Jump to content

Еҙнәйемдең 60 йәшенә. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Еҙнәйемдең 60 йәшенә. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2008. Нәшер ителгән: 08.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *



“Ир уртаһы-ике утыҙ”,
“Алтмышта- аҡыл алтын”-
Ошо тапҡыр мәҡәлдәрен
Юҡҡа әйтмәгән халҡым.

Беләктәрең - көс-ғәйрәтле,
Күҙҙәреңдең уты бар,
Йөрәгеңдә дәртең тулы,
Йорт-ҡураңдың ҡото бар,
(Тимәк, әле хутың бар!)

Аҡһаҡал тип ололауҙар
Хөрмәт бит ул, факт түгел,
Сикәләрең салланһа ла,
Һин бит әле ҡарт түгел!
(Ҡартаямы ни күңел!)

Халҡың өсөн бағышланған
Ғүмерең- оло хеҙмәт.
Бөгөнгө ошо тантана
Хеҙмәтең өсөн хөрмәт.

Йәшә әле дәрт-дарманлы,
Ҡанаттарың пар булһын!
Һин урамдан үткән саҡта
Киң урамдар тар булһын!