-ара бышылдашып һөйләшкән тауыштары маҙаға тейә, үҙәктең әллә ҡайһы еренә үтеп еткән кеүек була. Ауыр тормошҡа зарланыусы, бер һыныҡ икмәк табырға хыялланған, билдәһеҙ киләсәктән ҡурҡҡан был кешеләр, ниндәй генә яңылыҡ булмаһын, шикләнеп ҡарай. Сөнки хужалар алышынған һайын, тормош еңеләймәй, ауырая. Уларҙы халыҡтың көнкүреше ҡыҙыҡһындырмай. Күберәк алтын ғына булһын. Төрлө яҡтан килеп Кәжән приискыһына бәхет эҙләүсе олораҡ быуын кешеләренең һөйләүенсә, ҡайҙа ғына булмаһын, старателдарҙың тормошо еңелдән күренмәй. Ундағы приискылар ҙә ҡулдан-ҡулға күскән. Башта американецтар, француздар, инглиздәр, немецтар, унан аҙағыраҡ берләштергән компанияларҙан шул уҡ Рәмиев ҡулына күскән тигәндәр ине. Был фамилия күптәрҙе борсой. Рәмиев тигән фамилияны әйтмәгән кешене һуңғы ваҡытта осратыуы мөмкин түгел. Бөтә тормош, эш, хыял уның исеменә бәйләнде. Кем генә булмаһын яңы хужаға эшселәр көсө кәрәк буласағы тураһында һөйләй. Ҡыш көнө был тиклем эшһеҙ халыҡты ҡайҙа ҡуйып бөтөргә уйлай икән? Йәй булһа, икенсе хәл. Унда һәр старатель үҙенә эш таба. Ҡышын ундай мөмкинлектәр юҡ. Таңға тиклем йоҡлай алмаған Хисмәтулла эргәһендәге иптәшен уятты. - Мотаһар, тор. - Әҙ генә ятайым әле. - Юҡ, юҡ, тор! Сәйфетдин ағайҙар байуҡ приискыға китте. Делянкаға барып йәһәтерәк эште бөтөрәйек тә, беҙ ҙә контораға китербеҙ. Бер ыңғай әҙерләгән крептарҙың хаҡына килешербеҙ. Үҙҙәре ташып алырҙар әле. Бәләкәй санаға һалып ташыу ҡыйынға төшәсәк. Мотаһар йоҡо аралаш, торам тип, урындыҡҡа башын төкөнө, ҡуйынына ҡулын тығып, тырнана-тырнана кире ятты. - Әллә ниндәй алама төштәр күрҙем, һөйләмәйем. Йә яманға юрарһың! - Бик баҫлыҡтың шул. Бөйөрөңә төрттө иһәң, әҙерәк тораң да тағы ҡысҡыра башлайһың, әллә кемде саҡыраң? - Берәй ҡыҙ исемен әйтмәнемме? - Мотаһар көлдө. - Уныһын ишетмәнем былай. "Икмәк, икмәк", тип һөйләндең. - Төштә лә икмәк! - Мотаһар көрһөндө. - Һин йоҡламаныңмы ни? - Юҡ. Әллә ниңә йоҡо ҡасты ла ҡуйҙы. Улар, өңөнән сыҡҡан бүре балалары һымаҡ, урындыҡ аҫтынан үрмәләнеләр. Старателдар, балта һәм бысҡыларын елкәләренә ҡуйып, һөйләшә-һөйләшә, эшкә киттеләр. Улар, бөгөн эштәрен теүәлләп, барыһы ла приискыға барып эшкә ялланырға тейештәр. Управляющий үҙе саҡыртҡан, шуға ашығалар. Тышта һыуыҡ. Йоҡа киндер ыштан арҡылы анһат ҡына үткән ел эстә иркенләп йөрөй. Бәкәлде өшөтә. Тымауҙан йонсоған старателдар бейәләйҙәре менән танауҙарын ҡаплай. Аяҡ аҫтындағы ҡар шығырҙай. Көн аяҙ. Күктә ай йылмая. Уның яҡтыһына төшкән ағас шәүләләре йымылдашып ятҡан аҡ ҡар өҫтөнә йәйелгән. Оло юлдан үткән сана табаны шығырҙаны. Аттарҙың, бышҡырыуҙары ҡолаҡҡа сағылды, һыуыҡ тынды ҡура. Яҡтыра башлауға, делянкаларға етеп, һәр кем үҙ юлы менән эшләгән урынына таралышты. Иртәнге тынлыҡты боҙоп шаҡылдаған балта, сыйылдап йырлаған бысҡы һәм гөрһөлдәп йығылған ағас тауыштары ишетелде.


XXVI

[edit]

Юрғашты йылғаһының үрьяғында табылған алтынды йыуып тапшырған кешегә яңы управляющий аҡсаны икеләтә түләй икән, тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды. Елкәләренә тоҡ, баҡырса, һапһыҙ көрәк, кәйлә аҫҡан, бәләкәй сана һөйрәгән, өҫтәре бысраҡ, һаҡал менән ҡапланған кешеләр шул ергә ҡарай ағылдылар. Яңы урындағы шахталарҙы күргәс тә, килеүселәрҙең ҡулдары ҡалтырана. Унда, тәрән шахта эсендә, уларҙы ҙур бәхет көткән һымаҡ тойола. Килеүселәр ҡайҙа етте шунда урынлашты. Ҡайһылары ярҙы өңөп эшләнгән иҫке землянкаларҙы төҙәтеп, шунда туҡталдылар. Унда урын тапмағандары - күмәкләшеп сыйырсыҡ ояһындай ғына землянкалар төҙөнө. Килеүселәр һаны кәмемәне. Иләүе туҙҙырылған ҡырмыҫҡа һымаҡ, халыҡ ниҙер ташый, йүгерешә. Уларҙың күбеһе контора тирәһендә сыуала. Приискыла халыҡ күбәйгән һайын, эш табыуы ауырайҙы. Управляющий алтынлы ерҙе таратып бирә икән тигән хәбәргә алданып, килеүселәрҙең күбеһе, аслыҡҡа сыҙай алмайынса, кире китте. Тимер юлынан өс йөҙ саҡрым алыҫлыҡтағы приискыла, ҡара урман һәм ҡая ташлы ҡырағай тауҙар арҡыры, ашамлыҡ әйберҙәрен алып килеүе ҡыйынлашты. Яңы управляющий икмәкте договор төҙөшөп эшкә ялланған старателдарға ғына бирергә ҡушты. Уларҙың да төрлөһөнә төрлөсә. Өҫтә эшләүселәр шахтерҙарға ҡарағанда икмәкте икеләтә кәмерәк алды, ә эшһеҙ йөрөүселәр бөтөнләй ас ултырҙы. Йәшәүе көндән-көнгә ауырайҙы. Управляющий бөтә ерҙә үҙ законын индерҙе. Элекке тәртипте боҙҙо. Күңеленә оҡшамаған хеҙмәткәрҙәрҙе алыштырҙы. Уларҙың урынына үҙенә эйәреп килгән кешеләрҙе билдәләне. Эшсе көсөнөң күп булыуынан файҙаланып, управляющий бөтә нәмәне үҙе теләгәнсә башҡарҙы. Эш хаҡын кәметте. Эш көнөн ун алтышар сәғәткә тиклем еткерҙе. Уның ҡылығына риза булмаған старателдар, үҙ-ара һөйләнһәләр ҙә, асыҡ әйтергә баҙнат итмәнеләр. Эшһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡтылар. Сөнки эшләгән бер кеше урынына ун-ун биш кеше, ниндәй генә хаҡҡа булһа ла, эшләргә әҙер торҙо. Үҙ мосолманыбыҙ килгән тип ҡыуаныусылар ҙа төрлөсә баш ватты. Бик йыш ҡына элекке управляющийҙы иҫкә төшөрҙөләр: - Шәп егет булған икән Иванов. Мосолманыңдан артыҡ булған. Ул барҙа, исмаһам, ас ултырманыҡ. Ашатты инде ул, бахыр. - Үлгән бейә һөтлө була инде ул. Береһен яманлап, береһен маҡтауы гонаһ. Барыһы ла беҙҙең ҡанды эсеүсе улар. - Үҙебеҙҙең мосолман кешеһе шулай ҡаты, һаран булыр тип кем уйлаған. - Әйтмә инде. - Бәлки, зауыт яғында улай уҡ түгелдер, - тине аҙналар буйы контора эргәһендә эш көтөп интеккән бөкөрө кеше. - Шулай булмаһынсы! Ҡайҙа беҙ юҡ, шунда ғына һәйбәт. Күрҙем инде! Унда ла шул уҡ. Ундағылар - бында, бындағылар тегендә шәп, тиҙәр, - тине һаҡалын саң баҫҡан эшсе. Алғы рәттә, контора эргәһендәрәк, халыҡ елле көндәге тулҡынланған күл һымаҡ, хәрәкәткә килде. Эшкә ялланырға тип үҙ сиратын көтөп торған кешеләр бер ни ҙә аңламаны. - Нимә булды? - Әллә контурға индерәләрме? - Индерәләр атаң башын! Күрмәйһеңме? - Ишек алдындағы кешеләрҙе ҡыуалар. Халыҡ аҙыраҡ артҡа сиккәс, ҡама бүрек, төлкө тун кейгән урта буйлы һимеҙ кеше соланда күренде. Ул күҙ күтәреп тә ҡараманы. Ҡапҡа эргәһендәге пар ат егелгән санаға барып ултырҙы. Сана