Jump to content

Гөрләүектәр(шиғыр). Гөлфиә Юнысова

From Wikisource
Гөрләүектәр (Шиғыр)
автор Гөлфиә Юнысова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Гөрләүектәр


 — Гөрләүектәр ҡабаланып
                   ҡайҙа аға?
 Ҡайҙа аға?
 — Ҡар һыуҙары илтә улар
 Йылғаларға.
 Гөрләүектәр гөрләй-гөрләй
 Йүгерәләр.
 Йырларға ла, эшләргә лә
 Өлгөрәләр.


1996 йыл