Jump to content

Замана ғалимдарына. М.Аҡмулла

From Wikisource
Замана ғалимдарына
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Замана ғалимдарына


Әҙәмдән һауа ҡалмаҫ, ғәрип булмай,
Фәҡирлек сөхбәтенә156 ҡәриб157 булмай.
Ғәҙәте - йә мыҫҡыллау, йәки хурлау,
Һүҙ һөйләмәҫ берәүҙе жәрех158 ҡылмай.

Берәүгә донъя бәхете хасил булһа,
Моратҡа һауаһынса васил159 булһа,
Нәфсеһе фирғәүендәй дәғүә ҡылыр,
Бер фетнә, ҡаза күреп баҫылмаһа.

Бүтәндә хасиәтте бар тип белмәҫ,
Үҙенә хөсне занды хасир ҡылһа160 -
Камилдарҙы хур күрер ундай әҙәм,
Тыумыштан зирәклеге ҡасир161 булһа.

Һүҙенән һәр әҙәмде әҙәм һынар,
Берен-бере кәмһетеүгә әҙәм ҡомар.
Ҡара себен һау ергә күҙ һалмайҙыр,
Бар булһа эрен, ҡутыр - шунда ҡунар.

Инсафтан бер мыҫҡыл юҡ эшебеҙҙә,
Кенә, хөсөт, хаслыҡ тулған әсебеҙгә.
Һәнәребеҙ - ҡанығышыу, кәмһетешеү,
Үҙ ҡылған эшебеҙ юҡ иҫебеҙҙә.

Ғилем һүҙгә ҡолаҡ һалып ҡатлау ҙа юҡ,
Белә тороп, бүтән юлға атлау ҙа юҡ.
Вә ләкин күңелдәре бәләнд162 ирҙәр
Һәр кемде хурлауға бар, маҡтауға юҡ.

Яҡын барһаң, тимерсе күрегендәй,
Ул һине керләүгә бар, паклауға юҡ.
Тейеп китһәң, ҡара май силәгендәй,
Ҡарайтып, датлауға бар, аҡлауға юҡ.

Хатанан аяҡ тайып, ҡолап китһәң,
Башыңдан атлауға бар, туҡтауға юҡ.
Зәррәләй163 ғәйебеңде күреп ҡалһа,
Ғәүрәтеңде япмауға бар, асмауға юҡ.

Һәр кемде мулла тибеҙ, алдағанда,
Ысын мулла аҙ табылыр, тыңлағанда.
Яҡшылығы дөрөҫкә сыҡҡан ҡайҙа,
Күҙ һалып, хәҡиҡәтте аңлағанда.

Йүне килһә, элергә әҙер тора,
Ҡармағы алыҫ түгел - бармағында.
Ғалимлыҡтың, әхирәт, эше башҡа,
Ул ҡулға аҙ эленер, ҡармағанда.

Ғәләмәтен белерһең, бәхет ҡунһа,
Ғиззәтте ғорурлыҡҡа һалмағанда...
Нәфес, һауа әмеренә - иң алдабыҙ,
Тырышмаҫ шайтан улай, яллағанда.

Һәр ғилемдең төп шарты - дөрөҫлөктөр,
Бауырһаҡ татлы булыр, баллағанда.
Ярар ине, үҙебеҙҙе ҡараһаҡ беҙ,
Ғилемдең емештәрен ала алһаҡ беҙ.

Ғилемде сыянәткә164 аләт165 ҡылып,
Күберәк тәфсир, хәдиҫ ҡараһаҡ беҙ...
Муллалыҡ шунда беҙгә бирер файҙа,
Нәфсе-эттең ҡолағынан бора алһаҡ беҙ.

Уйлап ҡына ҡулдан килер һис нәмә юҡ,
Күңел менән әллә ниҙәр ҡыйратабыҙ.
Күрер күҙгә мулла һымаҡ солтанатбыҙ,
Сәлләне килештереп ураһаҡ беҙ.

Вәғид аят уҡыһаҡ та, борсолмайбыҙ,
Аһ, ҡыҙғаныс, мәхшәрҙә ни буласаҡбыҙ?!
Йәшебеҙ үткән һайын, күңелебеҙ йәш,
Тәүбәне һуңғараҡ ҡыласаҡбыҙ.

