Jump to content

Июль айы(шиғыр). Гөлнур Яҡупова

From Wikisource
Июль айы(шиғыр). Гөлнур Яҡупова (Шиғыр )
автор Гөлнур Яҡупова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Июль айы


 Йәйге селлә тигәндәре
 Июль айында була.
 Аҡландар мәтрүшкә еҫе,
 Бал еҫе менән тула.
Баҡсала үҫкән көнбағыш
 Ҡояшҡа оҡшап тора,
 Һары керпектәрен асып,
 Яҡтыға башын бора.
Ҡырмыҫҡалар ҡанатланып
 Осоп йөрөй бер көндө.
 Ямғырҙы көтөп, бәшмәктәр
 Зонтиктарын бөркәнде.
Сәскәләрҙән күҙ ҡамаша,
 Ҡыҙҙар йыя гөлләмә.
 Июль айы гүзәллекте
 Бүләк итә йәлләмәй.
 


1996 йыл