Бер туҡтауһыҙ иғтибарҙы һорап,
Минән ниҙер талап итмәйһең,
Мине солғап алған хәстәреңә
Яуап итеп, рәхмәт көтмәйһең.
Эсер һыуым, һулар һауам кеүек,
Бар тормошом һиңә бәйләгән,
Яҡты йылмайыуың, наҙлы һүҙең –
Ул ғәҙәти хәлгә әйләнгән.
Урамдағы буран – буран түгел,
Ҡойма ямғыр түгел ҡурҡыныс:
Ел-бурандан, ғәйбәт-рәнйештәрҙән
Яҡлар һинем булғас, йән тыныс.
Баҫһам, аҙымдарым ышаныслы,
Йоҡлар түшәктәрем уңайлы,
Һин булғанға, минең йәнем тыныс,
Көнөм – ал ҡояшлы, төн – айлы.
Абынғанда иңдәремдән тотоп,
Үрләгәндә бирәң ҡулыңды,
Ҡар яуғанда, көрәп таҙартаһың,
Яҡтыртаһың төндә юлымды.
Шулай тейеш кеүек, өйрәнелгән.
Өйрәтелгән икән кемебеҙ?
Мине өйрәткәнһең – һин яуаплы!
Йәшәй алмаҫ инем мин һинһеҙ…
Хоҙайыма көн дә рәхмәт әйтәм:
Күҙ теймәһен беҙҙең усаҡҡа,
Һинең менән көнөм башланһын да,
Тамамланһын һинең ҡосаҡта…