Ниңә ошо бай, үҙе дәрәжәле ирҙәр өҫтәүенә төҫкә лә бик сибәр була икән? – Кемдеңдер күҙ ҡамаштырғыс итеп һүрәтләнгән тормошонан өҙөк-тәтек мәлдәр тупланған сираттағы ялтыр журналға көнләшеп тә, һоҡланып та текәлдем.
-Нимә тиһең? – Алғы яҡта эш менән мәшғүл еңгәм тауышымдағы көнсөллөк ноталарын ишетте, ахыры, ҡолағы ҡарп иткән.
-Бынауыны әйтәм, үҙе фирма директоры, үҙе бай, нимәгә инде уға, етмәһә, ошо тиклем сибәрлек, ә?
- Төҫө барҙан – төңөлмә, - тигәндәр боронғолар, ҡана, күрәйем әле сибәр тигәнеңде… - еңгәм ебеп, ҡыҙарып бөткән ҡулдарын алъяпҡысына арлы-бирле генә һөртөп, минең ҡыйбатлы ялтыр журналға йәбеште. Һуңғы һумымды сығарып алған журналымда ҡаласаҡ майлы таптарҙы күҙ алдына килтереп, иренемде ҡымтыйым.
Сәйнүктең даһырлап ҡайнап сыҡҡанын ишетеп, түрбашҡа ыңғайланым. Еңгәмдең йыуа башлаған һауыт-һабаһын сайҡап түңкәргәс, икмәк һауытына күҙ һалдым. Һәр ваҡыттағыса буш. Ҡыҙыҡ ҡына инде ошо еңгә! Ҡырылмаһа-ҡырҡ яҡта эше ҡырылып ятһын, йә берәй китап-фәләнгә, йә берәй ҡул эшенә мауығып, бар донъяһын онота. Өйҙөң йыйнаҡлығына бик иҫе китеп бармай, төшкө ашты ла ваҡытына өлгөрткәне бик һирәк. Үҙенең ҡиәфәте лә үҙе белгән генә тәртипкә буйһона: бер ҡараһаң, кәүҙәһенә кипсәлеп кенә торған кейемдә, сәсендә прическа, икенсе ҡараһаң, һәпрәнең-һәпрәһе – тубығы һәленгән трико, өҫтөндә ағайҙың төҫө бөткән футболкаһы һәм тырым-тырағай ялбыраған сәс…
“Ялҡау килен” тип йөрөтөр ине өләсәй, күҙ артында. Хәйер, киленен ул йәшәй башлағанға тиклем үк яратманы. Һоратырға барып ҡайтҡас, малайын өйләндерә һалырға тигән дәрте буйтым кәмегәйне. Мин ул саҡта мәктәптә алтыламы-етеләме уҡып йөрөгән бала, уның бер туҡтауһыҙ уфылдағанының сәбәбен аңлап та бөтмәнем. Балалығыма барып, шулай йәмһеҙ микән ни, тип шикләнеп уйланып йөрөгәнем хәтерҙә. Үҫмер саҡта еңгәнең матурлығы мөһим бит инде. Өләсәй ниңә улай ризаһыҙ ғына йөрөй икән тиеүемә әсәйем, ғәҙәтенсә, ҡырыҫ ҡына: “Ул өләсәйеңдең ҡасан берәй нәмәгә ҡәнәғәт булғаны бар, - тип кенә ҡуйҙы, - мин килен булып төшкәнемдә лә ҡашы-күҙе емерек ине…”
Әсәйем йәш сағында нисек кенә ҡәйнә йортонда ыҙа сиккәнен һөйләй башлаһа, әкиәт һөйләгән кеүек тыңлайым. Әлләсе, беҙҙе, ейәндәрен, арҡаһынан тапап-һөйөп торған өләсәйҙе “яуыз ҡәйнә” ролендә һис күҙ алдына килтереп булмай. Әсәйемә лә “килен дә килен” тип өлтөрәп торасы. Ниндәй мәшәҡәт булһа ла иң тәүҙә әсәйемә йүгереп килә, иң беренсе уға кәңәшә, ярҙам кәрәкһә, уға таяна, ҡунаҡ-төшөмгә әйтмәй ҡалмай. “Туй” тигән оло-ҡара мәшәҡәт сығырға торғанда, бигерәк тә әйләнгән һайын килеп етеп, хәбәрен еткереп тора. Хәйер, еткереп