Jump to content

Көттөммө мин аҡҡош мөхәббәтен. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Көттөммө мин аҡҡош мөхәббәтен (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Көттөммө мин аҡҡош мөхәббәтен


Көттөммө мин аҡҡош мөхәббәтен?
Ҡыҙыл ҡарҙар яуа ҡубарылып.
Донъяла юҡ тоғро йәрҙәр, тиеп
Кемдәр һуҙа унда ҡобайырын?

Ҡайҙан килгән хыял, уйҙырма ул,
Ниндәй елдәр менән, ҡай тарафтан?
Тоғро йәрһеҙ
Ете күктәремдән
Ҡаҡлығып та кире ҡайта раушан.

Мең ҡат үҫеп, мең ҡат түңкәрелеп,
Һылашып та ятып ҡара ергә,
Юҡ, теләмәй,
Юҡ, килешмәй рухым
Тоғролоҡһоҙ хистән ҡарайырға.