башында ултырған күсер дилбегәһен тартты, һоло ашап һимергән аттар, ҡарлы буран сығарып, ел һымаҡ, алға ынтылдылар. - Кем булды икән? - Управляющий. - Управляющий? Наҡышевмы?! - Бөгөн дә эш эләктереп булмаҫ микән ни? - Ҡайҙан булһын, киткәс. - Ауыҙыңды эт талағыр. Исмаһам, штейгеры лә юҡ бит. Эшһеҙ халыҡ өмөтһөҙләнеп таралышты. Барырға урыны булмаған Хисмәтулла менән Мотаһар ғына контора эргәһендә ҡалды. Улар, управляющий булмаһа, исмаһам, танышыраҡ кешене осратырға тура килмәҫме тип көтөп ултырғанда, аҫтан, мәке яғынан, уйнаҡлашып килгән аттар күренде. Улар, артҡы аяҡтарын һикертеп, ҡарҙарҙы борхолдатып тибә-тибә, асыҡ ҡапҡа эсенә инеп юғалдылар. Ҡапҡа тышында өйөрҙән айырылып ҡалған һоро йөк аты ғына ҡабаланманы. Туҡталды. Ергә ятып аунап туйғас, аяҡтарына баҫты. Муйынын һоноп һелкенде, йөнөнә йәбешеп ҡалған сүп ҡатыш ҡарҙар ергә ҡойолдо. Арттан яҡынлашып килгән һыбайлының сыбыртҡы шартлатҡан тауышына һиҫкәнеп китте һәм, ҡойроҡ аҫтынан тиҙәкте сәстереп, ҡапҡа эсенә сапты. Ҡапҡа башында ҡуҡырайышып ултырған турғайҙар ат тиҙәгенә ябырылдылар. Улар оҙаҡ соҡсона алманылар. Контора эргәһенә етеп килгән һыбайлынан ҡурҡып, пыр туҙышып, ҡапҡа башына ҡундылар, һыбайлы атынан һикереп төштө һәм көлөмһөрәп: - Эй, һинең исемең Хисмәтулла бит, - тине. Хисмәтулла, уны танып, урынынан торҙо. - Эйе, мин, Зиннәтулла ағай. Зиннәтулла, атының башына теҙгенен урап ҡуйҙы ла, аяҡтарын арҡыс-торҡос баҫып, егеттәргә ҡаршы атланы. - Нимәштәйһегеҙ мынта? Һаман эштәмәйһеңме? - Юҡ шул, Зиннәтулла ағай. - Теге һинең пелән төнәүгөн килгәйне пит әле, Сәйфеттин тигән кеше, ул эштәй. - Ҡайҙа? - Шахтыла. Эшкә интерергә мин пулыштым, - тине Зиннәтулла. - Ағай, беҙгә лә ярҙам итсәле, - тип уға ялына башланылар егеттәр, - барыр урыныбыҙ юҡ. Изгелегеңде үлгәнсе онотмаҫ инек. Ярҙамлаш инде. - Перегеҙгә пула. Икегеҙгә пулмай. - Икебеҙгә лә ярҙам ит инде. Бынау һыуыҡта ҡайҙа барайыҡ. Зиннәтулла уларҙы эйәртеп ат һарайҙарына төкөтөп эшләнгән землянкаға индерҙе. Землянка эсе дегет еҫе менән тулған. Мейестең өҫ яғында урҙаға киптерергә ҡуйылған тәртә, сана ҡарамалары йәйелгән. Стеналарҙағы ҙур сөйҙәргә ҡамыт, ыңғырсаҡ, йүгән, дилбегә, ышлыя һәм башҡа әйберҙәр эленгән. Бөгөлгән саған сана табаны, тимер ҡоршау, ағас юнышҡылары арҡыс-торҡос иҙәндә ята. Туғарылған аттарына һоло һалып ингәндән һуң, Зиннәтулла тимер мейескә ут яғып, сәйгүндә ҡайнатҡан сәйҙе тимер кружкаға, сеүәтәгә яһаны һәм бер һыныҡ ҡул икмәген өскә һындырҙы. - Ултырығыҙ, асыҡҡанһығыҙҙыр. Аҙналар буйы йылы һыу ҙа күрмәгән егеттәр мәтрүшкә һалып ҡайнатҡан сәйҙе эстеләр. Бындай саҡтарҙа йылы итеп мейескә яғылған землянкала ултырып сәй әсеүе лә үҙе бер ғүмер ине. Сәй эсеп туйғас, йоҡо баҫты. Ҡайһы аралалыр һиҙҙермәй тышта йөрөп килгән Зиннәтулла ҡаты йоҡоға киткән егеттәрҙе уятты: - Малайҙар, малайҙар, тороғоҙ! Хәҙер йәш пай килә. Йоҡтамағыҙ. һуҡраныр. - Кем ул "йәш бай"? - тип һораны Хисмәтулла. - Управляющий малайы. Исеме Тәүләтхан. Фамилияһы Накышуф. - Ул бында ниңә килә? - Һеҙҙе күрергә. - Беҙҙе-е-е? - Егеттәр ғәжәпләнделәр. - Эйе - Зиннәтулла тауышын түбәнәйтте. - Төнәүгөн, теге нейҙе, Сәйфеттин тигән кешене, эшкә уның арҡыры интерҙем. Атаһының тапҡан малын сүптәй ҙә күрмәй. Аҡсаны туҙҙыра. - Алйоттор ул, - тине Мотаһар. - Ауһарыраҡ малай, - тип ризалашты Зиннәтулла. - Пик иркә. Атаһынан да ҡурҡмай. Көйөнә килмәгән кешене туҡмай. Көсө етмәһә аҡса пиреп туҡмата. - Нисек һине туҡмамай? - Мин уға саған шына ҡаға пеләм. Аның ыңҡайына һыпырам. Маҡтағанты ярата. - Беҙҙе эшкә алырға ярҙамлашырмы? - Ярҙамлаша. Мин әйтһәм эштәй ул. Тик һеҙ үҙегеҙ инте поҙоп ҡуймағыҙ. Ҡыйын пулһа ла нимә эштәргә ҡушһа, шуны әштәгеҙ, - тине Зиннәтулла. Шул уҡ кисте яңы управляющийҙың улы Дәүләтхан, приискы штейгеры Сабитовты осратып, атаһы исеменән егеттәрҙең икеһен дә эшкә алырға бойороҡ бирҙе.


XXVII

[edit]

Эшкә сьғасаҡ көндөң иртәгеһен көтөп, Хисмәтулла ул төндө рәтләп йоҡлай алманы. Төнгө тынлыҡты боҙоп әтәс ҡысҡырған һайын, урынынан һикереп торҙо. Таң яҡынлашыуын белеү теләге менән күктә йөҙгән айға ҡараны. Ваҡыттың төн уртаһымы, таңмы икәнен аңлай алманы. Унан-бынан ғына кейенде лә, эшкә һуңға ҡалыуҙан ҡурҡып, юлға сыҡты. Ул, эш урынына еткәс кенә, бик иртә килеүен һиҙҙе. Халыҡ оҙаҡ йыйылманы. Хәрәкәтһеҙ тороуҙан Хисматулла өшөнө. Февраль айы башланыуға ҡарамаҫтан, көн йылынманы. Киреһенсә, ҡыш үтеп барыуына ҡайғырып, үсен алып ҡалырға тырышҡан һымаҡ, февраль айы ғинуарға ҡарағанда ла донъяны ҡаты һыуыҡҡа солғаны. Ҡарһыҙ ерҙәр ярылды. Йылға буйына боҫҡан әрәмәлектәр һыуыҡҡа сыҙамайынса шарт-шорт килделәр. Ергә һынып төшкән ағас ботаҡтарының тауышы тынлыҡта бик алыҫҡа ишетелә. Таң яҡынлашыуынан ҡурҡҡан һымаҡ, китек ай тау артына батып юғалды. Баштарына "аҡ бүрек" кейеп томрайып ултырған яп-яланғас ағастар ҡараңғылыҡҡа сумды. Эс бошорғос тәбиғәт таный алмаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Ә көн тағы ла нығыраҡ һыуытты булһа кәрәк. Хисмәтулла йылыныу теләге менән һикеренде. Уның да ярҙамы теймәне. Тәне ҡалтыранды. Тештәре тештәренә теймәне. Теплякты уратып йүгереп йөрөгәндә, ишекте асып эскә ингән кешене күрмәй ҙә ҡалған. - Эй, егет, унда кемде баҫтыраһың? Әйҙә, ин, - тигән һүҙҙе ишеткәс кенә, Хисмәтулла аңына ингән һымаҡ булды һәм, ҡыйыҡһыҙ тепляктан төпһөҙ күккә ағылған аҡһыл төтөндө күреп ғәжәпләнде. Хисмәтулла артынан бер-бер артлы теплякка ингән таныш булмаған ҡатын-ҡыҙҙар, уға иғтибар итмәйенсә, ҡыҙыу итеп яғылған тимер мейесте уратып алдылар. Уларҙан һуңғараҡ ҡалып килеүселәр ҙә устарын ыуа-ыуа тимер мейескә һырынды. - Ай-һай һыуыҡ! Февраль өтә. - Эй-е-е. - Боронғолар белмәй әйтмәгәндәрҙер: февраль ғинуар менән ярыша тип. Февраль ғинуарға асыуланған сағында: "Эх, һин, йүнһеҙ! Һинең кеүек ҡыш уртаһындағы ай булһам, һыйырҙың мөгөҙөн һындырыр инем", - тип сәмләшә, ти. - Булыр, булыр. Бигерәк һыуыҡ! - Һыуыҡта бер көн үткәреүе лә оҙаҡ күренә бит әле ул. - Шулай шу... Эшкә килеүсе халыҡ күбәйгән һайын, тауыш артты. Улар, мейестең