түгел инде, уның һөмһөрө ҡойолғанын күреп-аңлап торған әсәйем уның ауыҙы асылмаҫ борон көйләү-сөйләү яғын ҡарай. Хәбәрҙе әллә ҡайҙан, осҡо тана Мәхмүт малайының эсеп, тракторы менән күперҙән осҡан тигән берәй төрлө ваҡиғанан башлай ҙа, егет-еләнде сәпсим эсергә өйрәнеп, аҙып-туҙып өлгөрмәҫ борон өйләндергән хәйерле инде ул, тигән фекергә әйләндереп-тулғандырып килтереп еткереп ҡуя. Сәйҙе шөпөрләтеп эсеп, өндәшмәй-тынлашмай тыңлаған Гөлбаҙыян түтәйҙең, йәғни минең өләсәйҙең, уйланып ултыра торғас, ҡаштары бер аҙ яҙылғандай була. Әсәйемдең осло күҙенә был үҙгәреш салынмай ҡалмай. Ул инде уратып ҡына һүҙҙе ҡоҙа булаһы кешеләрҙең арыу ғына нәҫелдән икәненә бора. Килен булаһы ҡыҙҙың да аҙып-туҙып, кеше теленә төшөп йөрөмәгәненә ҡыялата. Ипләп кенә Иршат ағайымдың да инде күптән бәлиғ булғанын, дискотека-фәләндән һуҡмыш ҡайтҡылаған саҡтарын иҫенә төшөрә. Быныһы инде иң көслө ҡорал, өләсәйем йыуашыраҡ улының киләсәге өсөн бөтөнләй хәүефкә ҡала. Уҫал бисәлегә ҡарағанда, буйҙаҡ алкаш булып йөрөү, Алла һаҡлаһын, бик күпкә аламараҡ буласағын тойомлай.
- Ярай, йә анау Һәлкәстең Рәзиме кеүек “Шул Әнифәне алып бирмәнең, ғүмерлеккә бәхетһеҙ иттең”, тип һаҡалы ағарғансы илап йөрөр, тәүбә, әстәғәфирулла. Аллаһы Тәғәләгә тапшырып, башлы-күҙле итеп ҡуймай булмаҫ Иршатты. - Өләсәйем бер аҙ үҙ уйҙарына батып ултырғас, өҫтәп ҡуя, - бәлки, йәшәп тә китерҙәр, яҙған булһа, кем белә, шайтан ғына өмөтһөҙ…
- Тыумаған ҡолондоң биле һынғанына ҡайғырып ултырма инде, ҡәйнәм. Йәшәрҙәр, йәшәмәй ҡайҙа барырҙар, тиһең…
- Йәшәү менән йәшәү бер төрлө булмай бит әле. Анау Шәриф менән Рәзимә лә йәшәп ята. Улар ҙа ғаилә тип атала дөкәмит буйынса. Ире өҫтөнән кем менән генә типтермәне, албаҫты. Тегеһе түҙә, белә-күрә тора шул бисә менән.
- Тора инде, нишләһен. Уның йәшендә ҡатын айырып, яҡшырағын ҡайҙан табаһың. - Әсәйем өләсәйҙең әллә ниндәй Рәзимәләр, теләһә кемдәр тормошон сәйнәй башлаттырмай, тағы һүҙ теҙгенен үҙ ҡулына алды.
- Хәҙер ауылда ҡалып һыйыр һауып, сөгөлдөр утап йәшәй торған ҡыҙҙар бармы ни, барыһы ла ҡала яғын ҡайыра. Иршатҡа ла тиң-тош ҡыҙ табылған икән, етмәһә, ауылдан йөҙ сөйөрмәй, ҡәйнә йортона төшәм тип ҡурҡмай икән, тимерҙе ҡыҙыуында һуғалар!
- Ярай, кеше күргәнде күрербеҙ әле. Мин таныштырмаған, үҙҙәре табышҡан икән, теләһә нишләһендәр ҙә.
Гөлбаҙыян түтәй ауыр кәүҙәһен сайҡалтып ҡапҡа тышына сыҡҡас, оло килене үҙ алдына һуҡранмай түҙмәй:
- Буйтым йәшкә етте, кеше ышандырып мәсеткә йөрөгән була, ауыҙынан бер ыңғай һүҙ сыҡмаҫ. Матур йәшәһендәр, бәхетле булһындар, тип теләһә нимә була шуға, ә?
