Jump to content

Йәшен-шағир

From Wikisource
Йәшен-шағир (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 15.07.1988.Байғусҡар.. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (128-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ЙӘШЕН-ШАҒИР


          Шағир Рәшит Назаровҡа
Күктең зәңгәр өҫтәленә йәйеп,
Ҡарағусҡыл болот-ҡағыҙын,
Онотолоп, ярһып йәшен-шағир
Теҙә бөгөн серле яҙыуын.
Ут-ҡәләмдең осҡондарын күреп,
Күңелемдә йырҙар ярала,
Ниҙәр генә ижад итә икән
Күҙ асып та йомған арала?!
Шиғыр юлы тамғас дәфтәренә,
Өлгөрмәнең тиеп, уҡырға,
Ләззәтләнеп ҡабатлай ул телдән
Әллә күҙле, әллә һуҡырға...
Йәшен-шағир өсөн фани донъя
Бары ут һәм хистән яралған.
Юғала ул илап, ергә һеңә,
Болот ҡағыҙҙары таралғас.
Бер ни кәрәк түгел йәшен-утҡа.
Хис даръяһы ғына тынмаһын,
Бары йәшәү серен аңлағандың
Йөрәгендә йәшен уйнаһын!
Уйнаһын да бер уйланһын кеше –
Ғүмер сикле, ә йыр мәңгегә,
Йәшен-шағир яҙған утлы юлдар
Сергә тулы сихри мәл генә...



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.