Әх, бөгөн донъя кейенгән ҡыҙға оҡшап тәп-тәтәй, Ҡыҙ булып баҫҡан тәбиғәт донъяға ап-аҡ тәпәй. Хаузы кәүсәр шишмәһе өҫтөнән иҫкән ел кеүек, Их, бөгөнгө ел һауанан бер ғәжәп ләззәт татый. Ниндәй йәмле, их, бөгөн ожмах көнөнән йәмле көн.