Өләсәйҙең икеләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, туй билдәләнгән көнгә бер ни булманы. Таш та яуманы, Иршат ағайым да кире уйламаны, кәләш тә ҡасып китмәне. Буласаҡ еңгәмде күргәс тә, “аһ” иттем. Минең үҫмер генә аңыма ул матурлыҡтың үҙе булып күренде. Ауылдағы башҡа кәләштәр киң итәкле, әллә ниндәй ҡаҡ та ҡот әберкәләр, сәсәктәр, тағы әллә нәмәләр менән биҙәлгән ҡабартмалай күлдәктәр кейгән булһа, еңгәм уларҙың кипмә-киреһе ине. Һомғол, нәҙек кенә билле, хәс тә Грецияның иң матур ҡорамынан йәнләнеп ҡубып килеп сыҡҡан антик статуя тиерһең. Ҡап-ҡара матур бөҙрәләр биленә тиерлек төшөп тора. Эҫе ҡояш аҫтында үҫкән көньяҡ һылыуҙарыныҡы кеүек йөҙҙә ҡап-ҡара керпектәр менән ҡаймаланған йәм-йәшел күҙҙәр. Бешкән сейә тип шундай ирендәрҙе әйтәләрҙер инде. Етмәһә, йылмайғанда биттәре лә соҡорайып тора, имеш. Ошондай алиһә кеүек һылыуҡай беҙҙең төпкөл генә ауылда тыуып үҫһенсәле, һис ышанып булмай. Ниндәйҙер модалы журнал тышында ғына торорға тейеш ине бит был йөҙ. Ә был һын иһә иң билдәле модельерҙар теккән кейемдә, иң бейек подиумда ғына йөрөргә хаҡлы.
Туйҙан һуң миңә әллә нимә булды. Ағайымдарға барам, көн оҙоно ситтән генә еңгәмә һоҡланып ҡарап ултырам. Миңә берәй төрлө һүҙ ҡушһалар, тыртайып ҡайтып китәм, йә ап-арҡыры яуап бирәм, юҡҡа-барға үсегәм… Холҡомдо электән дә маҡтамайҙар ине инде, хәҙер бөтөнләй “нимә булды был балаға”, тип ғажиз булдылар. Мин үҙем дә аңламай инем нимә булғанын. Аптырағас, өләсәйемдәргә бармаҫ булдым. Шулай бәргеләнеп-һуғылып йөрөгәндә әсәй менән атайҙың үҙ-ара мығырлашҡанын ишетеп ҡалдым. Холҡомдо тикшерәләр икән.
- Ҡорһаҡ туҡлыҡтан ҡоторона, артыҡ иркәләттең, буғай, атаһы, - тигән була әсәйем. Ҡасан иркәләгәнде күргәне барҙыр. Ололар шулай инде – үҙҙәренең бер арҡанан ҡаҡҡанын да “иркәләп үҫтерҙем”, тип онота алмай, ә көндәр буйы нимәлер талап итеп нисә тапҡыр аҡырғанын, һүҙенә ҡолаҡ та һалмауҙарын белмәйҙәр.
- Яратҡан ағаһын көнләй, шикелле, Сулпан. Бәләкәй сағынан Иршаттың елкәһендә генә йөрөнө лә һуң. Тегеһе лә “айт” тигәненә “тайт” тип торҙо. Ул мәмәй килтерһен, ул тәтәй тигәндәй…
Башҡаса тыңлай алманым, ҡастым. Үҙең хаҡында хәҡиҡәт ишетһәң, күтәреүе ҡыйын. Атай, үҙе лә һиҙмәҫтән, минең нимә кисергәндең өҫтөнә баҫты. Үлеп көнләй инем, үлеп. Тик Иршатты түгел. Бер кәмселеге булмаған еңгәмде көнләй инем мин ысынында. Нисек шулай? Миңә ҡапыл идеал булып күренгән фәрештә нисек ошо ябай ғына ауылда минең ябай ғына ағайыма ҡатын булып йәшәп ята ала һуң ул? Һүҙ юҡ, Иршат ағай насар кеше түгел, әлбиттә, уңғанлығы ла бар, буйға ла нисауа, кәкре-бөкрө түгел. Ләкин ул ябай ауыл малайы. Хәйләһеҙ, эскерһеҙ ауыл малайы. Ә еңгәм бит артыҡ нәфис һәм артыҡ нәзәкәтле. Ул ауылға ғына түгел, ғөмүмән, ер йөҙөнә аҙашып килеп сыҡҡан фәрештә. Уның урыны ҡайҙалыр телевизор экраны артында, бүтән донъяла.
Ҡыҙғаныуым нисек үтеп киткәндер, иҫләмәйем инде. Әллә өләсәйҙең әйләнгән һайын әсәйемә килеп йәш килене өҫтөнән зарланыуы тәьҫир иттеме икән? Бәлки, ҡайһы саҡта зарланыуы урынлы ла, сәбәбе лә булғандыр. Әммә аҙаҡтан иғтибарлауымса, күп кенә осраҡта өләсәйем себендән дә фил яһай торғайны. Бер заман ах та ух килеп кереп, хәле бөтөп диванға тәгәрәне.
