Jump to content

Йөҙ һүҙ. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Йөҙ һүҙ. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 14.02.2014.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Эш ҡуша ине әсәйем
Ҡысҡырмай, ипләп кенә,
Эшләп ҡуя инем эште,
Әйткәнен йөпләп кенә.

Үҙем үҫкәс, телем үҫкән,
Әсәмдең һүҙе иҫтә:
“Эшләп ҡуйһаңсы шул эште
Йөҙ һүҙгә етмәй генә!”

Ғүмер буйы иҫтә тотам
Әсәйемдең һүҙҙәрен,
Баһалаһындар кешеләр
Эштәремдең үҙҙәрен.

Күп һүҙ – юҡ һүҙ.
              Шиғыр яҙам
Артыҡ һүҙ түкмәй генә,
Эшләргә тырышам эште
Йөҙ һүҙгә етмәй генә…