Jump to content

Исемһеҙ шиғырҙар. М.Аҡмулла

From Wikisource
Исемһеҙ шиғырҙар
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Исемһеҙ шиғырҙар


Үтә, тип, көндәр, ҡайғырма -
Яратҡан хаҡтың көнө күп.
Мал бөтмәй, башҡа баҡ ҡунһа,
Күркәмләнәбеҙ, төрләнеп;
Мал бөтөп, баҡ ҡунмаһа,
Хур булып, әрһеҙләнеп,
Китәрһең йүнһеҙләнеп.
Халҡың ҡәҙер әйләһә,
Тулышырһың көрәйеп,
Йортоңа аҙғын юлыҡһа,
Аҙыр башың керләнеп.
 


Һөйәкте теүәл әйләне220,
Ағзабыҙҙы тиң итеп;
Ун ике мөсә221 яратты,
"Һөйлә!" - тип әмер әйләне,
Һайраған ҡыҙыл тел биреп.
Ғилемлек йүнен күрһәтте,
Ҡылһын, тип, тоғро бәндәлек;
Бер лөғәз222 сығарып баҫылды
Йөрәгем, әсем сирләнеп.
Изгелекте ҡыл теләп!
Яманлыҡҡа ир малик!
Шайтанға һалып иректе,
Көстө ҡулдан бирмәйек!
Үтеп ятыр һәр берәү -
Беҙҙә шунан кәмме ирек?!
Баһабыҙ түбән төшәлер
Көн дә бер мең тәңкәлек!
Алтын биреп баҡырға -
Башыбыҙ ҡалды таҡырҙа,
Күтәрткән малдай миктәнек.
Хаҡлыҡ эштән сабыр юҡ,
Кенәне ҡаплап тиңләнек,
Булғанда мең тәңкәлек,
Ҡайҙа итер инек икән,
Йөрөмәһәк имгәнеп.
Тиккә йөрөгән әҙәм күп,
Төк бөтөрмәй, йәнде алып.



…Донъяла әҙәм күп булды,
Бәхет ҡунып, мал көткән -
Йыйғанды артҡа ҡалдырмай,
Һис берәү юҡ әпкиткән;
Әжәл килһә бер сәғәт,
Туҡтар хәл юҡ минут та!
Бәхет, дәүләт ҡыҙығын
Күрмәгәндәй булып та.
Нисә рәсүл, нәбиҙәр
Рәхим юлын хаҡ түккән;
Үлемдең асы шәрбәте
Уларға ла килеп еткән.
Саҡ килмәгән һис бер йән,
Һәнәренә ер-күктән
Әфләтун да үтте йыһандан -
Үлмәҫкә күпме хәйлә иткән!



Күңелебеҙ - етем туҡлы
Урынһыҙ ергә төнәткән;
Нәфес тигән ҡороғор
Күпме әҙәмде илатҡан.
Ханнас223 тигән бер мәлғүн
Урын алған йөрәктән;
Донъя тигән бер бәлә
Алған матҡып беләктән;
Тотҡонда ҡалды ғазиз баш
Сығалмай Арал-тобәктән.
Нәфсем теләк теләйҙер
Донъялағы кәрәктән:
Байып, кейем кейәм, тип,
Аҫыл менән ебәктән;
Йәнем теләк теләйҙер
Донъялағы кәрәктән.
Һис файҙа юҡ шул эштән -
Хоҙайға ҡолмон, тимәктән.
Әүәрә булып киттек беҙ -
Был сама ни сәбәптән?!
Тәнем булды йәрәхәт,
Сыға алмай башым кәбабтан.
 



Уйлағаным күп минең...
Яманлыҡ тигән ҡороғор, ай,
Һине күргән - мин инем!
Башым! Ашҡанды яҙҙым -
Күңелемдән китмәнең!
Ҡарыным! Һыйғанды яҙҙым -
Аслыҡҡа йәбер итмәнең!
Телем! Һөйгәнде яҙҙым -
Нәҡел224 һүҙҙе әйтмәнең!
Намәхрәмгә225 һалышып,
Күҙем! Минән китмәнең;
Харам тотмай тороуға,
Ҡулым! Миңә күпме инең?
Яман юлға йөрөүгә,
Аяғым! Һин дә битләнең;
Күп боҙоҡҡа ҡушылып,
Йәнем! Һин дә киткәнһең;
Эшем барған сағы юҡ -
Ғүмерем! Зая үткәнһең!
Әсем! Һин дә ҡараһың -
Кеше хаҡын күп ейҙең!
Тамам һөйәк берегеп,
Яңғыҙ башты кәпләнең;
Уртала ҡалды яңғыҙ баш,
Барыңдың булды көкбөрөң226.
Ҡайырып, күптереп туҡтаттың -
Ошо ине яңғыҙ ситлегең.
Бер башымды аҙҙырып,
Гонаһлы ҡылып, яҙҙырып,
Бөттөмө миндә киктәрең?!227
Ярлы кешене күрәбеҙ:
Кейгән сабата, сәкмән;
Кәмселек менән көн иткән
Хәйерсе кедә228 үтәлер
Йылтыратып күҙҙәрен;
Һәр кем ғибрәт алһын, тип,
Һүҙ һабағын һүтәмен.
 



