Тупаҡ ҡына, ҡырыҡ ҡына Мөғәмәләң. Минме әллә ғүмерлек бер Мөғәллимәң? Йәнемдәге бар байлыҡты Түкмәй-сәсмәй Һиңә илтәм. «Өйрәтмә! – тип,– Юҡ, кәрәкмәй!» – Ҡыра һуғып төшөрәһең Рухым көсөн. Минең һаман йәнем әрней Һинең өсөн…