Һин үбәһең...
Һәр бер күҙәнәгем
Тула
Ҡыуанысҡа.
Был мәл үҙе бер ғүмергә торош.
Был мәл
Үтә ҡыҫҡа.
Үтә ҡыҫҡа —
Бер һирпелеп ҡарау,
Бер балҡышта
Күреү һөйөү төҫөн.
Бер тамсы ул бары,
Тик бер тамсы
Ошо мәлде көткән диңгеҙ өсөн.
Әммә, диңгеҙ,
Һинең тулҡындарың,
Һинең тәрәнлегең,
Һинең шауың
Буш ҡыуыҡтай шартлап һүнер и
Булмаһа, тим,
Ошо мәлең
Дауы.
Бер балҡышта бары —
Баҡый был мәл.
Шул тамсыла йөҙөң сағыла бит.
Һин үбәһең...
Һәр шат күҙәнәгем
Тағы һине,
Һине
Һағына бит.