Күбәләктәй леп-леп килеп Остом һиңә, остом белеп: Гөлт итеп мин тоҡанырмын, Көл булғансы мин янырмын! Танһыҡ миңә һинең ҡосаҡ, Тандыр янған төнгө усаҡ. Таңға хәтле таңдар ҡалып Тыңланы бит тынлыҡ ул саҡ Икебеҙҙе... Иҫеңдәме, Икеләнеү-шиктәр йыраҡ. Леп-леп килгән күбәләктәй, Леп-леп янды һөйөү-сыраҡ.