йылыһын ситкә үткәрмәйенсә, бер урынға уҡмаштылар. Таныш булмаған халыҡ араһына барыуҙан уңайһыҙланған Хисмәтулла ғына һыуыҡҡа сәңкегән ҡулдарын иҙеү аша тығып яланғас тәнендә йылытты. Эш башланғансы, яңғыҙы бер яҡ ситтә ултырҙы. Ул рус ҡатын-ҡыҙҙарының һөйләгән һүҙҙәренең күбеһен аңламаны. Яйлап, ҡабаланмай әйтелгән айырым һүҙҙәрҙең генә айышына төшөндө. Мейес алдында һүҙгә ҡыҫылмайынса ултырған ҡатын тәмәке тартҡан берҙән-бер ир кешенән: - Михаил, ишетмәнеңме, күл эргәһендәге Фишер шахтаһын яңынан асалар имеш, тигән хәбәр ишеткәйнем. Шул ысынмы икән? - тип һораны. - Ысын, ысын, - бер туҡтауһыҙ лығырҙаған икенсе ҡатын уның һүҙен элеп алды, - ҡыҙҙар, мин кисә үҙ күҙем менән күрҙем... - Туҡта әле. - Беҙ Михаилдан һорайбыҙ, - тип иптәштәре ул ҡатындың һүҙен бүлдерҙе. Маширтты эшкә әҙерләп йөрөгән ир кеше ҡатын-ҡыҙҙар эргәһенә килде. Күптән һүнгән трубкаһын ауыҙынан алып көлөн ҡаҡты һәм яуап урынына ул үҙе һораны: - Һеңлекәш, һин нимә күрҙең, тәүҙә әйтеп бөтөр инде. - Машина, ҙур машина күрҙем. Күп аттар еккәндәр. Ә халыҡ... Уф, күрһәгеҙ ине! Шул тиклем күп! - Туҡта, һеңлекәш, беҙ бер ни ҙә аңламайбыҙ. Әкренерәк, абайлап, аңлашылырлыҡ һөйлә әле. - Бында нимәһен аңламаҫҡа? Барыһы ла аңлашыла. Халыҡ күп йыйылған. Ә аттары! Әй хоҙайым! Күрһәгеҙ ине... Ул ҡатын тағы ла, пулеметтан атҡан һымаҡ, бер-бер артлы һүҙҙәр яуҙырҙы. Иптәштәре, уны ҡат-ҡат бүлдереп һорашҡандан һуң ғына, һүҙҙең айышына төшөндөләр. Ҡул насосы менән генә забойҙағы һыуҙы өҫкә сығарып бөтөрә алмай, бынан күп йылдар элек эш туҡтатырға мәжбүр булған ауырыу немец шахтаһын администрация яңынан асырға уйлаған. Шул теләк менән иҫке, ташланған пар машинаһын әллә ҡайҙан алып килгәндәр. Элек бер ни ҙә күрмәгән Саҡмай халҡы ҡурҡып: "Шайтан килә!" "Ахыр замандың етеүе ошо!" - тип муллаға йүгергәндәр. Мулла, өшкөрөп-төкөрөнөп, ул тимер нәмәнең шайтан арбаһы булыуын дөрөҫләгәс, ауыл халҡы бөтөнләй ҡурҡынған. Ауыл уртаһынан тарттырып киткән пар машинаһы артынан ни етте шуны ырғытып, өйҙәренә таралышҡандар. - Ул пар машинаһы нимәгә кәрәк икән? - Михаил белә торғандыр инде уны. - Михаил, ул нимәгә кәрәк? - Улмы? - Михаил трубкаһына тәмәке тултырып тоҡандырҙы. Алыҫтан ныҡлап күрмәгән күҙҙәрен сылт-сылт йомоп күҙлеген кейҙе. - Пар машинаһын локомобиль тип тә йөрөтәләр. Ул энергия, ток эшләп сығара. Ток моторҙы әйләндерә... Тепляктың тышҡы яҡ стенаһына ниҙер тарһылдап ауҙарылды. Стеналағы тишектән улаҡҡа һәм тимер иләккә ташлы һары балсыҡ өйөмдәре тәгәрәнеләр. Нәҡ шул минутта теплякка килеп ингән йыуантыҡ, урта буйлы ир кеше асыу менән ҡулындағы көрәкте мөйөшкә ырғытты һәм тамағы йыртылырҙай булып аҡырҙы: - Нийә әкиәт һатаһығыҙ! Ҡатын-ҡыҙҙар, тимер мейес эргәһенән тороп, эш урындарына ашыҡтылар. Күпер аҫтынан маширттың тимер селтәре өҫтөнә һуҙылған торбанан ағас улаҡҡа асыуланып һыу ташланды, һыу үҙе менән породаларҙы тимер рәшәткә өҫтөнә ағыҙҙы һәм, ташлы балсыҡ аша аҫҡа төшә алмайынса быуылып, ваҡ ҡына тамсыларын ситкә сәсрәтте. Маширттың ике яғынан икегә бүленеп торған алты рус ҡыҙы "Т" хәрефенә оҡшаған оҙон һаплы көрәктәре менән шығырҙатып, тимер рәшәткә өҫтөндәге ташлы балсыҡтарҙы төрткөләп иҙә башланы. Балсыҡтан айырылған эре таштарҙы рәшәткәнән һуҙылған ағас улаҡ арҡылы тышҡа ышырҙылар. Вағыраҡ ҡомло балсыҡтар рәшәткә аша һыу ағымы ярҙамында маширттың головкаһына, головканан ылаштар йәйелгән йәйенке аҫҡы йәшниккә таралды. Кешеләрсә һөйләшергә онотҡан ровняльщик, шабырҙап аҡҡан һыу тауышынан һәм ташҡа һуғылып шағырҙаған көрәк тауыштарынан үткәрергә тырышҡан һымаҡ, кемгәлер ҡысҡырынды-ҡысҡырынды ла тәмәке төтәтеп тыныс ҡына торған Михаилға боролдо: - Һин, приискылағы ирҙәрҙе ҡотортоуың етмәгән, хәҙер бисәләргә ҡотҡо таратмаҡ булдыңмы? Ни эшләп тораһың? Бар, эш урынына? - Аҡрынырак. Тамағыңды һаҡла. Мин һаңғырау түгел, - тине Михаил тыныс ҡына. - Ҡысҡырып ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына ҡурҡыта аласаҡһың. Ә мин ир кеше. Иҫеңдән сығарма. Быныһы - беренсенән. Икенсенән, мин үҙемә йөкләтелгән эште ҡайһы саҡта башларға икәнен, һин әйтмәһәң дә, беләм. Ровнялыцик, асыуынан, ни әйтергә белмәй, күҙҙәрен аҡайтып ҡараны. Шешенгән усына ҡойған терегөмөштәй асыу менән маширттың головкаһындағы ҡомдар араһына ырғытты һәм, ағас матиген алып, рәшәткәнән төшкән ҡомдарҙы болғатырға тотондо. Михаил сығып киткәс, ни эшләргә белмәй, бармағын ҡыбырҙатып, Хисмәтулланы үҙенә саҡырҙы: - Һине конторанан ебәрҙеләрме? - Эйе. - Ниндәй эшкә? - Белмәйем. - Беҙгә һинең кеүектәр кәрәкмәй! - Ул тағы ла ҡом тигеҙләүесен алды. Шунан һуң аптырап китергә йыйынған егетте яңынан туҡтатты. - Ярар, эшлә. Тышта, зонтты таҙартырһың. Ләкин ҡара! - Ул йоҙроғон күрһәтте. - Әлеге мин һөйләшкән кеше ыңғайына йөрөһәң... Эштән ҡыуам. Ҡолағың ишетһен! Ул - каторжник. Оятын юғалтҡан кеше! Уны, ирҙәр араһында ҡотҡо таратҡанға, бисәләр араһына ебәргәндәр. Бер һүҙен дә тыңлама! Башыма бәлә иттеләр. Бар, марш! - Ул ҡулын һелкте һәм улаҡ ситендә баҫып торған ҡатынға һүгенеп аҡырҙы: - Шәберәк ҡуҙғал, шәберәк! Күрмәйһеңме породалар тығылған! Ровняльщиктың тауышына тигеҙ ритм менән маширтты алтын йыуыусы ҡатындар эш темпын арттырҙылар. Бер туҡтауһыҙ шыбырҙап селтәр өҫтөнә аҡҡан һыуҙа иҙелгән балсыҡлы таштарға һуғылып шатор-шотор килгән көрәк тауыштары көсәйҙе. Хисмәтулла, йылынан тышҡа сыҡҡас, баяғыға ҡарағанда ла нығыраҡ өшөнө. Тештәре тешкә теймәне. Ул кәкере һаплы ҙур һоҫҡо көрәкте тотоп эш урынына килеүгә, ләмле әфел һәм ваҡ ҡына ҡор таштары маширт ҡойроғонан стена аша йылғаға һуҙылған ағас улаҡты күмергә өлгөргәйне. Арыраҡ, селтәр аша үтмәгән эре таштарҙы тачкаға тейәп, отвалға түгеп, кире әйләнгән Михаил уның эргәһенә килде. - Элек бындай эштә эшләгәнең бар инеме? - тип һораны ул һәм көрәкте нисек тоторға, ҡомдо һоҫҡанда кәүҙәне бик бөкөрәйтеп тотмаҫҡа кәңәш бирҙе. - Эш көнө оҙон, тиҙ арырһың. Михаил уға, кәңәш ярҙамынан башҡа, зонттан ҡомдо таҙартыуға ла ярҙамлашты. Уның һәр хәрәкәте иҫәпле, етеҙ күренә. Ҡулындағы көрәкте тәрилкә өҫтөндәге