Jump to content

Көтәм (шиғыр)

From Wikisource
Көтәм (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (35-се бит) ISBN 5-295-03798-3


КӨТӘМ


Көтәм!
Упҡын упҡан ҡая – сабырлығым –
Ваҡыт даръяһында юғалды,
Бурандарҙы тыным менән һурам –
Ҡапламаһын
Һинең алдыңдағы юлдарҙы.

Көтәм!
Өмөттәрем, уртын сәйнәй-сәйнәй
Ризыҡ көткән бүре балаһылай.
Ваҡыт  ҡаны  һарҡый, тиҙерәк кил,
Дауаһын тап,
Йөрәгемдең һулҡыр яраһына.

Көтәм!
Онотторор бар донъяны был мәл –
Икебеҙгә генә тейер бәхет,
Һағыш яуын  өмөт-уҡтар менән
Ҡыйратып та
Йылдар буйы яулап алған тәхет.

Көтәм!
Батшалығың әҙер,
Хаким булһаң,
Хистәремдең ысын хаҡын белһәң,
Сер һарайын  асыр асҡысым бар.
Һалыр инем устарыңа уны,
Бәхет алып ҡына килер булһаң.
Килһәң…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.