Jump to content

Гөнаһ, яза. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Гөнаһ, яза (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1915.


Гөнаһ, яза


Таянып эйәккә,
Күҙ тегәп йыраҡҡа,
Ултырам уйланып
Бер үҙем бер яҡта.

Уйланам, уйланам,
Уй менән юғалам...
Бер ваҡыт кинәттән
Һиҫкәнеп уянам.

Уянам, ни күрәм:
Әйләнә һәр тирәм,
Уй тәрән һәм томан...
Шаҡ ҡатып тик торам.

Мин, имеш, аҙам,
Мин, имеш, туҙам,
Гөнаһым — туҙан,
Тау кеүек язам!


1915