Jump to content

Йылдар сыңы, һөйөү моңо... Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Йылдар сыңы, һөйөү моңо... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 1981.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Йылдар сыңы, һөйөү моңо,
Алыҫ инде, алыҫ ара.
Бәлки, тыныр берәй ваҡыт
Йөрәктәге ошо яра.

Йылдар сыңы, йәшлек моңо,
Үткән инде, үткән күптән,
Кемдәрҙеңдер бәхетенә
Зәңгәр ҡарҙар яуа күктән...

Йылдар саңын йыра-йыра
Йәшлегемә юлдар ярам,
Ҡайҙа икән зәңгәр донъям?
Бәхетемде эҙләп барам...