- Был килен беҙҙе үлтерергә уйлай, ахыры, әпәйгә лә тоҙ һалмаған, - тип илай. Тағы әллә нимәләр тип һөйләп бөткәйне, башҡаһы онотолған. Ошо “оло” ғәйеп ташлауы ныҡ иҫтә. Еңгә тоҙһоҙ ашарға өйрәнгән инде, салатҡа ла һалғаны юҡ. Беҙгә килгән сағында ла күпселек аш ашамай, сәй менән генә сикләнә. Беҙгә таман ғына тәмде “тоҙло” тип ултыра. Ә өләсәй ул яҡтан сама тигәнде белмәй торған кеше. Ул тоҙлаған ҡыяр-фәләнде бөтөнләй ашап булмай. Ҡурылған бәрәңгене ашайым тиһәң, яныңа берәй стакан һыу алып ултырырға кәрәк. Әсәйем өләсәйемдең шыңшыуына бер һүҙ әйтмәй ултырғас, мин ҡыҫылмай түҙмәнем. “Аҡ үлем” тип аталған бер мәҡәләне өләсәйгә килтереп тотторҙом. Артыҡ тоҙло ашауҙың һаулыҡҡа зыянлы икәне хаҡында яҙылған ине унда. Гөлбаҙыян түтәй минең алда ла, йәш килененең асығыуын иҫкә алмай, тауыш сығарғаны бар ине. Шуға гәзитте алдан махсус алып ҡуйған инем.
Еңгә йөккә ҡалғас, ныҡ йонсоно. Һурпа еҫенә туҡтауһыҙ уҡшый. Түрбашҡа өләсәй хужа булғас, бер ни ҡыла алмай – ҡәйнә көн һайын ҡаҙан тултырып ит бешерә. Үҙе яратҡанса, тоҙон да йәлләп тормай. Әйҙә еңгәм бахыр тағы өйҙә тауыш сыҡмаһын тип, бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Тәрилкәне арлы-бирле ҡалағы менән бер-ике болғай ҙа шым ғына сығарып Аҡбайға түгә. Өләсәйгә мыжырға тағы бер сәбәп: ашағаны нисек – эшләгәне шулай, йәнәһе. Килен мыҙыҡа, ялҡау, ҡулынан эш килмәй, шуға аппетиты ла юҡ. Ата-әсәһе йортона барып килһә, хет өйгә кермә - өләсәйем ағас игәү алып тағы тыжырға тотона. Йәнәһе, йүнле килен атай-инәй тупһаһын онота, ә бының кеүек ҡәйнәһен-ирен барып ошаҡлап йөрөмәй һәм башҡалар, һәм башҡалар… Иршат ағайымдың да кәләшен яҡлап бер ни әйткәнен иҫләмәйем. Икеһе лә, эш боҙған бала һымаҡ, Гөлбаҙыян түтәйҙе баш баҫып тыңлайҙар ҙа, икенсе бүлмәгә ҡасыу яғын ҡарайҙар. Уларҙың ҡылығына минең хатта асыу килә. Ниңә үҙҙәрен яҡлап бер һүҙ ҙә әйтмәйҙәрҙер? Улар аулаҡҡа ҡасһа, өләсәй тағы нығыраҡ енләнә бит инде, әллә ниҙәр әйтеп бөтә. Әсәйемдең ҡәйнә этлектәре хаҡында һөйләгәненә ышандым инде шунда. Беҙҙе иркәләткән, иғтибарлы, ҡайғыртыусан өләсәй, баҡтиһәң, бына ниндәй була ала икән?!
Ағайым менән еңгәм башҡа сыҡҡас та, ығы-зығы бөттө тип әйтеп булмай, әлбиттә. Хәҙер Гөлбаҙыян түтәй рәхәтләнеп, “Ана, эштән ҡастылар, яңғыҙымды ҡалдырҙылар”, тип ыңһырланы. Әммә йәшәй торғас тынысланды. Иршаттың бер-бер артлы тыуып торған, тәпәй баҫып, теле асылып ләпелдәп торған һөйкөмлө малайҙарын да беҙҙе иркәләткән һымаҡ иркәләтте. Әсәләренән йәшереп кенә кәнфит-мәмәй менән һыйланы, әллә нисә тәтәй-машина ваттырҙы, йыртылған ыштандарын яманы.
Ә ҡәйнә йортонда нимә ҡушһалар, шуны баш баҫып эшләгән еңгә үҙ йортонда иркенгә сыҡты. Һәр аҙымын ҡарап-тикшереп тороусы булмағас, рәхәт шул. Теләһә, йыуа иҙәнен дә, һауыт-һабаһын да, көйө килмәһә - юҡ. Икмәк һалырға бөтөнләй яратмай. Ауыл ерендә үҙең бешергән икмәк буйтым аҡсаны һаҡлағанға ғына бешерә. Бик йыбанһа, һатып ҡына ала. Еңгәмдең шул ғәҙәтен белгәнгә күрә лә, үҙем килгәндә сәйгә берәй нәмә - керәндилме, печеньемы алып килергә ғәҙәтләнгәнмен. Шулай итмәһәң, мотлаҡ икмәк-фәләне бөткән сағына тура киләһең.
