Jump to content

Көҙгә китәм! Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Көҙгә китәм! (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 11.08.2014. Нәшер ителгән: 12.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Көҙгә китәм!


Йәйҙе көттөм – йәйем үтеп бара,
Мөғжизәләр көттөм йәйемдән,
Сәғәт-минуттарым бер туҡтауһыҙ
Тамсы булып тама йәнемдән…

Өмөт иттем йәйҙең йылыһына,
Йәнем мохтаж ҡояш наҙына…
…Алдап ышандырып эйәртте лә,
Алып барып тыҡты һаҙына!

Йәй бит үҙе – бер бәләкәй ғүмер,
Танһыҡтарым быйыл ҡанманы,
Йән теләгән йәшел мөғжизәгә
Өмөттәрем бер ҙә ҡалманы!

Былай булғас, башҡа сарам бөттө:
Көҙгә китәм! Көҙөм – алтындан!
Эй ялбарып миңә бахыр йәйем
Илай-илай ҡалыр артымдан…


11.08.2014