ҡалаҡ һымаҡ йөрөтә. Эшен бирелеп башҡара. Таштарҙы улаҡтан тачкаға ике этеүҙә тултыра. Отвал өҫтөнә йәйелгән таҡта буйлап тачкаһын алып барып ауҙарғанда, бейек отвал ситенә төшкән таштар алыҫҡа тәгәрәйҙәр. "Был бер ҙә ялҡау кешегә оҡшамаған даһа. Тырышып эшләй. Кешегә яғымлы күренә. Ниңә теге урыҫ яратмай икән? Етмәһә "каторжник" ти. Ә каторжнигы нимәкәй тигән һүҙ икән? Әллә кеше үлтереүселәргә шулай әйтәләрме икән? Улай тиһәң, кеше үлтереүсегә оҡшамаған. Алсаҡ. Ярҙамлашырға әҙер тора", - тип уйланы Хисмәтулла, үҙе күҙ ҡырыйы менән генә һағайып күршеһенә ҡараны. Михаилдың кешелекле, яғымлы булыуы, үҙен эре тотмауына ғәжәпләнгән Хисмәтулла, администрацияның киҫәтеүенә ҡарамаҫтан, уны ниңәлер яҡын кешеһе һымаҡ күрҙе. Ләкин асыҡтан-асыҡ һөйләшергә баҙнат итмәне. Михаилдың һорауҙарына "юҡ" йәки "эйе" тип бер һүҙ менән генә яуап ҡайтарҙы. Төшкө аш ваҡыты етте. Маширттың һыуын туҡтатып, тимер мейесте уратып ултырышырға өлгөргән ҡыҙҙар, яртылаш туңған икмәк киҫәктәрен тоҙға манып, йылы һыуҙы һемерҙеләр. Ровняльщик кеҫәһенән бер шешә һөт сығарып мөйөшкә, яҡты төшмәгән урынға, ултырҙы. Михаил, эҫегә сирылып, мейес эсенән утлы, яртылаш күмергә әйләнгән картуфтарҙы ҡулындағы сыбыҡ менән үҙенә ҡарата тәгәрәтеп, ишек төбөндә ултырған Хисмәтулланы саҡырҙы: - Егет, яҡыныраҡ кил. Әйҙә, картуф ашайыҡ. Тәмле картуф еҫе кисәнән бирле ауыҙына бер семтем икмәк валсығы эләкмәгән Хисмәтулланың һеләгәйен ағыҙҙы. Ә билбау аҫты аҙыҡ һорап һурылды. Ләкин Михаилдың наҡыҫ ҡына өлөшөнә инеүҙән уңайһыҙланып, баш һелкте. Көйшәгән кешеләр ауыҙына ҡарап хәрәкәтһеҙ ултырыуҙы урынһыҙ һанап, йоҙроғон танауы тапҡырына күтәрҙе. Икмәк ашаған һымағыраҡ буш ауыҙын сәпелдәтә. Михаил уны дүртенсе мәртәбәгә саҡырҙы: - Браток, кил, ултыр. Асығырһың... - Һинең ни эшең бар малайҙа? - тине ровняльщик. Михаил уның һүҙен ҡолағына ла элмәне. Бер ни ҙә булмағандай, ҡатын-ҡыҙҙарға мауыҡтырғыс хәбәрҙәр һөйләне. Көлдөрҙө. Уға үпкә ауырыуы ғына ҡамасаулай. Өҙөлөп-быуылып йүткергәндән һуң, бүленгән әңгәмәһен яңынан дауам итте. Ул һөйләгәндә, ултырырға урын тапмай, утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ тыпырсынып йөрөгән ровняльщик, көсһөҙлөгөнән ни эшләргә белмәйенсә, ауыҙ эсенән генә: "чахотка", "смутьян", "каторжник" тип мығырҙанды һәм ҡапыл: - Етер! Барығыҙ ҙа урынығыҙға! - тип аҡырҙы. - Породалар юҡ таһа! - тип шаулаштылар ҡатын-ҡыҙҙар. - Булмаһын! - Забойщиктар ял итә. - Итһендәр! - Ровнялыцик, асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, маширттың головкаһына иңкәйҙе. - Маша, һыу ебәр! Эш тапмаһағыҙ, алтын споласкивать итәбеҙ. - Бүтән саҡта сполоскты эш аҙағында үткәрә инек бит... - Ҡушҡанды эшләгеҙ. Какое ваше телячее дело?! Эшләргә эш булмаһа ла, ҡатын-ҡыҙҙар теләр-теләмәҫ кенә һәр ҡайһыһы үҙҙәренең эш урындарына йүнәлделәр. Улаҡ һәм торба буйынан килгән һыу шабырҙап маширтҡа аҡты. - Һыуҙы кәмет тиҙәр һиңә! О һин, Дуся, шәмде яҡыныраҡ тот, яҡыныраҡ! - Ровняльщик маширттың ҡараңғы өлөшөн шәм менән үҙе яҡтыртты. - Бына, бына, ошолай! Донъяға яңы тыумағанһыңдыр бит! Ул маширттың головкаһы өлөшөндәге ҡомло балсыҡтарҙы ҡыҫҡа һаплы ағас матиг менән һыуҙың ҡаршыһына шыуҙырҙы, һыулы таҡта төбөндәге ваҡ ҡына алтындарҙы ижауға йыйып алғас, ровняльщик терегөмөшлө алтынды сепрәккә һалып һыҡты. Сепрәк аша сыҡҡан ваҡ ҡына терегөмөш киҫәктәре ижау төбөндә тәгәрәшеп бергә ҡушылдылар. Уҫал ровняльщик урындарында баҫып торған ҡатындарға: - Нимә, күҙҙәрегеҙҙе безрәйттегеҙ? Әллә алтын урлар тиһегеҙме? - тип, мығырҙана-мығырҙана мейес алдына барып тубыҡланды. Тимер ҡалайға һалған терегөмөш ялаған алтынды баҙлап торған ҡуҙ өҫтөнә ҡуйҙы. Терегөмөш эҫегә сатырҙап тирә-яҡҡа сәсрәне. Ҡалай төбөндә терегөмөштән айырылып уҡмашҡан һары алтын киҫәген консерва банкаһынан эшләнгән ябай ғына мыҫҡалда үлсәп, ауырлығын журналға яҙҙы ла маширтты рәтләне. Тышта күперҙән үткән ат тояҡтары һәм стенаға гөрһөлдәп ауыр йөк ауҙарылған тауыш ишетелде. Шунда уҡ һыу нығыраҡ шыбырҙап аҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар, машина һымаҡ, бер үк ваҡытта хәрәкәткә килделәр. Төштән аҙаҡ эшләүе бигерәк тә ҡыйын булды. Күршеһенең ныҡлап ярҙам итеүенә ҡарамаҫтан, аслыҡтан хәле бөткән Хисмәтулланың күҙ алды ҡараңғыланды, ҡолаҡ төбө шауланы. Зонттан сығарған ҡомдо тачкаға тейәп отвалға алып барып түгеүе ғазапҡа әйләнде. Ул, тачканы урынына еткерә алмайынса, тәнтерәкләп йығыла яҙҙы. Йөгөн ярты юлда ауҙарҙы. Михаил йүгереп эргәһенә килде. - Браток, арыһаң, әҙерәк ял ит. Эш бөтөүгә күп ҡалманы. Өлгөрөрбөҙ, - тине ул ауыр тын алып, йүткерә-йүткерә, - һин йәш, һаҡлан. Хисматулла яуап ҡайтарманы, һуңғы аҡтыҡ көсөн йыйып, бүленгән эшен дауам итте. Нисек тә булмаһын, эш аҙағына тиклем түҙергә кәрәк. Юғиһә эштән ҡыуасаҡтар. Маширт ҡойроғона йыйылған ҡомло таштарҙы һоҫорға көрәген сумырҙы. Ләкин ҡалтыранған ҡулдары буйһонманылар. Көрәген мәтеле упҡын йотҡан һымаҡ һиҙеп, хәлһеҙләнеүенән, ултыра төштө. Ҡабат көрәгенә үрелде. - Эх егет, егет, һин әллә бөгөн ашаманыңмы? - тип һораны Михаил. Хисмәтулла өндәшмәне. Үҙен ҡыҙғанмайынса ныҡышмалылыҡ менән һоҫоп сығарған көрәгендәге ҡомдо, тачкаға еткерә алмай, ситкә һирпте һәм тәүге тапҡыр Михаилға ҡарап. - Булдыра алмайым! Минең арығанды, зинһар, начальствоға әйтмә. Иртәгә... иртәгә арымам. Күрерһең, - тине. Михаил уны тынысландырҙы: - Һин, браток, минән юҡҡа шикләнәһең. Минең ярҙамды юҡҡа кире ҡағаһың. Улай ярамай. - Ул быуылып йүткерҙе. Боҫланған күҙлеген һөртөп кейҙе, йыш-йыш тын алып, бөтөнләй тынысланғансы, ҡуҙғалмай, тепляк эргәһендә ятҡан ҙур йоморо таш өҫтөнә ултырҙы - Эшсе кеше бер-береһенә ярҙамлашырға хаҡлы... Дөрөҫөн генә әйт: һин бөгөн ашаныңмы? - Юҡ. - Шулайҙыр тип уйлағайным да! - Михаил кеҫәһенән бер һыныҡ икмәк сығарып һондо. - Мә, ашай тор. Ә мин, һин ашағансы, икебеҙ өсөн дә эшләй торайым. Хисмәтулла уңайһыҙланды. Риза булманы. Михаил тыныс һәм ҡаршылашмаҫлыҡ тон менән яғымлы ғына: - Улай ярамай, ҡустым. Хәтерҙе ҡалдырма. Мин һинең хәлгә ҡалһам, ярҙамлашыуҙан