Jump to content

Мөтәшағир зары. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Мөтәшағир зары (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1915.


Мөтәшағир зары


Һәр ҡасан ҡыҙҙырһа көн диңгеҙ йөҙөн ҡайнарлатып,
Быу булып күккә оса ла, һыу булып ергә төшә.

Бер шиғыр яҙ тип, мине ҡыҙҙырһа дәрт, ул күп ваҡыт
Уй булып иҫкә төшә лә, һүҙ булып елгә оса.

Уй күгемдән мәғәнәләр эҙләп осам, табалмайым,
Эҙләнеп тә тапмағас, аһ! Рух төшә, ҡайғым үҫә.

Мәғәнә бар, ләкин йыраҡ шул, көс кәрәк, баралмайым,
Береһе булһа, береһе булмай, эс боша ла эс боша.


1915