Jump to content

Ике команда(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Ике команда ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Ике команда


Мин, һеңлем, өләсәй, әсәйем
Көтәбеҙ мультфильм булыуын.
Атайым, олатай, ағайым
Ярата туп тибеш уйынын.
Бик татыу ине лә ике яҡ,
Бәхәсле хәл булды кисә кис.
Мультфильм ҡараныҡ күмәкләп,
Атайҙар еңелде: Дүрткә — өс.
 
 


1993 йыл