баш тартыр инеңме ни? - тип һораны ла, егеттең яурынынан һөйҙө. - Оялма, браток. Мә, аша. - Кәрәкмәй. - Һөйләнмә, браток. Хисмәтулла, уңайһыҙланып, икмәкте алды. Шунда ғына бик ныҡ асығыуын аңланы. Ул, ҡоро ауыҙы эсендә телен болғап, хатта шайығының кибергә өлгөрөүенә ғәжәпләнде. Мәке һымаҡ зонттан боҫланып аҡҡан һарғылт һыуға манып икмәген ашап бөткәс тә, үҙенә аҙ ғына булһа ла көс инеүен һиҙҙе. Йөрәге тигеҙ тибә башланы, ҡан йөрөшө тигеҙләнде. Тубыҡтарының һәм беләктәренең бәлтерәүе лә кәмегән һымаҡ булды. Филтәһе ҡоромланып һүнеп барған шәм кәрәсин һалғандан һуң нисек ялҡынланып янһа, ул шулай бер һыныҡ икмәктән яңы көс һәм хәл алды. "Ауыҙынан өҙөп биргән ошо икмәк өсөн әллә нисәмә тачка таш түгергә тура килгәндер был урыҫ ағайға", - тип уйлап, һүҙһеҙ генә рәхмәт белдереп, Михаилға ҡараны. Ҡараңғы төштө. Тепляк эсендә янған шәм яҡтыһы төнлөк кеүек бәләкәй генә тәҙрә аша ҡарға төштө. Ә эш һаман туҡталманы. Бер туҡтауһыҙ гөрһөлдәп ауҙарылған йөк, тимер иләккә һәм таштарға ышҡылған көрәктәр тауышы шатырҙауы кис нығыраҡ ишетелде. Төн уртаһында ғына тауҙар артынан ҡалҡҡан моңһоҙ ай, офоҡто яҡтыртып, ҡаршылағы Бишитәктән ҡыҫылып күккә күтәрелде. Яланғас ағастың шәүләләре йымылдап ятҡан ап-аҡ ҡар өҫтөнә төштө. - Браток, ас йөрөмә Эштән һуң, миңә барып, ярты ситнай икмәк алып тор. Аҙаҡ бирерһең. Мин үҙәк шахта эргәһендәге землянкала торам. Табырһың. Мине һораш. Әйтерҙәр - Михаил йүткерҙе. Тын алышы ҡыҫылды. - Өйҙә булмаһам, унда әбей булыр. Улар башҡаса бер-береһенә һүҙ ҡушманылар. Тауыш-тынһыҙ ғына һәр ҡайһыһы үҙ эшен башҡарҙы. Хисмәтулла зонтҡа көрәген батырып: "Аңлауы ҡыйын был урыҫ ағайҙы. Серле кеше. Маширт хужаһы күралмай. Михаил дә уны хушһынмай. Икәүһе лә урыҫтар, һыйышмайҙар. Ә мин башҡорт малайы булһам да, Михаил яҡын итә. Ғәжәп кеше",- тип уйланы.


XXVIII

[edit]

Эштән һуң Михаил менән Хисмәтулла арыған аяҡтарын саҡ һөйрәп ҡайтыр юлға сыҡтылар. Көн буйы һыулы ҡом һәм ҡырсынташтарҙан тамған тамсыларҙан еүешләнгән, теткеләнеп бөткән алама кейемдәрен боҙ ҡапланы. Аяғындағы таш һымаҡ туң сабаталары ауырайҙы, һәр аҙым ғазап тойолдо. Төн тағы ла ныҡлап һыуытыуына ҡарамаҫтан, Хисмәтулланың ҡар өҫтөнә һуҙылып ятҡыһы килде. Егеттән алда барған Михаил уны ҡабаландырҙы. - Браток, шәберәк атла. Иртәнге эшкә барыуға аҙ: ваҡыт ҡала. Ҡабалан. Ә мине эшселәр көтә. Ни өсөн эшселәр көтөүен әйтмәһә лә, Михаилдың ҡайҙалыр мөһим эшкә ашығыуын аңлаған Хисмәтулла аҙымын йышайтты. Һыуыҡтан ҡурҡҡан һымаҡ шоҡорайып ултырған сауҡалыҡ ҡарасҡыларынан һулға боролғас, барактар күренде. Шунда ғына Хисмәтулла тыйылғыһыҙ шатлыҡ һиҙҙе: тиҙҙән йылы мейес эргәһенә ултырып, Михаилдан алып торған икмәкте ҡайнаған һыуға ҡушып ашаясаҡ. Кинәт кенә иҫенә төшкән ошо уйҙан баяғыса, бер киҫәк икмәк ҡабыуҙан хәл алған һымаҡ, күңеленә йылы инде. Атлауы ла еңеләйҙе. Ун алты сәғәт буйына эшләп арып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, Хисмәтулла тиҙ генә йоҡлап китә алманы. Эш ваҡытында ҡыҙыулыҡ менән беленмәһә лә, сынығырға өлгөрмәгән тәне, көрәкте ныҡ тотоуҙан барлыҡҡа килгән ҡулындағы һөйәлдәре һыҙланылар. Иртәгеһе көндө Михаил эшкә сыҡманы. Уны алмаштырған һары сәсле, ҡарпыш ҡолаҡлы кешене күреү менән Хисмәтулла күңелһеҙләнде. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ юҡһыныу тойғоһон һиҙҙе. Ләкин белдертмәне. Тауыш-тын сығармай ғына зонттағы ҡомдо йәйеңке көрәге менән һоҫоп ҡул тачкаһына тултырырға тотондо. Уның һәр хәрәкәтен күҙәткән ҡарпыш ҡолаҡлы кеше, тар маңлайын ҡаплаған сәсен бүрке аҫтына һыпырҙы ла, ауыҙы эсендәге тәмәке төтөнөн борхолдата өрөп: - Эй, егет, өтәләнмә! Юғиһә, тиҙ кәйкәйерһең, - тине. Үҙенән нимә талап ителеүен аңламаған Хисмәтулла өндәшмәне. Эшен дауам итте. Тәмәке тартып ҡуҙғалмай бер урында торған теге кеше эш башларға һаман ашыҡманы. - Исемең нисек? - Хисмәтулла. - Ә мине Васька йәки Василий, - тип үҙен таныштырҙы ла, ул ҡапыл асыуланды: - Ниндәй дурак һин, Хисмәтулла. Тфү! Хисмәтулла аңламаны. - Ниңә? - Кем өсөн шулай тырышып эшләйһең? Улайһа, әйҙә, икебеҙ өсөн дә эшлә, ә мин ял итәйем... Хисмәтулланың асыуы ҡабарһа ла, уның менән телләшергә баҙнатсылығы етмәне. Василий, көрәген тотоп, тачка эргәһенә килеп баҫты. Ләкин унда ла ярҙамлашырға теләмәне. Улаҡ һәм зонт ҡомло таш менән тулды. Хисмәтулла яңғыҙы өлгөрмәне. Тепляк ишеге асылды. Яҡынлашып килгән кемдеңдер аяҡ тауышын ишеткәс кенә Василий, йоҡонан уянған кешеләй һиҫкәнеп, эшкә тотондо. - Эй, егет, тиҙерәк ҡуҙғал, - тине лә таш тултырылған тачканы отвал ситенә түгергә алып китте. Зонтҡа яҡынлашҡан ровняльщик: - Эй, нимә һеҙ бында? Буш породалар менән тултырҙығыҙ ҙабаһа! - тип ҡысҡырҙы ла, Василий тачка менән аҙапланғанда Хисмәтулланың тик тороуын күреп, уға ҡаҙарылды: - Нимә һин, маңҡа, һуҡырайҙыңмы? Ялҡауҙарға беҙҙә аҡса түләмәгәнде белмәһәң, белдерермен әле! - Юҡҡа асыуланаһың, начальник! - тине Василий, тачкаға яңынан ҡом тултырған ыңғайҙа. - Малай әле сыныҡмаған. Эшкә өйрәнһә, минән кәм эшләмәйәсәк. Асыуланма, начальник. Уны өйрәтеүҙе мин үҙ өҫтәмә алам. Ярһыуы бер аҙ баҫылған ровняльщик тауышын кәметте. - Нисек йәнең көймәһен. Төш яҡынлашып килә, ә ул һаман йоҡоһонан уянмаған. - Мин эшләгәндә ул гел ҡарап торҙо, - тине Хисмәтулла, ровняльщиктың башҡортса аңламауын онотоп. Егеттең нимә әйткәнен һиҙгән Василий барыһын үҙенсә борҙо: - Эйе, эйе, малайҙы эштән ҡыума, начальник. Күрәһеңме, ғәфү үтенә. Йәш саҡта барыбыҙ ҙа шулай инек бит... - Һуңғы тапҡыр! - Ровнялыцик көрһөндө. - Башҡаса эштә йоҡлайһы булмаһын! Ровняльщик артынан тепляк ишеге ябылғас та Василий ҙур таш өҫтөнә барып ултырҙы һәм эсен тотоп көлөргә тотондо. - Ой, ҡыҙыҡ! Хужаны әйтәм, ҡайһылай мәрәкә кеше! Алдағанға тиҙ ышанды. Ха-ха-ха... - Ниңә алданың? - йоҙроҡтарын төйнәгән Хисмәтулла, асыуынан ҡыҙара бүртеп, Василийға яҡынлашты. - Алдаҡсыны ни эшләтәләр, беләһеңме? Ҡапыл көлөүҙән туҡтаған Василий урынынан торҙо. - Нимәгә әтәсләнәһең? Холоҡһоҙ кешене яратмайым мин. Малай насар эшләй тип ошаҡлаһам, начальство