Ҡолаҡ һалың быға ла:
Хоҙайым фарман ҡылды
Ҡорһаҡтағы балаға;
Шунда теләк теләйҙер
Үтенеп бала Аллаға -
Ошонда миңә оҡшайҙыр,
Сыҡмаймын, тип, донъяға.
Донъялағы һүрәтен
Ҡыҙыҡтырып күрһәтер
Сабыйҙарҙың күҙенә.
Күренгән һуң күп ҡыҙыҡ,
Ҡыҙыҡмай бала ҡаламы? -
Тамам күреп, ҡыҙығып,
Алданып сыға далаға.
Әсәһенең ҡарынынан
Шулай сығып ҡалалыр...
Аһ, изгелек яҡҡа барамы?!.



Бай булһаң, менгән атыңды
Алтын менән дағала!
Кедә булып, юҡ булһаң,
Йөк артырһың, ирҙәрем,
Тыуса менән танаға!
Бар тороп, ҡылһаң юҡ эшең,
Юлығырһың бәләгә;
Ятҡа тороп, ҡылһаң бар эшең,
Ҡалырһың ошаҡ-ялаға!..



Кил, егеттәр, ҡыла күр
Кәсебеңде хәләлдән:
Һинең дә бит йәндәрең
Мосолман булып яралған;
Ҡыйынлыҡты күрерһең
Ҡиәмәт көн харамдан!
Аҙ көн фани донъяла -
Бер-береңде һыйлап үт;
Һаҡлана күр яланан -
Ел һүҙ мән229 әйткән ошаҡ күп.
Миннәтен230 бының ала алмам -
Миҙгелһеҙ ҡайтып231 китмәк юҡ
Бер тыуған һуң анаңдан
Форсат тигән майҙанға.
Ғалим халҡы ҡамалған -
Тырызың232 тора тартыулы,
Йөктәрең тора артыулы,
Ашып китте был көндә
Ҡылған эшең самаңдан!
Күререң юҡ һис кемдән,
Күрмәһәң үҙ ялаңдан.
Төрләнеп торған был заман!
Иҫәбен әҙәм тапмаған,
Ҡайҙа боҙоҡ әҙәмдең
Ҡеүәтләп һүҙен яҡлаған;
Берәү дөрөҫөн әйтһә,
Кенә ҡыуып, һаҡлаған.
Уғрылыҡ ҡылһа, маҡтайҙыр,
Яманлыҡ ҡылһа, йөпләйҙер -
Был бер булат ҡылыстыр
Ҡап төбөндә ятмаған.
Ғилем юлын күпме әйтһәң дә,
Күңеленә инеп ятмаған.
Ҡылт-сылт иткән был заман -
Төрлө фетнә ҡаплаған;
Ир-егеткә ошаҡ күп
Башын һаҡлап баҡмаған;
Изге бала ҡайҙа бар
Әсә һөтөн аҡлаған?
Яуыз бала илдә күп
"Ә" тиһәң, "мә" тип һаплаған.
"Ир аҙмайҙыр, - тигән бар, -
Үҙ аҡылын һаҡлаған".
 



Үлмәй тороп, егеттәр,
Ахирәт этен йүмһәнә!
Дәүләт бирһә тәңрең,
Мәсет һалып бирһәнә!
Вәғәҙәңә тоғро ҡал!
Әйткәнемдән ғибрәт ал:
Донъя этен ҡуйған һуң,
Ахирәт этен йүмһәнә!
Ҡайнай торған көндәр бар
Йылан, саян, ҡырмыҫҡа!
Самаң килһә, өлгө һал -
Үлгәс, ҡалһын бер нөсхә!
Бәхет бөтһә, сәсән бул,
Ҡалма ултырып, Бәдерша!
Һал күҙеңде юғары,
Башыңды һалындырма!



Ағайыңды һағынаһың, алыҫ булһа,
Ят та яҡын булалыр, таныш булһа.
Дуҫың түгел, дошманың һөйөнәлер,
Ғәйептән, тәңрем биргән таҙың булһа.
Атанан бөтөн булып бала тыумайҙыр,
Үҙе үк сабып сығыр, насир256 булһа.
Дуҫың көлә, дошманың мыҫҡыллайҙыр,
Аяғың бер нәмәнән салыш булһа.
Гәүһәрҙең аҫыллығы - асыл ташы,
Берәүҙең миллион һумлыҡ ҡара башы;
Һөйәгең һөйәгемдән кәм, тимәйем,
Затығыҙ - затыбыҙҙың саҙаҡаһы.



Аңлатмалар

Иҫкәрмәләр