Jump to content

Кәңәш биреүсегә

From Wikisource
Кәңәш биреүсегә (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (62-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Кәңәш биреүсегә


Һин ул булып илап ҡара, көлөп ҡара,
Һин ул булып ҡара һөйөлөп,
Үҙәгеңә үтер йәберҙәрҙән
Китмәҫ микән йәнең өҙөлөп.
Ә йөрәгең нисек сыҙар икән
Түбән йәндең нахаҡ һүҙенә?
Йәш тамһа ла күҙҙән йылмайыуың
Сығыр микән нурһыҙ йөҙөңә?
Һин ашыға күрмә, дуҫым минең,
Күңеленә уның ҡағылма,
Кәңәш – аҡыл өсөн, ә йөрәккә
Хистән башҡа һүҙҙәр яҙылмай…
Ҡағылма…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.