бында бер көн тотмаясаҡ, - тине ул, күҙен ҡыҫып. - Артыңды ҡыҫып йөрөһәң, һинән уңған кеше булмаҫ. Хисмәтулла өндәшмәне. - Мин алйот һине яҡланым, ә һин, рәхмәт урынына, һуғышырға... - тип һуҙҙы Василий. - Ярар, асыуланышмайыҡ. Кем дуҫ, кем дошман икәнен аңларһың әле. Башың йәш. Һинең кеүек саҡта мин дә ҡыҙыу була торғайным. Хәҙер үҙгәрҙем. Бер шешә араҡы менән бисәнән башҡа нәмә кәрәкмәй. Аҡылға ултырғас, һин дә шулай итәсәкһең, егет, аңланыңмы? Хисмәтулла, яуап ҡайтармайынса, зонтты баҫҡан ҡомдо һоҫоп тачкаға тейәй башланы. Төшкө аш ваҡыты еткәс, ҡатындар тағы ла тимер мейесте уратып ултырҙылар. Хисмәтулла, уңайлы яйын табып, ҡара яулыҡ ябынған ҡатынға яҡыныраҡ шыуҙы. - Һинән һорарға мөмкинме? - Нимәне? - Ашауҙан бүленгән ҡара яулыҡ ябынған ҡатын башын бороп ҡараны. - Һора. Тыңлайым. - Михаил ни эшләп эшкә сыҡманы икән? - Уның ниңә кәрәге бар һиңә? - тип һораны ҡатын. - Икмәк алып торғайным, - тине Хисмәтулла, һәр һүҙ һайын тотлоғобораҡ. - Ҡунаҡҡа саҡырҙы... кисә уға баралманым... - Барыуың-бармауыңда минең ни ҡыҫылышым бар? Уға бисә лә түгел... Мин бер ни белмәйем, - тине ҡара яулыҡлы ҡатын. Яңғыҙы бер мөйөштә ултырып тамаҡ туйҙырған ровняльщик ҡәнәғәтләнеп көлдө. - Молодец, Маша! Ҡараңғы төшкәс, эштән һуң баракка ҡайтып барған Хисмәтулланы ҡара яулыҡ ябынған ҡатын ҡыуып етте һәм, тирә-яғына ҡаранып, шыбырҙап ҡына әйтте: - Һин бая Михаилды һорашҡайның... Әлегә уға йөрөмә. Ату һиңә лә эләгер! Хисмәтулла ҡурҡты. - Нимә булған уға? - Уның хаҡында, алама кеше тип, ошаҡлағандар. Кем икәнен белмәйем. Бәлки, беҙҙең ровняльщиктыр, бәлки, бүтән берәй әҙәмдер... Кеше алдында Михаилды һорашма, ә Василийға юҡ-барҙы һөйләмә. Ул ышанысһыҙ кеше. Хисмәтулла ризалашып баш ҡаҡты. Михаил икенсе, өсөнсө көндө, аҙнанан һуң да күренмәне. Был урыҫ ағайҙы Хисмәтулла әкренләп онота ла башланы. Эшкә күнекте. Прииск тормошона ла тиҙ эйәләште. Тәүге ай өсөн эш хаҡын алыу менән үтестәрен таратты. Икенсе юлы аҙ ғына булһа ла алған эш хаҡынан бүлеп әсәһенә ебәрергә тип йөрөгәндә, бер төркөм ҡыҙмаса булған старателдар уратып алдылар. Улар араһында Василий ҙә бар ине. Балсыҡҡа буялған, сәстәре туҙған, ауыҙынан араҡы еҫе аңҡып торған ҙур танаулы кеше иҫке күлдәгенең асыҡ иҙеүенән күренгән үңәсен һоноп: - Һин, һин, мырҙам, ҡыҙтәкәме әллә? - тип һораны. - Нисек? - Хисмәтулла аңламаны. - Һин үҙең бисә лә, үҙең ирме, тим. - Ниңә улай? - Шу-шулай тимәй, нимә тиң! Егетлегең күренмәй. Араҡы эсмәйһең. Бисәләр яратмайһың. Тартмайһың. Тапҡаныңды ус төбөндә йәшереп тотаң. Тфү! Егетлекме шул? Ғәрлек! - тип ҡысҡырҙы Василий. Уның һүҙен башҡалар ҙа элеп алдылар: - Егет булһа, теге получкаһында уҡ ағайҙарын һыйлар ине. - Бер баракта тора, ҡасып йөрөй. - Һау саҡта эсмәгәнде, үлгәс эсмәк булаһыңмы? - Беҙҙә шулай закон, мырҙам, - Василий Хисмәтулланың яурынына ҡулын һалды. - Эшкә инеп, получка алдыңмы, вәссә! - Ул үңәсенә сиртте. - Эс! Иптәштәреңде лә онотма. - Ул ирлеген хәҙер күрһәтә... - Әйҙә, ҡабаҡҡа араҡы әпкилгәндәр. Аҡсаңды ҡыҙғанһаң, үҙебеҙ һыйҙарбыҙ. Хисмәтулланы, көслөк менән тигәндәй, ҡабаҡҡа алып инделәр. Ҡабаҡҡа иҫеректәр тулған. Ҡабаҡ геүләп тора. Ҙур танаулы кеше, көтөүҙә һыйышмаған мөгөҙлө һыйырҙай, аяҡ өҫтө тороусы старателдарҙы йырып, алға үтте. Уның артынан эйәргән Василий Хисмәтулланы әйҙәләп алға этте. - Ҡалма! Хисмәтулланың яңы дуҫтары иркенләп өҫтәл артына ултырышты. Ҡабаҡ хужаһынан алған бер сирек араҡы етмәне. Яңынан ҡабатланылар. Ас ҡарындан эскән Хисмәтулла тиҙ иҫерҙе. Төрлө телдә таҡмаҡ әйтеү, һөйләшеү, һуҙып йырлаған оҙон ҡайғылы йырҙар, йоҡо аралаш төш һымаҡ, Хисмәтулланың аңына инде. Күршеһе уның бөйөрөнә төрттө. - Әйҙә, эсәйек, - Шешә ялап иҫерер икән кеше. - Ха-ха-ха... Хисмәтулла тертләне. Нәфисә менән икәүләп урам буйлап мәсхәрәләнгән саҡтағы ваҡиға иҫенә төшөп, йөрәген әрнетте. Ул урынынан торҙо. - Ултыр, ҡайҙа торҙоң? - Китәм, ағайҙар, китәм... Үсемде алам. Ҡан эскестән... Хажисолтандан... - Туҡта әле, ултыр. Эсәйек араҡы. Араҡы ҡайғыны баҫа. Төкөр донъяһына, бисә бөткәнме! Тот! Һау саҡта эсеп ҡалайыҡ, - тине мыйыҡлы старатель. - Улайһа, әйҙә! - Хисмәтулла үҙенә һалған араҡыны күтәрҙе. - Туҡта, бир әле. Әҙерәк өҫтәйем, бигерәк бүҫкә. Старателдар бик күп араҡы шешәләрен бушаттылар. Василий күрше өҫтәлгә күсте. Уның урынына икенсе старатель ултырҙы. Ҡабаҡ геүләне. Бысраҡ, өҫтө өҙгөләнеп, биттәренә йөн үҫкән старателдар үҙҙәренсә күңел асалар. - Һин, ҡустым, юҡҡа өтәләнәһең, - тине мыйыҡлы старатель. - Кешегә ҡыуаз тотоу килешмәй. Боронғолар белмәй әйтмәгән: "Кеше таш менән атһа, һин аш менән ат", - тип. Һин кешелек менән еңергә тырыш. Яуызлыҡ килешмәй, ҡустым! Килешмәй, мосолман бәндәһенә! - Шулай булғас, ниңә боронғолар: "Алтмыш йәшлектекен ашаһаң да, алты йәшлек сабыйҙыҡын ашама",- тип әйткән? Дөрөҫ һүҙ! Сабый үҫә. Үҫһә, үсен алырға мөмкин. Ә ҡарт кеше ни эшләһен? Кирегә сүгә. Шуға күрә ул ҡурҡыныс түгел. - Яңылышаһың, ҡустым. Хисмәтулла башын сайҡаны: - Ю-уҡ, ағай! Мин, үсемде алмай, тынысланасаҡ түгелмен! Әсәйем, әсәйем генә йәл. - Ярар, ярар. Беҙ янғансы, араҡы янһын! Эс! Туйғансы эс! Эсеп ҡалайыҡ. Әллә бар, әллә юҡ ғүмер. - Мыйыҡлы старатель, шыңшып, йәшле күҙен һөрттө. Уға башҡа старателдар ҙа ҡушылды: - Э-эх, был ғүмер, ғүмер! - Бөгөн һау. Иртәгеһен аллаһы тәғәлә белә... Ер аҫтында ҡалыуы оҙаҡ түгел. Себендәй ҡырыла беҙҙең халыҡ! - Эйе! Үткән аҙнала ғына ун алты кеше шахта аҫтында ҡалды. Кисә өсөнсө горизонтта эшләүсе кеше үлгән. Балалары күп, ти, бисәһе конторға килгән. Берәү ҙә һөйләшергә теләмәгән. - Ю-уҡ, бушты һөйләйһең! - Ҙур танаулы кеше кире килде. - Һин, һин, алдашма! Өс тәңкә аҡса биргән Наҡышев. Һин ҡыуған тиһең. - Өс тәңкә булһа ла инде... - Ә күпме араҡы килә өс тәңкәгә! Беләһеңме? - Ләғнәт төшһөн инде... - Егеттәр, егеттәр, ҡуйығыҙ әле! Эсәйек! Төшөрәйек үткән ғүмер өсөн, - тине лә мыйыҡлы старатель ҡысҡырып йырлап ебәрҙе:

Йәш йөрәккәйҙән сыҡҡан йырҙар Дәртләндерә Уралдың улдарын. Ҡайҙа ла ғына һайрай ҡош-турғай? Һыу буйҡайҙарында ла туғайҙа.

