Jump to content

Дан һиңә, дан, Башҡортостан!(шиғыр). Рәми Ғарипов

From Wikisource
Дан һиңә, дан, Башҡортостан! (шиғыр)
автор Рәми Ғарипов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Дан һиңә, дан, Башҡортостан!


 Күк Уралдың иркен күкрәгендә
 Азат шоңҡар ғорур осҡанын
 Ҡарайым мин сикһеҙ шатлыҡ менән:
 Дан һиңә, дан, Башҡортостаным!
 Егет ҡулы тейһә, ер майы ла
 Ете ҡаттан ата фонтанын.
 Ҡотлайым мин халҡым егетлеген:
 Дан һиңә, дан,Башҡортостаным!
 Тупрағы ла алтын тыуған ерҙең,
 Ҡулдарында булһа оҫтаның.
 Ҡыҫайым мин оҫта ҡулдарыңды:
 Дан һиңә, дан,Башҡортостаным!

 


1988 йыл