Бүрәнәгә генә тығып ҡайнатылған сәй һыуына ла башланы. Был еңгә һаман шул һүрәттәге иргә текләп ултырмайҙыр инде. Берәй ҡыҙығыраҡ ҡорған фасонын күрҙе микән әллә? Төшкән төймәһен тегә һалып ҡуймай айҙар буйы ятҡырһа ла, еңгәнең ҡулы оҫта ул былай. Ана бит, мейес алдында көл һаман һөртөлмәгән килеш ятһа-ята, ә тәҙрәләрҙә ҡала өйҙәренән былайыраҡ ламбрекендар тора! Һис йыбанмай һәр бер һыры текемләп бөкләнгән, үҙ-ара килешеп торған әллә нисә төҫ, әллә нисә фактура. Ниндәй стиль икәнен дә әйткәйне, онотҡанмын. Матурмы – матур, ҡалғанын тикшерергә белгес түгелмен. Мин аңламаһам да, аңлаусылар барҙыр инде, еңгәмде өй матурларға алып китәләр. Яҡшы-яҡшы урында ултырған дәү-дәү кешеләрҙең өйөндә ул – көтөлгән ҡунаҡ.
- Сәй эсермәйһеңме ни, еңгә, һыуы бөтә бит!
- Һыуы бөтһә, өҫтәп ҡуй, Сулпан, хәҙер эсәбеҙ, тиҙ ҡайнай ул.
Бер һүҙҙе биш ҡабатламаҫтан, сәйнүкте өҫтәп ҡуйҙым да, еңгә янына сыҡтым.
Ни ғәжәп, ул ысынлап та һаман журналға текәлгән.
- Нимә, ғашиҡ булдың мәллә, ағайыма ошаҡлайым!
- Сулпан, ҡара әле, ҡара, - еңгәм фотолағы ҡорғандарға күрһәтә. – Һәм бына был яҡҡа күҙ һал.
Алмаш-тилмәш бер бай йортона, бер еңгәмдең тәҙрәләренә ҡарап торам да, ҡапыл аңлап, һыным ҡатып көләм
- Ха-ха-ха, беп-бер иш! Шул хәтле крутой мужик, ә ҡорғандары бер төпкөл ауыл өйөнөкөнән айырылмай!
Еңгәм көлә, тик минән. Нишләптер, ғүмер буйы ул мине сабый итеп күрә. Ҡыланыштарыма һәр саҡ “баласағаланыу” тип ҡылыҡһырлама бирә.
- Гөлбаҙыян түтәй ейәнсәре! Ағайымдың өй эсе олигархтыҡынан айырылмай, тип тә әйтә белмәйһең! Күрҙеңме, еңгәңдең кимәле ни тиклем юғары – ул бай әллә нисә мең доллар түләп профессиональ дизайнер яллап эшләткәндер әле. Ә мин бер ниндәй дипломһыҙ, ярҙамсы оҫталарһыҙ эшләнем! Вәт шулай! – Күтәренке кәйеф менән әйткәндәй була ине, нишләптер тағы ялтыр биттәргә моңһоуланып ҡарай. Үҙ алдына ғына әйткәндәй:
- Яҙмыштан ҡасып булмай, - тип тиктомалдан ҡорған менән яҙмышты бергә ямап ҡуйҙы.
Сәйнүктең тағы дөһөрләп ҡайнауын ишетеп, түрбашҡа ыңғайланыҡ. Сәй янында юҡ-бар һөйләшеп, һәүетемсә ултырҙыҡ. Еңгәм һаман минән кейәү таптыра. 14-15 йәшемдән бирле егеттәрем хаҡында тыңлауҙан нисек ялҡмайҙыр? Хәйер, уның менән дә серләшмәгәс, кем менән уртаҡлашаһың уйҙарҙы? Юҡҡа ғына Гөлбаҙыян түтәй киленеме ул – егеттәрҙең мин күрмәгән кәмселеген табып, күңелде кире ҡайтара ла тора. Тәүҙә асыу килә лә, аҙаҡ еңгәмә эстән генә рәхмәт уҡыйым - әйткәне гел раҫҡа сығып, йә ваҡсыл, йә ялҡау, йә тәкәббер, йә осоҡ булмыштары ҡалҡып килә лә сыға бит “кейәү балаҡай”ҙарҙың. Аҙаҡ еңгәгә, “Шул саҡта дөрөҫ әйткәнһең”, - тиһәң, тағы оҡшатмай. Имеш, мин артыҡ максималист, кешенән күпте талап итәм, ә идеал был донъяла юҡ, һәм башҡалар, һәм башҡалар… Йәнәһе, ул минең хисте һынар өсөн генә әйткән, әгәр ысынлап яратһам, эргәлә: “Ул – балаҡ, хыялый һәм хәйерсе”, - тип хор йырлап торһа ла, мин ишетмәҫ инем, һәм кейәүгә сығыр инем!..
