Аҡмулла, килешмәне йәштә көйөң,
Таушалды күп уйлауҙан башта мейең.
Һүҙ — иҫкән ел, аҡыл — гәүһәр, күңел — даръя,
Ҡошта һөт юҡ, йылҡыла — үт, ташта — төйөн.
Һүҙ һөйлә бер аҙыраҡ, юл ҡыҫҡарһын,
Ҡәләм дә, ирек барҙа, ҡулға оҫтарһын.
Ғүмереңде яҡшыларға һөйкәлеп үт —
Һәр аунаған ереңдә бер төк ҡалһын.
Ғәҙеллек ҡыл, әгәр ҡунһа башыңа баҡ,
Мин-минлек ҡылма аслан, менһәң дә таҡ.
Мәсет һал, көсөң етһә, ил халҡына
Ғилем өйрәт, улың булһа, уҡыт һабаҡ.
Егеткә юлдаш булыр һөнәр, белем,
Күҙ һалмаһаң һөнәргә, китәр ғәйебең.
Һыйынып яҡшыларға иркә булһаң,
Таралып йорт өҫтөндә китәр телең.
Донъяның барын теүәлләү килмәҫ ҡулдан —
Үҙең тик бер тапалған сыҡма юлдан.
Һөнәрең дә ахирәтлек юлдаш түгел —
Уйлап ҡара Әфләтунды — нисек булған!
Хисапһыҙ бай булһаң да Ҡарымбайҙай,
Йомарт булып, мал сәсһәң дә Хатимтайҙай,
Булһаң да Ерәнсәләй телгә сәсән,
Булһаң да Ғәли Шир-Арыҫландай —
Ахырҙа ятыр урының бер ләхет, шәй.