Иҫәнгилде, Иҫәнгилде
Тигән ауыл булыр икән,
Иҫән килеүен килдем дә,
Иҫән китеп булыр микән?
Иҫәнгилде урамдары
Үҙе оҙон, үҙе киң;
Тик ҡурҡма һис, аҙашмаҫһың,
Был ауылға килһәң һин.
“Кем һин, ҡайҙан?”
Һорау ҡайҙа?
“Түрҙән уҙ, әйҙә, ҡунаҡ!
Ярай үтеп китмәгәнһең
Иҫәнгилдене урап?!”
Һыйлай ағай, һыйлай апай,
Көй һуҙалар бабайҙар,
Ыңғайына бейеп китә
Йәп-йәш кенә малайҙар.
Өҙҙөрә баҫ! Туҙһын итек!
Туҙмаһын йөрәк кенә,
Беҙҙең ише ауылдарҙы
Донъяла һирәк, тиҙәр!
Гармунмы, әллә ҡураймы,
Ҡумыҙға бейейһеңме?
Әллә өзләп, йәки көйләп,
Йырларға теләйһеңме?
“Абба” ла бар, “Верасы” ла–
Йәнең теләгәнен һал,
Йәки, ана, Ишмулланың
Ҡурайына бейеп ҡал!
Иҫәнгилде геүләп ала
Гел шулай, ҡунаҡ килһә,
Шәмбе, йәкшәмбе көндәре
Һүҙ ҙә юҡ, алла бирһә!
Йоҡлай ауыл.
Уттар һүнде.
Тик йондоҙар һүнмәне.
Һүнмәһә лә урамдағы
Ғашиҡтарҙы күрмәне.
Ҡар яуамы, әллә ямғыр,
Ҡышмы, көҙмө, әллә йәй,
Йәш йөрәктәр түҙәме һуң
Йондоҙ һанап йөрөмәй?!
Бына шулай, дуҫым минең,
Иҫәнгилде хәлдәре,
Үҙ күҙең менән күрерһең,
Юлға сыҡтыҡ, әйҙәле!
Ябай башҡорт ауылының
Унда эшсән халҡы бар,
Һыйлап, туйлап оҙаталар,
Ҡаршылайҙар алҡышлап!
Иҫәнгилде, Иҫәнгилде
Тигән ауыл булыр икән,
Иҫән килеүен килдем дә
Иҫән китеп булыр микән?!
Юҡ, ахыры, ихласлыҡты
Һәр кем шулай яраталыр.
Йөрәгемдә был төбәккә
Һөйөү тигән яра ҡалды.
Яра ҡалды…