Шулай ҙа нимә булды еңгәгә, ә? Кәүҙәһе, теле эргәмдә һымаҡ, ә күҙҙәрен ситкә тарта. Нимә хаҡындалыр минән йәшереп кенә уйлағыһы килә, буғай. Үпкәләргә лә иттем, шулай ҙа, ни ғәләмәт, сабырлыҡ тигән нәмәкәйем килеп сыҡты – тел ҡысыһа ла, һорашманым, иғтибарһыҙлығы өсөн үсекмәнем, ҡайтырға ҡуҙғалдым. Еңгәм журналымды инәлеп тигәндәй алып ҡалды:
- “Журналды бир” һылтауы менән тағы килеп сығырһың. Тик ошолай аулаҡта кил, йәме, ағайың эштә саҡта…
“Әйтер һүҙем бар” тигән әйтелмәй ҡалған өлөшөн эстән генә үҙем өҫтәп ҡуйҙым. Нисектер еңгәмдең “яҙмыштан ҡасып булмай”, тигәне килке-килке иҫкә килеп төшөп тик тора бит. Ни әйтергә теләне ул бының менән? Яҙмыш. Бар нәмә микән ни ул? Әгәр яҙыла торған нәмә булһа, минекенең эстәлеге ниндәйерәк икән, белһәң ине! Ә еңгәм үҙ маңлайындағы ниндәй яҙыуҙы күреп һиҫкәнгәндер? Был уй тынғы бирмәй күңелде өс көн өйкәп тороуға, еңгәмдән саҡырыу хәбәре килде. Ниндәйҙер сер сәтләүеген ватып, татлы емешен ашарымды күҙаллап, осоп ҡына киттем ауылдың арғы осона. Барһам, еңгәм тынысланған, хәрәкәттәрендә тулҡынланыу ҙа һиҙелмәй, ҡараштары яҡты. Ҡабалан ғына туҡылған ҡамырҙан ваҡ ҡына ҡоймаҡтар ҡойоп, соланға сәй эсергә сыҡҡас, түҙемһеҙләнеп көткән минуттар етте – серләшеү мәле башланды.
- Рәхмәт журналыңа, - еңгәм йылмайҙы. – Яҙмышын белдем, тормошон күрҙем. Нисектер, күңелем баҫылып ҡалды.
- Кемдең тинең?
- Һуң, күрһәтә инең бит әле. Үҙе бай, үҙе сибәр, тип. Сәғит Сафич Баймырҙинды әйтәм. Ул ваҡытта, әлбиттә, уның сибәрлеге һәм дәү амбициялары ғына бар ине. Ҡыйбатлы костюм кейеп, затлы машинала ғына елдереп, бай офиста түрә булып ултырыусы итеп күҙ алдына килтерә ине үҙенең яҙмышын. Әйтәм бит, тынысландым.
- Ә бығаса нишләп тыныс түгел инең? Әллә минең ағай менән тыштан йәшәп, уның хаҡында уйлап йөрөнөңмө?
- Юҡ, улайтып бәхеткә өлгәшеп булмай ҙа инде. Ә минең бәхет ошонда, өйрәнгән ерҙә ғаиләм менән һәүетемсә генә йәшәү ине. Иршатты һайлағаныма үкенгәнем булманы. Хатта Гөлбаҙыян түтәй бик йәнде ҡыйған саҡта ла…
Нимә генә тип рәнйетеп бөтмәй торғайны бит. Оло малай ете айлыҡ ҡына булып тыуғайны, иҫләйһеңме? Күпме үҙәгемә үтте, йәнәһе, Иршаттан түгел, әллә ҡайҙан йөрөп тапҡанмын. Улым, бахыр, етер-етмәҫ ике кило ғына бит инде, күренеп тора етлегеп етмәгәне. Бер яҡтан уның өсөн борсолоп, төндәр буйы йүнләп йоҡлай алмай яфаланам. Тәүге бала бит, ҡарай ҙа, тәрбиәләй ҙә белмәйем. Шул ваҡыттарҙа терәк булаһы, ипләп өйрәтәһе урынға, ҡәйнә ҡанды эсә. Үҙе ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булғас, әллә мине лә ишетмәҫ тип уйлай, түрбашҡа китһәм, Иршатҡа мине яманлап, теләһә нәмә һөйләй башлай. “Ялҡау”ы ла ҡалмай, “Һин эшкә киткәс, ул йоҡлай, ҡайтҡаныңда сығып ҡаршы алмай, аш яраштыра ла белмәй…” Ҡалмай инде береһе лә. Шул тиклем үҙенән күңелем һыуынды, бер заман үҙен генә түгел, улын да күралмаҫтай булып китмәһәм ярар ине, тип уйлай башланым. Ныҡ йонсоғанда: “Әллә Сәғит ныҡ рәнйеп ҡалдымы, шуның ҡарғышы төшәме башыма?” – тип аптырай башланым. Бер ғәйебем дә юҡ бит инде ҡәйнәм алдында, ҡаҙалыпмы-ҡаҙала.
