Jump to content

Мәңгелеккә... Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Мәңгелеккә... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 17.12.2014.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Әллә ниндәй этлек уйлап,
Әллә ниҙәр ҡыланаһың,
Әйтерһең дә бар донъянан
Ни өсөндөр үс алаһың!

Кем ғәйепле һинең шулай
Бер туҡтауһыҙ янғаныңа?
Бөтәһенән үс алыуҙан
Туҡтап торсо аҙға ғына!

Туҡтап торсо! Тирә-яҡҡа
Күҙ һал әле ихлас ҡына:
Донъя матур! Ҡосаҡларға
Етмәй бары ҡосаҡ ҡына!

Күпме ағыу эшкәртәһең
Үҙең ҡылған һәр этлеккә…
Үҙ-үҙеңде ағыулайһың,
Килгән кеүек мәңгелеккә!

Кәрәк түгел үслек, хөслөк,
Кәрәк түгел дан, милек тә:
Килмәгәнбеҙ мәңгелеккә –
Китәсәкбеҙ мәңгелеккә...