Jump to content

Лимон(хикәйә). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Лимон ( хикәйә )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Лимон


 Бер ҡыҙыҡ өйрәтәйемме? Әгәр килеп сыҡмаһа, мин ғәйепле түгел, килеп сыҡһа, мин өйрәтте тимәгеҙ, үҙем беләм, тиегеҙ ҙә ҡуйығыҙ. Сер итеп кенә әйтәйем: был хикмәтте мин үҙем уйлап тапманым, унан да үкенеслерәге — һынап ҡарарға ла тура килмәне.
Йә сәғәтем һәйбәт йөрөй, йә сәғәт боҙолғанда лимон булмай, лимон булһа — йә цинк, йә баҡыр. Нисек инде,
сәғәт... лимон... тиһегеҙме? Аллаһи-биллаһи, иң яҡын дуҫым һөйләне, ә ул алдаша торғандарҙан түгел.
Ышанмаһағыҙ, һынап ҡарағыҙ.
Электрон сәғәттәрҙең туҡланыу элементын әленән-әле алыштырып торорға кәрәклекте һеҙ беләһегеҙ инде. Минең дуҫым да ана шундай сәғәттән ыҙа күрә. Мастерскойға йөрөй-йөрөй йөҙәгәс, электрон сәғәттән баш тартырға була. Шулай итмәй ни: төҙәтә торған ер йә ябыҡ, йә әлеге туҡландырғыс юҡ. Ә сәғәт гел кәрәк. Унһыҙ нисек йәшәйһең, ти. Үҙе ул — үҫемлектәр, улар сығарған йылылыҡ менән ҡыҙыҡһыныусы ғалим. Тота ла тәжрибә яһай: сәғәтенең электродвигателенә бәләкәй генә цинк һәм баҡыр пластинкалар йәбештерә һәм шуларҙы... лимонға тоташтыра. Һөҙөмтә көткәнде лә уҙып китә: сәғәт йөрөй башлай! Йөрөү генә тиһеңме, лимон уны бер нисә ай туҡландыра. 
Әле минең дуҫым телевизорын токка тоташтырмай эшләтергә хыяллана. Эҙләнһен, әйҙә, шулай бит? Эҙләгән, кеше таба ул.
Һеҙ үҙегеҙ ошоноң кеүек берәр табышҡа юлыҡһағыҙ, мотлаҡ бүтәндәргә лә өйрәтегеҙ, йәме. Изгелек ур-таҡлашҡандан үрсей генә.

 


1993 йыл