- Һәй-һәй-һәй, һәпәлә-әү! - Йырҙың аҙағын күтәреп алдылар. - Этлек! Тормошта йәшәгәнсе, йәшәмәгәнең мең артыҡ. Араҡы булмаһа, ни эшләр инек? Араҡы ғына баҫа ҡайғыны. Араҡы! - Аҡылыңды эсмәй, белеп эсһәң, аҡсаң булһа, араҡы шәп нәмә! Мин эсәм, эсәм! Аҡылымды эсмәйем. Ниңә эсмәҫкә? Беҙ түгел, байҙар эсә. Беҙ ҡайғынан, байҙар туйынып эсә, - тине ҡарт старатель. - Михаил дөрөҫ әйтә... Байҙар эт урынына ла күрмәйҙәр беҙҙе. Э-эх, тормошмо ни был?.. Старатель һөйләгәнде Хисмәтулла башҡаса ишетмәне, аңламаны ла. Ул иҫерҙе. Айҡалып-сайҡалып ултырҙы-ултырҙы ла, башын өҫтәлгә һалып нисек йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды... Хисмәтулла бик ныҡ өшөүҙән уянды. Күңеле болғанды. Башы ярылырҙай булып һыҙланы. Аҫтындағы утын ағастарын ситкә этеп, урынынан торҙо. Ҡабаҡта кистән ятып ҡалған иҫеректәр һәм сүпле иҙәндә арҡыс-торҡос аунап ятҡан эскәмйәләр генә ҡалғандар. Ул, ниҙер иҫенә төшөрөп, кеҫәһен һәрмәп ҡараны һәм, үкенесле тауыш сығарып: - Эх, ни эшләнем мин, - тине. Ләкин үкенеүе кискә тиклем генә барҙы. Кис булғас Василий уны баш йүнәтергә яңынан ҡабаҡҡа саҡырҙы... Көн дә эштән һуң, сиратлашып, кем булһа ла, аҡсалы кеше аҡсаһыҙҙарҙы һыйланы. Старателдар тапҡандарын араҡыға тыҡтылар. Приискыла ашамлыҡ әйберҙәре етмәһә лә, араҡыға мохтажлыҡ юҡ ине. Араҡынан башҡа күңел аса белмәгән йөҙәрләгән старателдар һымаҡ Хисмәтулла ла әкренләп эскегә бирелде. Нәфисәнең һаман да ауырыуын, Фәтхиәнең, күҙенә сыбыҡ төртөлөп, һуҡыр булып ҡалыуын ишеткәс, уның бөтөнләй рухы төштө. Киләсәккә өмөтләнеп ашҡынырлыҡ бер ниндәй ҙә маҡсат күрмәне. Ә маҡсатһыҙ йәшәү - үлем. Ни ҡыҙығы бар донъяның. Кеше эшләү һәм ашау өсөн генә донъяға тыуғанмы? Хайуан да йәшәй. Кеше лә . Кеше хайуандан ҡайһы яғы менән айырыла һуң? Хисмәтулла, төрлө уйға сумып, эштән ҡайтышлай ҡабаҡҡа инеп барғанда, ҡапма-ҡаршы Сәйфетдинға тап булды. - Бына ҡайҙа йөрөйһөң икән, берәҙәк, - тине ул, шатлыҡ менән Хисмәтулланың ҡулын ҡыҫып. - Һине эҙләмәгән ер ҡалманы. Эшләгән ереңә барҙым, юҡ. Баракка барҙым, юҡ. Иң аҙаҡ, ошонда була тигәс, ошонда килдем. Ҡарайым, бында ла юҡ. Туҡта әле, тейеп китәйем әле тим. Көтәм. Юҡ. Көтә-көтә көтөк булдым. Йә, ярай. - Ул үҙенең һүҙен үҙе бүлдереп: - Әйҙә, киттек, ҡалғанын аҙаҡ һөйләшербеҙ, - тине. - Ҡайҙа? - Һине бер таныш кешең саҡыра. Килһен әле, ти. Ниңә икәнен, кем икәнен һорама, үҙең күрерһең. - Мин бер ҡайҙа ла бармайым. Арыным. Теләһәң, әйҙә, инәйек, һыйлайым. Эсәйек. Осрашыу хөрмәтенә... - Туҡта әле, - Сәйфетдин Хисмәтулланы ситкә тартты. - Әйҙә, әйтәһе һүҙем бар... Ҡабаҡ эргәһенә йыйылған алам-һалам кейенгән кешеләр уларҙың артынан эйәрҙе. Уларҙың күбеһе эшһеҙ. Ашағандан, эскәндән ҡалғанды йыйып йөрөгән хәйерселәр. Ҡайһыларының өҫтөнә кейергә бөтөн сабатаһы ла юҡ. Күптәнән бирле бәке теймәгән биттәре шешенгән. Ҡайһыларының күҙ төбөндәге тиреләре һалынып төшкән. - Нимә бар һеҙгә? Исмаһам, һөйләшергә бирегеҙ, - тине Сәйфетдин. Ҡулдарын һоноп теләнселәгән хәйерселәр, саҙаҡа эләктергәс кенә, уларҙың теңкәһенә тейеүҙән туҡталдылар. - Сәйфетдин ағай, мин бүтән бармайым. - Хисмәтулла туҡталды. - Нимә әйтергә уйлағайның? - Минең ни һиңә йомошом юҡ. Бармаһаң, үҙ ихтыярың Михайла тигән кеше саҡырғанға әйткәйнем... - Михайла? Теге минең менән эшләгән микән? Ниңә байуҡ әйтмәнең? Ҡайҙа ул? - Хисмәтулла шатланып китте һәм ҡапыл ғына һүрелде. - Моғайын, үтескә алған икмәк өсөн саҡыралыр. Минең икмәк юҡ. Иртәгә барырмын. Сәйфетдин, асыу менән уның яғаһынан эләктереп, гер һымаҡ ҙур, ауыр, тос уң ҡулы йоҙроғон күтәреп кире төшөрҙө лә, башын һелкеп: - Томшоғоңа тондорор инем дә, йәшһең. Аңламаҫһың, һине меҫкен, ваксылдыр тимәгәйнем. Мин генә түгел, Михайла ла... Бар, эс, - тине лә, хушлашмай, китеп тә барҙы. Асыуланышыуҙың сәбәбенә төшөнә алмай ғәжәпләнеп ҡалған Хисмәтулла ниҙер иҫенә төшөрҙө һәм Сәйфетдиндың артынан йүгерҙе. - Ағай, туҡта әле! Улар ярышлап атланылар. Оҙаҡ барҙылар. Сәйфетдин, үпкәләүен онотоп, һүҙҙе үҙе башланы. Хисмәтулланың тормошон һорашты, үҙенең хәлен һәм эшен һөйләне. Иң аҙаҡтан ғына ғорур һәм маҡтансыҡ тон менән: - Беләһеңме, мин һине ҡайҙа апарам? - тип һораны. - Михаил эргәһенә, - тине Хисмәтулла. - Ниңә? - Белмәйем. - Э-э-э! Шул шул. - Сәйфетдин йәнләнеп китте. Былай ҙа саҡ-саҡ ишетелгән тауышын түбәнәйтеберәк: - Ленинды өйрәнергә, - тине. - Нимәкәй һуң ул, нимә? - Ленинмы? - Сәйфетдин уйға ҡалды. - Ленин бәлшәүик, ти. Байҙарҙың мөлкәтен тартып алып, ярлыларға өләшеп йөрөгән кеше. - Уныһы шәп икән! Ул беҙгә килһә, мин иң элек Хажисолтан байҙан үс алыр инем. Ә ул кешене һинең күргәнең бармы? - Лениндымы? Күргәнем юҡ. - Ҡайһылайыраҡ кеше икән? Моғайын, теге Ғәли бәһлеүән Һымағыраҡтыр инде. - Һе, бәһлеүәнең нимә генә ул! Ленин уны сәтәкәй бармағына эләктереп ташлаясаҡ! Әллә һин, байҙар тоҡтомалға ҡурҡалар, тиңме? Башы томаланған Хисмәтулла уйға ҡалды. - Ә был урыҫы һәйбәт кешеме? - Михайла - бик шәп. Урыҫ булһа ла, мосолмандарға һүҙ тейҙермәй. Яҡлай. Байҙарҙы яратмай. - Урыҫ байҙарын дамы? - Урыҫтарын да. Ә ярлы өсөн йәнен-тәнен бирергә әҙер. Ярлыларҙы яҡлашҡанға, каторгаһында ла, Себерендә лә, бастругында ла ултырған, һигеҙ мәртәбә генә! Әйтеүе генә анһат. Ә үҙе, аптырайым, харап күпте белә. Уҡымышлы әҙәм. Ҡағыҙҙы шатырҙатып уҡый.

