Jump to content

Күңелем. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Күңелем. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 14.12.2014.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Күңелемдең күлдәге юҡ –
Күңелкәйем шәп-шәрә,
Кемдер уйнап, кемдер уйлап
Ҡаты ҡар менән бәрә.

Күңелемдең йоҙағы юҡ –
Кем иренмәй – шул инә,
Аяҡ кейемен дә сисмәй
Туп-тура түргә менә.

Күңелемдең сиктәре юҡ –
Һәр үткенсе ҡағыла,
Бер яраһы уңып бөтмәй,
Яраланам тағы ла.

Күңелемдең яҡлауы юҡ –
Юҡ биге лә, сиге лә,
Рәнйетмәгеҙ, бәрелмәгеҙ –
Уйҙарым тик изгелә!