Jump to content

Йәшлек төҫө

From Wikisource
Йәшлек төҫө (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (121-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Йәшлек төҫө


Йәшлек төҫө – үләндер ул,
Май башында морон төрткән,
Йәшлек төҫө – салт күк йөҙө,
Шаян ләйсән яуып үткән!

Йәшлек төҫө – сағыу ҡояш,
Көн битендә ергә баҡҡан;
Күҙҙәреңде сағылдырыр
Япраҡтыр ул, алтын яҡҡан.

Йәшлек төҫө – Ерем йөҙө,
Яңыра һәм үҫә – тере,
Күңелемдә ҡояшһыҙ ҙа
Йәйғор булып балҡый үҙе!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.