Jump to content

Килер әле

From Wikisource
Килер әле (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 03.05.1999. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (23-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


КИЛЕР ӘЛЕ


– Һағындыңмы?
– Интизармын
Йөҙөнә тик бер бағырға,
Ғәзиз һынды баҙмаҫ инем
Ҡосағыма алырға…

– Яратаһың?
– Күҙҙәренең
Ҡоҙоғона сумғым килә,
Аһ-зарҙарын тыным менән
Үҙ йәнемә һурғым килә.

– Әгәр килһә?
– Бер йөрәгем
Сәрпәкләнер ярсыҡтарға.
Һөйөүме был, ғазапмы был?
Хәлем етмәҫ асыҡларға.

– Килһенме һуң?
– Юҡ, үтенәм,
Хистәремде һиҙҙермәгеҙ,
Йөрәгендә уты һүнһә,
Ҡуҙ алырға
Үҙе белеп,
Килер әле!




This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.