***

[edit]

Мөйөштәре ҡыйшайып, ығышып бөткән, өҫтө ҡарға күмелгән ташландыҡ балаган күренгәс тә, юлды арҡыры сабып бесәй уҙҙы. Хисмәтулла шып туҡтаны: - Юлды бесәй ҡыйҙы. - Ҡайҙа? - Ана ултыра. Дүңгәк аръяғына барып боҫҡан ятһыраған бесәйҙең йәшел күҙҙәре ай яҡтыһына сағылып ялтыраны. - Ағай, кире боролайыҡ, бесәй ҡыйған юл уңмаҫ, ахыры. Сәйфетдин өндәшмәне. Ерҙән ҡаты ҡар киҫәге алып, бесәй ултырған яҡҡа ырғытты. Ҡурҡынған бесәй, тырнаҡтары менән ҡайырҙарҙы сапсып, дүңгәктән арыраҡ торған ҡарт ҡайын башына менеп китте. Шул ваҡытта балаган яғынан ҡарасҡы күтәрелеүен күрҙеләр. "Моғайын, кеше үлтереүселер, бесәй юлды тигенгә ҡыймаған икән", - тигән уйҙан Хисмәтулланың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Уларға ҡаршы килгән ҡарасҡы кеше шәүләһе булып сыҡты. Ул таныш булмаған көйҙө һыҙғыра-һыҙғыра: - Эйе, тәмәке тоҡандырырға шырпың юҡмы? - тип һораны. - Шырпыны ҡайҙан табаһың инде был заманда. Саҡма табылыр, - тип яуап ҡайтарҙы Сәйфетдин. Был алдан һөйләшеп ҡуйылған пароль икәнен Хисмәтулла һуңынан ғына аңланы. Бесәй тураһында онотоп, өсәүләп балаганға ҡарай атланылар. Кәрәсин, сысҡан, саң һәм бәҫәргән ауыр еҫ аңҡып торған ташландыҡ балаган эсендә ҡыуыҡһыҙ шәм яндырып ултырыусылар араһынан Хисмәтулла бер Михаилды ғына таныны. Ул, күҙ ҡарашы менән дуҫтарса башын һелкеп, иҫәнләште лә бүленгән һүҙен дауам итте: - Батшаға ла ышанырға ярамай, ул байҙарға ҡарағанда ла ҡомһоҙораҡ. Батша - ярлыларҙың иң ҙур яуыз дошманы. Батшаны тәхетенән тәгәрәтә һуғып төшөрмәйенсә, ярлылар рәхәт йәшәй алмаясаҡ. Батша менән байҙар бер яҡлы. Батша һеҙҙең кеүек ярлыларҙы үҙе ҡыҫа. Байҙар, старосталар, муллалар арҡылы. Уйлап ҡарағыҙ әле, һеҙ белгән байҙарҙың ҡайһыһы тир түгеп эшләй? Берәүһе лә эшләмәй. Шулай ҙа улар һеҙгә ҡарағанда һәйбәт йәшәйҙәр. Ниңә улай тип уйлайһығыҙ? Улар һеҙҙең эшләгән эш хаҡығыҙҙы биреп бөтөрмәй. Үҙҙәренең кеҫәһендә ҡалдыра. Асығыраҡ әйткәндә, һеҙ тапҡан малды байҙар урлайҙар. - Нисек? Урлайҙар? - тип һораны кемдер аранан. - Эйе, урлайҙар, - тип дөрөҫләне һүҙен Михаил. - Ләкин һеҙҙең кеҫәгеҙгә төшөп түгел. Эшләгән эшегеҙ өсөн тейешле булған аҡсаны биреп бөтөрмәй ҡалдыралар, һеҙгә, тейһә, сиреге тейәлер. Ҡалғанын байҙар үҙ кеҫәләренә һалалар. - Беҙҙең управляющий ҙамы? - Эйе, управляющий ҙа, Хажисолтан бай ҙа, барыһы, барыһы ла. - Ә закон нимә ҡарай? - Закон да улар ҡулында шул. Законды байҙар үҙҙәре сығара... - Ҡарғаның күҙен ҡарға суҡыймы ни? - Эйе, эйе! - Михаил старателдың һүҙен хупланы.--Дөрөҫ әйтәһең. Старателдар шаулашырға тотондолар. - Ниңә, шулай булғас, көтөп торорға? - Байҙарҙы дөмөктөрөргә кәрәк. Беҙ күп... Михаил, уларҙы көскә тынысландырып, ҡашын емереп аҫҡа ҡарап ултырған кешегә мөрәжәғәт итте: - Һеҙ ниҙер әйтергә уйлайһығыҙ шикелле. Әйтегеҙ.. - Эй, мин былай ғына. - Ул күршеһенә ҡараны ла урынынан торҙо. Әллә управляющийҙы, штейгерҙы, кассирҙы, ауыл байҙарын үлтереп, байлығын бүлешәйекме тигәйнем. Уның һүҙен башҡалар ҙа хупланылар: - Дөрөҫ, дөрөҫ! - Нимәһен көтөп торорға! - Беҙ оҙаҡ көтә алмайбыҙ . Ярһыған старателдарҙы көскә тынысландырған Михаил, һәр һүҙҙе иҙеп, сәйнәп, ни өсөн әлегә байҙарға ҡаршы күтәрелергә ярамағанын аңлатып: - Кеше үлтереүҙән тормош үҙгәрмәйәсәк. Ә эшселәр өсөн зыяны күп буласаҡ. Өс-дүрт бай урынына йөҙәрләгән иптәштәребеҙҙән яҙасаҡбыҙ, - тине - Байҙарҙан бүлешеп алған мал да оҙаҡҡа бармаясаҡ.. "Хажисолтан байҙы ла үлтерергә ярамай микән?" - тип уйланы Хисмәтулла. Ләкин һорарға баҙнатсылығы етмәне Уның уйын киң битле кеше бүлдерҙе: - Шулай булғас, ни эшләмәк кәрәк? Һин, урыҫ, уҡыған кеше. Беҙгә аҡыл өйрәт. Ни эшләйек? - Үҙегеҙ белгәнде халыҡҡа әйтергә кәрәк. Кем дошман, кем дуҫ икәнен халыҡ белергә тейеш. Беҙҙең дошманыбыҙ - батша, байҙар, сауҙагәрҙәр, үҙҙәре эшләмәй, кеше көсөнән файҙаланыусылар. - Михаил күҙлеген кейҙе. - Мин һеҙгә аңлатырлыҡ итеп әйттемме, иптәштәр? - Аңлашыла, аңлашыла, әйҙә әйт... - Ысын бәрелеш алда, иптәштәр. Аҙ ғына сабыр итегеҙ, һеҙ - старателдар, үҙегеҙ асыҡ аңлайһығыҙ: бөртөкләп йыйыла алтын. Беҙҙең көс тә, аң да, ана шул алтын шикелле, әкренләп бөртөкләп йыйыла. Михаил һөйләгәндәрҙең күбеһен аңлай алмаһа ла, Хисмәтулла тышҡы ҡиәфәте менән башҡаларҙан айырылған, кәүҙәгә бәләкәй, ҡаҡса, ауырыу был кешелә ҙур көс һәм аҡыл булыуын һиҙҙе. Уның алғараҡ сығып торған маңлайы, бер-береһенән алыҫыраҡ урынлашҡан зәңгәр һауа кеүек асыҡ күҙҙәре, сикә тәңгәлендә ваҡытһыҙ сал ингән сәстәре, яғымлылығы һәм кешелекле булыуы ышаныусанлыҡ тыуҙыра. Әйткән һәр һүҙе йөрәктең кәрәкле урынына барып һеңә. Уны тыңлаған һайын, Хисмәтулла уға эйәләшеүен һәм яҡынлашыуын һиҙҙе. "Был ағайҙың һәр һүҙе хаҡ. Иҙелеүсе халыҡ берҙәм тотонғанда ғына ҡоллоҡтан азат буласаҡ", - тигән һығымтаға килеп, ул башҡаларға һиҙҙермәй генә землянканан сыҡты. Балаганға ҡайтҡас та тыныслана алманы. Михаилдан ишеткән һүҙҙәр уға тынғылыҡ бирмәне, уйландырҙы. Шул көндән башлап Хисмәтулла ҡабаҡты урап уҙҙы. Эштән ҡайтып тиҙ генә тамаҡ туйҙырҙы ла Михаил йәшәгән баракка йүгерҙе. Өлкән урыҫ ағаһының ауыҙынан сыҡҡан "партия", "большевик" "меньшевик", "революционер" тигән аңлайышһыҙ, серле, аҡылға һыймаған исемдәр алыҫ та, яҡын да һымаҡ тойолдо. Ул, ҡанаты киҫелгән ҡоштай, көсөн ҡайҙа ҡуйыр ер тапмай, тирбәлде, шул һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнгөһө, күҙен томалап торған ниндәйҙер ҡараңғылыҡтан ҡотолғоһо килде. "Яңғыҙым харап булыр инем. Хәҙер мин көс, Михаил әйтмешләй, пролетариат", - тип уйланы Хисмәтулла.