Ғәуамгә - бер аҡ сәлләң өлкән булһын,
Атың-санаң, кейемең күркәм булһын.
Хосусан яһил халыҡ назарында
Үҙең һимеҙ, ҡорһағың өлкән булһын.

Бер байҙа йә волоста тормаҡ кәрәк,
Мәғрурҙарҙы үҙ яныңа бормаҡ кәрәк.
Тәһәрәт-намаҙ дөрөҫләп белмәһәң дә,
Муллалыҡ төрлө фәндән урмаҡ кәрәк.

Һауаһына мыуафиҡ гәптәр һөйләп,
Тоҙаҡ-ау килештереп ҡормаҡ кәрәк.
Уларҙың моратынса йөрөй бирһәк,
Мәғрифәт яҡтылығын ҡырмаҡ кәрәк.

Әсебеҙ ҡарт бәҡәрҙең166 быуаҙындай,
Телебеҙ йәһәннәмдең шуазындай167,
Ҡотороп, һәр кемгә лә турһаябыҙ,
Һимерткән күркә-тауыҡ ҡуразындай168.

Тыя торған аҡһаҡалдар вафат булды,
Инде беҙгә афәт һалыу анһат булды.
Ғәуам халҡы баштарын беҙ ҡаңғырттыҡ,
Булмышыбыҙ үҙе бер афәт булды.

Фетнәнең күбе сығар телебеҙҙән,
Сәлләһе өлкән тигән кешебеҙҙән.
Был көндә һыртыбыҙ - хуп, әсебеҙ - буш,
Зөлжәлал169 ғафил170 түгел эшебеҙҙән.

Муллалыҡ эше ҡыйын, йүн белмәһә,
Хоҙайым тәүфиҡ биреп күндермәһә,
Нәбәүүәттән171 моҡтәбәс172 ғилем - бер нур,
Бар яҡтыһын һауаһы һүндермәһә.

Мулла булмаҫ, хаҡһыҙ булып, ил алдаһа,
Фазылды мыҫҡыл итеп, яманлаһа.
Фазылды яҡшы кеше яманламаҫ,
Зинанан асылы тыуып яралмаһа.

Мулла шул: дин өйрәтеп, хаҡ алмаһа,
Донъяға динен һатып, юғалмаһа.
Ғалимдан хаким менән күп һорау бар:
Көтөүсе таяҡ ейәр, баға алмаһа.

Ғилемебеҙҙең ҫәмәрәһе173 - ашып-ташыу,
Ел биреп, ҡоторғанға ҡабатлашыу.
Берен-бере ислах174 ҡылып, ҡуйыу түгел,
Ҡыҙыңҡырап киткәндә - таяҡлашыу.

Камилдың камиллығын инҡар ҡылып,
Түбәләшмәй баҫылмай беҙҙең асыу.
Һәр кемде әнаниәт175 аҙаштырҙы,
Ҡыйшайҙы шул сәбәптән аяҡ баҫыу.

Әхлаҡи тәрбиәне артҡа ташлап,
Мәхсүдте мыҫҡыл итеп, күңел баҫыу.
Гонаһыбыҙ шомлоғонан ер күтәрмәй,
Ямғырҙан ҡоро ҡалды беҙҙең баҫыу.

Ҡапҡаға бер бай килһә, хуш килдең, тип,
Мосафир, ғәрип килһә, өркөп ҡасыу.
Өйрәтһен шәкерттәргә әүүәл иман,
Мулла булһын дин өсөн йәнен ҡыйған.

Мәғәнәһен үҙ телендә төшөндөрһөн,
Вә илә ике яҡлап булыр иман.
Мулла булһа, ҡурҡаҡ булып, зарлы булһын,
Кәрәк бай, кәрәк ул ярлы булһын.

Был һүҙҙе яратмаған моғанидтәр,
Асыуланмағайы, кәрәк ярылып үлһен.
Дәүләткә әҙәм бармы ҡотормаған,
Эҫтәрен бәдгөманға176 тултырмаған?

Тура һүҙгә һауаһы осоп бара,
Сатнаған быялалай сытырҙаған.
Хаҡлыҡтан, урыны килһә, тел тартмайҙыр,
Аҡмулла тигән байғош тыпырҙаған.

