Jump to content

Күтәрҙең дә һуҡтың һөйөүемде... Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Күтәрҙең дә һуҡтың һөйөүемде... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 08.08.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Күтәрҙең дә һуҡтың һөйөүемде!
Селпәрәмә килде бахырым…
Йәшлек йүләрлегең булды микән?
Уйламаның бер ҙә ахырын…

Ярсыҡтарын йыйып устарыңа
Ҡоршар инең күмер йәштәргә,
Бөтәшмәне кире мөхәббәтем…
Тура килде унһыҙ йәшәргә.

Эйелгәндә йәнем тубыҡланып,
Ғорурлығым китте уянып,
Намыҫымдың янды сикәләре
Көсһөҙлөгө өсөн оялып…

Һинең ҡулдан алып ярсыҡтарын
Мәсхәрәгә ҡалған һөйөүҙең
Үҙ аяғым менән тапап иҙҙем…
Үкенерлек булһын һин үҙең!

Үҙ-үҙемә шул саҡ мин ант иттем:
Мин бәхетле булам үс итеп!
Үкенестә, әйҙә, янһын йәнең,
Минең бәхетемде ишетеп.

Башҡа һөйөү миңә ҡанат ҡуйҙы,
Шат йылмайып киләм мин ерҙән!
…Йөрәк төпкөлөндә сәнсә ярсыҡ
Селпәрәмә килгән һөйөүҙән…