Jump to content

Китәһеңме?.. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Китәһеңме?.. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 02.08.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Китәһеңме? Эй, хәйерле юлға!
Тап-таҡырҙан булһын юлдарың!
Һин китә тип илап ултырмаҫмын,
Иртәгәлә минең уйҙарым.

Ул иртәгә! Эх, күрәһе ине!
Эх, етәһе ине тиҙерәк!
Ҡанаттарым яҙылырҙар ине,
Донъя матур булыр бигерәк!

…Туҡтаның да ишек төптәрендә
Икеләнеп, уйлап тораһың…
Ҡыйындыр шул - илап ҡалмайым бит!
Тағы ниндәй пландар ҡораһың?

Ярай, хуш бул, һау-сәләмәт йәшә!
Иҙәнемде, етер, таплама!
Китһәң – кит тә, бушат ишек төбөн!
Килер бәхетемде ҡаплама!