Яранан йөҙәп ятҡан мин бер ҡары эт,
Һайыҫҡан, ҡарға кеүек шыҡырҙаған...
Һүҙе ерҙә ҡалмаҫтай әфәнделәр
Тәнбиһ177 ҡылыу кәрәк ине бындай эштән.

Хәҙрәттәр беҙҙәй меҫкен, ғәрип түгел -
Уларҙың былауы әҙер, наны бешкән.
Мин байғоштоң, әйтһәм дә, баһаһы юҡ,
Һүҙемдең ҡәҙере китеп, өнөм осҡан.

Донъяла тулып ятҡан ғәзиздәр бар,
Телдәрен һандуғастай аҡса киҫкән.
Үлсәгәс, күп һалмаҡтар еңел сыҡты:
Бизмәненең бото сығып утыҙ биштән*.

Һаҡ фекер йөрөтөүселәр ары торһон -
"Истиғфар"ҙың "ғәйн"енән нөктә осҡан*.
"Фәтһә"нән тәкбирҙәге "әлиф" тыуар*,
Әйтмәймен мин был һүҙҙе хөсөт өсөн.

Иҫергәндә нәсихәттән ҡабул ҡайҙа -
Хатаһын маҡтау менән ғүмер кискән.
Үҙенең ғилем-тәғлимдә юҡ ҡайғыһы,
Үҙе уҡыр тәһәжжед178 тороп кистән.

Тыш тәһәрәт алыу менән эш бөтмәйҙер,
Булмаһа сын тәһәрәт әүүәл эстән.
Донъяға туйыу ҙа юҡ, ҡуйыу ҙа юҡ, -
Ҡапсығын ҡәнәғәттең сысҡан тишкән.



Аңлатмалар

  • «Замана ғалимдәренә» — беренсә мәртәбә шағирҙең 1904 йылда сыҡҡан китабында «Аҡмелла әфәнденең әхүәл замана тәьсеф идәрәк ғөлөмә заманы тәнбиһ өчөн яздыҡыдыр» («Аҡмулланың замана ғалимдәрен иҫкәртеү өсөн яҙғаны») исеме аҫтында баҫыла. Аҡмулланың артабанғы бөтә баҫмаларына ла индерелгән. Уның ҡыҫҡартылған вариантын «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы» (Өфө, 1965) китабына Ә. Харисов «Инсафтан бер мыҫҡал юҡ эшебеҙҙә» исеме менән (алынған өҙөктөң тәүге юлынан алып) индергән. Бында әҫәрҙең исеме төп нөсхәнән ҡыҫҡартып алынды.
  • Бер ботта (боронғо ауырлыҡ үлсәме, 16 килограмға тиң)— 40 ҡаҙаҡ (1 ҡаҙаҡ — 400 грамға тиң). Бында: бер ботҡа биш ҡаҙаҡ тулмай, йәғни күп һалмаҡтарҙың (дәрәжәле, абруйлы кешеләрҙең) үлсәүе (баһаһы) уйлағандағынан күпкә кәм булып сыҡты тигән мәғәнәне бирергә теләй шағир.
  • Истиғфар (ғ.) — ғәфү үтенеү, ялбарыу, «әстәғфирулла!» тип әйтеү; ғәйн — ғәрәп алфавитендә «ғ» хәрефенең исеме. Бында шағир шул «ғ» хәрефенең өҫтөндәге нөктәһе төшөп ҡалған, тип, ҡайһы берәүҙәрҙең «әстәғфирулла!» тип әйтеүҙәренең ысын, ихлас күңелдән булмауына ишаралай.
  • Әлиф — ғәрәп алфавитендәге беренсе хәреф. Башҡорт телендә, аҫтына йәки өҫтөнә ҡуйылған диакритик тамғаларға ҡарап, а, ә, э, л, о, ө, ы өндәрен белдерә ала. Әлиф өҫтөндә, мәҫәлән, фәтһә торһа, ул «ә» өнөн белдерә. Шағир наҙандарҙың шуны ла аңламауына төрттөрә булһа кәрәк.

Иҫкәрмәләр