- Ә Сәғитте нисек рәнйетә ала инең һуң?
- Нисекме? Ул миңә ғашиҡ ине бит. Алдыма теҙләнеп, ҡулын һәм йөрәген тәҡдим итте. Ҡыҙыу ҙа егет ине үҙе. “Кире һуҡһаң, атылам да үләм!” - тип үк ебәрҙе. Эй ҡурҡтым. Әҙме ни ҡыҙ өсөн иҫәрләнеп, үҙ-үҙенә ҡул һалыусы егеттәр? Бер яҡтан Сәғит ныҡ оҡшай ине оҡшауын. Икенсе яҡтан, әгәр шулайтмаһаң – үләм, былайтмаһаң, тағын үләм, тип үҙенең ғүмере менән, минең күңелем менән шаярырға әҙер егет кәрәкмәй ине миңә. Етмәһә, Сәғит менән икебеҙ ике донъя кешеһе. Ул үҙен фәҡәт ҡалала, ниндәйҙер завод директоры итеп күҙ алдына килтерә. “Техника” тип үлеп бара. Ә мин, бахыр, әйтергә лә оят – ат тире ҡатыш бесән еҫен яратам. Автобус-машинала уҡшып йонсойом. Таңғы ысыҡта ялан аяҡ йөрөйөм, тауҙар араһынан һарҡып ҡына томан яуғанын яратам. Ә ҡала күгендә, исмаһам, йондоҙҙар ҙа янмай бит. “Ярай, эйе, мин риза”, тип ыңғайына ғына һыпырҙым да, иртәгеһенә үк, уҡыуымды ташлап, ҡасып ҡайттым да киттем. Ипләп кенә әйтеп, аңлашыуҙан ҡурҡтым. Ә Сәғит минең менән ихлас ине бит. Хаҡым бар инеме бына шулай топ-тойоҡтан уны билдәһеҙлек менән ғазапларға? Уның яҡты хистәренә бошмаҫлыҡ менән яуапларға? Ваҡытында уны һайламауымдың сәбәбен әйтеп бирһәм, ул үҙен үҙе үҙгәртергә, яҡшыраҡ булырға ынтылмаҫ инеме? Әгәр ысынлап та янауын тормошҡа ашырып, үҙ-үҙенә ҡул һалған булһа ҡыҙыу баштан? Минең бер мәл генә ҡурҡаҡлыҡҡа бирелеүем арҡаһында йәш ғүмер өҙөлгән, бер ғаиләгә ҡайғы-хәсрәт төшкән булһа? Шундай уйҙар солғап алһа, бигерәк ҡыйын. Туранан-тура булмаһа ла, кеше үлемендә ғәйепле булыу шул уҡ енәйәтсегә тиң түгелме ни? Эсемдән генә Сәғиттән күп тапҡыр кисереүен үтендем мин. Әллә уйҙарым уға барып етеп, ғәфү иттеме икән?..
