Jump to content

Мин атлыҡтым һиңә. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Мин атлыҡтым һиңә (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Мин атлыҡтым һиңә


Мин атлыҡтым һиңә,
Таш һалҡыны
Йөрәгемде ҡурып алғансы.
Таш ялҡыны эстәрендә янып,
Гөлдәй күңелем
Көлгә ҡалғансы.

Мин атлыҡтым һиңә,
Ҡураныс ел
Ҡоршап алған саҡта
Ҡурғаштай,
Ҡоштай төйөрөлдөм
Ҡыш эсенә,
Сөйөрөлдөм
Һармаҡ буҙбаштай.

Мин атлыҡтым һиңә.
Таш сатнаны,
Ел сигенде,
Ә һин һиҙмәнең.
Һинең янда мин бит асылымды,
Асылымды
Шулай
Эҙләнем.