Уңайы тура килде бит бер заман. Буш өй тура килеп, төйнәндек тә шым ғына ҡәйнә йортонан башҡа сыҡтыҡ та киттек. Иршат тәүҙә икеләнеп тә алды, “әсәй оло, ташлап китеү булмаймы”, йәнәһе. “Ирмен тигән ир кеше үҙ ғүмеренә бер өй һалып кермәй булмаҫ”, тип, сәменә тейҙем. Бәлки, улай аҫтан киҫеп ныҡышмаған да булыр инем, Гөлбаҙыян түтәй ныҡ зитыма тейҙе бит. Бер шулай бала менән ыуарама килеп микән, башмағын көтөүҙән ҡайта һалыу менән бикләргә онотҡанмын. Иҫләйһеңдер әле, аңра ғына алаҡай ине. Ҡапҡа тышында инәһе менән йәнәш торһалар ҙа, имергә башы етмәй, инде урамда булдымы – сыбыҡлап та айырып булмай торғайны. Тамсы һөт ҡалдырмай имеп ҡуйған, ҡәһәрең. Эй ҡәйнәмдең туҙыныуы шул саҡ! Әйтерһең, шишмәһе ҡороған. Таңға саҡлы тағы йыйыла бит ул һөт, һыйыры һау булһын. “Вайран донъямды хайран итеп кенә бөтәһең инде”, тип илай. Әйтемдең дөрөҫө: “Яҡшы ҡатын вайран донъяны хайран итер, яман ҡатын хайран донъяны вайран итер”, бит инде. Бер яҡтан ныҡ намыҫҡа ла тейҙе, икенсе яҡтан көлкө лә килә. Үҙе лә аңламайынса һөйләп, дөрөҫөн әйтте лә ҡуйҙы. Уйлап ҡараһаң, шулай бит – үҙ донъяң үҙеңә вайран булһа ла харап шәп, ә ҡайҙандыр килеп ингән килен күпме хайран итергә тырышмаһын – барыбер оҡшамай. Шулай, бикәс, “яңғыҙ ҡәйнә - көндәш” тип белмәй әйтмәгәндәр. Гөлбаҙыян түтәй мине һөйөклө улының йөрәгенән үҙен ҡыуып сығарырға килгән көндәш итеп ҡабул итте ул саҡта. Һуңғы бер дүрт-биш йылда ғына дөрөҫ ҡәйнә була башланы.
Шулай итеп, кисләтеберәк күсенеп бөттөк, беләһең инде, теге иҫке өйөбөҙгә. Яман күҙҙәр күрмәһен тип, иң тәүҙә тәҙрәләргә ҡорғандар элеп сыҡтым. Өй ҙә нисектер күңелгә яҡынайып, үҙеңдеке булып күренә башланы. Шунан бирле ҡорған тегергә, элергә яратам. Әйтерһең, үҙ донъямды ҡорам. Яман күҙҙәрҙән генә түгел, яман һүҙҙәрҙән, яман теләктәрҙән ғаиләне ҡурсалайым кеүек.
- Яҙмыштан ҡасып булмай тип нимә әйтергә теләгәйнең һуң, еңгә?
- Бәлки, ысынлап та яҙмыштыр, бәлки, минең иҫәрлек кенәлер кем белә. Күрһәттем дә һуң үҙеңә - Сәғиттең йортондағы ҡорғандар минекеләрҙән бер нәмәһе менән дә айырылмай. Шундай мөхиттә йәшәргә тейеш булғанмын, тимәк. Әсәһенең фотоһына иғтибар иттеңме? Бигерәк яһилға оҡшаған, ибет? Сәғитте һайлаһам да, шул ҡәйнә тигән есемдәрҙән ныҡ этләнеп йәшәгән булыр инем, моғайын. Бәлки, шулай кәрәк тә булғандыр. Киләсәктә, Алла бирһә, үҙемдең дә өс киленгә ҡәйнә буласағым бар бит. Уларға яһил булма, үрнәк бул тип, яҙмышым мине алдан уҡ түпәләп алғандыр. Бар бит әле бер көләмәс: шәшкене ватҡас һуғыуҙың ни файҙаһы, тип балаһын алдан уҡ туҡмап ҡуя торған булған берәү…
Кис шәмгә ут алғас ҡына сыҡтым еңгәмдең йортонан. Бер аҙ атлағас, боролоп ҡараным. Тәҙрәләренән төшкән яҡты төрлө сихри төҫкә манып елберҙәп торған ҡорғандар ниндәйҙер әкиәти донъяны ышыҡлап тора кеүек. Шул әкиәт эсендә бер тылсымсы кеүек минең еңгәм йәшәй.
“Төҫө барҙан – төңөлмә”. Ҡайҙан ишеттем әле мин был һүҙҙәрҙе беренсе тапҡыр? Ә-ә-ә, биш-алты йыл элек. “Баламды бала буғына батырҙы, тип, сираттағы ейәне тыуған һайын киленен кешегә яманлап илаулаған өләсәйемдең, йәшәй торғас, кәйефе үҙгәреп, “уңған килен – ул табыр”, тип тауышына ҡәнәғәтлек ноталары сығара башлағас, әсәйем “төҫө барҙан - төңөлмә” тип юҡҡа әйткәндәр тиһеңме ни, тип ҡәйнәһен йөпләп ҡуйғайны бит.
Төҫ бирҙең һин беҙҙең нәҫелгә, еңгә. Күрәһең, тик үҙ төҫө булғандар ғына был донъяға, йәшәйешкә төҫ, йәм бирәлер…